«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠОМАҠ, ТАЛПАН...
+  - 

Башҡортостанда үткән аҙнала ғына сысҡан биҙгәге менән ауырыуҙың дүрт осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең Роспотребнадзор идаралығы начальнигы Анна Казак.

"Быйыл кимереүселәр һаны артыуын күҙәтәбеҙ һәм быға барыһының да иғтибарын йүнәлтәбеҙ. Беҙ граждандарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы йыл да кимереүселәргә ҡаршы комплекслы саралар күрергә кәрәк булыуы хаҡында иҫкәртеп торабыҙ", - тип билдәләне баш санитар табип.
Кимереүселәрҙән янаған хәүефтән тыш, республикала көндән-көн талпан ҡаҙалыуға бәйле мөрәжәғәттәр һаны арта. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостандың медицина учреждениеларына 1015 кеше килгән. "Үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә талпандарҙың 0,5 проценты вируслы талпан энцефалиты, ә 18,8 проценты талпан боррелиозын йөрөтә. Тимәк, күпселеге кешелә Лайм ауырыуын барлыҡҡа килтереүсе боррелиялар сығанағы булып тора", - тине Анна Казак. Белгес шулай уҡ талпан вируслы энцефалит һәм Лайм ауырыуын йоҡтороусылар әлегә республикала теркәлмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостанда талпандарҙан һаҡланыу маҡсатында барлығы 1700 гектар ер эшкәртелгән, Өфөлә - 800 гектар тирәһе.
Әйткәндәй... Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Ауырыу тән температураһы юғары булыуы менән билдәләнә, ул 40 градусҡа тиклем барып етергә мөмкин. Баш ауырта, ҡалтырата, күңел болғана, дөйөм хәлһеҙлек тояһың. Бит, елкә тирәһендә тире ҡыҙарып сығырға мөмкин. Был сиргә күреү һәләтенең насарайыуы, аңдың буталыуы ла хас. Ауырыған кешене беренсе билдәләре күренеү менән мотлаҡ дауаханаға урынлаштырырға кәрәк. Үҙ аллы дауаланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Талпан вируслы энцефалиты үҙен 2-3 көндән һуң ғына һиҙҙерә. Зарарланған кешенең хәле ҡапыл насарая, тәүге билдәләре киҙеүҙе хәтерләтә: кеше өшөп ҡалтырана, мускулдары һыҙлай, температураһы юғары күтәрелә, тәне ҡыҙара. Артабан энцефалиттың төрөнә ҡарап, ул еңелсә үтергә лә, арҡа һәм баш мейеһенә зыян килтерергә лә мөмкин. Талпандан боррелиоз йоҡтороуҙың да эҙемтәләре хәүефле. Был осраҡта ауырыу үҙен шунда уҡ һиҙҙермәй, организмда таралып, баш мейеһенә күскәндән һуң тире, быуындар, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһына зыян килтерә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 641

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru