Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
УЙЛАНДЫРА ТОРҒАН БАҪМА
|

"Киске Өфө" гәзитен байтаҡ йылдар алдырам. Ике тиҫтәгә яҡын тарихы булған гәзит минең дуҫыма әүерелде, уның һәр һанын ғаилә менән көтөп алабыҙ.
Уны ҡулға алыу менән тәү сиратта "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһы аҫтында баҫылған яуаптарға иғтибар итәм, шуны уҡый һалып сығам. Сөнки бөгөн беҙҙең йәмғиәтте борсоған иң мөһим һорауҙар, мәсьәләләр күтәрелә унда. Унан инде "Баш эшләтмәк"кә тотонабыҙ: бөтә ғаилә менән сканворд һорауҙарына яуаптар эҙләйбеҙ. Берәй ауыр һорауға яуап таба алмаһаҡ, интернеттан да, китаптарҙан да ҡараштырып, табып, яҙып ҡуябыҙ. Был урында шундай теләк-тәҡдимемде лә әйтеп китәйем: балалар өсөн дә башҡортса йомаҡтар, һүҙ табышмағы кеүек ҡыҙыҡлы материалдар баҫылһа, шәп булыр ине.
Гәзит уҡыусыны уйландырған хәл-ваҡиғалар, йәмғиәттәге күренештәр буйынса фекер төйнәргә этәргес - гәзиттең икенсе-өсөнсө биттәрендәге актуаль мәҡәләләр менән яйлап ултырып танышам. Төрлө закондарҙа үҙгәрештәр, яңылыҡтар тураһында "Ишеттегеҙме әле?" рубрикаһы, халыҡ медицинаһына арналған мәҡәләләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайым. Аҙна һайын сыҡҡан, ҙур булмаған "Халыҡ дауаһы"нда ҡайһы бер үләндәрҙең фотоһүрәтен дә урынлаштырырға мөмкинлек табылһа, уғата яҡшы булыр ине, тип теләйем. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайһы бер шифалы үҫемлектәрҙе танып белмәйбеҙ шул...
"Киске Өфө"нө үҙ итеүемдең тағы бер сәбәбе бар - унда башҡорт халыҡ йолалары тураһында мәғлүмәттәр күп баҫыла. Төрлө сараларҙа ҡулланырға уңайлы итеп әҙерләнгән йола сценарийҙары ла донъя күрҙе унда, мин үҙем дә тәжрибәм менән уртаҡлашып, ямғыр теләү йолаһы тураһында сценарий яҙып баҫтырҙым. Былар беҙгә, ағинәйҙәргә, үтә лә кәрәкле, мөһим яҙмалар. Сөнки балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары менән әүҙем эшләйбеҙ. Сосновка урыҫ ауылы булғас, башҡортса ла, русса ла һөйләп, башҡорт халыҡ йолаларын күрһәтәбеҙ, байрам саралары ойошторабыҙ. Шулай уҡ гәзиттең "Ағинәй мәктәбе" рубрикаһын да ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ, был инде ойошмабыҙҙың республикалағы тармаҡтары араһында тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу майҙаны. Әйткәндәй, беҙҙең ауылда "Киске Өфө" гәзитенең иң әүҙем, иң тоғро уҡыусыһы - Фәнилә Мусина исемле ағинәйебеҙ. Ул элек почта хеҙмәткәре булып эшләгән һәм үҙ иңдәренә башҡорт матбуғатына яҙҙырыу бурысын алған. Уның менән гәзиттәге мәҡәләләр буйынса ултырып фекер алышып, һөйләшеп алабыҙ.
Тағы ла бер үҙем яратып уҡыған, фәһемле һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған рубрика - "Аҡыл - ҡаҙна". Кеше ниндәй йәштә лә уҡырға, ғилем тупларға тейеш, ти. Был рубрика ошоға булышлыҡ итә лә инде. Бер бағанаға донъя аҡылын һыйҙырған ул.
"Киске Өфө" тураһында һөйләй башлаһаң, һүҙем бөтмәҫ кеүек. Уның биттәрендә донъя күргән һәр мәҡәлә, һәр рубрика - урынлы, артыҡ бер нәмә лә юҡ. Был йөкмәткеле баҫма менән дуҫлығыбыҙ дауам итһен, уны эшләүсе коллективтың ижади ҡомары һүнмәһен, тип теләйем.
Земфира КӘРИМОВА.
Белорет районы Сосновка ауылы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 17.05.21 | Ҡаралған: 534
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|