«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАҒАЙ БӨРӨЛӘРЕ ТЫН ЮЛДАРЫН ДАУАЛАЙ
+  - 

Шулай бер көндө күптән күрешмәгән алыҫ ҡына туғаныбыҙҙың хәлен белергә барҙыҡ. Һүҙ артынан һүҙ сығып, ул беҙгә үҙенең арҡа остеохондрозын нисек итеп дауалауы тураһында бәйән итте. Был сир уны 14 йыл яфалай, йыш ҡына дауаханала ятырға тура килгән.

Ниһайәт, дауалауға үҙе тотоноп ҡарарға була. Иҫке гәзит-журнал төпләмәләрен аҡтарып сыға һәм бер дауалау ысулын таба. Ҡарағай бөрөләрен ит турағыстан үткәреп, 1 стакан шәкәр менән ентекләп бутағас, өс литрлы банкаға тултырып, ҡапҡасын ябырға ла һыуытҡысҡа ҡуйырға. Йәшел төҫтәге бөрөләр һорғайғас, дауа әҙер була. Туғаныбыҙ ошо ҡатышманы ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3-4 тапҡыр 1-әр балғалаҡлап ҡабул итә башлай. Өсөнсө айға киткәс, әкренләп хәленең яҡшыра барғанын тоя, ә инде өс айҙан шаҡтай һауыға, һыҙланыуҙары баҫыла, шулай ҙа ул һөҙөмтәне нығытып ҡуйыр өсөн тағы бер ай дауаланыуын дауам итә. Бына хәҙер өс йыл инде остеохондроздың ни икәне лә иҫкә төшкәне юҡ, ти ул. Был ысул менән ҡыҙыҡһыныусыларға шундай кәңәштәрен дә еткерә ул. Ҡарағай бөрөһөн ҡар ирей башлау менән иртә яҙ йыйырға кәрәк. Был осорҙа улар сайырлы, йәбешкәк, йәшел генә һәм хуш еҫле була һәм, тәбиғи, шифалы матдәләре иң ныҡ тупланғын сағы. Дауаланығыҙ, йыбанмағыҙ! Бөрөләрҙе бирсәткә кейеп, ҡайсы менән ҡырҡып алығыҙ, сөнки ҡулға йәбешкән сайыр тиҙ генә йыуылмай.

Ҡарағай бөрөһөнөң 10 төрлө шифаһы

Тын юлдарын дауалай.
Халыҡ медицинаһы бөрөләрҙе ҡурылдайҙар һәм үпкәләрҙе таҙартыу өсөн ҡуллана, ул вирусҡа ҡаршы тора һәм ҡаҡырыҡ бүлеп сығара. Уны ҡайнатып алған һыу һәм төнәтмәһе эсергә лә, ингаляция өсөн дә, башҡа төрлө лә файҙаланыла. Бер нисә тапҡыр ҡабул иткәндән һуң уҡ дауаланыусылар еңеллек һиҙә башлай. Бөрөләр менән туберкулез сирен дә дауалайҙар икән хатта.
Йүтәлде баҫа. Ҡарағай бөрөһөнөң үҙен айырым ғына ла, башҡа йыйылмалар менән бергә лә йүткеректе, трахеит, бронхит, үпкәләр елһенеүен һәм хатта астманы дауалауҙа ҡулланалар, ул тын юлдарында йыйылған ҡаҡырыҡты шыйығайта. Бәүел юлдарын дауалай, кесе ярау бүленеп сығыу системаһын яҡшырта, урология буйынса башҡа бик күп сирҙәргә килешә. Елһенеүгә ҡаршы һәм дезинфекциялау сараһы булараҡ, уның спирттағы төнәтмәһен цистит, нефрит һәм башҡа бәүел юлдары инфекцияһы сирҙәренә ҡаршы файҙаланалар.
Һалҡын алдырғанда ҡарағай бөрөһөнөң вирусҡа ҡаршы үҙенсәлеге бик ныҡ ярҙам итә. Бөрөләрҙе сәй рәүешле бешереп эсеү бына тигән тир ҡыуҙырыу сараһы. Бөрөләрҙән хатта дарыу-ҡайнатма әҙерләргә лә була, ул да һалҡын алдырғанда һәм вирусҡа ҡаршы алыштырғыһыҙ дауа, иммунитетты көйләй. Уны оҙаҡ сирләгәндән һуң көс туплау, ауырыуҙың ҡабатланыуын иҫкәртеү өсөн файҙаланалар.
Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы өсөн дә бик килешә был тәбиғәт шифаһы. Уларҙа тупланған эфир майҙары ҡатын-ҡыҙҙың енес органдары эшен әүҙемләштереп, уларҙың фертиль үҙенсәлеген тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, бөрөләр арығанлыҡты, ярһыуҙы баҫа, түлдән ҡалған осорҙағы көйһөҙлөктө, кәйеф тотороҡһоҙлоғон иҫкәртә.
Тиренең торошона тәьҫире бар. Ҡарағай бөрөһө ҡулланып яһалған май һәм төнәтмәләр тире торошон күпкә яҡшырта ала. Ошо сеймалға йомортҡа, лимон, сөйәл үләне, һары мәтрүшкә кеүек тәбиғи өҫтәмәләр ҡушып әҙерләнгән битлек йәки скраб тирене таҙарта һәм сафландыра, тиренең ҡуҙғыуын һәм ҡыҙарыуын бөтөрә; яраларҙы, сыйылған, һыҙырылған урындарҙы уңалта. Бөрө төнәтмәһен экзема, псориаз, тимерәү һәм ҡысынмаға ҡаршы ла ҡулланалар.
Баш ауыртыуын баҫа. Бөрөләрҙән яһалған сироп баш ауыртыуынан, мигрендән һөҙөмтәле сара була ала. Тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә булараҡ, ылыҫ еҫе нервылар системаһын нығыта, күңел төшөнкөлөгөн баҫа, дөйөм хис-тойғо торошон яҡшырта. Шуға күрә йоҡлар алдынан ылыҫ бөрөһөнән әҙерләнгән сәй эсеп ятһағыҙ, йоҡоғоҙ ныҡ һәм тыныс булыр.
Инсульт эҙемтәһен дауалай. Ылыҫ бөрөләре составындағы үҙенсәлекле танин төрҙәре инсульт өйәнәге мәлендә юғалтылған неврологик эшмәкәрлекте тергеҙә һәм инсульт эҙемтәһе булған фалижлыҡты иҫкәртеүгә булышлыҡ итә ала, тик уны дауалауҙың төп терапевтик һәм неврологик курсы менән бергә яраштырып алып барыу кәрәк.
Быуын һәм мускул ауыртыуын баҫа. Бының өсөн ылыҫ бөрөһөнөң төнәтмәһе менән подагра, радикулит, невралгия, миозит булғанда ауыртҡан урынға сылатҡыс, боҫлама һалыу файҙалы.
Ҡан баҫымын көйләй. Ҡарағай бөрөһөнөң тәбиғи шифалы үҙенсәлектәре бик көслө. Ул ҡан баҫымы сирҙәренә, атеросклерозға ҡаршы ла уңышлы ҡулланыла. Бөрөләрҙең көсө ҡан баҫымын яйлап ҡына ҡалмай, ә артерияларҙы, ҡан тамырҙарын таҙарта һәм атеросклерозды иҫкәртә, шул уҡ ваҡытта организмда алмашыныу процестарын яҡшырта һәм ҡанды таҙарта.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.04.21 | Ҡаралған: 3040

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru