«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШЫМДЫ ӨТӨП БИР ӘЛЕ…
+  - 


- Рауил ағай, беҙҙе атырға алып бараһығыҙмы?
- Алып барам, әлбиттә, тик киләһе аҙнала. Ҡырға сығып, "малокалиберная винтовка"нан атырбыҙ...
Баймаҡ интернат мәктәбендә уҡыған саҡта синыфыбыҙҙа Сәлихов Салауат исемле йор һүҙле малай була торғайны. Мәктәптә военрук булып эшләгән Рәүил Ҡунаҡбаев ағайға дәрестә шуның һымаҡ һорауҙар бирә лә, үҙе беҙҙең яҡҡа ҡарап, хәйләле йылмая. Туған әҙәбиәт дәрестәрендә йыш ҡына "аҡтар фәлән партизанды атырға алып киттеләр" тигән һымағыраҡ һуғыш эпизодтары уҡып ғәҙәтләнгәнгәме, ифрат таныш булған бындай һүҙбәйләнеш беҙгә мәҙәк булып тойола. Беҙ, малайҙар, уҡытыусының беҙҙе "атырға алып китеп барғанын" күҙ алдына килтереп, рәхәтләнеп көлөшәбеҙ. "Нишләп көләһегеҙ һуң?" - тип ғәжәпләнә башта военрук. Бер аҙҙан, Салауаттың һорауының "елеген" аңлап ҡалып, үҙе лә "тәгәрәп йөрөп" көлөргә тотона… Бәғзе ваҡыт һөйләшеүебеҙҙә ана шуның һымаҡ ҡыҙыҡ һүҙҙәр сығып тора шул.
Өйҙә ябай ғына итеп аралашып йөрөгәнеңдә лә ҡайсаҡ аңғармаҫтан көлкөгә тарыйһың.
- Ә башыңды ҡайҙа ҡуяһың? Хәйер, әле ҡыш бит, өйгә алып ҡайтып, балконға сығарып һалып торһаң да була инде. Моғайын, боҙолмаҫ…
- Башты ни Сибайға алып ҡайтмай, әлегә ауылда ҡалдырып торормон. Миһран ҡәйнеш үҙенең башын өткәндә, бер юлы минекен дә өтөр ҙә, һуңғараҡ килеп алырбыҙ. Өтә торған "паяльный" аппараты бар бит ҡәйнештең… Ауылда йәшәгән ҡәйнешемә барып, һуғымға тана һуйып алып ҡайтыр алдынан хәләл ефетем менән бына ошолай итеп һөйләшеп алдыҡ, унан кинәт кенә икебеҙ ҙә бер юлы көлөп ебәрҙек. "Һуғымға һуйылған тананың башын…" тип, әллә ни һуҙғылап та тормойһың бит инде һөйләшкәндә…
Бәғзе бер юморға бай яҙыусыларҙың ошоноң һымаҡ мәҙәк хәбәрҙәрҙе "ишетеп тороп", гәзиттәргә яҙып сығарғандарын да уҡығылайым. Ҡайһыларын иҫемдә лә ҡалдырам:
- Ҡыҙыңды кейәүгә биргәнһең тип ишеткәйнем. Кейәү-бала нисек?
- Кейәүҙән уңдыҡ, әхирәтем. Беҙҙең кейәүҙең ни, ауыҙ-теле юҡ, башы - алтын!..
Күп һөйләргә яратмаған аҡыллы кейәүен маҡтаусы ҡәйнәнең был һүҙҙәренең нескәлектәренә күпселектең ҡапыл да әллә ни иғтибар итмәүе лә мөмкин, әммә ауыҙһыҙ һәм телһеҙ, алтын башлы кешене күҙ алдына килтереүе ҡыҙыҡ.… Икенсе берәүҙең: "Был бесәй ҡарт инде, беҙҙең Ҡәмәр менән бергә тыуҙы бит ул",- тиеүендә лә бәғзеләр көлкө тапҡан… Һөйләшкәндә бындай мәҙәктәр күп ваҡытта һиҙелмәй ҡала, ә инде әлегеләй "аҡ ҡағыҙға" төшә икән, шунда уҡ күҙгә ташлана. Бала сағымда уҡыған "Һәнәк" журналдарының береһендә бер колхоздың стена гәзитендә сыҡҡан мәҡәләнең өҙөгөн килтергәйнеләр: "Колхоз эшсәндәре Петров менән Сидоров сусҡаларҙы бик яҡшы ҡарай. Улар көнөнә 200-300 грамға арта…" Автор, әлбиттә, сусҡаларҙың һимереүе хаҡында яҙырға тырышҡандыр, әммә беҙҙең күҙ алдына ярайһы ғына "көр" булған ике алдынғы колхозсы килеп баҫа...
Медицина институтының төп корпусында студенттар өсөн дә стена гәзите сыға торғайны. Ана шуларҙың береһендә абитуриенттарҙың урыҫ әҙәбиәте буйынса иншаларынан өҙөктәр баҫып сығарғайнылар. Бер аҙ уйламайыраҡ төҙөлгән бындай һөйләмдәрҙең барыһы ла тиерлек иҫемдә ҡалған. Гәзитебеҙ башҡорт телендә булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусылар өсөн урыҫса "хаталар"ҙы уҡыуы ҡыҙыҡ булыр тип уйлайым, барыбыҙ ҙа мәктәптә "Русская литература" үткән кешеләрбеҙ бит: "Отелло рассвирепело и задушило Дездемону…" "Бедная Лиза рвала цветы и кормила мать…" "Князь Нехлюдов был светским человеком и мочился духами…" "Анна Каренина ехала в карете с приподнятым задом…" "Татьяна любила природу и постоянно ходила на двор…" "Татьяна копила, копила и вылила все на Онегина…" "Пушкин вращался в высшем обществе и вращал жену…" "Дубровский вышел через задний проход и уехал…" "На поле битвы слышались крики и стоны мертвецов…" "Гоголь страдал двойственностью. Она заключалась в том, что одной ногой он стоял в прошлом, а другой приветствовал будущее… (шул хәлдә торған Гоголде күҙ алдына килтерһәм, әле булһа көлкөмдө тыя алмайым). "…Тарас Бульба сказал сыну: "Чем тебя породил, тем и убью" и отошел от него на три шага…" Меҫкен абитуриент үҙенең иншаһында Тарас Бульбаның хыянатсы улы Андрийҙы ("Я тебя породил, я и убью" тип) атып үлтергән эпизодын тырыша-тырыша һүрәтләргә маташҡаны һәр кемебеҙгә аңлашыла…
Биологиянан имтихан биргән бер абитуриенттың ошондай яуабын иҫләйем: "Кишки бывают разные: толстые и тонкие, прямые и слепые, а так же двенадцативерстные…"
Табип булып хәрби госпиталдә хеҙмәт иткән дәүерҙә лә һөйләшеүгә бәйле төрлө мәҙәк хәлдәр булғылай торғайны. Тормош - һәр ерҙә лә тормош бит инде ул. Һаулығы буйынса ниндәйҙер проблемалары булған хәрбиҙәр (шул иҫәптән, офицерҙарҙың ҡатындары ла) госпиталгә килгеләп тора. Ишек төбөндә "дневальный" булып торған һалдат, инструкцияға ярашлы, уларҙы туранан-тура үткәрмәй, беренсе ҡаттағы ҡабул итеү бүлмәһендә көтөргә ҡуша ла, кәрәк табипты шунда саҡырып сығара. Бер мәл, хирургия бүлегенең ординаторская бүлмәһендә ултырабыҙ. Һәр доктор, ғәҙәттәгесә, "ауырыу тарихы" яҙыу менән мәшғүл. Үҙенең шаянлығы менән билдәле булған хирург Владимир Иванович Быков, гинеколог Нина Владимировна Пермякова һәм мин - ЛОР табип. Шул саҡ, ишекте шаҡып, бүлмәгә дневальный килеп инде.
- Ней йомош, дневальный? - тип һорай докторҙарҙың береһе.
- Там, в приемном отделении к врачу Суюндукову пришла женщина с ухом…
"Ярай, көтөп торһон, хәҙер төшәм", - тинем дә, дневальный киткәс, маңлайыма "лобный рефлектор"ымды кейеп, сығырға йыйындым. Шул саҡ өҫтәл артында яҙынып ултырған доктор Быков, яҙыуынан туҡталып, беҙгә былай ти: "Һеҙ нисегерәк уйлайһығыҙ, әгәр әлеге пациент ҡатын ЛОРға түгел, ә Нина Владимировнаға килгән хәлдә, был дневальный ошо хаҡта нисек итеп әйтер ине икән?..." Был һүҙҙәрҙе ишеткән гинекологыбыҙ тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы…
Уйламайыраҡ әйтелгән һүҙҙәргә ана шундай үткер яуапты "кеҫәһендә генә" йөрөткән кешеләр һәр ерҙә осрап тора бит ул. Шул уҡ госпиталдә бүлексә мөдире булараҡ табиптар менән шәфҡәт туташтарын әлеге ординаторҙар бүлмәһенә йыйып, сираттағы "пятиминутка" үткәрәм. Шунан алдараҡ ҡына, үҙемдең бүлекте - ауырыуҙар ятҡан палаталарҙы, йыуыныу бүлмәһен, хатта бәҙрәфтәрҙе лә йәһәт кенә ҡарап, тикшереп сыҡҡайным. Табылған етешһеҙлектәр бу-йынса өлкән шәфҡәт туташына күрһәтмәләр бирәм:
- Галина Константиновна, у вас в женском туалете света нет. Как вы там ориентируетесь в темноте?
- По звуку…
Был шаян шәфҡәт туташының яуабына шундай етди кәңәшмә мәлендә бөтә бүлмә шау-гөргә күмелде. Тыйыла алмай, улар менән бергә үҙем дә көлөргә мәжбүр булдым. Етәксе булараҡ уға: "Бәҙрәфегеҙҙәге ҡылы өҙөлгән лампочканы алыштырығыҙ", - тип ябай ғына итеп әйтһәм дә була бит инде…
Бына шулай, тормошобоҙ гел һоро төҫтә, күңелһеҙ генә бармай. Бәғзе ваҡыт көлгөләп тә алабыҙ, хатта көлкөгә лә ҡалабыҙ...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.21 | Ҡаралған: 620

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru