Беҙҙең халыҡта шундай һәйбәт йола бар: баҡса-тирә яғыңды кәртәләп ҡуйыу. Мин дә атай йорто урынын кәртәләп алырға булдым. Былтыр торбаларҙан бағана ултырттым да, штакетник беркетә торған квадрат торбалар алырға металл базаһына юл тоттом. Уның хаҡы тешләшә кеүек тойолдо. Тейешле сумма йыйылғас, магазинға тағы килдем. Хаҡы ошо арала ике тапҡырға артҡан. Быйыл яҙ башы менән юл төшкәндә тағы инеп сыҡтым унда. Былтыр көҙөн метры 68 һум торған торбаның хаҡы өс тапҡырға күтәрелгәйне. Мин аптырап ҡалдым...
Сәбәбен яңыраҡ төҙөлөш материалдары келәтенә таҡта алырға барғанда аңлаттылар. Квадрат торба менән килеп сыҡмағас, кәртәне таҡтанан эшләргә ҡарар иттем. Бер йәш ханым ни өсөн төҙөлөш материалдарына хаҡ сүпрә ҡабарған кеүек артыуы менән ҡыҙыҡһынды. Һатыусы, күҙен дә йоммай: "Һеҙгә йорт төҙөргә ярҙамға Әсәлек капиталы бирелә", - тип әйтеп һалмаһынмы! Туғыҙ ай буйы яфаланып ҡорһағында бала йөрөтөп, уны кәмендә ике тиҫтә йыл үҫтереүгә бирелгән аҡса кемдәлер көнсөллөк тыуҙырыуы ҡыҙғаныс. Дәүләт тарафынан эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелеүе бер әсәйҙә лә көнләшеү тойғоһо тыуҙырмай бит!
Һөйләшеүгә сиратта торған тағы бер ханым ҡушылды. Баҙарҙа балаларына йәшелсә алырға ҡарар иткән икән. Урыҫса этеп-төртөп һөйләшкән көньяҡ кешеһе: "Ана һинең һәр балаңа унар мең һум бирҙеләр бит, шунан бер аҙ бүлеш", - тип йылмайып ҡарап тора, ти. Эйе, ил Президенты ҡарары менән һәр уҡыусы балаға ошондай өҫтәмә түләү бирҙеләр, ләкин замана сауҙагәрҙәре уны үҙенсә аңлаған икән. Дөрөҫ, мәктәп кәрәк-яраҡтары менән сауҙа иткәндәрҙең тауары әйләнештә йөрөһөн өсөн был ныҡ ярҙам. Ә уның ҙур өлөшө ике-өсәр бала үҫтергән атай-әсәйгә тейә. Бына шуны иҫәпкә алып күрһәтелде лә инде ярҙам, тик, ғәҙәттәгесә, уны алыпһатарҙар ҙа үҙ файҙаһына борорға иҫәп тота.
Билдәле булыуынса, күп йәштәр ял көндәрен ҙур-ҙур шешәләргә тултырған һыра эсеп уҙғара. Улар араһында дәүләттән ошондай ярҙам алған йәш атай-әсәйҙәр ҙә юҡ түгел. Совет заманында эскелеккә ҡаршы агитация көслө ине. Хәҙер телевидениенан күрһәтелгән бер нисә минутлыҡ роликты агитация материалына иҫәпләмәһәң, эскелеккә ҡаршы бер ниндәй ҙә эш алып барылмай тип уйларға була. Ә был дәүләт тарафынан ебәрелгән ҙур хаталарҙың береһе. Мәҫәлән, уҙған йыл ғына алкоголле эсемлектән 400 миллиард һум акциз һалымы йыйылған, ә эскелеккә ҡаршы сараларға ни бары 400 миллион һум тотонолған.
Дәүләт тарафынан күрһәтелгән финанс ярҙамына, аҡса елгә осмаһын өсөн, уны яҡларлыҡ механизм да булырға тейештер бит. Бына үрҙә атап үтелгән металл изделиеларға хаҡ артыуҙы рәсми органдар, йәнәһе, сит илдә улар ҡиммәтләнә барыу менән аңлата. Ә кем сит тарафтарҙа металл менән сауҙа итеүҙе көсләп таға һуң? Унда һатыуҙа ҡатнашаһың икән, ҡатнаш, тик үҙ илең эсендә уларҙың законын ҡулланма. Берәү ҙә Америка Ҡушма Штаттарында, Европа илдәрендә эш хаҡы Рәсәйҙәгенә ҡарағанда ун тапҡыр артыҡ, тип, беҙҙә лә ун тапҡырға күтәрмәй бит!
Бына был яҙмала телгә алынмай ҡалған тағы бер тема бар: "ҡыҙыл зона"ла эшләгән медиктарға өҫтәмә түләү. Август айында ғына уның өсөн 46 миллиард һумдан ашыу өҫтәмә финанс бүленде. Былай барһа, тиҙҙән оятһыҙ алыпһатарҙар ошо, үҙенең, яҡындарының ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләп алған аҡсаға ла ҡул һуҙмаҫмы?
Әмир ҺАҘЫЕВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|