«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШЕРЕНДЕҢ ҮҘ ХИКМӘТЕ
+  - 

Беҙҙе ҡырҡ тыйыу аҫтында үҫтерҙеләр. Бөгөн генә ул бөтә нәмә шарран-яран асыҡ - интернет селтәренә береһен-береһе уҙышып нимә ашағанын, эскәнен, кем менән ҡайҙа булғанын һалалар. Батшалар йәйәү йөрөй торған ер менән мунса ғына ҡалып бара, ҡалһа.

Йәшерен, тигәндәй, өләсәйем беҙгә бөтә нәмәне кешегә һөйләп бармаҫҡа, күрһәтмәҫкә, хатта тәҙрәнән урамдан үтеп-сүткәнде ҡарамаҫҡа, күҙәтмәҫкә ҡушып тәрбиәләне. Гонаһ була, тине. Әсәйем уҫал булғас, беҙ уға үҙебеҙ сер сисмәнек. Ошаҡлашһаҡ, үҙебеҙҙе һыҙырҙы, юҡ-бар хәбәр менән башты ҡатырмағыҙ, тип ҡырт киҫте. Шуға беҙ эш боҙһаҡ та, урамда "хәл асыҡлағанда" танау ҡанатһаҡ та, хатта йәрәхәтләнһәк тә, унан барыһын да йәшерҙек. Туғыҙ бала өсөн туҡһанға ярылһа, йөрәге туҙып бөтөр, тыпылдап туҡһанына китеп ултырмаҫ ине.
Эйе, йәшерендең үҙ хикмәте барҙыр. Ошо турала тағы бер нисә миҫал килтерәйем әле. Мәҫәлән, элек тә мал, ҡош-ҡорт иҫәбен алалар ине. Иҫләйем: ололар уларҙың башын гел кәметеп яҙҙырҙы. Ҡолғанала саҡта ҡәйнәмдең малдарын да, ҡош-ҡортон да булғанынан кәм итеп яҙҙырғаны күҙ алдымда. Был йәшереү ышанмаусанлыҡтан киләлер, тейем, сөнки элек бит малың бармы-юҡмы, тип һорамағандар, ит, һөт, май, йомортҡа, йөн һ.б. йөкләмәһе һалғандар. Бар, һин уны үтәмәй ҡара - Хөкүмәт апаның хөкөмө ҡаты!
Башҡорт күп нәмәһен йәшереп йәшәгәнен йәшәй-йәшәй аңланым. Яңыраҡ Дәүләтбай ағай Рәхмәтуллин хаҡында мәҡәлә яҙҙым. Ул үҙенең ауыр бала сағынан бер эпизод һөйләне: айыу бер аттың яурын башын йәрәхәтләгәс, йәйләүҙә уны һуйырға мәжбүр булалар. Шул замандағы бер аҡыллы ветеринар был "ҡырын эш"те хужаларға әйттермәй, көтөүҙә өс баш йылҡы малы артыҡ йөрөй, ти. Аҡылмы? Аҡыл! Былай ҙа өй йылыһын күрмәй, боланут өйрәһе һөрпөлдәткән ас көтөүсе малайҙар ит ашап бер туя.
Илдә болғауыр заманда - репрессия йылдарында Ҡыпсаҡ тарафтарынан "халыҡ дошманы" мөһөрө баҫылған кеше булмай, сөнки ул төбәктә үҙебеҙҙең ошаҡсылар булмай сыға, тиҙәр. Һоҡланғысмы? Һоҡланғыс!
Яңыраҡ авторыбыҙ Юлай Садиҡовтың архив мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп яҙған хәбәре тетрәндерҙе: рәүиз яҙмаларынан күренеүенсә, Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр ауылдары кешеләре Мөсәт (Иҫкеһе) ауылы кешеһе исеме аҫтында "йәшенеп" йәшәгәндәр, йәғни, шул осорҙоң аҡыллы башҡорттары һәр йән башына һалынған яһаҡтан (оброк) тыш, һалым (налог) түләгән (Рәсәй ҡаҙнаһына), ошолай итеп ҡатлы-ҡатлы һалымдарҙан имен булыу өсөн бер ауыл кешеләре икенсе ауыл эсенә йәшерелгән. Тәүәккәллекме? Тәүәккәллек! Яҙманан күренеүенсә, был хәл бер ауыл менән генә булмаған. Борон кеше уҡымышһыҙ, наҙан булған, тип әйтеп ҡарағыҙ инде хәҙер. Атайым һунарсы булды. Шул сәбәпле ер-һыуҙы, ундағы бөтә тереклекте яҡшы белде. Яҙын сәскә атыуына ҡарап ҡайҙа ниндәй еләк-емештең күп булырын тоҫмаллап, беҙҙе матасына тейәп алып барыр һәм беҙ ағас еләген (ҡурай) хатта фләгәләп йыйып алып ҡайта инек. Ул ошондай ниғмәтле ерҙәрҙе сит кешегә әйттермәне. Бер мәл ауылдың бер һунарсыһы көмөшкәгә алданып, ошондай еләклекте урыҫтарға күрһәткән, йәғни һатып эскән. Ошоноң өсөн атай аҙна буйы асыуланып, енләнеп йөрөнө...
Райондың бер ауылын беләм: кешеләре шул хәтлем шәп йәшәй, сөнки унда ошаҡ-мошаҡ, йәшерелергә тейешлене ғәмгә сығарыу юҡ. Өлгөмө? Өлгө!
Йәшерен, тигәндәй. Боронғо ҡатын-ҡыҙ , ауырға ҡалһа, был хаҡта хатта ғаилә ағзалары белмәгән. Күҙ тейеүҙән, һоҡ тейеүҙән йәшергәндәр буласаҡ сабыйҙы. Күҙ тейеү хаҡ. Был турала динебеҙҙә дәлилдәр күп. Ошоно белә тороп, хәҙер бөтә ғәм интернет селтәре өсөн йәшәй. Шунан йөрөйҙәр сабауыллап, мулла, өшкөрөүсе-төкөрөүсе эҙләп.
Яңыраҡ бер хәҙис уҡып ултырҙым. Тик уның ышаныслымы-юҡмы икәне хаҡында бәхәстәр ҙә бар. Уның мәғәнәһе ошолайыраҡ: берәй эшкә тотонор булһағыҙ, был хаҡта һәр кемгә йәүкәләп бармағыҙ, сөнки һәр эштән көнләшеүселәр бар... Йәшерен нәмә йәшерен булырға тейештер ул. Сит-ят күҙҙән, ҡолаҡтан һәм башҡаһынан. Бигерәк тә хәҙерге заманда. Тәбиғәткә күҙ һалһаң да, иң аҫыл, ҡиммәтле нәмәләр йәшерен бит: диңгеҙҙәге ҡабырсаҡ эсендәге мәрйен, ете ҡат ер аҫтындағы ҡиммәтле мәғдән (алтын, көмөш). Аллаһы Тәғәлә лә күп нәмәне йәшергән: йомалағы доға ҡабул була торған сәғәттең (мәлдең) нәҡ ҡасан булырын, Ҡәҙер кисенең нәҡ ҡайһы көндә булырын һ.б. Үтатма, шар асыҡлыҡ барыбер үтә шәп нәмә түгелдер ул, тигән һығымтаға килдем. Йәшерен нәмәлә лә ҙур хикмәттәр ята - бая алда яҙып үткән тарихтар халҡыбыҙҙың быуаттар буйы йыйған аҡыл ҡумтаһынан һибелгән бөртөк хазина ул. Йәшерелергә тейешлене йәшерәйек, йәмәғәт. Йәшерерлеге ҡалһа...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы "Таң" гәзите хәбәрсеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 636

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru