«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САҒЫШТЫРЫУҘАРҘА ТЫУА ХӘҠИҠӘТ ТӘ ЙӘШӘЙЕШ АҠЫЛЫ ЛА, МАТУР МӨНӘСӘБӘТТӘР ҘӘ
+  - 


Кешене кешелә нимә ҡыҙыҡһындыра? Уның йортомо, машинаһымы, йәки тышҡы ҡиәфәтеме? Юҡ, һис кенә лә улай түгел. Кешене, ғәҙәттә, икенсе кешенең ҡыҙыҡлы булыуы ҡыҙыҡһындыра. Эстәлекле, тәрән, фекерле, белемле булыуы. Әгәр әңгәмәсең шундай икән, уның ниндәй кейемдә һәм ҡиәфәттә булыуы хатта күҙгә лә ташланмай. Гәзит уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итер шәхестәребеҙ Гөлнәзирә һәм Айһылыу ЙӘнтҮриналар. Гөлнәзирә Сәфәрғәли ҡыҙы билдәле психолог, педагогия фәндәре кандидаты, ә уның һеңлеһе Айһылыу Сәфәрғәли ҡыҙы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгесе, ул Швейцарияның Женева ҡалаһында йәшәй.

Ҡыҙҙар, һеҙ ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Атай-әсәйегеҙ билдәле кешеләр, әммә уларҙың ғаиләлә үҙ балаларына булған мөнәсәбәтен, талаптарын, тәрбиәүи алымдарын беҙ белмәйбеҙ. Әйҙә, һөйләшеүҙе шуларҙан башлайыҡ?

Гөлнәзирә:
Кеше аҡылды һәм тәжрибәне уҡый-уҡый, йәшәй-йәшәй туплай, тиҙәр бит инде. Ә ҡайһы бер кешеләргә донъяуи аҡыл тәбиғәт тарафынан бирелә. Беҙҙең атай бына шундай шәхестәрҙең береһе. Ул хатта тыумаҫ борон уҡ файҙа килтерә торған кеше икәнен асыҡлаған. Уның әсәһе - өләсәйебеҙ һуғыш мәле, аслыҡ заманда ырҙында эшләгәнендә итәге осона бер устай ғына бойҙай төрөп алып сығып тотола. Уны төрмәгә ултыртырға булып китәләр. Өйҙә ете бала ҡала. Эштәр ҙурға китеп барғанда ғына өләсәйебеҙҙең һигеҙенсе балаһына - атайыбыҙға ауырлы икәне асыҡлана ла, ауырлы ҡатын менән булышып тормаҫҡа булып, эште ябалар. Шунда өләсәй: "Минең был балам пракурыр булыр" - тигән. Йәнәһе, ҙур, данлы булыр, тигәнде әйткән инде. Һәм үҫкәндә лә уға: "Һин - ҡотҡарыусы, һин мине, туғандарыңды ҡотҡарып алып ҡалдың, һин шундай-шундай булырға тейешһең", - тип башына һеңдергән, юғары планка ҡуйған. Бына шундай фатиха менән атайыбыҙ үҫешкән дә инде. Ул тормошта һәр ваҡыт еңеүсе булды. Бында шулай уҡ уның әсәһенең дә йоғонтоһо ҙур булғандыр. Өләсәйебеҙ ҙә көслө рухлы, абруйлы әбей ине. Ауылда "Минһаж инәй нисек әйтә - шулай була", тигән төшөнсә йәшәне.
Айһылыу: Әсәйебеҙ ҙә бик үҙенсәлекле ул беҙҙең. Ябай ауыл ҡыҙы булһа ла, ул бөгөн дә ябай ер кешеһе кеүек түгел. Килен булып килгәнендә ул оло туғандарҙың нәҙек кенә, һары сәсле, төп-төҙ кәүҙәле булып иҫендә ҡалған. Шулай арҡаһын төҙ тоторға күнегеү өсөн ул йәш сағында башына "Һуғыш һәм солох" китабын ҡуйып, унар саҡрымға йәйәү бесәнгә йөрөгән. Әсәй менән атай икеһе лә спорт менән дуҫтар, улар ҡышҡы спортта ла, йәйге спортта ла призлы урындарҙан ҡалмайҙар. Әсәй мандолинала, атай ҡурайҙа уйнай. Әсәй бик моңло итеп йырлай ҙа, бейей ҙә. Бына шундай илһамлы, дәртле парҙар улар. Әйткәндәй, атайҙың ҡурайҙа уйнап, әсәйҙең йырлағанын Швецияла дискыға яҙҙырып, таныштарға бүләк иткәйнек. Иремдең өләсәһе, Францияның төпкөл ауылында йәшәгән 97 йәшлек әбей, көнө-төнө тик шул яҙманы ғына тыңлай. Ҡысҡыртып тороп ҡуя, һөҙөмтәлә бөтә ауыл ишетә. Ауылдаштары килеп, сәй эсеп, шул йырҙарҙы тыңлап ултырып та китә. Бик шифалы, яҡшы йоғонто яһай торған, йәнде дауалаусы моң был, тиҙәр. Мине күргәндә: "Ҡасан әсәйегеҙ килеп, беҙгә концерт ҡуя?" - тип һорайҙар. Шулай итеп, француздар беҙгә ҡарап: "Бөтәһе лә йырлай, бейей, музыка ҡоралдарында уйнай. Бөтәһе лә уҡымышлы һәм белемле. Ул ниндәй халыҡ ул?" - тип аптырай. Ситтә йөрөгәс, мин бындай һүҙҙәрҙе йәһүдтәрҙән дә, немецтарҙан да, инглиздәрҙән дә ишеткәнем бар.

"Маҡтау" тигәндән, ошо һеҙҙең әйткәндәргә эйәреп, бына беҙҙе күптәр маҡтай ҙа, тиһегеҙ, ә үҙебеҙ ниңә маҡтай һалып бара торған халыҡ түгел икән? Беҙ бит күберәк әрләйбеҙ... Был нилектән, һеҙҙеңсә?

Гөлнәзирә:
Сикләнгәнлектән. Сағыштырыу булмағанлыҡтан, башҡа миҫалдарҙы белмәгәнлектән. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәп, үҙе кеүектәр менән генә аралашып, аң кимәле тик бер йүнәлештә генә үҫешкән әҙәмдәр үҙенә оҡшаштарҙы тәнҡитләп тик ултыра инде. Быны бөгөн интернет донъяһында ла күрәһегеҙ. Бер милләт кешеләре, бер төрлө эш өсөн яналар, әммә энергияларын тик талаш-тартышҡа ғына сарыф итәләр. Сөнки уларҙың аң кимәле сикле.
Бер-береңә һоҡлана, күтәрә, ҙурлай белеү өсөн күңел киңлеге кәрәк. Икегеҙҙең дә, бишегеҙҙең дә бер ағас япраҡтары булыуығыҙҙы аңлау кәрәк. Йәғни, аҡыл кәрәк. Һин әллә ниндәй фәндәр бел, әллә күпме лозунгылар һөйлә, ә башҡаларҙы әрләйһең, хурлайһың, кәмһетәһең икән, тимәк, аҡылың үҫешмәгән. Белем менән аҡыл бергә үрелмәй тороп, әҙәмгә файҙа килтерә алмай.
Айһылыу: Көнләшеү тойғоһо һәр кемдә лә була. Тик ул хисте үҙеңә кәрәгенсә итеп ҡуллана белеү ҙә кәрәк. Кемдеңдер уңыштары һине көнләштерҙе икән, шуға ынтыл, маҡсат итеп ҡуй. Ә тик көнләшеп әрләп, ҡара яғып ҡына ултырып ҡалма. Кемгәлер йөҙ йыл көнләшеп ҡарарға ла була, унан һинең һаулығың ғына бөтәсәк. Йәки көнләшеүҙе инструмент итеп, шул кешенән дә юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә лә мөмкин. Йәғни, бөтә тойғоларҙы ла файҙаға бороп ебәрергә була.

Шәп ата-әсәләрҙең балалары булыу, шундай уңышлы ғаиләлә тыуып-үҫеү һеҙгә тормошта юл ярыуға ярҙам иттеме? Профессор атайығыҙ исеменә арҡаланған саҡтар булманымы ни?

Гөлнәзирә:
Атай-әсәйгә һалышыу тигәнде шул уҡ атай-әсәй үҙҙәре бала саҡтан уҡ башыбыҙҙан алып ташланы. Бик талапсан булдылар. Эшһеҙ йәйелеп ултырыу тигән нәмә хаҡында хыялланырға ла түгел ине. Китап уҡығанда ла тәгәрәп ятып булмай, уҡыйһың икән - өҫтәл артында ултырып ҡына.
Ҙур баҡса менән үҫтек, ул баҡсаның ҡара яҙҙан ҡыш башына тиклем эштәре балалар иңенә лә ятты. Уҡыуҙа ла, шәхси үҫештә лә маҡсаттар ҡуйылып ҡына торҙо һәм беҙ, балалар, сабыш аттары һымаҡ шул бәйгелә һынатмаҫҡа тырыштыҡ. Тора-бара ошо туҡтауһыҙ эшмәкәрлек итеү беҙҙең ҡанға һеңде һәм беҙ бөгөн дә һис кенә лә тик тора алмайбыҙ. Эшләмәй, ниндәйҙер бейеклектәр яуламай, алдыңа алынғанға өлгәшмәй, ынтылғанға барып етеүҙән ҡәнәғәтлек алмайса тора алмайбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ яҡшы күнекмә алғанбыҙ, тормошҡа йәшәүсе итеп кенә түгел, ә көрәшсе, яулаусы итеп әҙерләп ебәрелгәнбеҙ.

Атай-әсәйегеҙҙең ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер итеүенең серен беләһегеҙме?

Гөлнәзирә:
Һәр кеме үҙ ролен теүәл башҡара белгәндән, тип уйлайым. Һәр икеһен айырым алып әйткәндә, әсәйебеҙ тәбиғи ҡатын-ҡыҙ аҡылына эйә булған ҡатын. Ул атай менән һәр ваҡыт уйлап, самалап, яйын табып ҡына һөйләшә белде. Хатта кәрәк урында, кәрәк ваҡытта, кәрәк интонацияны ла дөрөҫ һайлай ине. Мин быларҙы әлеге йәшемдән ҡарап, аңлап әйтәм. Быларҙы төшөнөү өсөн дә миңә ярайһы ваҡыт талап ителде. Һәм әсәйебеҙ өсөн атайҙан да шәп, атайҙан да аҡыллы, атайҙан да ғәййәр ир юҡ. Ул шулай тип уйлай, шуға инанып йәшәй. Үҙе шулай ҡабул иткән ирҙең эргәһендә ҡатын-ҡыҙ бәхетле була ла инде. Ә ҡатын-ҡыҙ бәхетле булғанда уның янындағы ир ҙә, балалары ла, хатта йорт хайуандары ла бәхетле була ул.
Айһылыу: Ир менән ҡатын араһында бөтөн төрлө хистәрҙе лә еңеп китә алған бер төшөнсә бар - бер-береңә тиң булыу. Рухи ҡиммәттәр менән, мөмкинлектәр менән, физик һәм биологик тороштар менән, аң кимәле менән. Беҙҙең атай-әсәй шулай бер-береһенә тиң кешеләр булып сыҡҡан. Һәм улар ана шул тиңлектәрен файҙалана белгән, файҙаланырға аҡылдары еткән. Шул уҡ ваҡытта бер-береһенә мөнәсәбәт өҫтөндә эшләгәндәр ҙә. Бер-береңде хөрмәт итеп, бөтөн етешһеҙлектәре менән ҡабул итә белеп, кәмһетмәй, сикләмәй, баҫмай, күңелен төшөрмәй, уның ҡыҙыҡһыныуҙарын баһалап, көсө етмәгәндәй яуаплылыҡ һалмай йәшәй белеү ҙә үҙ өҫтөңдә эшләй белеү күрһәткеселер, тип уйлайым.
Гөлнәзирә: Башҡорт ғаиләләрендәге "атай әйткән һүҙ закон" тигән тәртип тә ҡаты тотолдо беҙҙә. Был да ғаиләнең бер тотоп торор, бәләләрҙән аралар ҡурсауы бит инде. Атай оҡшатмағанды, атай риза булмағандайҙы ҡыланыуҙан алыҫ булырға тырыштыҡ. Ябай һүҙ менән әйткәндә, әсәй-атайға, беҙ уларҙың икеһенә лә, унан ҡала тағы ла беҙ ике ҡыҙ өлкән ағайға буйһондоҡ. Ошондай мөнәсәбәттәр һаҡланды.
Атай менән әсәйҙең тышҡы ғына түгел, ә эске татыулыҡтары өйҙә гармония булдыра ине. Ғәйепле саҡта ла улар беҙҙе береһе әрләп, икенсеһе яҡламаны. Улар бер команда ине. Бына шундай өлгөлә үҫтек.

Ата-әсәйегеҙ һеҙҙең оло тормоштағы һайлауҙарығыҙға йоғонто яһай алдымы? Мәҫәлән, Айһылыу, һеҙ атайығыҙға буласаҡ француз кейәүен нисек итеп алып килеп күрһәттегеҙ?

Айһылыу:
Бик еңел эш булманы был. Тотош стратегик план төҙөнөм. Башта ағайым һәм апайым менән таныштырҙым. Улар атай-әсәйҙе яйлап әҙерләне. Миңә ағайымдың ризалығы ла бик мөһим ине, унан ыңғай яуап алғас ҡына атайҙарға өндәшергә батырсылыҡ иттем.
Икенсе милләт, икенсе ил кешеһе менән ғүмер итеү - ул бер-береңдең хистәрен генә ҡабул итеү түгел, ә бер-береңдең мәҙәниәтен, менталитетын, йәшәү рәүешен дә ҡабул итеү ул. Кешеләр бер милләттән булып та эт менән бесәй һымаҡ йәшәп ҡуя. Бер ҡәүемдә үҫеп тә аңлаша алмай, балаларын етем итә. Башҡорт ғаиләләрендә лә телһеҙ, моңһоҙ маңҡорттар үҫә. Миҫалдар ян-яҡ тулы. Шунлыҡтан, кешенең кеше булыуын уның милләте генә түгел, ә тәрбиәһе лә, аңы ла һәм башҡа күп кенә факторҙары ла хәл итә. Миңә сит илдә башҡорт булыуға бер кем дә ҡамасауламай. Минең ғаиләмдә мине башҡорт тип беләләр, минең телемде, мәҙәниәтемде хөрмәт итәләр. Милләттәштәрем менән осрашыуым, һабантуйҙар үткәреүебеҙ минең ғаиләләгеләр өсөн дә байрам. Һәм минең ошо тулы ҡанлы, үҙем теләгәнсә, үҙ рухыма ярашлы булғанса йәшәүемде атай-әсәйем белеп-күреп тора. Улар ҙа беҙҙең миҫалдарҙа кешеләрҙең кешелеген милләткә генә ҡарап түгел, ә эске булмышына ҡарап баһалап өйрәнде.

Ҡыҙҙар, һеҙ бөгөнгө өлгәшкән халәтегеҙгә етеү өсөн ниндәй юл үттегеҙ? Уҡынығыҙ, эшләнегеҙ, шөғөлләндегеҙ...

Гөлнәзирә:
Башҡортостанда институтта уҡығандан һуң мин сит илдәрҙә, сит милләттәр менән уҡыным. Беҙҙең халыҡта, әгәр беҙ сит халыҡ араһына сыҡһаҡ, юғалабыҙ, ситтәрҙе индерһәк, тарҡалабыҙ, тигән хата фекер бар. Әгәр ғаиләлә өйрәтелһә, ғаиләлә тотолһа, бөтөн был рухи төшөнсәләр, бер нәмә лә онотолмай ҙа, юғалмай ҙа. Ата-әсәһе туған телгә, үҙ халҡына һөйөү тәрбиәләй алмаған ғаиләләрҙә бөгөн "телһеҙ" балалар бихисап. Ә күпме халыҡтар донъя буйлап таралып та, милли рухтарын һаҡлап йәшәй. Тимәк, эш территорияла, сикләнгәнлектә, махсус программаларҙа һәм статустарҙа ғына түгел. Һүҙемдең нигеҙе, ниндәйҙер юғары һәм төплө белемгә өлгәшеү өсөн иң тәүҙә башыңдағы һәм йәмғиәттәге сикләүҙәрҙе емереп сығырға кәрәк, тигәнгә ҡайтып ҡала. Мин, мәҫәлән, психология һәм йога буйынса Филиппин утрауҙарында, Швейцарияла, Һиндостанда, Ҡытайҙа, Болгарияла, Польшала уҡыным һәм оҫталар ҡулында шөғөлләндем. Ошо әҙерлеккә ун йылдан ашыу ғүмеремде бирҙем. Бары шунан һуң ғына, эҙләгәнемдең инешен тапҡас ҡына, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн консультациялар үткәрә алам.
Айһылыу: Швейцарияға уҡырға барғас, мин шундай шарттарҙа йәшәнем: икмәк алам тиһәң, һөткә аҡса юҡ, һөт алам тиһәң, икмәккә етмәй. Шуға мандарин ала ла, көнөнә бер (!) мандарин ашап, йән аҫрай инем. Телде белмәйем. "Һаумыһығыҙ", "хуш булығыҙ" тип кенә әйтә алам, ә лекциялар тик инглиз телендә генә. Донъя иҡтисады, бухгалтер учеты, логистика кеүек предметтарҙы төрлө илдәрҙән килгән, һәр береһе үк акценты менән булған уҡытыусылар уҡыта. Унда мин кемгәлер төбәп бармағанмын, таныштарым юҡ. Күтәрә алмаҫтай, йырып сығып булмаҫтай хәлдәр кеүек. Тик мин үҙемде ҡулға алдым, килгәнһең, башлағанһың икән, аҙағынаса ет, тинем. Көн дә иртәнсәк тороп, ун саҡрымға йүгерҙем, һалҡын душ ҡабул иттем һәм бәләкәс кенә бүлмәмдә тел өйрәнергә ултырҙым. Лекцияларға йөрөнөм, тырышып-тырышып һөйләштем һәм хатта бөтөн башҡа ҡыҙыҡһыныуҙарҙан, аралашыуҙарҙан тулыһынса сикләндем. Илемде лә, рус һәм башҡорт телле дуҫтарымды ла, телефонды ла оноттом. Туғандарға ғына имен икәнемде яҙып ебәрәм дә - бөттө. Алдыма маҡсат ҡуйып, тик уға ғына төбәп барҙым. Ун ике айҙан дипломымды иң юғары балға яҡлап сыҡтым. Ҡабул итеү комиссияһы хатта был хеҙмәтте үҙем яҙғаныма шик белдереп, саҡыртып алды, "Дөрөҫөн әйтһәгеҙ, ғәфү итәбеҙ" тинеләр. Мин "Был хеҙмәттәге һәр һүҙ өсөн яуап бирә алам", тинем һәм шулай иттем дә. Бер бик талапсан уҡытыусы һәр бер һанды тикшереп, һорауҙар менән күмеп ултырҙы. Бынан бер йыл элек кенә телһеҙ булған студенттың бөгөнгө күренеше уны һәм башҡаларҙы ла аптыратты, әлбиттә. Иң аҙаҡтан был профессор тороп, ҡулымды ҡыҫты ла: "Минең улым бар, бәлки, һин беҙҙең ғаилә менән танышырһың?" - тигән тәҡдим яһаны. Шунан һуң был университеттағы күп уҡытыусылар коридорҙа минең менән ҡул биреп күрешер булдылар.
Мин быларҙы ниңә һөйләйемме? Дисциплина тигән нәмәнең ниндәй көскә эйә булыуын күрһәтеү өсөн. Ғаиләмдә алған тәртип һәм эшкә яуаплы ҡарай белеү, рухи көс, физик әҙерлекле булыу һәм шуларҙы көн һайын да үтәй барыу миңә уңыштар килтерҙе. Быны һәр беребеҙ эшләй ала.

Айһылыу, беҙҙекеләр менән сағыштырғанда, сит ил ҡатын-ҡыҙҙары йәшәйешендәге күҙгә ташланған айырмалыҡтарҙы әйтеп китегеҙ әле?

Айһылыу:
Айырмалыҡтар ҙа, шул уҡ ваҡытта оҡшашлыҡтар ҙа етәрлек. Ыңғай фекерләй белеү өсөн иң башта айырмалыҡтарҙы түгел, ә оҡшашлыҡтарҙы күрә беләйек, тип әйткәйнем инде. Башта бер ҡыҙыҡ ҡына нәмәне әйтеп үтәйем. Эш буйынса төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән бик ярлы илдәрҙә лә булырға тура килә. Һәм мин күргән иң бәхетле кешеләр, һәр хәлдә, үҙҙәрен бәхетле тип һанаған кешеләр, шул яҡтарҙа осраны. Улар Алланың ғүмер биргәненә һәм ошо яҡты көндә ашар, кейер нәмәләре булыуға ла риза булып, артығын дауламай йәшәй беләләр. Йәшәүҙең бер фәлсәфәһен төшөнгән, ризаһыҙлыҡ, нәфсе менән ағыуланмаған йәндәр. Мин уларға ысынлап көнләшеп ҡараным.
Һорауға килгәндә, сит илдә, мәҫәлән, Францияла, Швейцарияла ҡатын-ҡыҙҙың оло йәштәгеләрен айырып әйтеп китер инем. Бына унда матурлыҡ салонына барһаң, тик әбейҙәр ултыра. Улар тырнаҡ эшләтә, макияж һылата, сәсен буята йә бөҙрәләтә. "Әбейҙәр" тип әйтеү ҙә килешмәй хатта. Беҙҙә апайҙар 55-60-тан үтһә, үҙҙәренә ҡул һелтәй, ә француженкалар киреһенсә ҡылана. Ашауҙарын, кейенеүҙәрен, сәләмәтлектәрен ҡайғыртыуға күсәләр.
Эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ иһә артыҡ биҙәнеп-төҙәнмәй, уңайлы кейем, яҡшы һәм дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү уларҙың тормош девизы.
Унда тағы ла кешеләрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте лә күпкә мәҙәнилерәк. Мәҫәлән, берәй пар айырылышты икән, уртаҡ балалары менән аралашҡанда улар бергә лә йөрөргә, хатта икенсе парҙары менән ҡушылып йөрөргә лә ризалар. Бер бала арҡаһында ике яңы ғаилә бер-береһен хөрмәт итеп аралашып йәшәп ятырға мөмкиндәр.
Ике кеше ғаилә ҡора икән, улар икеһенең дә ҡыҙыҡһыныуҙарын, эшен һәм башҡа шөғөлдәрен уртаға һалып һөйләшеп аңлаша. Мәҫәлән, ир кеше ниндәйҙер көндө балыҡҡа йөрөй, ҡайһылыр мәл дуҫтары менән осраша, футболға бара, спорт менән шөғөлләнә. Ҡатыны, мәҫәлән, айырым бер ваҡытта фитнесҡа китә, бер мәлдә әхирәттәренә бара, ата-әсәһен ҡабул итә һәм тағы ла ниндәйҙер эштәре бар. Бала буйынса ла шулай яуаплылыҡтар тәртип буйынса һалына. Ғәҙәттә уларҙа шулай. Ә беҙҙә ғаилә ҡороу ул, тимәк, бер-береңә хужа булыу, бер-береңде сикләүгә, баҫыуға ҡайтып ҡала ла, аңлашмаусанлыҡтар сыға.
Балалар тәрбиәләүгә килгәндә, уларҙы сикләү һәм баҫыу юҡ. Киреһенсә, ирекле фекерләргә, уй-ниәттәрен әйтә белергә, теләктәренән оялмаҫҡа өйрәтәләр. Уҡытыусыға, полицияға йәки башҡа орган хеҙмәткәрҙәренә лә бәләкәйҙән үҙ хоҡуҡтарын белеп мөрәжәғәт итеү мәҙәниәте ныҡ үҫешкән. Йәмғиәт тә баланы үҙ тиңе итеп ҡарай.
Тағы ла унда ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәт ҙур. Уларҙың хоҡуҡтары яҡшы һаҡлана. Беҙҙә ир-егеттәр шашып киткән, тип йомшаҡ итеп әйтәйек. Хатта ҡырағайҙарса тәбиғи инстинкттар менән генә йәшәйҙәр, тиергә лә була. Ҡатын-ҡыҙҙы үҙ шәхси милкең итеп ҡарау, туҡмау, кәмһетеү, уға ғаилә проблемаларын йөкмәтеп ҡуйыу сит илдәрҙә закон тарафынан эҙәрлекләнә. Был тәртиптәрҙе ир-егеттәр күптән инде яҡшы һеңдергән һәм ҡанундарҙы тик енәйәтсе булғандар ғына боҙа. Ә беҙҙә, үкенескә ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙың хәле көнләшерлек түгел.
Һанай китһәң, күп улар. Мин үҙ илемде, республикамды, милләтемде бер ҙә кәмһетеп әйтмәйем, бары күҙгә ташланған сағыштырыуҙар ғына былар. Тағы ла беҙҙәге бысраҡлыҡ, юлдарҙағы, урамдарҙағы, ҡала ситтәрендәге тәртипһеҙлек, тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡараш ныҡ күҙгә ташлана. Былар өсөн ысынлап оят.

Гәзит уҡыусыларға бирергә теләгән кәңәштәрегеҙ?

Гөлнәзирә:
Мин кәңәштәремде интернеттағы һәр сығышымда бирәм. Ғүмерҙе бушҡа, кемгәлер арнап, кемдәндер ҡурҡып, идеяларға табынып үткәрмәгеҙ. Уҡығыҙ, белегеҙ, төрлө яҡлап үҫешегеҙ. Эске донъяғыҙҙы ғәйбәт, көнсөллөк, тәнҡит кеүек ҡаралыҡ менән тултырмағыҙ. Яман кешеләр менән аралашмағыҙ. Асыҡ булығыҙ, аңлайышлы булығыҙ, маҡсатлы булығыҙ.
Айһылыу: Тәртип менән йәшәп өйрәнегеҙ. Ҡыҙыҡһыныуҙар менән. Бөтөн нәмәлә лә сама белегеҙ: ашауҙа, йоҡола, яратыуҙа, аралашыуҙа, хәбәрҙә. Башҡаларҙың ҡылығы, эше, уңыштарына ҡыуана, һоҡлана белегеҙ. Яҡшы һүҙҙе үҙегеҙ башлап әйтегеҙ һәм донъя ла һеҙгә йөҙө менән боролор. Был тәбиғәт ҡануны һәм кешелектеке лә.

Шулай итеп...
Ошондай һөйләшеүҙәрҙән һуң оҙаҡ ҡына шул ыңғай тулҡында йөрөйһөң. Аралашҡан кешеләреңдән алған яҡты энергия, позитив фекерләү ағымында булаһың. Ысынлап яҡшы тәьҫир итә улар. Һәм ошондай кешеләр күберәк булһа икән, тип уйлайһың. Эшлекле, энергиялы, алға хәрәкәт итә белгән, уңыштарға өлгәшкән һәм үрнәк була алған кешеләр.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 451

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru