«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!
+  - 


Кешегә һәр төрлө бәлә-ҡаза, ауырлыҡтар килһә, уны ниндәйҙер гонаһы өсөн Аллаһы Тәғәлә ебәргән яза, тип кенә уйлаусылар күп. Бында ла дөрөҫлөк бар, әммә беҙгә Раббыбыҙ әленән-әле Үҙенең һынауҙарын да төшөрөп тороуы хаҡында белеү кәрәк. Иңебеҙгә төшкән һәр һынауын ризалыҡ менән ҡабул итеп, лайыҡлы үткәргәнебеҙ өсөн Хаҡ Тәғәлә беҙгә әжерен дә бирә. Вәғәҙә иткән сауаптарын ҡасан һәм нисек итеп ҡайтарып биреүе (донъяламы, Ахирәттәме) Аллаһы Тәғәләнең Үҙ ихтыярында. Уға фәҡәт ышаныу һәм өмөт итеү генә кәрәк. Бәйғәмбәребеҙҙең "Сәнскәккә сәнселеп алыу ҙа мосолман кешеһе өсөн хәйерле", тигән мәғәнәле хәҙисе лә бар.

Әҙәм балаларына хаҡ динде өйрәтер өсөн төрлө дәүерҙә ебәрелгән һәммә бәйғәмбәрен Аллаһы Тәғәлә айырыуса ауыр һынауҙар менән һынаған. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең: "Һеҙгә ниндәй генә ауырлыҡ килһә лә, һәр саҡ мине иҫләгеҙ. Миңә төшкән һымаҡ ауыр һынау берегеҙгә лә төшмәйәсәк", - тигән хәҙисе бар. Әленән-әле булып торған михнәтле сир өйәнәктәре, сабыйҙарының үлемен, дин дошмандарының ҡылған бихисап яуызлыҡтарын һәр саҡ үҙ иңендә кисереп йәшәүе һәм башҡа күп ауырлыҡтарҙың ғүмер буйы оҙатып барыуы - Раббыбыҙҙың Үҙ илсеһенә ебәреп торған ололарҙан-оло һынауы, тип ҡарау кәрәк. Унан алда йәшәгән бәйғәмбәрҙәр араһында булған Йосоп ғәләйһис-сәләмдең дә ғәйәт ҙур һынауҙар аша үтеүе хаҡында беләйек. Ағайҙары тарафынан ҡоҙоҡҡа ташланып, унан ҡотолғас, оло дәрәжәләргә ирешкәндән һуң да, үҙен ҡыйырһытыусы (хатта үлтерергә теләүсе) ағаларына миһырбанлыҡ, киң күңеллелек күрһәтә ул. Бынан тыш, ғәйәт матур йөҙлө итеп яралтылған был бәйғәмбәр һылыу-һылыу бай ҡатын-ҡыҙҙарҙың зинаға ылыҡтырыуынан баш тартырға көс табып, Аллаһ Тәғәләнең ҡаршында оло дәрәжәгә ирешә һәм шуның менән дә әҙәм балаларына үрнәк булып тора.
Бәйғәмбәр Ибраһим ғәләйһис-сәләм хаҡында ла ишетмәгән кеше юҡтыр. Уны ла имеш-мимеш, йә әкиәт икән тип уйлау ярамай. Кафырҙар аяҡ-ҡулын бәйләп, утта яндырырға маташҡанда ла ул үҙен ҡотҡарыуҙарын һорап дошмандарға ялбармай, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең Үҙенә генә тәүәккәллек ҡыла. Ошо һынауын оло сабырлыҡ менән үткәргәс, Раббыбыҙ уға әжерен бирә: утты һүндереп, бәйғәмбәрҙе ҡотҡара. Был хаҡта Ҡөрьән аяттары ла бар. Ибраһим бәйғәмбәргә төшкән ауырҙарҙан-ауыр тағы бер һынау Ҡорбан ғәйетенең килеп сығыу тарихы менән бәйле. Әллә күпме йылдар хәләл ефете менән бергә йәшәп, бала-сағалары булмаған Ибраһим бәйғәмбәр инде оло ғына йәштәргә еткәс, Аллаһ Тәғәлә уның ҡатынының ауырға уҙыуын насип итә. Ир балалары тыуғас, ифрат ныҡ көтөп алынған ғәзизенә Исмәғил тип исем бирә бәйғәмбәр. Ә инде улы үҫеп етеп килгәндә Аллаһ Тәғәләнән ана шул берҙән-берен ҡорбан итергә бойороҡ ала. Әҙәм балаһының хәленән килмәҫтәй бындай һынауҙар, әлбиттә, тик бәйғәмбәрҙәргә генә ебәрелгән. Бында Раббыбыҙ буласаҡ бәйғәмбәре - Исмәғилдең тәҡүәлеген дә бер юлы һынай. Хаҡ Тәғәләгә ныҡ ышанған Исмәғил дә үҙенең ҡорбан булырға тейешлеге менән килешә ("Атайың һине ҡорбан итергә алып китеп бара бит!" тип үҙенә үәсүәсә ҡылырға маташҡан шайтанға бер нисә мәртәбә таш атып, ҡыйыу малай уны ҡыуып ебәрә. Мәккәгә хаж ҡылған мосолмандарҙың таш атыу йолаһы ла ана шунан килеп сыҡҡан). Фәҡәт Үҙенә итәғәт иткән Ибраһимдың, уның улы Исмәғилдең ошо бойороҡто үтәргә әҙер булыуҙарын һынап ҡарағас, Раббыбыҙ уларға ҡорбан итеп салырға ҡусҡар тәкә ебәрә.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йылына ике байрамды билдәләргә ҡушҡан: Ураҙа-байрам һәм Ҡорбан байрам. Әле етеп килгән Ҡорбан байрамды бөтөн донъя мосолмандары оло шатлыҡ менән ҡаршы ала. Ул - Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә, Хаж ғәмәлдәре тамамланыу айҡанлы үткәрелә торған байрам. Өс көн дауам итә ул. Ҡорбан салыу - үәджиб (мотлаҡ) түгел, әммә бик сауаплы сөннәт ғәмәл. Изге ниәт менән ҡорбан салып, уның итен мохтаждарға таратып биреү, бер-береңде хөрмәт итеү - илдә ғәҙеллек һәм тыныслыҡ, мосолмандар араһында туғанлыҡ хистәре, татыулыҡ, миһырбанлыҡ тәрбиәләүгә лә оло сәбәп булып тора. Бер аятта әйтелгәнсә, Аллаһҡа ҡорбанға салынған малдың ите лә, ҡаны ла барып етмәй. Ул быға мохтаж түгел! Уға беҙҙең ихласлығыбыҙ, әжер-сауап алырға өмөтөбөҙ һәм изге ниәттәребеҙ генә барып етә. Раббыбыҙға итәғәтлек йөҙө менән малыбыҙҙы сарыф итеү, йәғни ҡорбан килтереү ғибәҙәте - беҙгә, әҙәм балаларына Уның тарафынан ебәрелгән һынауҙарҙың береһе ул.
Ҡорбан салыусы ниндәйерәк кеше булырға тейешлеге хаҡында ла йыш ҡына һорау бирәләр. Салған малдың ите хәләл булһын өсөн ҡорбан ғына түгел, ғөмүмән, мал боғаҙлаусы кешенең Аллаһы Тәғәләгә иман килтергән, йәғни шәһәҙәт ҡылған кеше булыуы - мотлаҡ (шәһәҙәт ҡылыу рус теленә "засвидетельствовать" тип тәржемәләнә). Күңелдән ышанып, "Әшһәдү әл-лә иләһә иллә Аллаһу үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә расүлһүһ", тип әйтмәй тороп, бер кеше лә мосолман булмай. Мәғәнәһе: "Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ бер илаһ та юҡ һәм Мөхәммәд - Уның ҡоло һәм илсеһе тип таныҡлыҡ ҡылам". Үкенескә, күп кенә яҡташтарыбыҙ ошо хаҡта белмәй һәм имамдарыбыҙҙан уны өйрәнергә лә тырышмай. Был - бик мөһим мәсьәлә.
Икенсенән, мал салыусы ғөсөллө (махсус рәүешле йыуынған) булырға тейеш. Шулай уҡ боғаҙлаусы кеше "Бисмилләһи Аллаһү Әкбәр" (Иң бөйөк булған Аллаһ исеме менән) тип әйтергә тейешле. Сөнки Аллаһ исемен иҫкә алмай салған малдың да ите хәләл булмай. Ҡорбанлыҡты ауыл имамынан йә иһә намаҙ уҡыған башҡа кешеләрҙән салдырыу хәйерлерәк. Намаҙҙа булған кеше көнөнә әллә нисә мәртәбә (тәһәрәт алған, намаҙ уҡыған һайын) шәһәҙәт ҡыла һәм ул һәр саҡ мотлаҡ ғөсөллө була. Мин йәшәгән ҡасабала кешеләр, ғәҙәттә, үҙҙәренең ҡорбанлығын намаҙ уҡыусы кешенән салдырыу ниәте менән мәсет ишеге алдында ғәйет намаҙы тамамланғанын көтөп тора. Тик шуны әйтеү кәрәк: ғаиләләребеҙҙәге балиғ булған һәр ир-егеттең бына ошо яуаплы эште атҡарырлыҡ хәлдә булыуы хәйерлерәк.
Бәғзе берәүҙәр мал боғаҙлаусы ирҙәрҙең "сөннәтле" булыу мотлаҡлығы хаҡында ла һүҙ йөрөтә, әммә шәриғәттә бындай ҡәтғи талап юҡ. Ә ҡорбанлыҡ хайуандың һау-сәләмәт, һәр ағзаһы ла теүәл булыуы, уның билдәле йәшкә етеүе шарт (һарыҡ малы - ярты йәштән, һыйыр малы - ике йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш). Үҙеңдең йә иһә башҡа ҡорбан салдырыусы кеше исеменән, шулай уҡ, баҡыйлыҡтағы берәй туғаның исеменән салыу рөхсәт ителә. Әммә ҡорбан фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн генә ниәтләп салынырға тейеш (ниндәйҙер әруах, хатта бәйғәмбәр йә берәй әүлиә ризалығы өсөн түгел). Ҡорбан итен өс өлөшкә бүлеү кәңәш ителә. Бер өлөшөн ғаиләһенә ҡалдырыу, икенсе өлөшөн туған-тыумасаларына өләшеү, өсөнсө өлөшөн мохтаждарға биреү тейешле. Оло байрам менән, ҡәҙерле диндәштәр!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.20 | Ҡаралған: 617

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru