Инә бөркөт йомортҡаларын утыҙ биш-ҡырҡ ике көн баҫа. Бер-береһен табышҡан йәш бөркөттәр ояны яңынан ҡора. Әгәр оло ата бөркөт йәш йәки тиңдәш инә бөркөт эйәртеп алып ҡайтһа, иҫке ояны яңырталар, таҙарталар, йомшарталар. Ата бөркөт ояла баҫҡан инә бөркөттө ташып ашата. Нигеҙҙә, ул ҡуян, йомран, ҡош ите була. Әммә ул үҙ ҡорбанын ояһы янында ботарламай ҙа, йөнөн дә туҙҙырмай. Ситтә, йыраҡта, тамағы төбөнә йомшаҡ ит тултыра, шуға ла муйыны байтаҡ йыуанайған төҫлө күренә. Ояға осоп етер саҡта, тамағы тулы булғанлыҡтан, тоноҡ, моңһоҙ тауыш биреп килә. Оя ситенә ултырып, ауыҙынан ауыҙға йә инә бөркөт алдына ҡоҫа. Инә бөркөт ял итер өсөн осҡанда ата бөркөт ояға ултыра. Уның төп бурысы - ояны һыуһарҙан, башҡа бөркөттәрҙән һаҡлау. Йәнлектәрҙең иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн, оянан төшкән һәр сүп-сарҙы, һөйәктәрҙе ситкә ташып ташлай. Май айында бер йәки ике ап-аҡ мамыҡлы себеш сыға. Улар үҙ-ара соҡошмай, әммә бик болашмаҡ, һоғалап ашайҙар. Ике көнлөк себештә һаҡланыу, дошманды үҙенсә ҡурҡытыу сифаты бар. Ояға кергән ҡулдың сит икәнен белеп, ауыҙҙарын асып, телдәрен сығарып ыҫылдай беләләр.
Алда яҙып үткән һунарсы Диас ағайым урман ҡарауылсыһы булып эшләгән осоронда ниндәйҙер бер ғиллә менән ҡайҙандыр бер бөркөт йомортҡаһы алып килеп, баҫып ултырған ҡаҙ аҫтына төндә генә һалған. Һалған да онотҡан. Ул турала еңгәгә лә әйтмәгән. Бер көнө эштән ҡайтһалар, ҡаҙ ҡурҡып өйҙә осоп йөрөй икән. Ояһын ҡараһалар, ап-аҡ бөркөт себеше ҡаҙ күкәйҙәре өҫтөндә ыҫылдап ултыра икән. Ҡаҙ ояһына башҡаса кермәгән дә, баҫмаған да. Күрәһең, бөркөт йомортҡаһы иртәрәк баҫылғанға, ҡаҙ бәпкәләренән алда сыҡҡан. Ул бөркөт себешен ағайым аҫрап үҫтерҙе, һунарға өйрәтте. Хәйер, ул турала аҙаҡ яҙырмын.
Егерме - егерме биш көн үтеүгә, бөркөт балаһы көнөнә бер килоға яҡын ит ашай ала. Һәм төрлөһөн дә. Турғайҙы ла, һайыҫҡан, сәүкәне лә, ҡыҙыл һум итте лә.
Бөркөт балалары тиҙ үҫә. Ике айлыҡ сағында ҙур бройлер тауығындай була. Өс айҙа ҡанаттары яралып, оло бөркөт фиғелен, төҫөн ала. Әлбиттә, ҡырҙа, үҙ ояһында үҫкән бөркөт балаһының ғәҙәте лә, алымы ла башҡа була. Ояла үҫеп еткән балаларын инә бөркөт август аҙағында оянан төртөп төшөрөп, осороп ебәрергә тырыша. Әгәр ояла ике себеш булһа, береһе уның сибек, бәләкәй, ябыҡ, көсһөҙ була. Етлегеп етмәгәнлектән, ул, ғәҙәттә, йығылып төшөп үлә, яралана, оса алмай юҡҡа сыға. Әгәр аҙыҡты тигеҙ ашап етлекһәләр, иртәме, һуңмы, икеһе лә осоп китә. Әммә шул хаҡ. Үҫеп еткән балаларын осорор өсөн инә бөркөт балаларын оянан төртөп төшөрөр өсөн күп көс һала. Ниһайәт, береһе китә. Уның артынан ата бөркөт төшә. Инә бөркөт һуңғыһын да ситкә этәрә. Ғәҙәттә, тәүге осоу уңышһыҙ булып, бөркөт себештәре йыраҡ та түгел ергә төшә. Ҡайһы саҡта ерҙәге ташҡа, йығылып ятҡан ағасҡа менеп ҡуналар. Атай менән инәй хәҙер аҙыҡты шул ташта, ағаста ултырған себештәренә бер ике-өс көн ташый. Унан һуң ғына көс-хәл менән эйәртеп осороп алып китәләр.
Эйәртеп осороп алып китеү - үҙе бер ҡыҙыҡ күренеш. Йомран, ҡуян киҫәге йә ҡош ҡапҡан ата йәки инә бөркөт, аҙыҡты ауыҙына ҡапҡан килеш, ситкә ултыра, йә ситтәрәк осоп йөрөй башлай. Бик асыҡҡан себеш бөркөттөң түҙер хәле ҡалмай, ашарға эйәреп осоп китә. Аҙыҡ өсөн көрәш һауала дауам итә. Оло ҡош, йәнәһе, аҙыҡты ауыҙынан бирмәҫ өсөн, ары ла, бире лә кәйелә. Һауаға текә менә, ергә шыҡыя. Ҡыҫҡаһы, ауан себеште төрлөсә осорға алғандан һуң ғына һунар алымдарын өйрәтер өсөн йыраҡҡараҡ, инде дүртәүләп, йә өсәүләп осалар. Ата бала бөркөт үҙ-үҙенә ышанып, икмәк таба алып, ғаилә ҡорорлоғона инанып, өс-дүрт йәшкә тиклем яңғыҙ, үҙаллы йәшәйҙәр. Һунар ерен биләйҙәр, ҡош-ҡортто, йәнлектәрҙе өйрәнәләр, оя ҡорор урын һайлайҙар, төндәрен шул ҡаяла, шул ағаста үткәрәләр. Ләкин оя ҡормайҙар. Өс йәки дүрт йәш тулғас, шул ерҙә йәрәшеп, оя ҡора башлайҙар. Алымдары нәҡ тә аҡыллы егеттәрҙеке кеүек.
Ҡараһыу бөркөттән башҡа тағы ла бер төрлө бөркөт бар. Башы килбәтһеҙерәк, дөйөм фиғеле Уралтау, Урал алды бөркөтө кеүек булһа ла, төҫө менән айырыла. Был бөркөт ерән, һоро тиерлек. Түше, эсе хатта һорғолт, әммә ул тауҙарға осоп китмәй, текәлектәрҙе лә үҙ итмәй. Күберәк ялан яҡта йәшәй. Уҫаллығын, башҡа сифаттарын күҙәтергә тура килмәне. Әммә ҡуянды, ҡаҙҙы һуҡһа ла, селде, күгәрсенде тибә алманы.
Тауҙар араһында һары бөркөт осрамай. Ул кәүҙәһе менән дә башҡаларҙан ҡайтыш күренде.
Таҙғара
Элек фермаларҙа мал күп булып, үлгән быҙау, башмаҡтар ҙа, тиҙәклектәр ҙә булған осорҙа осрай ине ул ҡош. Таҙғараны халыҡ башы таҙ, ундағы йөндәре ваҡ, ә муйынында яға кеүек оҙон йөндәр уратып алғанға, таҙбаш, таҙғара тип атаған. Төҫө ҡара-көрән. Башында, елкәһендә ҡауырһын юҡ. Күгелйем булып тора. Ҡанаттары киң. Осҡанда ҡанат остарында бармаҡтар торған кеүек. Аҡ таплыларын күргәнем юҡ. Аяҡтары тубығына тиклем яланғас. Ҡамаулаһаң, бигерәк тә ашап ултырғанында яҡын килә башлаһаң, ҡаҙ ыҫылдаған кеүек тауыш биреп, ризаһыҙлығын белдерә. Килгән дошманының үҙенән көслөмө йә ҡайтышмы икәнен тиҙ шәйләй. Бәләкәй эт йәки көсөк янына килһә, емтеген ташлап осоп китмәй.
Уралдың Тағанайы менән Көркәк армыты араһындағы таулы-яланлы ерҙә таҙғараның ояһын осратҡаным булманы. Күсмә ҡош.
Таҙғараны һунарға өйрәтеүҙәре тураһында ҡарттайҙар иҫтәлек ҡалдырмаған. Орнитологтар уны далала ағас башында оялай, көрән таплы бер бөркөт кенә йомортҡа һала, тип иҫәпләйҙәр. Шулайҙыр. Бик һирәк ҡош. Минеңсә, ул һарыҡ малын күпләп аҫраған һәм байбаҡтар йәшәгән ерҙә йәшәйҙер, тигән фекерҙәмен. Беҙҙә ул үтмеш ҡош. Таҙғараның ҡойроғо башҡа бөркөттәрҙекенә ҡарғанда ҡыҫҡараҡ, ҡанаттары киңерәк, тупағыраҡ күренә.
Көсөгән
Көсөгән, булмышы йәшәүгә ҡулайлашыуы менән дала, ялан бөркөтө. Бөркөттәр араһында иң ғәйрәтлеһелер, тигән уйҙамын. Һарыҡҡа, кәзәгә, шул иҫәптән ҡыр кәзәһенә ташлана, өйрәтелгәне бүре лә ала. Ялан ҡошо икәнен шунан беләм: ташланған ҡорбаны шырыҡҡа, таш, ер өңгә, таллыҡа кереп күҙҙән юғалһа, башҡаса эҙәрлекләмәй, көтөп тә ултырмай уның сыҡҡанын, ситкә, икенсе табыш эҙләргә оса.
Төҫө ҡара-көрән. Башындағы йөндәре ҡыҫҡа, ҡара бәрхәт кеүек. Аҡ таптары бар, сыбар кеүек. Ҡабырғаһында, ҡанат төптәрендә лә аҡ таптар бар, елкәһе һарғылт буйҡат. Көсөгәндең дә осҡанда ҡанат остары йәйелгән бармаҡтарҙы хәтерләтә. Ҡойроғо оҙон түгел. Ҙур ҡош. Көсөгән ултырған ҡайын ботағының эйелеү миҡдары уға ауырлығы 5,7 килограмлыҡ таш элгәс кенә шул кимәлгә етте. Тимәк, уның ауырлығы 5,5 - 6 кг булған. Был бәхәсһеҙ. Көсөгәндең бик батыр, көслө ҡош булыуын иҫбатлаусы бер ваҡиға булды. Ғүмерем буйы хеҙмәтемдең күп осоро колхоз-совхозда етәксе булып эшләп үтте. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдың урталары. Ҡырҙа ятҡан мал-тыуарҙы ҡарап килергә тип, йәйге саңдауға киттем. Төш ваҡыты. Саңдау янындағы өйҙә һис бер кем юҡ. Әле төшкө ялға килмәгәндәр, буғай. Лагерь - тупланыу ҙур тау итәгендә. Аҫта йылға, шарлыҡ, ялан-урмандар, сауҡалыҡтар, тағы ла тауҙар. Тыңлап тора торғас, эт өрөүе ишетелде. Күрәһең, ҙур булмаған эт хужаһынан алда өйгә ҡайтып килгәндер. Машиналы кешене өй янында күргәс, өрә-өрә ялан буйлап кире сапты. Шул саҡ өҫтән, ҡаялыҡтар яғынан, ҙур ҡара бөркөт эткә йомолдо. Бер типте этте, эт сайылдап, янтайып ҡалды. Ҡош, ныҡ уҡ күтәрелмәй, сабып барған эткә тағы ла һөжүм итте. Тотто, баҫты этте. Эт сайылдай. Икеһе үлән араһында йомарланып һуғышалар, тик ара-тирә ҡара ҡоштоң күтәрелгән ҡанат остары ғына күренгеләп ҡала. Оҙаҡ та тормай көтөү күренде. Малдар ҡош менән эт алышҡан ер аша туп-тура туплауға киләләр. Малдар өҫтәренә килеп баҫҡас, ҡош теләр-теләмәҫ, ялҡау ғына ҡанаттарын ҡағып, йыраҡ та түгел ултырған ҡайын ботағына ҡунды. Тик көтөүсенең эте генә тороп беҙҙең янға килмәне. Ул йән биргәйне.
Көсөгәндең ояһы ағас башында булғанын беләм. Йомортҡалары аҡ, икәү генә. Өй ҡаҙын да, йыланды ла еңел ала. Тауышы саңҡылдап йыраҡҡа ишетелә. Һауала бик бейектә осҡанда ла саңҡылдай. Төлкөгә, бүрегә ҡуйылған ҡапҡанға һуғылған осраҡтары ла билгеле. Боттары тырнаҡ бармаҡтарына тиклем йөн менән ҡапланған.
Ҡарағош
Ул бөркөттәр ғаиләһенең вәкиле. Урманлы, яланлы ерҙе ярата. Бөркөт кеүек оҫта боролоп оса. Күрәһең, уның был һәләте тәбиғәттәндер. Ағас араһы йылғырлыҡты талап итә. Йәнлек эҙләгәндә ерҙән генә оса ала, яландан яланға күсә. Урман араһында кәйелеп, ҡанаттарын ергә текә ҡуйып та оса ала. Кәбән, таш, ағас өҫтөндә ултырып, ҡорбанын оҙаҡ көтә ала. Дөйөм төҫө ҡара-көрән. Уға беҙҙең бөркөттәр оя ҡорорға, һунар итергә бирмәй, ахыры. Һирәк осрай. Күсмә ҡош тип әйтергә була. Аяҡтары йөн менән тубығына тиклем генә ҡапланған. Кәүҙәһе һәм ауырлығы ҡаҙҙай. Күҙҙәре үткер, ғорур. Үҙе ҡара булһа ла, ҡабырғаһында һорораҡ ваҡ ҡаурыйҙар бар. Ҡанаттарында аҡ төртөктәр сәсмәһе күренә. Ояһы ҡаяла осрамай кеүек, булғаны һәр саҡ ағас башында. Батыр ҡош. Әммә бөркөт, көсөгән кеүек, көсө етерҙәй, ашауға яраҡлы һәр йәнлеккә йәбешеп бармай. Һарыҡ көтөүҙәре ятҡан ерҙә нисек тә булһа һарыҡ бәрәсен элеп алып китергә тырышмай, ә һуйылған һарыҡтың эс-ҡарынын, йә үлгән һарыҡты көтә. Әммә бәрән саҡ ҡына ситкә китһә, ул уйлап тормай йомола, бәрәстәренән дә баш тартмай.
Бер көтөүсенең һөйләүе буйынса, туплауҙағы өйгә бесәйен алып барғас, өй тирәһендә йөрөгән бесәйҙе тибә. Ҡарағош уны шарылдатып һауаға мендереп алып китә. Боролмалы, һығылмалы бесәй һауала бөгәрләнеп килеп, ҡарағоштоң йә ботон, йә аяғын тешләп ала, күрәһең, ул уны ысҡындырып ебәрә. Ҡарағош осоп төшөп барған бесәйҙе ергә тиклем шыҡыйып оҙатып килә. Ләкин алмай, ағас башында көнө буйы ултыра, күрәһең, яраһы һыҙлағандыр. Тик көн кискә ауышҡас ҡына табышын алып китә. Тауышы бөркөттөкө кеүек түгел, "ҡъяҡ-ҡъяҡ-ҡъяҡ" тип йә саҡыра, йә үҙенең ҡайҙа икәнен белдерә. Табыш тапһа, һис тауыш сығармай. Йомортҡаһы тауыҡтыҡынан ҙур, ҡаҙҙыҡындай, әммә оҙонса түгел, беленер-беленмәҫ көрән таптары бар, аҡ. Ҡорбанын һағалап, ағас, кәбән башында оҙаҡ ултыра.
Башҡорт халҡының ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡайһы бер башҡа халыҡтарҙағы кеүек, шөғөл өсөн дә, зауыҡ өсөн дә йыртҡыс ҡоштарҙы өйрәтеп көн итеүҙәре билдәле. Ҡош өйрәткәндәге һәм ҡулланғандағы барлыҡ әйберҙәр үҙ исемдәре, башҡортса исемдәре менән беҙгә килеп еткән. Әммә һунар ҡоштарын өйрәтеү һәм уның ысулдары тураһында яҙып алынған фольклор материалдарын да, әҙәби әҫәр ҙә осратҡаным булманы. Шуға ла киләсәк быуын өсөн, тарихсы, әҙәбиәтсе, фольклорсылар өсөн яҙыла был яҙмаларым. Ҡош өйрәтеү, ҡош тотоу, уны ҡулланыу ваҡиғалары йырҙарҙа ла сағылыш тапҡан. Йырҙарҙа сөйөр ҡоштоң кешеләр менән аралашып йәшәүе, уға хеҙмәт итеүе генә күренмәй, ә ҡайһы береһенең физик һәм тәбиғи үҙенсәлеге лә сағыла. Башҡорт халҡының был йырҙарында һандуғас, кәкүк һәм башҡа ҡоштарҙан тыш, һунар ҡоштары бик нескә тойғолар менән бәйләнә, унда ҡоштоң сифаты, тәбиғәте тасуир ителә.
Урал тауҙан Яйыҡ күренә микән,
Ҡара ташҡа (Килен ташҡа) менеп ҡараһам.
Үткән ғүмерҙәрем ҡайтыр микән,
Һағышымды һалып йырлаһам.
Шаңҡылдайҙыр шоңҡар, ай, балаһы
Уй ҡаяһы ташы ҡатында.
Баулы шоңҡар кеүек талпынамын
Тыуған илгә осоп ҡайтырға.
Ҡарсыға ла сөйҙөм, эй, үрҙәккә.
Тибә алмай төштө үҙәккә.
Ултыра ла торғас бер йырланым,
Түҙә алмай янған йөрәккә.
Һауаларҙа осҡан, эй, яғылбай
Ҡыйғас-ҡыйғас оса ем тапмай.
Сит ерҙәрҙә йөрөй ир-арыҫлан,
Ҡайтыр өсөн иленә юл тапмай.
Киҫеп тә генә алып ит ашаттым
Тағараҡҡа ҡунған бөркөткә.
Төхмәт кантон эше палатала.
Башы китһә икән Иркутҡа.
Күк ыласын-ҡоштоң, ай, балаһы
Талпына-талпына ғына бауҙа үлә.
Ирмен тигән генә ир-егеттәр
Шаһит ҡына булып яуҙа үлә.
Саңҡ-саңҡ итә ыласын, ай, үткер ҡош,
Ҡунып Ирәндектең ташына.
Ыласынҡай кеүек оран һалып
Тора батыр яуҙың башында.
Ыласынҡай тигән үткер ҡошто
Аҫырайым буйға еткәнсе.
Дуҫ-ишемдән минең дошманым күп,
Сер бирмәйем үлеп киткәнсе.
Саңҡып та саңҡып, эй, ҡысҡыра,
Төлкө алмаһа сарға бөркөтөм.
Сапсып та сапсып ярһып тора
Бүре һуғыр ҡола юрғағым.
Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға
Ҡайылып оса тауҙы итәкләп.
Ризыҡ ҡына ҡайҙа, бәндә шунда.
Ризыҡ- нәфсе йөрөтә етәкләп.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА