«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТЛЫҒЫМ - ШАТЛЫҒЫМ, Ә ЙӘШЛЕГЕМӘ ҠАЙТЫРҒА ҺИС ТЕЛӘМӘҪ ИНЕЕМ
+  - 


Бер мәл бер нисә ҡарт сыуаҡта йыйылышып гәпләшеп ултыра икән. Һәр кемеһе үҙенең йәш сағын хәтерләй, егет сағында нисек ғәйрәтле булғанын иҫләп, хәҙер инде ҡартайғас, ҡарыуы ҡайтыуы хаҡында уфтана. Ә арала берәү һис кенә лә бошонмай: "Минең көсөм ни - хәҙер ҙә нәҡ йәш сағымдағы һымаҡ ул", - ти икән. "Кит, булмаҫ нәмәне һөйләйһең, - ти ҡорҙаштары. - Уны һин ҡайҙан беләһең?" "Ҡайҙан тип ни, беҙҙең өй янында ғәйәт ҙур бер таш ята. Ана шул ташты мин йәш сағымда күтәрә алмай торғайным, хәҙер ҙә күтәрә алмайым…"

"Үткән ғүмер, ҡартлыҡ тураһында әңгәмә башлаһаң, күпселек, ысынлап та, йәшлеген иҫкә алып уфтана... Вайымһыҙ бала сағыбыҙҙы, шат мәктәп йылдарын, беренсе мөхәббәтебеҙҙе, унан шаулы студент ваҡытын, ғөмүмән, ғаилә ҡороп, бала-сағалы булып киткән мәлгә тиклемге дәүерҙе һәр кемебеҙ иң яҡшы хәтирәләр итеп һаҡлап киләбеҙ. Бәғзеләрҙең, ниндәй генә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен һаман йәш итеп тойғолары килеүе лә һиҙелә. "Йәшлегемә атлап түгел - йүгереп ҡайтыр инем...", тип һағыштарға батыусылар, ана шул матур мәлен гөрләп аҡҡан яҙғы ташҡын һыуҙарға, йә иһә тиҙ генә шиңгән сәскәгә тиңләп йырҙар сығарып йырлағандар ҙа бар. Беҙҙең (хәҙерге быуын ҡарттарының тип әйтәйек) йәш ваҡытыбыҙ пионерия һәм комсомолия тарафынан тәрбиәләнеп, коммунистар партияһына алмашҡа әҙерләнеү менән үтте инде... Коммунизм дәүерендә айырыуса "модала булған" Тыуған илде хәстәрләү, һаҡлау, хеҙмәткә булған һөйөү менән бер рәттән, әлбиттә, һәр тере йән эйәһе өсөн тәбиғи, ике енес вәкиле араһында булған мөхәббәт хаҡында ла иҫләмәй булмай. Күпселек бына шул мәлен айырыуса һағыныусан бит. Кемдер үҙенең һөйгәне менән ҡасандыр ҡауыша алмағанына ғүмер буйы үкенеп бөтә алмай, икенселәр, киреһенсә, һөйөп-һөйөлөп ҡауышып та, бергә бәхетле йәшәп китә алмауы өсөн ҡайғыра. "Их, тағы бер ғүмер булһа икән…" - тип үкенеүселәр ҙә юҡ түгел.
Йәшлегебеҙҙе күпме генә һағынһаҡ та, нисек кенә мәңгеләштерергә хыялланһаҡ та, ғүмер тигән нәмә үтә бара, хатта уҡ һымаҡ оса, тип әйтер инем. Ғүмеребеҙҙең "баласаҡ", "йәшлек" тип аталған гүзәл мәлдәре, ысынлап та, кисә генә булып үткән һымаҡ. Уҙған ғүмерҙе һағынып, ниндәй генә фәлсәфәләр һатһаҡ та, кемдер әйтмешләй, үткән - үткән инде. Әммә һәммәбеҙҙең, әлегә тере кешеләрҙең, аҙмы-күпме булһа ла киләсәге бар. Тағы күпме йәшәргә ҡалған икән, тип әллә ни һағышлы уйҙарға бирелмәй генә, киләсәктә Аллаһ Тәғәләгә өмөт бағлап, йәшәүҙең мәғнәһен дөрөҫ аңлап, артабан йәшәргә тырышырға кәрәк, тип һанайым. Кемебеҙҙер балалары өсөн бар нәмәһен йәлләмәй, уларҙы аяҡҡа баҫтырып өлгөрөп ҡалайым тип тырыша, уларға белем биреү яғын ҡарай, икенселәр, ҡәҙерлеләренә өйҙәр һалып, мөмкин тиклем мулыраҡ донъя малы ҡалдырырға тырыша. Ә кемдер: "Ярай, ана, ун һигеҙ йәшегеҙгә тиклем һеҙҙе ҡарап үҫтерҙек, аръяғын үҙегеҙ ҡарағыҙ", - тип ғәзиздәрен ҡырға эш эҙләргә сығарып ебәрә. Кемебеҙҙеңдер бала-сағалары, ысынлап та, тормош тотҡаһына баштан уҡ ныҡлап тотоноп, үҙенә яҡшы һыңар табып, уның менән бергә донъя көтөп, ҡәҙимге йәшәп ала ла китә. Ә бер аҙ сибегерәктәре... тормоштоң бейек-бейек, көслө тулҡындарына ҡаршы тора алмай - юғалып та ҡала. Оло үкенескә, беҙҙең быуынды, унан һуңғыларҙы ла фәҡәт ошо донъя ғына бар икән дә, кеше тик шуның өсөн генә йәшәргә тейеш, тигән рухта тәрбиәләгәндәр. Үлгәндән һуң әҙәм балаһының мотлаҡ мәңгелек Ахирәт тормошона аяҡ баҫасағы хаҡында күп йәштәр, хатта бәғзе оло быуын вәкилдәре лә бер ни белмәй. Бына ошо бөйөк хәҡиҡәтте белмәү ҙә бик күптәрҙең тормош ауырлыҡтарына ҡаршы тора алмай, Аллаһ Тәғәлә ҡуйған һынауҙарҙы үтә алмауҙарының сәбәпсеһе булыуына шикләнмәйем. Ныҡлы инаныуымса, уҙған ғүмер хаҡында уйланған хәлдә лә, һәр кешенең башында: "Мин был донъяла нимә ҡалдырам һәм Ахирәткә үҙем менән нимә алып китә алам?" - тигән уйҙар йөрөргә тейеш. Билдәле, беҙ баҡый донъялыҡҡа үҙебеҙ менән кәфендән башҡа бер матди нәмә лә алып китә алмайбыҙ, тик тереклектә ҡылған яҡшы һәм яман ғәмәлдәребеҙ генә беҙҙең менән буласаҡ. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙ өсөн мотлаҡ тип ҡушҡан ғибәҙәттәребеҙ, Уға әйткән зекерҙәребеҙ, доғаларыбыҙ, кешеләр өсөн эшләгән яҡшылыҡ һәм яуызлыҡтарыбыҙ менән генә ҡаласаҡбыҙ. Барлыҡ йыйған мөлкәтебеҙ был донъяла ҡаласаҡ... "Хәҙер инде үлһәм дә үкенмәйем", - тип әйтерлек итеп йәшәр өсөн был донъяла ла ниҙер ҡалдырғы килә бит әле, йәмәғәт. Минең ныҡлы инаныуымса, хатта ошо хаҡта һүҙ йөрөткән хәлдә лә, матди нәмәләр икенсе планғараҡ ҡуйылырға тейеш. Ә иң беренсе урында - ғәзиз балаларыңа тәрбиә биреү мәсьәләһе булыуы кәрәктер. Аҡмулла олатайыбыҙ "иң әүәл кәрәк нәмә", тип атаған имандың һәммәбеҙҙең йөрәгендә булырға тейешлеген һәм уның ни икәнен һәр кемебеҙ үҙ балаһына өйрәтергә бурыслы. Иманлы булыу, ата-әсәгә ихтирамлылыҡ, илһөйәрлек, эшһөйәрлек рухы балаларың өсөн үҫтереп ҡалдырылырға тейешле мираҫ ағасыңдың олоно булып торорға тейештер.
"Йәшлегеңә ҡабаттан ҡайтыу мөмкинлеге килеп сыҡҡан хәлдә, нишләр инең?" тигән һорау бирһәләр, мин һәр саҡ һис икеләнеп тә тормаҫтан: "Ҡайтмаҫ инем!"- тип яуап бирәм. Нәҡ әлеге мәҡәлә башында килтергән "бошонмаҫ" ҡарт һымаҡ. Сөнки, ҡасандыр йәшлек менән аңлы, йә иһә аңһыҙ ҡылған хаталарымды, ҡырын эштәремде, гонаһтарымды һис кенә лә ҡабатлағым килмәй. Ә бына хәҙерге мәлемде иң бәхетле сағым, тип һанайым. Оло йәшкә етеп, балаларымдың үҙаллы тормош ҡороп ғүмер итеүҙәрен, үҫеп килгән ейән-ейәнсәрҙәремдең шат йөҙҙәрен күреп, көн дә шуның өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәү дәүеремде үҙемдең иң гүзәл мәлем тип тә атар инем. Үҙ балаларыңа, башҡа йәштәргә өгөт-нәсихәттәр, файҙалы кәңәштәр биреп, уларҙы иманға өндәп, ғүмереңдең ҡалған ваҡытын шундай изге ғәмәлдәргә бағышлау борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған. Йәш егеттәрҙең аҡһаҡалдар биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалыуы, ҡыҙҙарҙың ағинәйҙәр нәсихәттәрен үтәү ғөрөф-ғәҙәттәре халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килә торған иң яҡшы йолалары булған. Ил тормошон, ундағы ҡайнап торған ҡатмарлы эштәрҙе, әлбиттә, йәштәребеҙ бына тигән итеп алып бара. Йәш быуындың эшенә артыҡ тығылмай ғына, унда-бында төҙәткеләп тороу, әлеге мәлдәге әҙәп, холҡоң менән уларға үрнәк була алыу, үҙеңде "аҡһаҡал" итеп хис итеү - үҙе бер оло бәхет. "Әлеге мәлдәге", тип юҡҡа ғына әйтмәнем, сөнки, хәҙерге йәштәрҙе күпме генә тәнҡитләһәк тә, беҙҙең үҙебеҙгә лә ҡасандыр йәш саҡта шаянлыҡ, дыуамаллыҡ, хатта бер аҙ ғына йүләрлек һымаҡ сифаттар хас ине бит…
Оло кеше булыу бәхетен бик күптәр татый ҙа алмай, үкенескә. Олпат йәшкә түгел, ир уртаһына ла етмәгән көйө күптәр был донъяны ташлап китеп барғылай. Ана шуларҙың иң күбеһе, дөрөҫөн әйткәндә, иртә китергә үҙҙәре үҙҙәренә сәбәп ҡылыуы үкенесле. Эскелек менән тәүҙәрәк мауығып, унан шул шайтандың ҡолона әүерелеп, ҡырҡ-иллегә лә етмәгән көйө яҡты донъя менән хушлашыусы ир-аттар (хатта бәғзе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа!) хаҡында уйланам йыш ҡына. Шул уҡ ваҡытта, тирә-яғыма бағам да, ейән-ейәнсәрҙәре менән гөж килеп, шул ғәзиздәрен етәкләп йөрөүсе тиҫтерҙәремдең бер аҙ һыр баҫҡан, әммә бәхетле йөҙҙәрен күреп һөйөнөп бөтә алмайым. Һәммәһенең иңендә күп тормош тәжрибәһе булған, барыһы ла был тормошта үҙ урынын тапҡан, нимәгәлер өлгәшкән ошо оло кешеләргә ҙур ихтирам менән бағам. Күптәренең иман юлында булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Күптән түгел, ана шундай таныштарымдың береһен - байтаҡтан бирле күрмәгән синыфташ ханымды осраттым. Мөслимә кейемендәге мөләйем йөҙлө был ҡәрҙәшемдең бер туған ҡустыһына Ҡөръән-Кәрим китабы бүләк итергә алып китеп барыуы хаҡында ишеткәс, уғата шатландым. Шундай тиҫтерҙәремдән үҙ яҡындарының, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштары хаҡында ишетеп, уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашам. Бәғзе берәүҙәр ниндәйҙер булһа берәй сире хаҡында ла эс серҙәре менән бүлешеүсән. Ҡасандыр доктор булып эшләгән кеше булараҡ, уларға белгәнемсә ҡәҙәре кәңәштәр бирергә тырышам. Күп кенә сирҙәрҙең башлыса оло кешеләргә хас, тәбиғи булыуы хаҡында ла аңлатыу эшен алып барам. Изге Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә: "Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылыр өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем", - тип әйтә. Бына ошо иң төп тәғәйенләнешебеҙҙе үтәп, бер генә мәртәбә бирелгән ғүмеребеҙҙең ҡалған өлөшөн заяға үткәрмәй, уның ҡәҙерен белеп, ошо йәшкә килеп етеүебеҙ өсөн Раббыбыҙға шөкөр итеп йәшәргә тырышайыҡ, ҡәҙерле тиҫтерҙәрем!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.20 | Ҡаралған: 693

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru