Их, мәктәп йылдарында, йәш саҡта күпме йыр белә инек. Гармун тартып ауыл урамын бер яңғыратып әле лә үт ине лә. Һантыйға һанаясаҡтар. Күҙҙәрен компьютер, телефон тәҙрәһенән алмаған әҙәмдәр һине аңламаясаҡ та. Ә ул йырҙар ниндәй моңло ине, иҫ киткес моңло ине. Ысын ине. Эй, ул саҡта сәй ҙә, шәкәр ҙә ысын ине. Ә шоколад, "Аленка", "Гулливер", "Мишка на севере", шәрбәт, мәктәп пирожныйы ҡалай тәмле... Колбаса тик иттән генә тора. Уныһына оло сират... Әле бер семтем генә тәмләп ҡарағанда... Юҡ, ашау тураһында уйларға ярамай".
- Ярамай, - тип уйға ирен дә ҡушылды.
"Йырҙарҙы ысынлап та күп белә инек. Башҡортсаһын да, руссаһын да. Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Мәғәфүр, Ғүмәр ағайҙар, Нажия, Ғәлиә апайҙар, "Битлз", "Модерн Токинг", Виктор Цой, "Ласковый май", инглизсәһен, нимессәһен дә", - ятҡан килеш кенә "гитара"ны ҡулына алды. Ҡылдарын сирткеләп, башындағы ҡалҡып торған төймәләрен борғолап, ҡоралының моңон, яңғырашын яйланы ла уйнап та, йырлап та ебәрҙе.
Группа крови - на рукаве,
Мой порядковый номер - на рукаве,
Пожелай мне удачи в бою, пожелай мне:
Не остаться в этой траве,
Не остаться в этой траве.
Пожелай мне удачи, пожелай мне удачи!
Йыр кешене йәшәтә, йыр кешене йәшәргә өйрәтә. Һеҙ ҙә йырлағыҙ. Күңелгә рәхәт икән - йырлағыҙ, ҡыйын булһа... шулай уҡ йырлағыҙ. Йыр үлемдән дә ҡурсалай. Йырҙан хатта бүреләр ҡурҡа.
Уға үҙенең театрында үҙе ҡуйған спектакль оҡшай ине. Ошо роленә инеп үҙенең хәлһеҙ икәнен бер килке онотоп та китте. Бер мәл ул бүре булып олорға кереште. Оҙаҡ олоно. Кипкән тамағы төптәре зыңлап-зыңлап ярылып киткәндә лә олоно. Олоған һайын, нисек кенә ҡыҙыҡ булмаһын, башы ял итте. Эйе, зиһене яҡтыра барғандай булды. Үҙ-үҙенәме, янындағы ярылып таралырға торған йомро йомғағынамы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әлбиттә, уйында һәм хәтерендә.
- Тыңла мине, колобок. Хәтәр хәл һөйләйем .
Бер мәл шулай Ир үҙе - алтыла, Шәкүр ағаһы һигеҙҙә уҡығанда, ҡышҡы каникулдан һуң ятып уҡыған Белореттағы интернатҡа китеп баралар ине. Аталары лесхоз эше менән ат егеп урманға киткәйне, шуға үҙҙәре генә юлланды. Йәйәүләп. Элек үҫмерҙәргә ышаналар ине бит ул. Ауылдан трассаға тиклем - ете саҡрым. Ул араны тиҙ генә үттеләр ҙә туҡталышта оҙаҡ "голосовать" итеп торҙолар. Тура килгән ылауға ултырып, артабан 90 саҡрым ара үтәһе бар. Элек хәҙерге кеүек машиналар ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләп тормай ине шул. Осрағаны йә тулы була, йә туҡтамай. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, ҡараңғы төшә башланы, өшөттөрә. Ҡыйығы булған тимер ҡалайлы туҡталышта яуған ҡарҙан, елдән оҙаҡ, эңер төшкәнсе ышыҡланып торҙолар ҙа, юл уңманы былай булғас, тип, нишләрһең, аптырап кире ҡайтырға сыҡтылар.
Кирегә килгәндәге ете саҡрымды яңынан тәпәйләргә. Бер аҙ атлағас, малайҙар үҙҙәре менән бергә юл ситенән ҡара хәрәкәттәр барлыҡҡа килгәнен шәйләне. Улар бара - тегеләр ҙә килә, туҡтаһалар, хәрәкәт тә туҡтай. Йөрәк табанға төшөп китте - бүрелә-әр! Берәүһе олоп ебәрҙе. Шәкүр ағаһы, артыҡ һүҙ һөйләмәгән сабыр һәм аҡыллы ағаһы, ҡурҡма, тине лә, бар көсөнә:
- Союз нерушимый республик свободных
Сплотила навеки Великая Русь ...- тип гимнды һуҙып ебәрҙе. Уға Зөбәйер ҙә ҡушылды. Уның артынса:
- Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал", -
тип йырҙы өҙмәй дауам иттеләр. "Беҙ Ильич балалары", "Орлята учатся летать", "Күбәләгем-түңәрәгем" , "Ғәлиә менән Заһир йыры", "Төнгө серенада"... - йырламаған йыр ҡалманы. Ауылға йырлап килеп инде егеттәр. Юлда утыҙҙан ашыу йыр һуҙғандарҙыр. Тамаҡтар ҡарлыҡҡансы ҡысҡырып һуҙҙылар ҙа һуҙҙылар. Бүреләр хатта яҡын килеү түгел, олорға баҙнат итмәне, әллә улар ишетмәне. Шәкүр ағаһының батырлығын әйт әле. Ҡурҡмай, тыпырсынмай үҙен дә, яратҡан ҡустыһын да үлемдән ҡурсып алһын әле. Йылы өйгә ингәс, ҡустыһының ҡулын тотоп: "Ҡурҡтыңмы?" - тип һораған булды ағаһы, ә үҙе бар тәне менән ҡалтырай ине...
Ә иртәгәһенә... малайҙар торған трассалағы туҡталышта әсә менән балаға бүре өйөрө һөжүм итеүе хаҡында ишеттеләр. Әсә кеше туҡталыштың ҡалай башына ҡыҙын мендереп өлгөргән. Тик... баланың күҙ алдында әсәне өҙгөләйҙәр йыртҡыстар. Бала телһеҙ ҡала.
- Бала телһеҙ ҡала... - шулай тине лә ир шымып ҡалды. Тәндәре ҡатты. Тик ятып аяғы, ҡулы, осалары ойоно. Кирелгеһе килде. Йыбанып ята бирҙе. Көскә стенаға тотоноп баҫты. Яралы аяғын һелтәп торҙо. Өшөгәндәй булғас, аяғына уралған свитерҙы кейеп алды. Йылынып китте.
- Аҡ тауыҡ ҡара булмай,
Ҡара тауыҡ аҡ булмай,
Ҡара тауыҡ аҡ булмағас,
Аҡ тауык ҡара булма-й, - күңелле таҡмаҡлаған булды. Тик бейемәне. Дәрте сатан, дарманы самалы ине.
"Ниндәй мәғәнәһеҙ һүҙҙәр, - тип уйланы. - Шуны ауыҙ тултырып һәр табында тиерлек йырлайҙар бит әле. Аҡ тауыҡтың ҡара була алмаҫы былай ҙа билдәле. Мейес эсендә көйөп ҡарайып ҡына сыҡмаһа, ха-ха, - ирен ситтәре хәрәкәткә килеп ҡуйҙы. - Торғаны менән ахмаҡлыҡ. Ә уйлап ҡараһаң, шул тиклем мәғәнәле һүҙҙәр. Ҡара тауыҡ аҡ булма-ай. Яҙмышың ҡара булғас, ғүмерең аҡ булмаҫ шу-ул".
Шәкүр ағаһы юҡ инде хәҙер. Яҙмышы ҡара булды. Артыҡ ғәҙел булып, түрәгә лә, ябай кешегә лә, бисәһенә лә тураһын әйтеп, был ер шарында үҙ урынын таба алмай, китеп барҙы. Юҡ, эсеп тә үлмәне...
Уйҙарын бүлеп, яҡында ғына эт өргән тауыш ишетелде. Ир һағайып ҡына өҫкә ҡараны. Ҡарлыҡҡан тауыш менән, тыныс ҡына:
- Кем бар унда? Эһе-һей. Маһ-маһ! Аҡтырнаҡ, Казбеек, Лайка, маһ-маһ. Һарыбай, Боцман, Баламут, маһ-маһ, - тип саҡырҙы. Ысынлап та эт өрҙө шикелле. Өрҙө-өрҙө лә тынды. Шулайыраҡ аңланы ир. Шулай ҙа өндәшеүендә булды. - Вилли, Малыш, Ҡараба-ай... Бәлки, Барбосты-ыр. Китте шикелле. Ярай, өрөп булһа ла күңелгә өмөт бирҙе. Бөтөнләй яңғыҙ түгелмен әле донъяла...
Эттең, өрөп, уйҙарын бүлеүенә ул асыуланманы ла. Ағаһы тураһында уйланы. Һағынды ул уны. Уны нишләптер күптән иҫкә алмаған икән дә. Их, соҡор, шәп булдың бит һин. Күптән шулай ултырып уйланырға булған Зөбәйергә. Ул күңеленең таҙарғанын, хәтеренең яңырғанын тойҙо.
Шәкүр ағаһы, юҡ, эсеп үлмәне. Аҫылынманы ла, аварияла ла һәләк булманы. Төн уртаһында күршеләренең өйө янғанын беренселәрҙән булып күргән дә бар халыҡты уятҡан. Шунан ут эсендә ҡалған өй хужаһын ҡотҡарам, тип, кешеләрҙең, һуң инде, тип тыйғанына ла ҡарамай, янғынға ингән дә сыҡмаған. Бер кемде лә ҡотҡармаған да. Сөнки күршеһе, мейесенә ныҡ итеп ут яҡҡан да арғы яҡтағы ҡоҙаһына эсергә сығып киткән... Хет ила, хет көл.
Әсәһе, Шәкүрҙең бик ырыҫы булманы инде, һин, исмаһам, кешесә йәшәргә тырыш, ти торғайны Зөбәйергә.
- Мин ырыҫлы булдыммы шунан? Ырыҫлы, ҡотло әҙәм ҡоҙоҡ төбөндә ултырамы? - Күҙен йомоп ҡатҡан ҡытыршы ҡулдары менән битен, башын һыйпаны. - Шәкүр ағайым көслө ине. Һәр саҡ ғәҙел булды, ҡурҡманы, урлашманы. Намыҫһыҙ етәкселәрҙе күҙҙәренә ҡарап эт ашамаҫ һүҙҙәр менән һүгә ине. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырған саҡтары ла булды. Бер кемгә йөҙ һыуын түкмәне, ярҙам һорап ултырманы. Еңгә, балалары ла түҙҙе. Ә мин?.. Мин, тормошҡа яраҡлашып, бисә һүҙен йөпләп, яҡлашып, һәр бәхәсте еңел генә яйлашып ғүмер үткәрҙем. Шулмы ырыҫ? Ә? Ә?
"Анау туҡталышта беҙҙе үлемебеҙ һағалап торған би-ит. Ә беҙ уны, йыр менән алдап, юлынан яҙҙырғанбыҙ ҙа теге әсәгә йүнәлткәнбеҙ. Юҡ, беҙҙең үлем унда булмаған. Әжәлде бер нисек тә алдап булмай, йыр менән дә. Үлемем - ошо соҡорҙа. Уны хәҙер йыр менән дә, таҡмаҡ менән дә өркөтөп булмаясаҡ. Ул бүренән көслөрәк тә, хәтәрерәк тә".
Кешене әжәл ҡайҙа ла һағалай. Ғүмерең бөтмәһә, йәшәйһең инде. Төҙөлөштә эшләгәндә өсөнсө ҡаттан тәкмәс атып барып төшкән саҡтары булды ирҙең, иҫән ҡалды. Бәләкәй сағында йөклө трактор арбаһынан осоп төшөп китте лә... арба тәгәрмәсенең батҡағы сәстәренә һылашып үтте, улайһа, иҙә ине башын. Тәҡдирең шул икән, йәшәйһең инде. Хоҙай үҙе генә белә.
"Тик бер үкенес ҡала: дөрөҫ үлмәйем мин. - Былай уйланһа, иҫәргә әйләнәсәк был ир. Әллә ысынлап тәүбәгә ҡайтырға хыялланамы? - Эйе, бөтөнләй дөрөҫ түгел. - Ул башы һыҙлағанын тойҙо. Башын ике ҡуллап ҡыҫып тотоп ултырҙы. - Ысынлап та, бүренән таланғансы йә бынау соҡорҙа һаҫып ятҡансы, дөрләп янған утҡа ташланыуың дөрөҫтөр? Ағайым кеүек. Кем белә. Үлемде һайлап алып булмай. Ахмаҡтар һәм аңһыҙҙар ғына һайлай уны. Аҫылынып үлгәндәрҙе әйтәм. Ә Матросов кеүек тәүәккәлдәрҙе үлем үҙе һайлай! Үлемһеҙ итер өсөн! Ә соҡорҙа нисек үлемһеҙ булырға мөмкин?!"
Аслыҡтан талсыҡҡан тән, уйҙарҙан тулышҡан йән ял һораны, таңға табан ир йоҡоға талды. Бөгөн ул төш күрмәне, бәлки, күрһә лә иҫләмәгәндер.
Дүртенсе көн
Шөкөр, ирҙең бәхетенә бөгөн дә салт аяҙ. Әбейҙәр сыуағы бар хоҡуғында ныҡлы тантана итә. Әллә бәхетһеҙлегенәме? Ямғыр яуһа, шәберәк тә булыр кеүек. Һыуыҡҡа түҙеп тора алмаҫ ине, моғайын. Ир күҙен асыр-асмаҫ кеҫә төбөнән ҡаҙағын тапты ла дүртенсе һыҙыҡты теркәп ҡуйҙы. Оҙаҡ һыҙҙы. "Бәлки, бөгөн һуңғы көндөр?"
Шешә төбөндәге һары шыйыҡсаға ҡарап торҙо ла йөҙөн сирылдыра-сирылдыра йотоп ебәрҙе. Уныһы тәүҙә, үтмәй, тамаҡ төбөндә һикергеләп торҙо ла, һуғыла-яндыра төшөп китте. Төкөргөһө, ҡоҫҡоһо килде. Башын күтәреп, нисек тә кире сығармай, аҫҡа төшөүен теләне.
Яҡты көнгә ҡулын һуҙып, мөлдөрәп ҡараны. Ике күҙенән ике эре йәш бәреп килеп сыҡты, кипкән ирендәре:
- Сәриә ҡыҙым, тыуған көнөң менән! - тип шыбырланы. Ҡарашы иҫ киткес йәлләткес, бар донъя һағышы ошо күҙ-ҙәргә һыйғайны. Ул ҡараштан хатта ҡояш тертләп китте, ҡарашын ҡулъяулыҡтай ғына болот араһына йәшерҙе. "Яныңда түгелмен инде. Алтынымды минең! Торғас та, атайым ҡайтманымы, тип һорағандыр инде, ҡәҙерлемде... Бәхетле, оҙон ғүмер теләйем, ҡыҙым, һиңә".
- Ошо оло Ер шарын ҡалдырам һиңә, ҡыҙым. Бына соҡор эсендә, кабинала, - ҡулына түңәрәк "руль" алды. Уны тегеләй-былай борғоланы. Бер ҡулын бушатып, төрлө төймәләргә баҫҡыланы, "тиҙлек"кә лә һалып ебәрҙе, - Ер менән мин идара итәм. Уны һәлә-кәтһеҙ генә мин әйләндерәм, ҡыҙым. Ҡурҡмай, рәхәтләнеп йәшә, алтыным!.. Атай булмағас, тыуған көн үткәреү, байрам итеү ҡайғыһы ла юҡ инде. Бик йәл... Элек "Макдональдс"ҡа барырҙар ине. Төр-киәлә ял иткән мәлдәренә лә тура килгәне булды ҡыҙының тыуған көнө. Бер йыл ошондай сыуаҡ көндә тәбиғәткә сығып, шешлек бешереп, уйындар уйнап мәж килгәйнеләр. Ә быйыл...
- Нимә быйыл? - ирҙең күҙҙәре янып китте. - Тәк, Әминә, - тигән булды эстән, - бөгөн ҡунаҡ саҡырып алабыҙ. Сәриәнең тыуған көнө. Иң ҙур көн!
(Дауамы. Башы 11-15-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА