«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫСА ФЕКЕРЛӘ!
+  - 

Табиптар фекеренсә, сир туранан-тура кешенең холҡона һәм тормош рәүешенә бәйле. Бәғзе берәү тормошта дөрөҫ юл һайламағаны, теләгән һөнәренә эйә булмағаны, үҙен шәхес булараҡ таныта алмағаны өсөн үҙ-үҙен битәрләй. Һөҙөмтәлә улар күберәк аяҡ сирҙәренә дусар була.

Үҙҙәре һәм тирә-яғындағылар менән ҡәнәғәт була алмағандар, донъяны гел ҡара төҫтә күреүселәрҙең, ғәҙәттә, күҙ, күреү һәләте менән проблемалар була, улар даими рәүештә киләсәктәре өсөн хәүефләнеп йәшәй. Үҙбаһаһы түбән булған, үҙгәрештәрҙән ҡурҡып йәшәгәндәрҙең үпкә-тын юлдары системаһы ҡаҡшай. Гастрит иһә тынғыһыҙ, үҙ көсөнә, һәләтенә ышанысы булмаған, юҡ өсөн борсолоп, йоҡоһонан яҙған кешеләрҙе "үҙ итә". Тартышып ауырыу шулай уҡ ҡурҡаҡ, ҡыйыуһыҙ, киләсәктән ҡурҡҡан кешеләрҙә күҙәтелә. Уҫал, агрессив һәм тиҙ тоҡаныусандар ҡурылдай астмаһы менән яфалана. "Асыуынан тыны ҡыҫылды" тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Үҙен яратҡан, уҫал, бөтә ерҙә лә беренсе булырға тырышҡан һәм уңышһыҙлыҡтарҙы ауыр кисереүселәр йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә юлығыусан. Әйткәндәй, Колумбия университеты ғалимдары фекеренсә, тап ана шул асыу тойғоһо һәм ярһыу йөрәк сиренә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып тора ла инде. Ашҡаҙан һәм бөйән эсәк сей яраһы йыш ҡына хис-тойғоло, тиҙ ҡуҙғыусан кешеләрҙе яфалай. Тәжрибәле белгестәр ашҡаҙан сей яралы кешеләрҙе уларҙың холоҡ-ҡылығына, ҡуҙғыусанлығына ҡарап та билдәләй. Ғәфү итә, кисерә белмәгән ҡаты бәғерле кешеләрҙе бауыр, үт юлдары сире ыҙалата. Тиҙ ярһыусан, тиҫкәре, башҡаларҙың арт һабағын уҡытырға яратыусыларҙың ҡан баҫымы юғары була. Башҡалар фекерен һанламаусы, бәләкәй генә хаталарҙы ла ғәфү итә белмәүселәрҙе иһә мигрень (баш ауырыуы) яфалай. Өҫтәүенә, ундайҙар үпкәсел, бәйләнсек тә булалар. Күп һөйләргә яратҡан, тиҙ ҡуҙғыусан, сәғәт һайын кәйефтәре үҙгәреп торғандарҙы иһә шәкәр диабеты "ярата".
Был мәкерле сирҙәрҙе мәңгелеккә онотоу өсөн нисек итеп оптимист булырға? Берәй күңелһеҙ хәлгә эләккәндә, бер минутҡа ғына һеҙҙең урында бәхетле кешенең үҙен нисек тотасағын күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙсы: хәлегеҙ шундуҡ бер аҙға ғына булһа ла яҡшыра төшкәндәй булыр, һәр хәлдә, шуға өмөт осҡоно ҡабыныр. Үҙегеҙҙе яратҡан кешеләрҙе күҙ алдына килтерегеҙ, күңелегеҙҙән генә улар менән һөйләшегеҙ.
Традицион психология буйынса беҙҙең рухи өлкәләге проблемаларҙың сығанағы - бала саҡта алған күңел яралары. Әлбиттә, былай тип әйтеү артыҡ ныҡ дөйөмләштереү булыр ине. Дөрөҫөн әйткәндә, психик травмалар кисермәгән кеше юҡтыр ҙа әле ул. Тик бына тыумыштан оптимистарҙың психикаһы шундай итеп "төҙөлгән": бөтөн насар нәмә автоматик рәүештә ситкә ырғытыла бара; ә пессимистар, киреһенсә, быларҙың бөтәһен дә иҫендә тота һәм шулай итеп уңышһыҙлыҡтар, ғәфү ителмәгән ғәйеп-үпкә тойғоларынан тотош бер йөк хасил була бара. Бындай йөктән арыныу өсөн психологтар ҡыҙыҡлы бер ысул уйлап сығарған, уның асылы шунда: әгәр берәй насар хәл-ваҡиға иҫегеҙгә килеп төшә икән, шунда уҡ уға ҡағылышлы эске монологты туҡтата һалығыҙ - уға артабан йәйелергә ирек бирмәгеҙ һәм иғтибарығыҙҙы икенсе берәй темаға йә әйбергә (телевизор, мәҫәлән) йә музыкаға йүнәлтегеҙ. Һәр "ысҡыныу" осрағын билдәләп барығыҙ һәм көн аҙағында ошо билдәләрҙе, йәғни үҙегеҙҙең күңелһеҙ уйҙарығыҙҙы - иҫәпләгеҙ һәм икенсе көнөнә ошо билдәләрҙе кәметергә тырышығыҙ. Насар һәм күңелһеҙ уйҙарҙы контролгә алырға көсөгөҙ етеүенә инанығыҙ: уларҙы бит һеҙ үҙегеҙ тыуҙыраһығыҙ, тимәк, үҙегеҙ үк уларҙы юҡҡа сығара ла алаһығыҙ. Психологтарҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, яңыса фекерләү кешелә ай буйына формалаша. Бер ай түҙергә тырышығыҙ, ә һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәйәсәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 585

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru