«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘТЕРҘӘ ҺӘМ ЙӨРӘКТӘРҘӘ!
+  - 

Быйыл бөтә донъя оло байрамға - 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын үткәрергә әҙерләнә. СССР тигән ҡеүәтле державаны тәшкил иткән, үҙгәртеп ҡороу елдәре башланып, бөгөн һәр ҡайһыһы айырым дәүләт статусына эйә элекке союздаш республикаларҙың ҡайһы берҙәрендә был датаға ҡараш та, Еңеүгә мөнәсәбәт тә төрлөсә булһа ла, Рәсәй халҡы өсөн ул - иң изге байрамдарҙың береһе. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе А. Сидякин байрам концепцияһын раҫланы.

Башҡортостан халҡы ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. 1941-1945 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре сафында республиканан 700 мең кеше (шул иҫәптән, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби училищелар курсанттары) була, уларҙың 575 меңе һуғыш йылдары барышында мобилизациялана. 322 меңдән ашыуы яу яландарында ятып ҡала, 50 мең самаһы һуғыш йылдарында инвалидлыҡ буйынса ҡайтарыла. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 291 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 46 яугир - Дан орденының тулы кавалеры.
Илдең оборона-сәнәғәт ҡеүәтен нығытыуға ла республика ҙур өлөш индерә: һуғыш йылдарында бында 100 сәнәғәт предприятиеһы, тиҫтәләрсә госпиталь, үҙәк дәүләт органдарының бер нисәһе күсерелә, ошо осорҙа Башҡортостанда 60 хәрби подразделение төҙөлә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының даны йылдар үткән һайын сағыуыраҡ балҡыған һымаҡ, ләкин йылдар үткән һайын ветерандар сафы ла кәмей, изге тарих онотолоуға дусар була бара, яңы быуындар өсөн ил кисергән афәт бары тик заманса гаджеттарҙан ҡараған фантастик киноға әүерелә барғандай. Сөнки тарихты үҙгәртеп, совет халҡының нацизмды еңеүҙәге ролен түбәнәйтеп күрһәтергә маташыусылар ҙа юҡ түгел. Бындай шарттарҙа беҙгә тарихи хәҡиҡәтте һаҡлап ҡалыу һәм уны киләсәк быуындарға еткереү мөһим. Шуға ла Рәсәйҙә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылын үткәргәндә төрлө саралар аша тыуған ил, ҡаһарман халыҡ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уятыу, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсаты ҡуйыла ла инде. Киң мәғлүмәт сараларына һуғыш йылдары тураһында материалдар баҫтырыу һәм бөйөк датаның әһәмиәтен йәштәргә аңлатыу бурысы йөкмәтелә. Йылдағыса "Георгий таҫмаһы"н таратыу акцияһы ла дауам итәсәк. "Иҫлә мине!" акцияһы һуғыш яланында һәм тылда Еңеү көнө яҡынлаштырған кешеләрҙең мәғлүмәттәре ҡуйылған стендтарҙы тәшкил итәсәк. Ул һәр ерҙә 9 Май көнөндә урынлаштырыласаҡ. Белем биреү учреждениелары араһында үткәреләсәк "Ватан улдарын үҫтерәбеҙ" тип аталған республика конкурсы уҡыусыларҙа гражданлыҡ-патриотлыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелә һәм ошо йүнәлештә эшләгән иң актив 75 мәктәпкә Советтар Союзы Геройҙары исеме менән аталыу хоҡуғы бирелә. Байрам тантаналарына Өфөгә һәр муниципаль райондан 2 ветеранды, уларҙы оҙатып йөрөүсе яуаплы кешене һәм ветерандар активын (барлығы 288 кеше) саҡырыу, уларҙы Республика Башлығының ҡабул итеүен ойоштороу һәм байрам парадында ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү планлаштырыла.
Төп байрам саралары 2 майҙа башлана. Һәр урында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберҙәрен, туғандар ҡәберлеген тәртипкә килтереү эштәре башҡарыласаҡ. 8 майҙа - "Хәтер вахтаһы", "Исемләп иҫкә алайыҡ...", байрам концерты һәм БР Башлығының ҡабул итеүе, 9 Майҙа - һәйкәлдәргә һәм обелискыларға сәскәләр һалыу, тантаналы парад, "Үлемһеҙ полк" хәрәкәте, байрам салюты планлаштырыла. Байрам саралары менән бер рәттән "Һалдат бутҡаһы" акцияһы ла үтәсәк. Былар - концепцияға индерелгән мөһим дөйөм саралар. Бынан тыш көндәлек һәм һәр муниципалитет, белем биреү учреждениеһы, мәҙәниәт һәм башҡа ойошмалар үҙаллы уҙғара торған тағы ла бик күп саралар бар был документта. "Беҙҙең өсөн иң мөһиме - ветерандар тураһында хәстәрлек, - тиелә Концепцияның төп идеологик бүлегендә. - Улар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн лайыҡлы йәшәү шарттары булдырыу - изге бурысыбыҙ. Беҙ дәүләт йөкләмәләренең үтәлешен ҡәтғи контролдә тотабыҙ һәм өҫтөнлөклө итеп ҡуябыҙ. Еңеү көнө саралары һәм акциялар "исем өсөн" генә үткәрелеүенә юл ҡуйырға ярамай, бында формаль ҡараш булырға тейеш түгел. Ул - халыҡ байрамы. Һәм ул "тыныс тормош байрамы, һуғыш тураһында хәтер", "үткәндәрҙе онотма, бөгөнгө менән йәшә" тигән идеяны күҙ уңында тоторға тейеш".
Бөйөк Еңеү хаҡы нисә миллион кеше ғүмере торғанын бөгөн дә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Совет осоронда был һан 20 миллион булһа, хәҙер 70 миллион тиҙәр. Беҙ уларҙың кемдәр икәнен бер ваҡытта ла асыҡлап бөтә алмабыҙ, моғайын. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы беҙҙең, киләсәк быуындарҙың хәтерендә һәм йөрәгендә йәшәргә хаҡлы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.20 | Ҡаралған: 500

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru