«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ БАШҠОРТБОҘ - ГӘРӘЙ БУЛА ЫРЫУЫБЫҘ
+  - 


Монголдарҙың Далан-нэмургес ыҙанындағы һуғышта еңеүе Үҙәк Азия тарихында хәл иткес ваҡиғаға әйләнә. Академик В.В. Бартольд билдәләгәнсә, татарҙарҙы еңгәндән һуң "кирәйәт ханы Көнсығыш Монголияла беренсе кешегә әйләнә". Әммә был беренселек, башлыса, тик номиналь күренеш кенә була. Инде олоғайған, хөрмәтле заттарҙан булған хан элекке ҡеүәтен юғалта бара, ә сәйәси йәһәттән Сыңғыҙ хан реаль өҫтөнлөк ала. Тарихсы-ғалим Е.И. Кычанов та был ваҡиғаға ошондай баһа бирә: "Татарҙарҙы юҡ итеү Көнсығыш Монголияла Сыңғыҙ хан хакимлығын нығытыуға килтерә. Был Ван ханға принципиаль рәүештә зыянлы була, сөнки Сыңғыҙ ханды көсәйтә. Тәү мәлдә татарҙарҙы юҡ итеүгә шатланған Ван хан... көс балансының Темучжин файҙаһына булыуын шундуҡ төшөнмәй әле". Әгәр ул, онғот кенәзе Алаҡош тегин йәки уйшын Майҡы бей кеүек үк, баштан уҡ үҙенең әйттерелгән улы Сыңғыҙ ханды берҙән-бер хаким тип таныһа, уның улдары ла формалашыусы Бөйөк Монгол Олоҫоноң идара итеүсе аппаратына ингән булыр ине.
Әммә үҙ ханлығында дан-шөһрәт ҡаҙанған Тогрул-Ван хан икенсе юл һайлай. "Монголдарҙың йәшерен тарихы"на ярашлы, Сыңғыҙ хан һәр саҡта ла кирәйәттәрҙең хан династияһы менән дуҫлашып-туғанлашып йәшәргә ынтыла. Бер саҡ ул үҙенең улы Джучиға ҡатынлыҡҡа Ван хандың ҡыҙы Чаурбикәнең ҡулын һоратып, үҙ сиратында Ван хандың ейәне Тусахаға үҙенә туған булған Хочжинбикәне кәләшлеккә тәҡдим итә. Әммә Тогрулдың улы Сангун үҙҙәренең нәҫеленең кият-борджигиндарҙан затлыраҡ булыуы менән маҡтанып, быға ҡаршы төшә. Был хәл Сыңғыҙ хандың күңелен Ван ханға һәм уның улы Нилха-Сангунға ҡарата һыуындыра бирә. Ошоно ишеткән Джамуха Сангун менән осрашҡанда уға, монголдарҙың наймандар менән берләшеп, кирәйәттәргә ҡаршы сығасағы хаҡындағы фекерҙе һеңдерә: "Минең андым Темучжин асыҡтан-асыҡ һәм даими рәүештә Наймандың Таян ханы менән илселек ойоштора. Темучжин һеҙҙе, һәр саҡ атай, тип һүҙҙә генә һанлай. Ә уның күңелендә, белһәң, икенсе нәмә ята".
Был саҡта кирәйәт ханлығында Ван хандың бер туған ағаһы Эрке-Ҡараның наймандар ярҙамында фетнә ойоштороуы онотолмаған була. Шуның өсөн Джамуханың һүҙҙәре ышаныс менән ҡабул ителеп, Сыңғыҙ хандың әйттерелгән туғандарына ошондай ҡарарға килергә ерлек бирә: "Барайыҡ та Темучжиндың олоҫон баҫып алайыҡ. Уның олоҫон тартып алғас, үҙ олоҫонан яҙҙырылғас, ул нимә эшләһен?" Уларға Ван ханды үҙ яғына ауҙарыу ғына ҡала. Ван хан үҙенең вассалы һәм әйттерелгән улына ҡаршы сығыу менән тиҙ генә ризалашмай. Әммә улы Сангундың еңмешлеге өҫкә сыға: "Мин бит, абайламайынса, Күкте асыуландырып ҡуйыу хаҡында ғына уйлайым, ә нисек итеп миңә үҙ улымды ҡалдырырға, үҙ улым бит? Был - һеҙҙең эш: үҙ көсөгөҙ еткәнде генә эшләгеҙ!"
Байтаҡ йылдар дауамында Кирәйәт иле хакимы Тогрул-Ван хан менән Сыңғыҙ хан ныҡлы, ышаныслы союздаш була. Татар, меркет, найман, таджиут һәм башҡа ҡәүемдәргә ҡаршы улар бергәләшеп походтар ойоштора, Монгол иленең төп хужаларына әүерелә. Әммә, боронғо төрки мәҡәленә ярашлы, мәңгелек күктә бер генә ҡояш була. Урта быуаттарҙа Үҙәк Азияла киң билдәле булған ошо сәйәси тандем да оҙаҡ йәшәй алмай. Был сәйәси яҡтан күтәрелеш кисергән Монгол иленең киләсәген билдәләй. Ике позиция бер-береһенә ҡапма-ҡаршы була: Тогрул-Ван хан һәм ҡартая барған элекке монгол аҡһөйәктәре үҙ власына буйһонған халыҡтар менән һыйышып, тыныслыҡта йәшәүҙе хуп күрһә, Сыңғыҙ ханға теләктәш, юлдаш һәм яуҙаш булған яңы, пассионар төркөм үҙ ҡулы аҫтында бар донъяны буйһондороу идеяһын алға һөрә. Кемдәр быға ҡаршы - улар монгол ҡулынан һәләк ителә.
1203 йылда Ван хан һәм Сыңғыҙ хан ғәскәрҙәре араһында һуғыш башлана. Хәл иткес алыш Калаалджит-Элэт тигән урында була. Сангун етәкселегендә кирәйәт яугирҙары ҡаһарманлыҡ күрһәтә, хатта Сыңғыҙ хандың ғәскәренә еңелеү хәүефе тыуа. Әммә Сангундың бите монгол уғынан яраланғас, кирәйәт һөжүме туҡталып ҡала. Төн ҡараңғылығынан файҙаланып, Сыңғыҙ хан иҫән ҡалған яугирҙары менән - улар ни барыһы 2 600 кеше була - яу яланын ташлап китә. Ван хан уны эҙәрлекләмәй - ул Сыңғыҙ хан башҡаса үҙенә ҡаршы яу менән килмәҫ, тип иҫәпләй. Бер аҙ ваҡыт уҙыуға, Сыңғыҙ хан уға илсеһе аша ошондай һорау бирә: "Ниндәй ғәйебем өсөн хәҙер һин миңә нәфрәтлеһең, ханым һәм атам минең?" Ҡарт хандың күңеле йомшарып китә: "О, һәләкәт миңә! Улымды ғына оноттомо ни мин? Ҡанун хәҡикәтен мин оноттом...".
Әммә был йомшаҡлыҡ Ван хандың трагик үлеменә килтерә. Сыңғыҙ хан шымсылары уға ҡарт хандың үҙенең алтын тирмәһендә, бер ниндәй һаҡлыҡ сараларын күрмәйенсә, мәжлес ҡороп, вайымһыҙ ғына һыйланып ятыуы хаҡында хәбәр итә. Тап шул мәлдә монгол яугирҙары, ҡапыл һөжүм итеп, кирәйәттәрҙе ҡырып ташлай. Ван хандың үҙенең әйттерелгән улы Сыңғыҙ ханға ҡарата артыҡ ышаныуы һәм дөрөҫ ҡарарға килә алмауы арҡаһында Кирәйәт ханлығы тар-мар ителә. Улар, татарҙарҙан айырмалы, һәләк ителмәй, ә төрлө өлөштәргә бүлгесләнеп, Монгол олоҫоноң төрлә төбәктәренә таратыла. Ван хан, Найман ханлығы яғына ҡасып барған саҡта, сик ҡарауылы яугирҙары тарафынан һәләк ителә. Найман хакимы Таян ханға уның башын алып киләләр. Ул яугирҙарына былай ти: "Ни өсөн ошондай бөйөк хакимды үлтерҙегеҙ? Уны тере килеш алып килергә кәрәк ине!" Риүәйәткә ярашлы, ул Ван хандың баш һөйәген, көмөшкә мансылдырып, үҙенең тәхетенә "бөйөклөк һәм хөрмәт" билгеһе итеп ҡуйырға бойора. Ә бына "Йәшерен тарих"та ошо трагик ваҡиғаның икенсе бер версияһы ла бар: үлтерелгән хандың башын аҡ кейеҙгә һалып, ҡорбан салыу ритуалын уҙғарған мәлдә ул көлөп ебәргән, ти. Таян хан: "Көләһеңме!" - тип, ҡысҡырып ебәргән, шунан башты тапап-тапап, иҙгеләп ташларға бойорған, имеш.
Уның улы Сангундың да тормошо фажиғәле тамамлана. Ул тәүҙә Си Ся (Көнбайыш Ся - танғут иле) дәүләтенә ҡаса, әммә унда ябай халыҡты талағаны өсөн танғуттар уны илдәренән ҡыуып ебәрә. Ул Көнсығыш Төркөстанға барып етә, әммә бында Сыңғыҙ ханға буйһонған уйғыр хакимы Кылыч-Кара уны үлтертеп, ҡатыны менән улын бөйөк ханға тапшыра. Шулай ҙа Сыңғыҙ хан кирәйәт ханының иң яҡын ҡәрҙәштәренә ҡарата миһырбанлы була.Ван хандың энеһе Джакамбаның ҡыҙы Әбикэ-бикәне ул үҙенә ала, уның һеңлеһе Биктотмышты улы Джучиға кейәүгә бирә; үҙенең кесе улы Тулуйҙы Джакамбаның Соркүктәни-бикә исемле өсөнсө ҡыҙына өйләндерә. Был ҡатын дүрт монгол ханының - Менгу ҡағандың, Хубилай ҡағандың, Хулагу хан һәм Ариг-Буғаның әсәһе була. Шулай уҡ Ван хандың Дугуз-хатун исемле ейәнсәре Хулагу хандың өлкән ҡатыны була, бүләсәре Урук-хатун Арғын ханға кейәүгә сыға. Күрәһегеҙ, Бөйөк Монгол Олоҫоноң байтаҡ ҡына ҡағандары, шулай уҡ Иран ил-хандары үҙҙәре лә өлөшләтә кирәйәт булып, йыш ҡына кирәй ҡыҙҙарын кәләшлеккә алған. Был Сыңғыҙ хандың йәш сағынан уҡ Монгол иленең затлы вә данлы Кирәйәт ханы нәҫеле менән туғанлашыу хаҡындағы хыялының ғәмәлгә ашыуын күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Ван хандың тар-мар ителеүе Сыңғыҙ хандың бар донъяны яулап алыу ниәтенә ҡамасаулаған һуңғы кәртәне емертеүгә тиң була.
Шулай итеп, Гәрәй этнонимын йөрөткән башҡорт ырыуының тарихи үткәненә мең йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Гәрәй-кирәйҙәрҙең ата-бабалары ваҡытында бар донъяны тетрәткән Сыңғыҙ ханға ла буйһонмайынса, уның өҫтөнлөгөн һуңғы сиккә тиклем танырға теләмәгән. Кирәйәт ханлығы юҡ ителгәс, кирәйҙәрҙең көнбайыш яғы халҡы, күсеп китеп, хәҙерге Төньяҡ Ҡаҙағстан ерҙәренә тиклем килеп етә. Тап шул осорҙан башлап, башҡорт-кирәй бәйләнештәре хасил була. Кирәй халҡының бер өлөшө, Башҡорт иленә татар-монголдарҙың көнбайышҡа экспансияһы һөҙөмтәһендә килеп етеп, шундай уҡ бер ниндәй йыһангирға ла баш бирмәҫ ҡәүем составына ҡушылып киткәндер, тип тә фараз итергә була. Нисек кенә булмаһын, башҡорт кирәйҙәре, бер аҙ үҙгәртелә биргән гәрә йәиһә гәрәй этнонимы аҫтында Тарихи Башҡортостан ерлегендә XIII быуаттың тәүге сирегенән бирле йәшәй башлай. Шуныһы мөһим, гәрәй ырыуының иң күркәм ир-уҙамандары Алтын Урҙа дәүләтендә башҡорт үҙаллылығы хәрәкәте башында булып, башҡорт аристократияһын Джучи олоҫо хандарына һыр бирмәҫкә, үҙ мәнфәғәттәренә тоғро ҡалырға өндәй. Рус дәүләтенә ҡушылғас та, гәрәй ырыуы, башҡа башҡорт ырыуҙары менән бер рәттән, халыҡ ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша, кантонлыҡ осорондағы хәрби хеҙмәттә һәм Рәсәй империяһы алып барған һуғыштарҙа башҡорттарҙың хәрби данын арттыра.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 39-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.20 | Ҡаралған: 441

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru