«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫСЫН БАШҠОРТ БАЙРАМЫ УЛ!
+  - 


Донъяла байрамһыҙ халыҡтар булмай. Сәнғәте, фәне иң юғары бейеклектәргә күтәрелгән, йыһан киңлектәрен гиҙгән милләттәр ҙә, джунгли кеүек урман шырлыҡтарында берәү менән ҡатнашмай, үҙ донъяларында мәж килгән бәләкәй генә ҡәбиләләр ҙә, ниндәй ҙә булһа ваҡиғаға арнап, байрамдар үткәрә. Күренекле урыҫ ғалимы М.Бахтин байрамдарҙы, мәҙәниәттең иң тәүге төрө, ти. Ҡайһы бер ғалимдар, кешелек таш быуат замандарында уҡ байрамдар үткәргән, тигән фекерҙә. Йәғни, кешелек мәҙәниәте формалаша башлаған саҡтарҙа байрамдар ҙа формалаша башлаған, тиергә була. Борон-борондан байрамдарҙы ниндәй ҙә булһа берәй ваҡиғаға бәйләп, уларға арнап үткәрер булғандар. Был ваҡиғаларға ҡышҡы һыуыҡтар (селлә) бөтөп, йылы көндәр килеүе, сәсеүгә төшөү йәки сәсеү эштәренең тамамланыуы, көҙөн уңыш йыйып алыу, ҡышҡы һуғымдар башланыу кеүек ваҡиғаларҙы индерергә була.
Башҡорттар ҙа бик борондан үҙҙәренең тормош-көнкүрешенә, тәбиғәтенә яраҡлаштырылған байрамдар үткәрер булған. Бындай байрамдарға - ҡарғатуй (ҡарға бутҡаһы), кәкүк сәйе, наурыз, нардуған, һуғым кеүектәрҙе индерергә була. Ошондай эреле-ваҡлы байрамдарыбыҙ араһында иң көтөп алынғаны, төрлө мауыҡтырғыс тамашаларының күплеге, бай йөкмәткеһе менән айырылып торған байрам - ул һабантуйҙыр. Хәҙерге ваҡытта һабантуй башҡорттоң ғына милли байрамы булыу сиктәренән сығып, Башҡортостан Республикаһында йәшәгән бөтә халыҡтарҙың да уртаҡ һәм яратҡан бер байрамына әүерелде. Быға тик ҡыуанырға ғына ҡала.
Башҡорт һабантуйы тураһында фәндә иң тәүге мәғлүмәттәрҙе 18-се быуаттың урыҫ ғалимдары Георги, Лепехиндың хеҙмәттәренән табырға була. Мәҫәлән, Георги башҡорт һабантуйының эстәлеген тасуирлап яҙғандан һуң, сирмештәрҙә лә (хәҙерге мари халҡында - З.Ә.) һабантуйға оҡшаш байрам барлығын билдәләп киткән. Георгиҙың яҙмаларынан күренеүенсә, шул заман һабантуйының тамашалары һәм эстәлеге хәҙерге заман һабантуйы менән, дөйөм алғанда, тап килә, тип әйтергә була. Һабантуй, ғөмүмән, күп кенә төрки халыҡтарында бар. Мәҫәлән, башҡорт менән татарҙан тыш, нуғайҙар, ҡумыҡтар, ҡарасай-балҡарҙар ҙа уны байрам итә. Эстәлеге лә, ҡайһы бер айырымлыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, яҡынса тап килә, тип әйтергә була. Һабантуйҙы Себерҙә йәшәгән төрлө эреле-ваҡлы төрки телле халыҡтарҙың милли байрамдары менән сағыштырып тикшереү был милли байрамыбыҙҙың тамыры бик боронғо дәүерҙәрҙә һәм дөйөм бер тамырҙан икәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, яҡуттарҙа - ысыах, хакастарҙа -тон пайрам, тываларҙа -шагаа, алтайҙарҙа сага-байрам кеүектәр шундай уртаҡ тамырлы байрамдарҙандыр. Тарихтың тағын да тәрәнерәк осорҙарына күҙ һалһаҡ, боронғо һунндарҙың да беҙҙең һабантуй кеүегерәк байрам үткәреүе тураһында Ҡытай яҙмаларында мәғлүмәттәр һаҡланған. Унан алдараҡ дәүерҙәрҙә шундай уҡ байрамды скифтарҙың, сактарҙың үткәреүе тураһында боронғо гректар яҙып ҡалдырған. Көнсығыш иран телдәренең береһендә һөйләшкән сактарҙың сарматтар, аландар кеүек үк, башҡортто формалаштырыуҙа ҡатнашыуы фәндә иҫбат ителгән бер факт булып, хәҙер быға берәү ҙә шик белдермәй. Тимәк, милли байрамыбыҙ - һабантуйҙы ата-бабаларыбыҙ беҙҙең дәүерҙәргә тиклем үк үткәргән һәм уның йәше бер нисә мең йыл иҫәпләнә, тип әйтә алабыҙ.
Был байрам Ислам диненә ҡәҙәр үк, донъяла мифологик аң хөкөм һөргән дәүерҙә формалашҡанға күрә, уның эстәлеген дә башҡорт мифологияһынан сығып аңлатырға кәрәк. Шунһыҙ, беҙ һабантуйҙың эстәлеген тулыһынса аңлауға өлгәшә алмаҫбыҙ. Мине һабантуйҙың эстәлеге күптән, студент йылдарынан уҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Ошо ҡыҙыҡһыныуым эҙләнергә, соҡсонорға мәжбүр итеп торҙо һәм, ниһайәт, байрамдың семантикаһын аса алдым кеүек. Шуларҙы уҡыусыға тәҡдим итергә булдым. Хәҙерге һабантуйҙар яҙғы сәсеү эштәре үткәс, ошо эштәргә йомғаҡ яһау кеүегерәк үткәрелә. Элек иһә, башҡорттар һабантуйҙы ҡар иреп, тау биттәрендә йәшел үлән ҡалҡып, ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас үткәрер булған. Был байрам башҡорттоң боронғо календарь байрамы булараҡ, тәбиғәттең терелеүен, тормоштоң яңырыуын һынландырған тамашаларҙан торған. Яҙ көндәре, тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, донъя һәм кеше тормошо яңырған саҡта, донъялағы күп халыҡтар һабантуйҙы байрам иткән һәм уны әле лә байрам итәләр.
Һабантуйҙағы тамашаларҙан - ат сабышы (бәйге), йүгереү, көрәш, бейек текә бағана башына (һырғауылға) үрмәләү, көршәк ватыу, бер яҡ башы ергә ҡыялатып ҡаҙып ултыртылған, икенсе башына аҡ тәкә бәйләнгән сайҡалып торған бүрәнә аша үтеп, шул тәкә-бүләкте алыу, ике аяҡты ла тоҡҡа тығып, бер-береһен уҙа-уҙа йүгерергә маташыу кеүек тамашалар башҡорт һабантуйының мотлаҡ үткәрелергә тейешле ритуалдары. Борон замандарҙа был тамашаларҙың һәр береһенең башҡорт өсөн эстәлеге, мәғәнәһе (семантикаһы) аңлайышлы булған. Уларҙың тейешле итеп, тулы үтәлеше башҡорт донъяһының именлегенә йоғонто яһай, шуны тәьмин итә, тип ышанған боронғолар. Сөнки боронғо башҡорттоң уйлауынса, шулай уҡ башҡорттоң мифологик, этнографик, фольклор материалдарынан күренеүенсә, һабантуйҙа үткәрелгән тамашаларҙы донъя (Йыһан) яралған саҡта уларҙың иң боронғо ата-бабаһы Урал батыр башҡарған. Урал батыр өсөн улар тамаша ғына түгел, ә бөтә донъяны хаостан (дейеү, аждаһаларҙан) азат итеп, донъяны әҙәм балаһы һәм бүтән тере йәндәр имен-аман йәшәрлек хәлгә килтереү кеүек кеше атҡарып сыға алмаҫлыҡ ауыр эш булған. Йәғни, хәҙерге заман театр теле менән әйткәндә, Урал батыр эпосы сценарий булһа, һабантуй иһә ошо сценарийға ҡоролған тамаша була. Бының шулай икәненә башҡорт халыҡ ижадынан әллә күпме миҫалдар килтерергә була.
Боронғо замандарҙа һабантуйҙағы ике батырҙың көрәшен аҡ, саф, изге көстәрҙең яуыз ҡара көстәргә ҡаршы көрәше тип аңлағандар. Урал батыр эпосында Урал Ҡатил батша иленә барып сыҡҡас, был илдә үгеҙ менән көрәшеп, уны еңә һәм бөтә ҡара, яуыз көстәрҙе юҡ итә. Батырҙарҙың үгеҙ менән көрәше тураһында башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә телгә алына. Үгеҙ менән көрәш, ғөмүмән, төрки халыҡтарҙың бик борондан килгән йолаһы булған. Был турала ғалимдар күптән инде әллә күпме хеҙмәттәр яҙып сыҡты. Әлеге үгеҙ менән көрәш йолаһында үгеҙ ҡышты һынландырған, сөнки ул боронғо ата-бабаларыбыҙҙың мифологик ҡараштары буйынса, ҡыштың, теге донъяның символы булған. Шуға күрә, Урал батырҙың үгеҙ менән көрәшен һәм был көрәштә еңеүен яҙҙың ҡышты еңеүе тип аңларға кәрәк.
Борон шулай уҡ һабантуйҙа тоҡ кейеп йүгереү ярышының да үҙ мәғәнәһе булған. Хәҙер был бер ҡыҙыҡ һәм дә мәҙәк тамаша булараҡ ҡабул ителә. Башҡорт этнографияһында ярымтыҡ, шүрәле тигән әҙәм балаһына зыян килтерергә маташыусы мифологик заттар тураһында бихисап легендалар, риүәйәттәр һаҡланған. Боронғо башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, ана шул ярымтыҡ тигәненең күҙе лә, аяғы ла тик берәр генә, йәғни һыңар булған. Улар төндә атта йөрөргә яратҡандар, тип тә әйтелә фольклорҙа. Зәғифлек, боронғоларҙың уйлауынса, теге донъя менән бәйләнеште аңлатыусы бер символ. Теге донъя иһә, мифологик ҡараштар буйынса, ҡыш менән дә бәйле. Башҡорт ҡобайырҙарында "Ҡара ерҙең үлгәне - ҡар аҫтында ҡалғаны", тигән юлдарҙан ҡарҙың, ҡыштың үлем менән бәйле булыуын күрәбеҙ. Фәнни мәғлүмәттәрҙән ҡыш менән үлемдең борон синоним булараҡ йөрөүен беҙ бер башҡортта ғына түгел, һинд-иран телле һәм бүтән телле халыҡтарҙа ла күрәбеҙ. Башҡорттарҙың боронғо инаныуҙары буйынса, теге донъяла ожмахҡа юлда сират күпере аша үтергә кәрәк. Был күпер аша үҙ ғүмерҙәрендә тик яҡшылыҡ, изгелек ҡылған кешеләрҙе аҡ тәкә үткәреп ебәрә, имеш. Беҙҙә әле лә, бик ныҡ өлкәнәйеп, йәшәргә күп ҡалмаған кеше тураһында кинәйәләп "Аяғына аҡ тәкә бәйләнгән ине", тигәнде ишетергә була. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, теге донъяла сират күпере аша үтергә күп ҡалмаған, тип аңларға кәрәк. Һабантуйҙа ҡыялатып ергә ҡаҙып ултыртылған, сайҡалып торған бағана аша үтеп, осона бәйләнгән тәкәне призға алыуҙы ана шул сират күпере аша уҙып, ожмахҡа эләгеүҙең символик бер һынландырылышы, тиеберәк аңларға була. Теге донъяла ниндәйҙер бер күпер аша үтеү тураһындағы инаныстар бик күп халыҡтарҙа бар.
Һабантуйҙың тағын бер мәҙәге - күҙҙәрҙе бәйләп көршәк ватырға маташыуҙы ла башҡорт мифологияһынан аңлатырға була. Этнографтарҙың материалдарынан күренеүенсә, яңы ваҡыт башланған мәлдә иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу, уларҙы ватыу, онтау йолаһы бик күп халыҡтарҙа бар. Күп кенә халыҡтарҙа, мәҫәлән, Европа халыҡтарында, шулай уҡ Урта Азияла йәшәгән тажик, үзбәктәрҙә яңы йыл башланыуҙы аңлатҡан Наурыз байрамында был йола байрам шаярыуы булараҡ әле булһа үтәлеп килә. Был йоланың мәғәнәһе - иҫкене ватып, яңыға юл ярыу, сөнки, иҫке китмәй тороп, яңыға юл бикле. Башҡортта әле лә "Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй" тигән әйтем йәшәп килә. Бының мәғәнәһе - кемдер берәү үлеп, теге донъяға күсеп, урын бушатмай тороп, яңы тыуырға тейеш икенсе берәүгә урын юҡтыр.
Боронғо төркиҙәрҙең, шул иҫәптән, башҡорттарҙың мифологик ҡараштары буйынса, Тәңре йәшен уғы менән атып, табаҡтай күкте яра һәм шунан ғына йомортҡа ярылып, яңы йән эйәһе донъяға тыуған кеүек, донъя ярала. Был мотив башҡорт фольклорында бик яҡшы һаҡланған. Мәҫәлән, Буҙансы батыр, Ҡараса батыр, Етегән батыр әкиәттәрендә һәм башҡаларҙа Йүгерек батыр йүгереү ярышында йоҡлап китә һәм уны уятыу өсөн батырҙың дуҫы уҡ менән Йүгеректең башына кейҙерелгән сүлмәкте (ҡаҙанды) яра ата. Шунан һуң Йүгерек батыр уяна һәм хәҙерге тел менән әйткәндә, финишҡа беренсе булып килеп етә. Бында уҡ атыу шул уҡ йәшен уҡтың символы булһа, ә йоҡлап уяныуҙы үлеп һәм яңынан терелеү, яңынан йәшәй башлау, тип аңларға кәрәк. Ошоларҙан сығып, һабантуйҙағы көршәк ватыуҙы ла Тәңренең донъяны барлыҡҡа килтергән мәлдә уҡтан атып, өр-яңы донъяны барлыҡҡа килтереүенең символик һынланышы, тип аңларға була. Һабантуйҙа бейек бағана (һырғауыл, һырғый тип тә әйтәләр - З.Ә.) башына менеп бүләк алып төшөүгә лә башҡорт мифологияһынан аңлатыу табырға була. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяуи ҡараштары буйынса, донъяның үҙәгендә Донъя тирәге (Донъя ағасы) үҫә, имеш. Был ағас яҡты донъяны аҫҡы һәм юғарылағы (күк) донъяларға тоташтырып тора. Ағастың тамыры - аҫҡы донъя, ә башы юғарылағы күк донъяһы менән тоташтырып тора. Был ағастың тамырына бик ҙур бер йылан оялаған, ә иң үрге осонда Сәмреғош оя ҡорған. Хәтерегеҙҙәлер, Аҡъял батыр әкиәтендә батыр егет Сәмреғоштың балаларын баяғы йыландан ҡотҡарғас, Сәмреғош батырҙы аҫҡы донъянан яҡты донъяға алып сыға. Һабантуйҙағы бейек, шыма һырғауыл ана шул донъя үҙәгендә үҫеүсе Донъя ағасының символылыр. Борон был бейек бағанаға (һырғауылға, һырғыйға) менеүҙе күккә олғашып, унда Тәңренең үҙе менән күрешеп, унан бүләк алып төшөүгә тиңләгәндәр. Бындайыраҡ йолалар донъялағы күп кенә халыҡтарҙың мифологик ҡараштарында булған һәм әле лә күптәрендә һаҡлана.
Һабантуйҙа йола буйынса үтәлгән һәр тамашаның бик тә тәрән йөкмәткеһе бар һәм улар боронғо замандарҙа ниндәй ҙә булһа мәғәнә менән башҡарылған. Был боронғо байрамыбыҙҙың төп мәғәнәһе - донъялар имен, тәртиптә һәм ипле торһон тигән теләктәр. Тик ваҡыт үтеү менән уларҙың мәғәнәләре онотолоп бөткән, башҡорттар ислам диненә күсеп, һабантуйҙың төп мифологик нигеҙҙәрен һәм уны үткәреүҙең сәбәптәрен дә иҫтән сығарып, был байрамды матур һәм мауыҡтырғыс бер тамаша, тип кенә ҡарай башлаған.

Шулай итеп…
Башҡорт фольклоры һәм этнографияһы материалдарынан сығып, һабантуйҙы халҡыбыҙҙың иң борондан килгән төп бер байрамы тип әйтә алабыҙ. Был байрамды боронғо ваҡыттарҙа башҡорттоң ата-бабалары булған сак, сармат, аландар, һунндар ҙа үткәрер булған. Тимәк, беҙ, башҡорттар, әле һанап киткән халыҡтарҙың туранан-тура вариҫтары булараҡ, был байрамды үҙ байрамыбыҙ тип байрам итәбеҙ.

Зәкирйән ӘМИНЕВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 374

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru