Һары умырзаяны (адонис, йәки горицвет весенний) табиптар йөрәк үләне тип атай, сөнки ул күберәген ҡан әйләнеше хроник ауырыуының еңелсә формалары, йөрәк неврозы, вегетатив нервы системаһы функцияһы боҙолоуы, йөрәк эшмәкәрлеген һүлпәнәйткән йоғошло ауырыуҙар кеүек төрлө йөрәк сирҙәрен дауалағанда ҡулланыла.
Йөрәк сирҙәрен дауалау өсөн ысулдар бихисап, әммә уртаҡ ысул былай әҙерләнә: төнәтмә өсөн 200 мл ҡайнар һыуға 5-6 грамдан да артыҡ булмаған һары умырзая үләне алына һәм уны көнөнә 3 тапҡыр 1-әр, бик һирәк осраҡта 2-шәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Һары умырзая үләне сәскә атҡан мәлендә әҙерләнә: тупраҡтан 5-10 см өҫтәрәк өлөшөн ҡайсы менән ҡырҡып алырға, тамырын зыянларға ярамай. Йыйылған үләнде күләгәлә, ҡоро урында йыш-йыш әйләндереп киптерергә кәрәк. Кипкән үләнде ҡағыҙ ҡапта йәки быяла һауытта һаҡлағанда шифаһы оҙаҡҡа етә.
Һары умырзаяның күптәргә билдәһеҙ үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, ул наркомандарҙың кокаин йоғонтоһонда тәне тартышҡанда яҡшы дауа. Үләндең төнәтмәһен эсереү үлемдән ҡотҡара. Был дауа шулай уҡ камфора һәм пикротоксин матдәләренән килгән тартышыуҙы иҫкәртә. Ғөмүмән, тән тартышыуы йәки көҙән йыйырыуының сәбәптәре төрлө булырға мөмкин һәм бына бер ябай дауаланыу ысулы.
Тартышыу. 1 ҡалаҡ яңы киптерелгән һары умырзая үләненә 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡас менән ябырға һәм ҡараңғы урында 2 сәғәт төнәтеп, һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Төнәтмәне көн һайын яңынан әҙерләргә кәрәк, сөнки ул тиҙ генә әсей һәм шифаһын юғалта.
Тын ҡыҫылыу (ҡаты йүтәлдән). 1 балғалаҡ үләнгә ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Хәл яҡшырғансы дауаланырға.
Миозит (скелет мускулдарының елһенеүе). 7 грамм киптерелгән үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә. Мускулдар ауыртҡанда (быуындар һыҙлағанда ла ярай), көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Иҫкәрмә: күренеүенсә, һары умырзаяның тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, дауаланғанда бик аҙ миҡдарҙа ҡулланыла. Уның ярҙамында тиҙ арала һауығырға иҫәп тоторға ярамай. Ҡан баҫымының күтәрелеүенән (гипертония) яфаланған кешеләргә һары умырзаяның дауаһы килешмәй. Унан әҙерләнгән төнәтмәләр бала төшөүгә килтерә, шуға йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ йөрәктең атриовентрикуляр блокадаһы, брадикардия, ҡандың ойошоусанлығы юғары булғанда был үлән менән дауаланырға ярамай.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|