«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (2-се бүлек)
+  - 


Тәфтиләү йүгерә-атлай килеп, ун ике сатырлы аҡ тирмәгә тиҙ генә инергә ынтылғайны ла ишек төбөндәге ике ҡарауыл мылтыҡтарын уға арҡыры ҡуйҙы. Һағауылдарҙың күҙе килеүсегә терәлде. Бер һүҙ әйтмәһәләр ҙә тегенеһе быларҙың ни теләгәнен аңланы.
- Тевкелев Алексей Иванович. Ғали йәнәптәренең саҡыртыуы буйынса, - тине. Тегеләр һаман ҡымшанманы, әммә тирмә ишегенән берәү сыҡты, күренеп тора - офицер. Уныһы Тәфтиләүҙе баштан-аяҡ күҙ менән һөҙҙө лә: - Индерегеҙ, - тип бойорҙо.
Мылтыҡтар тайшанды, Тәфтиләү алға атланы. Эстә йәнә бер ишек бар икән, быныһын Тәфтиләү һаҡ ҡына этеп асты, танауына тәмәке, тир, хушбуй ҡатнашмаһынан ауыр еҫ бәрелде. Күҙе алдында тирмә уртаһындағы ҙур булмаған өҫтәл тирәләй баҫҡан бер нисә ир һәм төптәрәк ултырғыста ултырған кеше пәйҙә булды. Быныһының етек сәстәре һәленеп төшкән, киң маңлайы менән бит остарында бөрсөк тир күренә ине. Күлдәк иҙеүе ысҡынған, һул ҡулының бармағында ҙур ҡашлы йөҙөк нур сағылдырып ҡуйҙы. Тәфтиләү ишек төбөндә тура ҡатты. Кемгә төбәп кенә өндәшергә белмәһә лә, ултырыусыға ҡараш йүнәлтеп:
- Ғали йәнәптәренең ҡушыуы буйынса килдем. Алексей Тевкелев, - тип ярып әйтте.
Тирмәләгеләр барыһы ла шым ҡалып, инеүсегә текәлде. Ултырғыстағы кеше, кеҫәһенән ҙур ҡулъяулыҡ сығарып, маңлайын, битен, муйынын һөрттө һәм инеүсегә ҡарап ултырғандан һуң:
- Йүнле мыйығың да юҡ, үҙеңде шәреҡ белгесе тиҙәр. Нисә йәш һуң һиңә? - тип һораны.
- Егерме ике йәш, ғәли йәнәптәре, - үҙе батша ошо икән, тип уйлап өлгөрҙө. - Мыйыҡҡа килгәндә, беҙҙең нәҫелдә йүнләп үҫмәй ул.
- Ниндәй нәҫелдән инде һин? Татарҙанмы? - Батшаның күҙ ҡарашы ҡатҡылланды.
- Татарҙан...
Тәфтиләүҙең аҫҡа ҡарағанын шәйләгән батша:
- Нәҫелеңдән оялаһыңмы? Унан оялыу яҙыҡ - кеше ата-әсһен дә, тыуған ерен дә һайлап ала алмай, - тип шелтәләне.
- Оялмайым. Мин Сыңғыҙ хандың вариҫы. - Тәфтиләүҙең башы сөйөлөп китте.
- О-о! Бөйөк Сыңғыҙ хан!.. Ә ни эшләп, улай булғас, исемеңде үҙгәртеп йөрөйһөң?
Быныһын да белә икән, тип кенә уйланы Тәфтиләү.
- Ҡотломөхәммәт тип әйтеүе ҡыйын бит урыҫтарға. Шуға Алексей ҡушаматы алдым. Атайҙы урыҫтар элек тә Иван ти торғайны.
- Суҡындыңмы?
- Юҡ.
- Беселгәнһеңме?
- Эйе.
- Тимәк, магометан.
- Эйе, мосолман.
- Мосолман Ҡотло ... мөх ... ә... - батшаның теле әйләнмәне, ҡулын һелтәне, - дөрөҫ икән, әйтеп булмай. Мосолман Леша, кил әле яҡыныраҡ.
Тәфтиләү өҫтәлгә яҡынлашты, баянан бирле быларҙы күҙәткән эре һөйәкле ирҙәр ситкәрәк тайпылды, Тәфтиләү батша менән күҙгә-күҙ ҡалды.
- Сыңғыҙ вариҫы булғас, был һуғышта һин минең еңелеүҙе теләргә, хәл ҡәҙәреңсә шуға булышырға тейешһең. Дөрөҫмө?
- Юҡ, ғали йәнәптәре. Сыңғыҙ дәүере күптән уҙған, Урҙалар туҙған. Көсө ташып торған Рәсәйҙе теләк менән генә еңеп булмаҫын белмәгән кеше иҫәр булыр ине. Был һуғышта һин еңәсәкһең, ғали йәнәптәре.
- Ҡайҙан килә был һүҙҙәр? Ялған түгелме?
- Түгел, мин бит ғәскәр араһында йөрөйөм. Был юлы ғәскәр һан яғынан да күп, ҡорал да яҡшы, һалдаттарҙың өҫтө лә бөтөн, тамағы ла туҡ, еңергә теләге лә ҙур.
- Ҡара-ҡара, күп һуғыш кискән сардар тиерһең, - батша яуаптан ҡәнәғәт ҡалды.
- Әйт әле, "сардар", - батша көлөмһөрәне. - Һуғыш башларҙан элек һеҙҙең татарҙар, ғәскәрҙе теҙеп ҡуйып, ике саф алдында ике батыр көрәштерәме ни?
- Эйе. Көрәштермәй, ә һуғыштыра. Был йола бик борондан килә. Кәрәк-кәрәкмәгәнгә артыҡ ҡан ҡоймаҫ өсөн уйлап сығарылған ул. Ике яҡтан да батыр сығарып һуғыштыралар ҙа, кемдеке еңә - шул еңелгәндең сардарына һуғышта еңелгән һымаҡ шарттар ҡуя. Шарттар үтәлһә, һуғыш булмай, ҡан ҡойошҡа юл ябыла. Йөҙәр, бәлки, меңәр йыл буйы килгән ғәҙәт был...

Рәшәткә артында

Наполеон Робеспьерҙы көтә лә көтә, тик тегенеһе һаман юҡ. Был ваҡытта ниндәй ваҡиғалар булғанын Бонапарт белмәй ҡала.
28 июлдә Париждың Грев майҙанында Огюстен Робеспьер, ағаһы Максимилиан һәм тағы ла бер нисә кеше менән ҡуша язалана - бик күп кеше алдында гильотина менән баштарын ҡырҡалар. Ғәйеп: был бәндәләр үҙҙәрен революционер тип алдап йөрөгән, улар революция тәғлимәттәренә хыянат иткән. Улар хыянатсы. Шуға язаға тарттырылалар.
Кешеләрҙең күбеһе бер нәмә лә аңламай. Нисек инде үҙҙәрен халыҡ юлбашсыһы тип йөрөгән кешеләр хыянатсы булһын? Яза балтаһы бер күтәрелһә, бөтөн башты ла киҫеп бөтмәйенсә туҡтамай инде. Парижда, шунан бүтән ҡалаларҙа бығаса ысын революционерҙар булып йөрөгән кешеләрҙе ҡыралар, ирек, демократия тигән нәмәләрҙең ауыҙын томаларға тотоналар. Өҫтәүенә, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә башлай. Шул саҡта ғына халыҡтың күбеһе үҙҙәренең алданғанын аңлай. Үҙҙәрен ысын революционер тип атап, якобиндарҙы язалаған бәндәләр - контрреволюционерҙар икән дә баһа.
Бының ысын асылын Наполеон үҙен ҡулға алғас ҡына аңлай. Бонапарт Робеспьер кешеһе ул, өҫтәүенә ҡаҙна аҡсаһын тәләф иткән, тип яҙғандар өҫкә һәм шул нигеҙҙә Наполеонды ҡулға алып, рәшәткә артына бикләп ҡуялар. Оҙаҡҡа түгел, ике аҙнанан сығаралар, әммә был хәл Бонапарттың күңелендә тәрән яра ҡалдыра. Әммә кемдең ошағы, йә кемдең яңылышлығы арҡаһында шулай килеп сыҡҡан - тикшереп торорға ваҡыт юҡ. Торған һайын үҙҙәрен хаҡлы һәм көслө итеп тоя барған монархия яҡлылар революционерҙарҙы һуңғы мәртәбә власть тирәһенән бәреп төшөрөргә яҫҡына. Якобиндар ҙа тик ятмай. Былар ҙа монархистарға ҡаршы әҙерләнә. Әммә быларҙың көсө монархистарҙыҡына ҡарағанда 4-5 тапҡыр аҙыраҡ. Шул мәлдә "сәхнә уртаһына" генерал Бонапарт сыға. Көстәрҙе сағыштырып ҡарағандан һуң ул ҡарарға килә: ғәскәр һаны күпме генә булмаһын, артиллерия кемдең ҡулында, шул еңәсәк. Ул төн йөҙөндә Париж тирәһендәге бөтөн тупты ҡулына төшөрә һәм Сена яры буйына иң уңайлы урынға урынлаштыра. Көн яҡтырғас, монархистар инде һөжүм башлайбыҙ ғына тип торғанда, быларҙың башына артиллерия туптары яуа башлай. Бер нисә ҡабат атыуҙан һуң ҡала майҙанында йөҙәрләгән мәйет һәм яралы кәүҙәне ташлап, монархистар ҡасып бөтә. Шулайтып, якобиндар ҡулында власты һаҡлап ҡалдыра һәм Француз республикаһы тураһындағы Конституция артабан эшләй, ә тәхеткә менергә әҙерләнеп бөткән Людовик ХVIII короллектән ҡолаҡ ҡаға.
Ә Бонапарт данға күмелә: хөкүмәт ултырышында ул революция батыры тип исемләнә һәм дивизия генералы дәрәжәһен ала, Парижда тупланған тотош хәрби көстәрҙең башкомандующийы итеп тәғәйенләнә. Наполеондың ҡулы аҫтына утыҙ туғыҙ меңгә яҡын хеҙмәткәр инә. Әммә был ғына уны ҡәнәғәтләндермәй. Наполеон Италияны алыу хыялы менән яна һәм Италиялағы әрменең (Италия менән сиктәш француз ерендә урынлашҡан әрме) башкомандущийы вазифаһын алыуға өлгәшә. Шул көндәрҙә бер дворяндың өйөндә үткәрелгән кисәлә Наполеон ике балалы ирһеҙ ҡатын Жозефина менән таныша. Ҡатындың ирен якобин революционерҙар (Наполеондың рухташтары) язалап үлтергән икән. Жозефина шунан бирле яңғыҙ. Наполеондан 6 йәшкә өлкән булһа ла, уларҙың араһында мөхәббәт уты шунда уҡ дөрләп китә һәм 1796 йылдың 8 мартында Жозефина менән Наполеондың туйы була. Ә өс көндән улар икәүләп Италия әрмеһе урынлашҡан урынға сығып та китә.

Италияла

Бонапарт 1796 йылдың 27 мартында үҙенә тапшырылған әрменең төп көсө урынлашҡан Ницца ҡалаһына килеп етә һәм ғәскәр менән таныша. Әрмелә 106 мең хеҙмәткәр һанала, ғәмәлдә утыҙ һигеҙ мең. Ҡалғаны - үле йәндәр: кем әсиргә төшкән, кем яраланған, кемелер үлгән, кемдәрҙер икенсе берекмәләргә күсерелгән. Һанда - күп, ғәмәлдә - юҡ. Улары ла ас, йүнле ризыҡ, кейем күрмәгән. Аттар бик аҙ. Ике атлы дивизия иҫәпләнә, ә уларҙа ни бары ике ярым мең һыбайлы. Бөтөн әрмегә утыҙ туп бар.
Ә ҡаршылағы дошмандың ғәскәрендә һикһән мең кеше, ике йөҙ туп. Итальяндарҙан тыш, француздарға австрия-сардина әрмеһе лә ҡаршы тора.
Бонапарт үҙенең туҙған ғәскәре менән ҡеүәтле ике әрмегә һөжүм итмәксе һәм еңмәксе була. Хәл-әхүәлде белгән кешеләр көлә Наполеондан: кәрлә генерал дошманын эшләпә менән һуғып йыҡмаҡ була. Шуға ҡарамаҫтан, Ниццаға килеүенә бер нисә көн тигәндә ул фарман бирә: һөжүм башларға! Бонапарттың еңеү тактикаһының иң отошлоһо - дошмандың башына ла килмәҫтәй хәрәкәт яһау. Был юлы ул ярым ас, ярым яланғас, еңел генә ҡоралланған ғәскәрен диңгеҙ яры буйлап йәйәүләп алып сығып китә. Сибек кенә бәләкәй кәүҙәле ап-аҡ йөҙлө генерал үҙе ғәскәрҙең алдынан төшә. Дүрт көндән француздар Италия еренә аяҡ баҫа. 12 апрелдә улар дошманы менән бәрелешә һәм тегеләрҙе еңеп, 4 байраҡ, 5 туп һәм 2 мең әсир ала. Бындай һөҙөмтәне көтмәгән дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа аптырап ҡала. Был хәл яңылыш ҡына булғандыр, тип баһалайҙар. Тик ике көндән тағы бәрелеш һәм тағы еңеү. Был юлы 15 байраҡ, утыҙ туп һәм 6 мең әсир. 22 апрелдә итальяндар бик ҡаты еңелеү кисерә. Француздар уларҙы эҙәрлекләп барып, Турин ҡалаһына етер алдынан ғына Кераско тигән ерҙә солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр итә.
Шулай итеп, Бонапарт итальяндарҙы австрия ғәскәренән айырыуға өлгәшә. Хәҙер австрия ғәскәрен теҙ сүктерергә кәрәк. Был юлы уларға бик дәһшәтле дошман ҡаршы тора. Һан яғынан да, ҡоралланыу, тәьминәт яғынан да австрия ғәскәре француздарҙыҡынан күпкә өҫтөн була. Бонапарттың яратҡан һүҙе: һан яғынан булған кәмселекте тиҙлек менән ҡапларға кәрәк. Ошо талаптан сығып эш итә лә инде ул. Лоди ҡалаһында Адда йылғаһының ике ярын тоташтырып торған өс йөҙ метр оҙонлоҡтағы күперҙе ете мең һалдат, ун дүрт туп һаҡлай. Француздар ҡапыл һөжүм итеп, күҙ асып йомғансы ала ла ҡуя күперҙе. Күпергә һөжүм итеүселәрҙе Наполеон үҙе артынан эйәртеп алып бара. Беренсе сафҡа йәҙрәләрҙең дә еллеһе эләгә инде. Австрияның бер һалдаты Наполеонға тоҫҡап ата, тегенеһе, һис шикһеҙ, ҡоларға тейеш ине. Тик был хәлде Наполеондан башҡа уның һанаты күреп ҡала һәм күкрәге менән Бонапартты ҡаплай. Шулай итеп ғәскәр башлығы иҫән ҡала. Тәүге еңеү бүтәндәрен тәьмин итә. Артабан француздар Миланға тиклем бер ниндәй ҡаршылыҡҡа осрамай тиерлек барып етә. Юл буйына уларҙы сәскә бәйләмдәре тотҡан халыҡ ҡаршылай. Улар француздарҙы ирек, монархия иҙеүенән ҡотолоу алып килә, тип көтә. Австрияның эрцгерцогы Фердинанд һанаттары, жандармдары менән ҡуша ҡасып китә. Бонапарт Италиялағы һәр сығышында француздарҙың азатлыҡ, тиңлек, хөрлөк алып килеүе тураһында һөйләй. Әгәр теләһәгеҙ, һеҙ ҙә, француздар һымаҡ, үҙ республикағыҙҙы төҙөгөҙ, тип әйтә. Әммә был Париждағы хөкүмәт һәм хәрбиҙәр власының сәйәсәтенә тап килеп бөтмәй. Былары баҫып алынған илдәрҙең француздарҙың колонияһы рәүешендә булырға тейеш, тиҙәр. Бонапарт иһә, уларҙың Францияға күрше, әммә уның менән тиң, дуҫ һәм үҙаллы булырға тейешлектәре тураһында һөйләй. Ошо һәм бүтән ҡапма ҡаршылыҡтар генерал менән баш командалыҡты сәкәләштәргә генә түгел, һуғыш дәрәжәһенә еткерә. Бындай үҙ-ара мөнәсәбәттең оҙаҡҡа барырға мөмкин түгел, тип иҫәпләй Бонапарт үҙе лә. Уны сисеү юлы тик берәү генә - ниндәйҙер бер һынылыш булырға тейеш.
Наполеон Австрия армияһына ҡаршы һөжүм башлай. Француздар австрия ғәскәренән һан һәм ҡорал яғынан ҡайтышыраҡ булһа ла, Бонапарттың көтөлмәгәнсә һөжүм тактикаһы арҡаһында ҙур еңеүгә өлгәшә һәм Вена королен солох тураһында килешеүгә этәрә. Француз үҙәге был еңеүҙән һуң Бонапартҡа ҡаршы сығып, бер ни ҙә эшләй алмаясағын яҡшы аңлай һәм тешен ҡыҫып булһа ла, Бонапарттың эшләгәндәре менән килешә. Тағы ла бер мөһим дәлилде билдәләмәй мөмкин түгел, француз армияһы һәр еңеүенән һуң еңелгән яҡҡа бик ҙур һалым һала һәм уның алтын менән түләнеүен тәьмин итә. Париждағы хөкүмәткә был бик кәрәк. Республиканың сығымдарын ҡаплатыр өсөн генә түгел, хөкүмәттә ултырған чиновниктарҙың кеҫәһен ҡалынайтырға ла кәрәк. Алтын һөт һауҙырған һыйырҙы һуйыу енәйәт булыр ине. Алтын шишмәһенә әүерелгән Бонапартты шул урындан ситләштереү ҙә баяғы һыйырға тиң бит. Шуға Наполеондың үҙҙәренә оҡшамаған бик күп яҡтарына күҙ йоморға тейеш булалар.
Бонапарт Австрияның королен солох килешеүенә күнергә мәжбүр итә һәм бер айға яҡын барған һөйләшеүҙәрҙән һуң Кампформ ауылында килешеүгә ҡул ҡуялар. Франция яғынан уға Бонапарт, Австриянан - илсе Кобенцль ҡул ҡуя. Килешеү нигеҙендә Францияға бик күп ер бирелә һәм илдең көнсығыш сиге Рейн йылғаһы буйлап һуҙыла (әле лә шулай).
Бонапарт һуғыша, ә ҡатыны Жозефина ирен ялан шарттарында көтә. Наполеон ғәскәргә етәкселек иткәндә үҙен һалдаттарҙан айырмай. Бер ҡаҙандан ашай, берҙәй үк ҡыуыштарҙа йоҡлай. Жозефинаны ла шундай уҡ ҡыуышҡа килтереп төшөрә. Париж дворяндары йәшәгән һуш китмәле шарттарға күнеккән ҡатын өсөн ҡыуышта йоҡлау, һалдат бутҡаһын ашау үлем менән бер була, әммә ҡатын тешен ҡыҫып түҙә. Уның ҡайһылайтып язаланғанын күргән ире үҙен әрләй. Һөйөклө кешеһенә әҙәмсә шарттар тыуҙырмағанына үҙен битәрләй һәм Миланға килеп еткәс, ҡаланың ситендәге ҙур һарайға урынлаша. Шарттар бында Париждағынан кәм түгел. Һөйөклөһөнөң күңеле булһын тип, Наполеон көн һайын тигәндәй шаулы кисәләр ойоштора. Шарап бында йылға булып аға, Наполеондың еңеүҙәрен маҡтаған тостарҙың башын да, аҙағын да белеүсе булмай.

1798 йыл

Наполеон Бонапарт 1798 йылдың алтын ҡояшлы майында яңы еңеүҙәр, яңы байлыҡ, яңы дан артынан ҡыуып, ғәскәре менән Египетҡа сығып киткәйне. Әлбиттә, Наполеон донъяның Египет йәки Сирия менән генә сикләнмәй икәнлеген, ер шарының яҫы түгел, түңәрәк икәнлеген белә ине. Әммә Египеттан һуң тағы ла ниндәй илдәр барлығын белеп бөтөрмәне, әле ул баҫып алырға ниәтләп килгән ғәрәптәрҙән тыш тағы ла бер мосолман халҡы барлығын һәм уның исеме башҡорт икәнлеген белмәне. Белгән дә булыр ине, әгәр кәрәге сыҡһа. Әлегә ундай хәжәт тыумағайны.
Башҡорттар үҙ батшаһына ҡаршы туҡтауһыҙ тигәндәй һуғышып, арып, аҙ ғына тын алырға туҡтаған саҡ ине. Улар үҙҙәре лә, былар күтәрелгән һайын баштарына һуғып, баҫтырып торған батша хакимлығы ла башҡорт һуғышынан ялҡып бөткәйне. Шул саҡта Павел Беренсе батшаға:
- Һеҙҙең фарман буйынса Ырымбурҙың хәрби гөбөрнаторы Игельстром Иосиф Андреевич килде! - тип ҡысҡырып әйтте йомошсо.
- Инһен.
Оҙон буйлы асҡаҡ яңаҡлы йоҡа иренле генерал күкрәгендәге ордендарын ялтыратып килеп инде.
- Һаулыҡ һәм уңыштар бирһен һеҙгә Хоҙай, ғали йәнәптәре.
Батша үҙе ултырған өҫтәлдең һул ҡабырғаһынан урынға ымланы:
- Ултыр. Һинең отставка һорап яҙған ҡағыҙыңды уҡыным. Батшаңа хеҙмәт итеп арыныңмы, ялға күсмәксе булаһыңмы?
- Ғали йәнәптәре! - Генерал ырғып торҙо.
- Ултыр тинем бит мин һиңә. Ҡуҡаңнама!
- Юҡ, батшаға хеҙмәт итеүҙән арыу мөмкин түгел, ғали йәнәптәре. Һаулыҡ хөртәйҙе. Сирле көйө кешеләрҙе йонсотоп йөрөгәнсе, урынды бушатҡан хәйерле булыр. Йәштәргә юл кәрәк.
- Быны аңлауың хуп. Берәр төрлө үтенесең бармы?
- Үтенесем юҡ, ғали йәнәптәре. Тыңлаһағыҙ, тәҡдимем бар.
- Йә, тыңлайым.
- Үҙегеҙ беләһегеҙ, Ырымбур гөбөрнәһендә бик күп башҡорт йәшәй. Уларҙы ҡараҡ, уғры тиҙәр. Ысынлап та баш бирмәҫ, үҙҙәренең һүҙенән башҡаны ишетмәҫ халыҡ ул. Баш күтәреүҙәре менән батшалыҡты йонсотҡан бәндәләр. Өҫтәүенә, бүтән халыҡты ла батшаға ҡаршы һөскөртәләр.
- Шунан?
- Шунан, ғали йәнәптәре, әлеге шул ҫиңмайҙарҙы ауыҙлыҡларға бер сара бар.
- Ниндәй?
- Улар йәшәгән ергә, уларҙың тирәһендә торған мишәрҙәргә һәм Урал казактарына кантон идараһын индерергә ине. Кантонлыҡ ярым хәрби тормош, иррегуляр әрме тигән һүҙ. Әрмелә батшаға ҡаршы түгел, старшинаға һүҙ генә әйтеп ҡара, йә яланғас арҡаһын ҡамсы менән яралар, йә төрмәгә ултырталар һәм баструкка оҙаталар. Был ғына ла аҙ, иррегуляр әрме тормошо булғас, Рәсәйҙең көньяҡ сиген һаҡлау эшен уларға ҡушып ҡуйырға, дәүләт кимәлендә һуғыш йә ситтәр менән ыҙғыш сыға икән, быларҙы туҡтауһыҙ яуға ҡыуып була. Дөрөҫ, әле лә уларҙың хәрби хеҙмәткә бурыстары бар һәм уны улар үтәй. Ә кантонлыҡта шул эште туҡтауһыҙ башҡарасаҡтар һәм батшалыҡҡа ҡаршы сығырға әмәлдәре ҡалмаясаҡ.
- Һинең һүҙҙәреңдә мәғәнә бар. Бына шул эшеңде бойомға ашыра башла, шунан һуң китәрһең ялға.
- Рәхмәт, ғәли йәнәптәре.
Игельстром башын саҡ ҡына аҫҡа эйеп, шәп-шәп атлап китте батша бүлмәһенән сыҡҡас. Петербургтағы йәшәгән йортонда бер тәүлектән артыҡ ял иткәс, Сенатҡа китте. Моғайын, батшаның күрһәтмәһе быларға килеп еткәндер. Документты нисек әҙерләйҙәр икән, тип барып инде хөкүмәт йортона. Дөрөҫ самалаған булып сыҡты. Игельстромды күреп тә ҡалдылар, һөрән дә һалдылар:
- Генерал әфәнде, әйҙә был яҡҡа. Һин батшаға эш ҡушып киткәнһең, хәҙер беҙ һиңә ҡушабыҙ. Ултыр, хөкүмәт указының ҡараламаһын яҙ.
Игельстром үҙенә кәрәк рәүештә документ эшләне лә, указға ҡул ҡуйҙырып алғандан һуң, шуны алып китте Ырымбурға. Был ҡалалағы беренсе эше указды тормошҡа ашыра башлау тураһында үҙенең беренсе ҡарарын яҙҙы.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.21 | Ҡаралған: 358

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru