Белорет районының Сәрмән ауылында Ҡатай ырыуы йәштәренең Х йыйыны үтте. Сара республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы, Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы йылдарына арнап ойошторолдо.
Бында республиканың төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ҡатай ырыуы вәкилдәре йыйылды (Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатайҙарҙың күпселеге Белорет районында йәшәй). Йыйын "Ҡатай һылыуы" конкурсынан башланып китте. Бәйгелә ырыу вәкилдәре йәшәгән төрлө төбәктәрҙән егермегә яҡын ҡыҙ ҡатнашыу теләге белдергән. Жюри ағзалары уларҙың тышҡы һылыулығын ғына түгел, эске матурлығын, хужабикә оҫталығын, үҙ ырыуы тарихын белеүҙәрен дә баһаланы.
Йыйын барышында Ҡатай улысы старшинаһы Ғимран Нуховҡа таҡтаташ асылды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар мемориалына сәскәләр һалынды. Сәрмән тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Рәмзиә Мамедова Ғимран Нухов хаҡында шуларҙы һөйләне: "Ғимран Нухов Ҡатай улысы, бигерәк тә Сәрмән ауылы өсөн бик күп эштәр башҡара. Ул идара иткән ваҡытта Сәрмәндә ун биш урынлыҡ дауахана, ике класлы рус-башҡорт мәктәбе асыла. 1900 йылда һалынған улыс идаралығы йорто беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. 1919 йылда асылған балалар өсөн приютта Башҡортостандың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, яҙыусы Мөхөтдин Тажи тәрбиәләнә. Әле был йортта мәсет урынлашҡан".
Артабан саралар төп майҙанда - Сәрмән ауылы эргәһендәге яланда башланды. Байрамды асып, Андрей Иванюта Белорет районының төп ҡатай биләмәһе булыуын билдәләне. "Минеңсә, ҡатай ырыуы иң әүҙем, иң татыу, башҡалар уларҙан өлгө алырлыҡ башҡорт ырыуылыр. Беҙҙең көс - берҙәмлектә, дуҫ һәм татыу булыуҙа", - тип билдәләне район башлығы.
Йыйында ҡатнашыусыларҙы республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла сәләмләне: "Быйыл Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне, - тине ул. - Республика буйлап ырыуҙар йыйындары, шәжәрә байрамдары ойошторола, уларҙа халҡыбыҙҙың тарихы барлана, үҫеп килеүсе быуынға еткерелә. Һуңғы йылдарҙа тарихты күсереп яҙырға тырышыу, илебеҙҙең ҡаҙаныштарын инҡар итергә тырышыу күренештәре йышайҙы. Шуға ла йәштәр иленең, халҡының үткәнен, үҙ тамырҙарын белергә, уны һаҡларға тейеш. Ҡатайҙар иһә быйыл унынсы тапҡыр йыйыла, улар - иң әүҙем ырыуҙарҙың береһе. Был йәһәттән ырыу башлығы Рәнис Алтынбаевтың тырышлығын билдәләргә кәрәк. Тағы ла шуны әйтергә теләйем, милләттәштәребеҙ тарихын ғына түгел, телен дә белһен һәм һаҡлаһын ине".
Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары, Ҡатай ырыуы башлығы Рәнис Алтынбаев ырыу йыйыны тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. "Ҡатай йәштәре йыйыны йыл һайын бер төбәктә уҙғарыла. Ике йыл элек ул Ҡыйғы районында үтте, эстафетаны Балаҡатай алды. Былтыр пандемия сәбәпле тулы кимәлдә йыйылып булманы, сара онлайн рәүештә үтте һәм эстафета Сәрмән ауылына тапшырылды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең йыйындарҙа Таш күтәреү, Ҡатай көрәше кеүек беҙҙең яҡтарға ғына хас спорт ярыштары тергеҙелде. Элек гер булмаған бит, шуға батырҙар таш күтәреп көс һынашҡан. Ҡатай көрәше иһә һыбай килеш көрәшеү, ярышташты атынан һөйрәп йә этеп төшөрөү. Бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тамаша", - тип һөйләне Рәнис Алтынбаев.
Ҡатай йәштәре йыйынын Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы ҡабул итеп алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|