Әҙәм балаһы был донъяға гонаһһыҙ, бер саф йән эйәһе булып тыуа. Беренсе ауаз, тәү тапҡыр күҙ асыу - быны күргән ата-әсәнең, туған-тыумасаның ҡыуанысын һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмай. Әммә бала табыу - бер, уны тәрбиәләү - икенсе мәсьәлә.
Һуңғы йылдарҙа йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелһә лә, был мәсьәлә барыбер көнүҙәк булып ҡала килә. Аллаға шөкөр, үҙемдең балаларым үҫте, был тормошта үҙ юлын тапты. Мин ейән-ейәнсәрҙәремдең киләсәге өсөн борсолам. Беҙҙең быуын кешеләре өсөн ҡиммәт тип һаналған мәңгелек төшөнсәләр алмашынған ваҡытта йәштәрҙе нисек дөрөҫ тәрбиәләргә? Уларға нисек хеҙмәт һөйөргә, бер-береһенән көнләшмәҫкә өйрәтергә?
Көнләшеү тигәндән... Бөгөнгө йәш ғаиләләр балаларында үҙҙәре үк көнләшеү тойғоһо тәрбиәләй бит ул. Миҫалға балалар баҡсаһынан һуң сығарылыш кисәһенә әҙерлек ваҡытын ғына алайыҡ, сөнки һуңғы йылдарҙа ошо сараға айырыуса иғтибар бирелә башланы. Башҡаларҙан айырылмаһын тип, һәр ата-әсә һуңғы аҡсаһына йәки бурысҡа алып булһа ла, балаһын кейендерә, табын ойоштора.
Ошондай уҡ күренеш башланғыс кластан һуң да ҡабатлана. Урта мәктәпте тамамлағас ойошторолған сығарылыш кисәһе тураһында әйтеп тә тормайым. Ярай, етеш йәшәгән ғаиләләргә балаһына байрам ойоштороу бер ни ҙә тормайҙыр. Ә бына тулы булмаған йәки ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә был ҡыйынғараҡ тура килә шул. Үҙе үҫтергән йәшелсәне йәки һөт һатып ҡына күпме генә аҡса эшләһендәр инде улар.
Сығарылыш кисәһенән һуң баланы ҡайҙа урынлаштырырға тип йүгерә башлайбыҙ. Юғары уҡыу йортона, әлбиттә. Башҡаларҙан ҡалышырға ярамай, тегенеке медҡа инде, минеке педҡа барһын... Коммерция бүлегенә булһа ла уҡытырға индерергә кәрәк. Балаларҙан, һиңә ниндәй һөнәр оҡшай, кем булғың килә, тип һорау ҙа юҡ бит ул хәҙер. Уҡып бөткәс, эшләйме ул һөнәре буйынса, юҡмы, ул мөһим түгел. Иң мөһиме, юғары белемле булһын!..
Туй үткәреү ҙә үҙенә күрә ярыш сараһына әүерелде. Кредит алып булһа ла, теге йәки был кешенекенән артығыраҡ, матурыраҡ булһын тип үткәрә бит кеше хәҙер балаларының никах мәжлесен. Әҙерҙән-бәҙергә өйрәнгән йәштәр хәҙер беренсе ҡаршылыҡ тыуыу менән айырылышыу яғын ҡарай. Ата-әсәһе туйға алған бурысын да түләп бөтмәй, йәштәр айырылышып та өлгөрә...
Үҙемдең күҙ алдында әле яланаяҡ урам буйлап йүгереп йөрөгән, атай-әсәй эштә булыу сәбәпле, күпселек ҡартатай, ҡартәней тәрбиәһен күргән бала сағым… Беҙ эшләп үҫтек, ғаиләлә лә, мәктәптә лә хеҙмәт тәрбиәһе ҙур булды. Хәҙерге һымаҡ, бер кем дә балаһын мәктәпкә етәктә йөрөтмәне, булһа, велосипедта елдерҙек, булмаһа, йәйәү. Ҡыҙыл галстуктарыбыҙҙы тағып, матур итеп йөрөй торғайныҡ. "Тимур һәм уның командаһы" девизы менән оло йәштәгеләргә ярҙам итергә йөрөнөк. Урамда нисә тапҡыр осраһа ла, һәр кеше менән иҫәнләшеп, сәләм биреп үтә инек. Ә хәҙерге балалар күҙгә ҡарап үтеп китһә китә, ә һаулыҡ һораша белмәй...
Мәктәптә дежур булыу, таҡта һөртөү, иҙән йыуыуҙың да бер ниндәй ауырлығы булманы. Ә хеҙмәт дәрестәре, ысын мәғәнәһендә, тормош һабағы булды. Субботниктарҙа ҡатнашыу ҙа һәр кем өсөн мотлаҡ ине. Уҡыуҙан ҡайтҡас, өйҙә лә картуф, сөгөлдөр утау кеүек әллә нисә төр эш көтә ине. Башҡаларҙан артта ҡалмаҫ өсөн район һабантуйына ла бармай, утау утап ҡала инек. Колхоз эшенә лә йөрөнөк. Мин үҙем дөйөм хужалыҡ бесәненә 5-се кластан һуң сыҡтым. Миңә ғүмер биреп, тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләгән өсөн атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, үҙем йәшәгән заманға рәхмәтлемен...
Эйе, хәҙерге заманда балаларға тәрбиә биреү ҡатмарлашты. Һәр уҡыусының ҡулында телефон, уҡытыусының әйткәне оҡшамаһа, видеоға төшөрөп, таратырға ла мөмкиндәр. Педагог ҡына түгел, ата-әсә лә балаһын үҙе теләгәнсә тәрбиәләй алмай хәҙер. Миҫалға республиканың көньяҡ райондарының береһендә биш-алты йыл тирәһе элек булған ваҡиғаны килтергем килә. Атай кеше, ҡырҡты үткән уҙаман, төҙөлөш ойошмаһында алдынғы водитель булып эшләй, әсәй - дауахана хеҙмәткәре. Ситтән ҡараһаң, бына тигән ғаилә кеүек ине. Етенселәме-һигеҙенселәме уҡып йөрөгән улдарының насар юлға баҫыуы уларҙың тормошон селпәрәмә килтерҙе. Бер төндә үҫмер төнгө 2-ләрҙә иҫерепме-тилерепме өйөнә ҡайта ла, атай-әсәйенең йоҡо бүлмәһенә инеп, ашарға таптыра. Атаһы уны тәүҙә тынысландырырға, йоҡларға һалырға тырыша, тик улы ҡоторғандан-ҡотора. Атаһы түҙмәй, үҫмерҙең сикәһенә усы менән сәпәй, уныһы карауатҡа йығыла ла йоҡлап китә. Әсәй кеше иһә, ниңә балаға һуҡтың тип, ыҙғыш ҡуптара. Иртәгәһенә ҡатын улы менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына килә, ғариза яҙа. Һөҙөмтәлә - атай шартлы рәүештә өс йылға хөкөм ителә. Үҫмер подвалдарҙа йөрөүен, өйгә һуң ҡайтыуын дауам итә, тик атаһы ғына уға ҡаршы бер нәмә лә әйтә алмай, сөнки өс административ протоколға эләкһә, был осраҡта ғаиләлә тауыш сығарһа, өс йылға төрмәгә ултыртыуҙары билдәле. Ир түҙмәне, айырылышты, ғаилә тарҡалды. Теге үҫмер ҙә "кеше" булманы... Шуның өсөн атай-әсәйгә тәрбиә эшендә берҙәм булырға кәрәк, ә үрҙә атап кителгән ғаиләләге ҡыҫала, суртан һәм аҡҡош кеүек түгел.
Балаларҙы артыҡ йәлләү ҙә ярамай. Үҙ иркенә ҡуйыу ҙа яҡшыға илтмәй. "Ҡыҙың булһа, ҡырҡ ерҙән тый" тигән бик аҡыллы әйтем бар халҡыбыҙҙа. Улды ла тыйырға кәрәк, үҙ ихтыярына ҡуйырға ярамай.
Күреп тораһығыҙ: ил буйынса күпме оло кеше ҡарттар йортонда көн күрә. Ә бит күптәренең балалары иҫән-һау, етеш тормошта йәшәй. Ә күпме бала етемдәр йортонда, уларҙың да күбеһенең ата-әсәһе имен-аман. Тормошобоҙҙоң ошо кире күренешенең сәбәбе күп осраҡта эскелек менән бәйле. Эскелек арҡаһында балалар зәғиф тыуа, ғаиләләр тарҡала, енәйәт, үҙ- үҙенә ҡул һалыу, авария, башҡа төрлө фажиғәле үлемдәр һаны арта. Күп ауырыуҙарға ла спиртлы эсемлек сәбәпле булыуы билдәле.
Бер-ике йыл элек республикала эскелеккә ҡаршы көрәш йәшерен алкоголле эсемлектәрҙе һатыусыларҙы асыҡлауҙан, уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙан башланғайны. Көмөшкә һатыусы беренсе тапҡыр эләкһә - 30 мең, икенсегә тотолһа - енәйәт эше ҡуҙғатырға, тигән яуаплылыҡ саралары бөгөн ҡағыҙҙа ғына ҡалған һымаҡ. Әле булһа көмөшкә һатып тотолғандар 2-3 мең штраф түләп ҡотола. Һатҡан кеше һатты һәм һатасаҡ, сөнки был еңел юл менән байыуҙың иң таралған ысулы. Өйҙән һыра, араҡы һатыуҙы тыйған закондар эшләмәй. Йыш ҡына ҡулына һыра шешәһе тотоп йөрөгән үҫмерҙәрҙе күрергә тура килә. Һыранан-араҡыға, көмөшкәгә күсеүгә ярты аҙым. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың да күбеһе иҫеректәр бит.
Ниңә яҙам мин быларҙы? Өлкәндәр, беҙҙең быуын иҫән саҡта йәштәрҙе, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә өндәргә ине ниәтем. Ҡолаҡ һалыусылар булырмы икән?
Мират РЫҪҠОЛОВ.
Мәләүез районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА