«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИСКЕ АЛТЫНАН ҺУҢ АШАУ ЗЫЯНҒА
+  - 

Дөрөҫ туҡланыу тураһында һүҙ сыҡһа, йыш ҡына киске сәғәт 6-нан һуң ашамаҫҡа кәрәк, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Бындай кәңәште, башлыса, һимереү менән йонсоған кешеләргә бирәләр. Ысынлап та, дөрөҫ: кемдәр алтынан һуң ашауҙан тыйыла, уларҙың ауырлығы күҙгә күренеп кәмей. Ләкин файҙаһы уның менән генә сикләнмәй. Ябығыу - уның күренгән өлөшө генә. Ә күҙгә күренмәгән файҙаһы йөҙ тапҡырға күберәктер. Бына шулар тураһында үҙемдең уй-фекерҙәремде һөйләп китергә уйлайым. Бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер...

Көндөҙгө һәм төнгө энергия

Башта шуны әйтеп үтәйем: йоҡларға ятҡан ваҡытта ашҡаҙанда аҙыҡ ҡалырға тейеш түгел. Белгестәр әйтеүенсә, ашҡаҙандағы аҙыҡ дүрт сәғәт эсендә эшкәртелеп бөтә. Шуға кемдәр сәғәт 10-да йоҡларға ята, улар киске ашты сәғәт 6-ға тиклем ашарға тейештәр. Ни өсөн аҙыҡ ҡалырға тейеш түгел һуң?
Был кеше энергияһының эшмәкәрлегенә бәйле. Ул энергия тураһында һәр кемдең ишеткәне барҙыр. Уның ярҙамында беҙ физик һәм аҡыл эштәрен башҡарабыҙ, хис-тойғоларыбыҙҙы белдерәбеҙ - ғөмүмән, йәшәйбеҙ. Бына шул энергия, минең ҡарашҡа, ике төргә бүленә: беренсеһе - уяу ваҡыттағы энергия, икенсе төрлө мин уны "көндөҙгө энергия" тип атайым. Икенсеһе - йоҡлаған ваҡыттағы энергия, артабан уны "төнгө энергия" тип йөрөтәсәкмен. Көндөҙгө энергия тышҡа ҡарай йүнәлгән була. Кеше уның ярҙамында көнө буйы нимәлер эшләй: уйнай, белем ала, икмәк үҫтерә, ауылдар һәм ҡалалар төҙөй, фәнни асыштар яһай - ғөмүмән, ижад итә. Әйтергә кәрәк, ул бик әүҙем энергия. Көндөҙгө энергияның шулай булыуына ҡояш йылыһы ла ярҙам итәлер. Ни өсөн тигәндә, көндөҙ кеше генә түгел, ҡояш йылыһы тәьҫирендә бөтә тәбиғәт әүҙем хәрәкәт итә башлай.
Ә йоҡлаған ваҡытта энергия кешенең үҙенә табан йүнәлә. Был - төнгө энергия. Көнө буйы эшләгән ваҡытта кешенең ҡайһы бер эске ағзалары тегеләй-былай "ҡыйшая", эшләү ритмынан сығып китә - ҡыҫҡаһы, әҙерәк "боҙолалар". Төнгө энергия бына шуларҙы "ремонтлай" ҙа инде, йәғни ул ағзаларҙы кире тәбиғи торошона ҡайтара. Кешене яңы хеҙмәт көнөнә әҙерләй. Шуға иртән тороуға, кеше үҙен бик яҡшы тоя, кискеһен башланған ҡайһы бер һыҙланыуҙары ҡул менән һыпырып ташлағандай булып ҡала. Ғөмүмән, йоҡо (энергияһы) - кешенең шәхси табибы ул.
Әгәр кеше йоҡларға ятыр алдынан, әйтәйек, бер сәғәт алдан ашаһа, нимә була һуң? Ул ваҡытта төнгө энергия үҙенең төп эше - тәнде "ремонтлау" менән булышмаясаҡ. Ә уға, беренсе сиратта, ашҡаҙанындағы аҙыҡты эшкәртергә тура килә. Тән хәрәкәтһеҙ ятҡанға, энергияның күп өлөшө шуға китәсәк. Һәм баяғы "боҙола" башлаған эске ағзалар төҙәтелмәй ҡаласаҡ... Был күренеш көн һайын ҡабатлана икән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йоҡлар алдынан тамаҡ ялғап алыу күптәрҙең ғәҙәтенә инеп киткән), бына шул төҙәтелмәгән ағзалар артабан да боҙолоуын дауам итәсәк. Һәм, күпмелер ваҡыттан һуң, уларҙа ниндәйҙер ауырыуҙар барлыҡҡа килергә мөмкин...
Бына шуға йоҡларға ятҡанға тиклем дүрт сәғәт алдан туҡланыу һаулыҡ өсөн файҙалы. Йәғни кеше сәғәт 10-да йоҡларға ята икән - киске аш 6-ға тиклем ойошторолорға тейеш. Әлбиттә, кемдәр 11-ҙә ятһа - 7-гә тиклем; 12-лә ятһа, 8-гә тиклем ашарға ярай, тип фекерҙе дауам итергә була. Һаман да киске 6-ға тиклем туҡланыу - иң файҙалыһы. Ни өсөн икәнен икенсе бүлекте уҡығас аңларһығыҙ...

Аутофагия

...Япония ғалимы биолог Есинори Осуми шундай асыш яһай: әгәр кеше кәмендә 14 сәғәт ашамай торһа, уның күҙәнәктәре лә асыға икән. Һәм шул асыҡҡан күҙәнәктәр үҙенең эсендә булған бөтә "бысраҡты" ашай башлай. Шулай уҡ башҡа "ҡартайған" һәм ауырыу күҙәнәктәрҙе лә йота.
Был күренеш кеше һаулығы өсөн бик файҙалы, ти ғалим. Беренсенән, бик күп ауырыуҙар юҡҡа сыға. Ошоға тиклем булғандары ла, башланырға торғандары ла. Шулай уҡ яман шеш ауырыуын тыуҙырыусы күҙәнәктәре лә ҡырҡа кәмей башлай. Белеүебеҙсә, ундай күҙәнәктәр һәр кешелә лә бар. Ғөмүмән, кешенең тәне ауырыуҙарҙан таҙарына башлай.
Икенсенән, "ҡартайған" һәм "ауырыу" күҙәнәктәр юҡҡа сыҡҡас, уларҙың урындары бушап ҡала. Һәм яңы күҙәнәктәрҙең тыуыуына шарттар барлыҡҡа килә. Йәғни кешенең тәне яңыра башлай. Бына ошо фәнни асышын Есинори Осуми "аутофагия" тип атай (Рус теленә "самопоедание" тип тәржемә ителә). Һәм ғалим уның өсөн 2016 йылда Нобель премияһына лайыҡ була.
Был фәнни асыш менән минең мәҡәләмдең темаһы араһында ниндәй бәйләнеш бар һуң? Хәҙер аңлатып үтәм. Белеүебеҙсә, күп кешеләр иртәнге ашты сәғәт 8-ҙәр тирәһендә ашай. Әгәр киске аш сәғәт 6-ла булһа, иртәнге сәғәт 8-гә тиклем күпме ваҡыт үтә? Дөрөҫ, 14 сәғәт. Бына шуға киске 6-нан һуң ашауҙан тыйылып тороу кеше һаулығы өсөн иң файҙалы ваҡыт булып һанала. Шул ваҡытта кешенең ауырлығы ғына кәмемәй, ә төрлө ауырыуҙарҙан да таҙарынасаҡ. Әлбиттә, ундай туҡланыу режимы күпмелер ваҡытҡа һуҙылырға тейеш. Әйтәйек, бер нисә аҙна йәки бер ай дауам итһен. Йәки йәшәү рәүешенә әүерелһен...
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: сәләмәт йәшәргә теләгән кешеләр үҙҙәренең ҡасан һәм нимә менән туҡланыуына иғтибар итергә тейештәрҙер. Бөйөк табип Гиппократ, күп ауырыуҙар дөрөҫ туҡланмауҙан башлана, тигәнерәк һүҙҙәрен бушҡа әйтмәгәндер...

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
уҡытыусы.
Ейәнсура районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.04.21 | Ҡаралған: 398

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru