Мәскәүҙә 2024 йылда билдәләнәсәк Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығына башҡарыласаҡ эштәр планы раҫланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, алда торған юбилей - ҡунаҡтар өсөн түгел, ул тәү сиратта ҡала халҡы өсөн. Шуға күрә барлыҡ ихаталарҙа, урамдарҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙа тәртип булдырыласаҡ. Шулай уҡ төп төҙөлөш объекттары ла буласаҡ. Түбәндә бирелгән исемлек - асыҡ, йәғни уға яңы проекттар ҙа өҫтәләсәк, ә финанслау урындағы һәм федераль бюджеттан бүленәсәк. Мәғлүм булыуынса, юбилей сараларын федераль кимәлдә үткәреү инициативаһын Владимир Путин шәхсән хуплап сыҡты һәм РФ Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты төҙөргә, уның рәйесе вазифаһын вице-премьер Алексей Оверчукка йөкмәтте.
1. Рус драма театрында сымдар, кондиционерҙар системаһы, ултырғыстар, акустика, ут, сәхнә ҡорамалдары алмаштырыласаҡ, ҙур зал тулыһынса ремонтланасаҡ, бинаның тирә-яғы төҙөкләндереләсәк. Проекттың хаҡы - 1,5 миллиард һум.
2. Ҡурсаҡ театры 1976 йылда төҙөлгәндән алып ремонт күрмәгән. Капиталь ремонттан һуң бында яңы зал ғына түгел, кафе, балалар түңәрәктәре, музей буласаҡ. Проекттың хаҡы - 780 миллион һум.
3. Өфө дәүләт циркы бинаһы һуңғы тапҡыр 1994 йылда төҙөкләндерелгән һәм 2017 йылда ремонтҡа ябылған. Бында тулыһынса вентиляцияны, йылытыу системаһын, электр сымдарын, ҡыйығын алмаштырасаҡтар, тамаша залын, хайуандар торған бинаны тулыһынса ремонтлаясаҡтар. Проекттың хаҡы - 1,5 миллиард һум.
4. Октябрь революцияһы урамы - үҙенең тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалған иң боронғо урамдарҙың береһе. Урамда XVIII-XIX быуаттың семәрләп эшләнгән тәҙрә баштары һәм мансардалы 45-тән ашыу йорт һаҡланған. Боронғо Өфө рухы бында һаман да йәшәй. Йорттарҙы тулыһынса реставрациялау, урамдың бер өлөшөн йәйәүлеләр урамы итеп үҙгәртеү планлаштырыла. Проект хаҡы - 2,13 миллиард һум.
5. Ағиҙелдең яр буйы ҡаланың төп йәйәү йөрөү урыны булып тора. Уны өс ҡатлы итеп эшләү рекреацион, йәйәү йөрөү һәм спорт ҡеүәтен тулыһынса үҫтереү мөмкинлеге бирә. Проекттың хаҡы - 1,2 миллиард һум.
6. "Ҡашҡаҙан" паркы - ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны. Бында күл тәртипкә килтерелә, яңы эскәмйәләр ултыртыла, аттракциондар урынлаштырыла. Яҡын арала ҡаланың был йәмәғәт территорияһы тағы ла матурыраҡ буласаҡ. Проекттың хаҡы - 650 миллион һум.
7. Теплое күле һәм Баландин бульвары. Инорс биҫтәһенең айырым йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа киләсәк. Бында яңы парк булдырып, Теплое күленең яр буйын төҙөкләндереп, заманға яраҡлаштырасаҡтар. Проекттың хаҡы - 700 миллион һум.
8. Депозитарий һәм археология музейы V-XVI быуаттарҙың археология һәйкәле булған "Өфө-II" ҡаласығы майҙаны территорияһында, ҡаланың тап үҙәгендә асыласаҡ. Асыҡ һауалағы музей башҡорт еренең уникаль мираҫын киң йәмәғәтселеккә еткереү мөмкинлеге бирәсәк. Музей Төркиәләге кеүек буласаҡ. Проект хаҡы - 1,26 миллиард һум.
9. Волейбол үҙәге. Калинин исемендәге парк эргәһендә халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыу өсөн спорт комплексы төҙөләсәк. Бында 5 мең тамашасы һыйҙырышлы универсаль спорт залы, спорт-тергеҙеү медицина үҙәге менән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәп-интернаты буласаҡ. Проект хаҡы - 4,3 миллиард һум.
10. Спорт көрәше буйынса халыҡ-ара үҙәк "Глумилино" биҫтәһендә урынлашасаҡ. Комплексҡа 3400 тамашасы һыйҙырышлы спорт-концерт залы, 19 көрәш келәме, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, ҡунаҡхана, конференц-зал, медицина-тергеҙеү үҙәге һәм башҡа ярҙамсы биналар инәсәк. Проекттың хаҡы - 3,58 миллиард һум.
11. Интернационал районында Ағиҙел йылғаһы аша күпер Салауат Юлаев проспекты менән Черниковканы һәм Өфө Затонын, 8 Март, Алексеевка ҡасабаларын тоташтырасаҡ. Күперҙең оҙонлоғо 1322 метр, проекттың хаҡы - 10,5 миллиард һум.
12. Салауат Юлаев проспектының икенсе сираты Ватутин урамы (адмирал Макаров урамы аша) аша Октябрь проспекты һәм Интернационал урамы киҫелештәренә тиклем дауам итәсәк. Проекттың хаҡы - 9 миллиард һум.
КИРЕ СЫҒЫРҒА