«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХ БАЙРАМЫ, ЙӘКИ БАЛЫҠСЫЛАРҘЫҢ ЫРЫУ ГИМНЫН ҺӘМ ГЕРБЫН ҠАБУЛ ИТКӘНЕ
+  - 

Асҡын районында "Башҡорт тарихы йылы: данлы тарих - ғорур вариҫ" саҡырыуы аҫтында балыҡсы ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Сарала Асҡын районының балыҡсы ырыуы вариҫтары йәшәгән Урмияҙ, Яңы Ҡушкилде, Иҫке Ҡушкилде, Кубияз, Ҡашҡа, Әмир, Билгеш, Гөмбә, Солтанбәк, Сураш, Кәмәшиҙе, Үршиҙе, Көнгәкбаш, Ташлыкүл, Ҡариҙел районының Муллаҡай, Яңы Муллаҡай, Түбәнге һәм Үрге Балмаҙы ауылдарынан делегаттар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шулай уҡ баш ҡаланан эксперттар, тарихсылар, тел белгестәренән тыш, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова менән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов та ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы, боронғо йола буйынса, ырыуҙың аҡһаҡалдары ҡаршы алды һәм ошо мәртәбәле йыйынға фатихаларын биреп, йәш быуынды тарихи тамырҙарыбыҙҙы, телебеҙҙе, нәҫел шәжәрәләрен өйрәнергә саҡырҙы. Тормош ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәр милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттерҙе. Ҡунаҡтар аҡ кейеҙгә баҫтырылды, милли кейемдәрҙәге егеттәр уларға ерҙе, йәнде, сәләмәтлекте һаҡлар бетеү - ырыу тамғаһы бүләк итте. Баш ҡала ҡунаҡтары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән балыҡсы ырыуы башҡорттарының тарихи үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль этнографик материалдар, тормош-көнкүреш әйберҙәре менән йыһазландырылған тирмәне ҡараны. Тирмә эргәһендә Ҡариҙел районы делегацияһы ла йыйынға килеүселәрҙе ихлас ҡаршылап, үҙҙәренең көнитмеше, нәҫел тарихы тураһында ҡыҫҡаса бәйән итте.
Сараның тантаналы өлөшөндә сценарий авторы Марс Сәйетғәлин һәм режиссер Редик Ғәниев етәкселегендә райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балыҡсы ырыуының барлыҡҡа килеү тарихын сәхнәләштерҙе. Ваҡыт даръялары аша быуындар бәйләнеше сағылыш алды: Майҡы бей, уның улдары Ҡара Табын бей, Байҡы бей, Балыҡсы бей бынан теүәл һигеҙ быуат элек булған тарихи ваҡиғаларҙы, Сыңғыҙхандың нисек итеп Майҡы бейҙе ошо ерҙәрҙең хужаһы итеп танып, уға тамға, оран, ырыу ағасы һәм ҡошо кеүек ырыу символдары тапшырыуын бәйән итте. Балыҡсы ырыуының йәш вариҫтары бөтә майҙан ҡаршыһында, батырҙарыбыҙ рухы алдында тыуған еребеҙгә, туған телебеҙгә, ата-бабаларыбыҙ аманатына мәңге тоғро ҡалырға ант итте.
Шундай юғары рухлы, илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған прологтан һуң сараның фәнни-ғәмәли өлөшө башланды. Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин мәртәбәле ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йыйындың оло әһәмиәтен билдәләне һәм: "Ырыуҙар йыйыны" проекты тыуған ерҙе, тамырҙарҙы өйрәнеүгә ҙур этәргес бирә. Бары тик үҙ халҡының тарихын төптән белгән кешенең генә киләсәге бар. Ошо киләсәк матур һәм яҡты булһын өсөн беҙ үҙебеҙҙең үткәнебеҙҙе мотлаҡ белергә, төплөрәк өйрәнергә һәм белгәндәребеҙҙе йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ", - тине. Артабан сығыш яһаусылар балыҡсы ырыуы башҡорттарының тарихы, үҙенсәлеге, билдәле шәхестәре, фольклоры һәм диалекты, ошо диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре хаҡында сығыш яһаны. Шулай уҡ тел мәсьәләһенә лә туҡталып, телселәр төньяҡ-көнбайыш һөйләшенең фонетик һәм морфологик яҡтан да әҙәби башҡорт теленә ныҡ яҡын булыуын, хатта лексик составында күбеһенсә саф башҡорт һүҙҙәре булыуын билдәләне. "Балыҡсы башҡорттарының теле башҡорт теленең тәбиғи ысын сағылышы булып тора. Ул ғына ла түгел, балыҡсылар теле үҙгәрмәгән, боронғолоғон һаҡлаған бай тел", - тине үҙенең сығышында Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы Искәндәр Сәйетбатталов.
Йыйын барышында Балыҡсы ырыуының геральдик ҡанундарға яраҡлаштырылған гербы менән таныштырып, уға һалынған мәғәнәне аңлаттылар. Гербта ырыуҙың боронғо атрибуттары: тамға, ҡарағош, ҡарағас ағасының ботағы, "Салауат" ораны төшөрөлгән. Гербтың ҡырҙарын торҡа һәм һайман биҙәй - был хәрби кейем элементтары ырыу тарихының Сыңғыҙханға барып тоташыуын һүрәтләй. Алтын төҫтә төшөрөлгән ҡәлғә ырыуҙың атамаһынан килә, сөнки "балыҡсы" һүҙе ырыу исемендә күптәр уйлағансы балыҡ аулап кәсеп иткән халыҡты түгел, ә "ҡала һаҡсылары" тигәнде аңлата. Был герб Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләп килгән махсус геральдик комиссия тарафынан тәҡдим ителде. Бик фәһемле һәм һөҙөмтәле, эшлекле үткән йыйынға йомғаҡ яһап, делегаттар 13 кешенән торған ырыу советын һайланы һәм ойошманың ҡарарын, ырыуҙың гербын һәм билдәле яҡташыбыҙ, танылған композитор Рәүфә Нурмөхәмәтова ижад иткән йырҙы ырыу гимны итеп ҡабул итте. Балыҡсы ырыуы башлығы итеп бер тауыштан Наил Хәйруллин һайланды. Ырыуҙар йыйыны штандарты тантаналы рәүештә Уран ырыуы вәкилдәренә тапшырылды. Тимәк, сираттағы йыйын Яңауыл ҡалаһында үтәсәк. Бындай сараларҙы артабан Унлар, Ҡаңлы ырыуҙары ерендә лә үткәреү ҡарала.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Киске Өфө" гәзите Асҡын һәм Ҡариҙел райондары балалары араһында "Минең шәжәрәм" тигән ғилми эштәр конкурсы иғлан иткәйне. Конкурс әле лә дауам итә, әммә баҫманың баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева нәҫел ептәрен барлап, шәжәрәләрен төҙөп, ғилми-тикшеренеү эштәрен тамамлаған ике уҡыусыны - Асҡын урта мәктәбенең 6 -сы класс уҡыусыһы Камилла Сәлмәнова менән Урмияҙ мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Алина Усманованы, шулай уҡ башҡорт милли кейем оҫталарының "Тамға" халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусы, балыҡсы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен тергеҙеүсе әүҙем ағинәй Мәмдүнә Зарипованы тәбрикләп үтте һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Наилә ИМАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.21 | Ҡаралған: 499

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru