«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘРЕБЕҘ СИТКӘ КИТМӘҺЕН, СИТТӘРҘЕ ЙӘР ИТМӘҺЕН
+  - 


Әллә нисә тиҫтә йылдар элек сыҡҡан йыр китабындағы шиғырҙарҙы ҡыҙыҡһынып уҡый торған ғәҙәтем бар. Мәғәнәләренә ҡарап, уларҙың яҡынса ҡайһы дәүерҙә яҙылған икәнен дә асыҡлауы ауыр түгел. Ниндәйҙер композитор тарафынан был шиғырҙарҙың һәр береһенә, әлбиттә, көй ҙә яҙылған, һәм ҡасандыр улар популяр йыр булып та яңғырағандыр. Әле уҡыусылар иғтибарына шуларҙың бер-икеһе хаҡында үҙемдең фекерләүҙәремде тәҡдим итмәксемен.

Һәр кемгә лә аңлайышлы булһын өсөн башта cовет осороноң бер үҙенсәлекле яғын сағылдырған ана шул шиғырҙарҙың береһен тулыһынса ғына килтерергә булдым. "Бәхетле ғүмер, намыҫлы хеҙмәт тураһында"ғы бүлектән ошо йыр һүҙҙәрен уҡып сыҡҡас, бер кем дә уға битараф ҡалмаҫ, тигән инаныуҙамын. "Йәшәһен кейәүҙәрем" тип атала ул.

Биш бөртөк ҡыҙ үҫтерҙек беҙ:
Береһенән-береһе сибәр!
Һәр береһе ҡашыҡҡа ғына
Һалып йоторлоҡ, тиҙәр!
Күренмәнеләр ҙә кеүек
Ҡыҙҙарым күҙҙәремә.
Бишеһен биш егет димләп,
Йәр итте үҙҙәренә.
Бер кейәүем - Фирғәнәлә,
- Кил, күреп китерһең, - ти, -
Йөҙөмлө былауыбыҙҙан
Бер ауыҙ итерһең ти.
Бер кейәүем - Кустанайҙа,
- Кил, ҡымыҙ ҡуйырбыҙ, - ти, -
Ҡаҙан аҫып, бишбармаҡҡа
Бер һарыҡ һуйырбыҙ, - ти.
Бер кейәүем Тбилисиҙә,
- Кил, сәй бешертербеҙ, - ти, -
Сәй ҡыҙыулығы етмәһә,
Мәйҙәр эсертербеҙ, - ти.
Бер кейәүем - Полтавала,
- Кил, күңел асырһың, - ти, -
Танһыҡҡа һин ап-аҡ ондан
Галушка ашарһың, - ти.
Бер кейәүем - Миңзәләлә,
- Кил, һөтлө һыйырыбыҙ, - ти, -
Бәлеш тә, билмән, бәрәмәс
Булыр гел һыйыбыҙ, - ти.
Ҡыҙҙарым булһа - бер тигән,
Кейәүҙәр - иҫ китерлек!
Ҡарсығым да үҙ янымда,
Пенсиям да етерлек!
Йәшәһен былау, билмәндәр!
Сәйҙәр, мәйҙәр, ҡымыҙҙар!
Йәшәһен минең кейәүҙәр!
Йәшәһен минең ҡыҙҙар!

Кейәүҙәр хаҡындағы бына шундай йырҙарҙы ул ваҡыттарҙа (бала саҡта) мәҙәк кенә итеп ҡабул иткән булһам, хәҙер, ҡәҙерле милләттәштәрем, улар мине ифрат тәрән уйҙарға һалмаҡсы. Түбәндә яҙыласаҡ һүҙҙәр менән шиғыр авторын тәнҡиткә тота был, тип уйлай күрмәгеҙ, берүк. Хатта, киреһенсә, шағир шул замандың ысынбарлығын ифрат та асыҡ итеп сағылдырған бит. Эйе, халыҡтар дуҫлығына дан йырланған осор шиғыры был. "Совет кешеһе" тип аталған дөйөм бер милләт төҙөүгә табан барған был дәүерҙең шаһиты бер мин генә түгелмен. Донъя халыҡтары, әлбиттә, бер-береһе менән татыулыҡта йәшәргә тейеш, милләт-ара дуҫлыҡ, һис һүҙһеҙ, ғәйәт яҡшы нәмә. Әммә…
Һәр нәмәлә сама белеү кәрәклеген бер кем дә инҡар итмәҫ, моғайын. Ошо шиғырҙы уҡып-уҡып ҡарайым да (тураһын ғына әйтәйем), үҙебеҙҙең гүзәлдәрҙән-гүзәл, нәфистәрҙән-нәфис башҡорт ҡыҙҙарын ҡыҙғана башлайым. Беҙҙең яҡта шундайыраҡ берәй нәмә әйтеп һалһаң, әңгәмәсең ғәҙәттә: "Аһ-аһ, шулай булмай ни!.." - тип һинең һүҙҙәреңде күтәреп кенә алып китә. "Ҡашыҡҡа ғына һалып йоторлоҡ гүзәлдәребеҙ әле лә булһа сит ерҙәрҙәге "иҫ китерлек" кейәүҙәргә ҡыҙығып сығып киткеләй түгелме, - тип өҫтәп тә ебәреүселәр табылыуына шигем юҡ. - Йырҙағы әбей менән бабайҙай, ҡыҙҙарыбыҙҙы үзбәккә, грузингә, хахулдарға таратып бөтөп, "ҡарсығым да үҙ янымда, пенсиям да етерлек", тип бер-беребеҙгә ҡарашып, иркен өйҙә һемәйеп ултырып ҡалмайыҡ кәбе!.." Эйе, йыр - тик СССР дәүеренең сағылышы ғына. Аныҡ бер ғаилә хаҡында ла һүҙ бармай. Шуға ла ҡарамаҫтан, ошо йырҙы иҫләһәм, ундағы биш һылыуҙың береһен генә булһа ла Башҡортостаныбыҙға, берәй милләттәшебеҙгә килен итеп алып ҡалдырғы килә башлай… Ҡыҙҙарыбыҙ йәлке, йәмәғәт!
Ҡасандыр сәхнәнән төшмәгән, тамашасыларҙың күңелен асыусы "Яраттым мин рус егетен" тигән шаян йырҙы ла алып ҡарайыҡ. Ундағы "...Үҙем - башҡорт, рус егетен яраттым ғүмерлеккә…" йә иһә "Ах, моя, курносая", тип иркәләп ҡалыуҙары!.." тигән һымағыраҡ юлдарҙан торған куплеттар үҙебеҙҙең күп кенә егеттәребеҙҙең сәменә теймәйме икән?..
Тәрәнерәк уйлап ҡараһаҡ, ысынлап та шулай бит! Үткән быуат дәүерендә күпме гүзәлдәребеҙ "былау, билмәндәр, сәйҙәр, мәйҙәр, галушкалар"ға ҡыҙығып, сит яҡтарға китеп, бөтөнләйгә башҡаларҙы бәхетле иткән… Ошо хаҡта фекерләй башлаһам, көнсөллөктән, кемдер әйтмешләй, "эсем һыҙларға" тотона. Мин үҙем көнсөл кеше түгелмен. Халыҡтар дуҫлығы ла яҡлымын, әлбиттә! Әммә, әлеге сәйҙәр, былау менән һыйларға яратыусы "генацвали" һәм башҡа иптәштәрҙе кейәү сифатында түгел, ә "тәүәрищ" йә "ызнакум" итеп кенә күреү яғындамын. "Бындай бәхетте", ысынлап та, боронғо атай-олатайҙарыбыҙ төштәрендә лә күрмәгән! Алтындай ҡыҙҙарын тәләфләп, сит яҡтарға, "туда-сюда" таратҡылап, исраф итмәгән бит улар. Хатта күрше йәшәгән ҡаҙаҡтар менән һирәк-һаяҡ ҡоҙа булышҡан хәлдә лә, ифрат һаҡ ҡыланған ҡартатайҙарыбыҙ. Гүзәлдәребеҙҙе ҡайсаҡ урлап алып киткеләгән ана шул "ут күршеләрҙең" үҙҙәренең ҡыҙҙарын килен итеп алып ҡайтыу яғын ҡайырғандар. Килен булып килгән ҡаҙаҡ ҡыҙҙары, әлбиттә, башҡорт бәпәйҙәре тапҡан.... "Барымта", "ҡарымта" тигән йолалар ҙа булған бит. Ғилмиязаларыбыҙ сығарған йырҙар ҙа "шатлыҡлы хистәр" менән тулмаған. Ә инде әлеге Полтава, Тбилиси һымаҡ алыҫ ерҙәр, башҡа диндә булған халыҡ һәм уларҙың сәй-мәйе хаҡында хатта һүҙ ҙә булмаған.
Сәй, ҡымыҙ, билмән тигәндәй, үҙебеҙҙә лә ундай байлыҡ әҙ түгел, тип һанайым. Ә кейәүҙәргә килгәндә… Аҡыллы, типһә - тимер өҙөрлөк, "ер һелкетеп" донъя көтөрлөк, бала-сағаһының яратҡан атаһы булырлыҡ, кәрәк сағында иленең именлеген һаҡларлыҡ баһадир егеттәребеҙ ҙә етерлек! Бына шундай ир-аттарыбыҙҙы башлы-күҙле итеп, йәғни, бынамын тигән ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға кәләш итеп алып биреп, үҙ илебеҙҙә тоторға ине лә бит. Ауылдарға эшкә килеүсе табип, уҡытыусыларҙы ғына түгел, ә ауылдың төп кешеләре булған йәштәрҙе лә стимуллаусы берәй ысул уйлап сығарғанда, кемдер әйтмешләй, "ҡалай һәйбәт булыр ине". Хәҙер йорт төҙөү менән булышыусылар күп. Ана шуларҙы төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүсе (әйтәйек, ағас бысыусы) предприятиелар асып, шулай уҡ мал үрсетеү өсөн фермалар төҙөп, шул эштәрҙе башлап ебәреүгә бушлай "начальный капитал" биреүҙе хөкүмәтебеҙ үҙ өҫтөнә алһа, күп кенә йәштәребеҙ әллә ҡайҙа Себер сығып та китмәҫ ине, моғайын. Хәмер менән булышмаған эшһөйәр егеттәребеҙ һәр бер ауылда ла бар. Уларға башҡалар ҙа эйәрер ине, шәйт. Ҡыҙҙарыбыҙға кейәү, буласаҡ быуынға атай булырлыҡ егеттәребеҙҙең дәрәжәһен төшөрмәй, кәрәк саҡта уларҙы лайыҡлы "хуплап", ярҙам итеп торғанда, үҙебеҙҙең хәләл былауҙарыбыҙ, билмәндәребеҙ, икмәгебеҙ, ҡымыҙыбыҙҙы ла күпләп етештерер инек. Бына шундай егеттәребеҙгә терәк булырҙай уңған ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күп, Аллаға шөкөр. Элегерәк "ах, мой милый, мой хороший", тип йырларға яратҡан бәғзе бер гүзәлдәрҙең "башҡорт ирҙәре ҡырыҫыраҡ, наҙға һаран", тиеүҙәренә лә артыҡ иғтибар итмәҫкә саҡырам. Ул ғына ла түгел, иртән үбеп уятмауҙарына, эшкә киткәндә "әп" итмәй сығып китеүҙәренә (дөрөҫөрәге, ялған тамаша күрһәтмәүҙәренә) лә ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр һымаҡ эшкә "беше", сыҙамлы һәм, тыштан күренмәһә лә, урыҫтар әйтмешләй, "добрый внутри" булған егеттәрҙе башҡа ерҙә ҡапыл да таба һалып булмайҙыр, тигән инаныуҙамын. Өҫтәүенә, беҙҙекеләр әллә ни артыҡ тәм-том, "кәтлит-мәтлит" тә талап итеп ултырмауҙары менән айырыла. Бындай ир-аттарыбыҙға гүзәл заттарыбыҙ хатта йәбешеп кенә ятырға тейештер. Егеттәребеҙҙе бәғзе ваҡыт хазинаға тиңләйем мин (хазина - күренеп ятмаған, йәғни йәшерелгән ҡиммәтле әйбер, урыҫ телендә "клад" тип тә яңғырай ул). Ҡулығыҙҙағы ана шул хазинаны елгә осороп ебәрмәгеҙ, ҡәҙерле ҡыҙҙар!
Берәй затлы әйберҙең үҙеңдә булғанын да ҡайсаҡ һиҙмәйһең, ә ситтәр уны күрә һалып бара. Тап шуның кеүек, беҙҙең аҫыл, батыр егеттәребеҙҙе абруйлы урыҫ полководецтарының береһе бынан ике быуаттан ашыу элек "Молодцы, любезные!" тип маҡтағаны хаҡында ла беләбеҙ. 1814 йылда Париж урамы буйлап үткән еңеүселәр парадын башлап барыусы итеп башҡорт полктарын иң алғы сафҡа ҡуйғандары ла, бәлки, күптәргә мәғлүм түгелдер… Оҙайлы хеҙмәт итеүем осоронда шәхсән үҙем күҙәткән тағы бер нәмәне миҫал итеп килтереп китмәк булам: егеттәребеҙҙе әрмеләге командирҙар ҙа белә һәм уларға юғары баһа бирәләр ине. Часҡа йәш пополнение килеү менән башҡорт егеттәрен "кемуҙарҙан" тиерлек таратып ала торғайнылар. "С вашими ребятами проблем не бывает", тип әйткәндәрен хәтерләйем. Әммә йәл, хеҙмәтен бөтөрөп, илгә ҡайтҡан егеттәребеҙ, айырыуса эшһөйәрҙәре, күп тә тормай, ситкә китә шул. Атайым мәрхүмдең бер йыры ҡолағымда әле булһа сыңлай:

Ырымбурҙа кибеттәр,
һатыу итә егеттәр.
Илен ташлап ситкә китә
арыҫландай егеттәр…

"Нәдкә", "Мәрүскә"ләр табып (алып ҡайтһалар - бер хәл), улары янында оҙайлы ваҡытҡа ҡырҙа ҡалғандары күп шул. Бөтөнләйгә киткәндәрҙе лә беләм… Сит илдәрҙә, яу ҡырында ятып ҡалған ир-егеттәр хаҡында ла һүҙ бармай бөгөн, ә күрәләтә, тыныс шарттарҙа үҙ теләге менән китәләр бит!..
Барыһы ла китә, тип әйтеү ғәҙел булмаҫ, әлбиттә. Илебеҙҙә төпләнеп, тормош ҡороп, ғаилә төҙөп, бынамын тигән балалар үҫтереп, һәр төрлө эш менән кәсеп итеп донъя көткән, күптәргә үрнәк булырлыҡ йәштәребеҙ ҙә бар, әлхәмдулиллаһ. Айырыуса ауыл ерендә йәшәгән ана шундай уңған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тейешенсә баһалай белһәк, беҙҙән дә аҡыллыраҡ кеше булмаҫ…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.01.20 | Ҡаралған: 591

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru