Үткән аҙнаның иң шомло һәм иң ҡурҡыныс, шул уҡ ваҡытта баймаҡтарҙың, республика халҡының берҙәмлеген күрһәткән ваҡиға - ул Баймаҡ - Сибай юлындағы, Ғәле ауылы янындағы, телевышка яғына үрләгән янғын булғандыр.
Балтатау, Ишмөхәмәт ауылына 7 саҡрым арауыҡтағы ут 2 сентябргә тиклем ауыҙлыҡлап киленде. Әммә ҡапыл ғына күтәрелеп киткән дауыл үҙ эшен эшләне. Ут ялҡындары тиҙ арала ҡоро үләнде ялмап алды һәм Семеновск яғынан Баймаҡ - Сибай юлына килеп етте. Янғындың таралыуына юл ҡуймау өсөн Баймаҡ ҡалаһы һәм районындағы бар янғын частары килеп етте. Өфөнән ярҙамға ике аэромобиль төркөмө, махсус техника, ҡотҡарыусылар килде.
Ҡуйы һәм әсе төтөндән бер нәмә лә күренмәү сәбәпле, Баймаҡ ЮХХДИ-һы юлды ваҡытлыса ябып торҙо. Шулай уҡ юлды тиҙ арала әле бер, әле икенсе урынға күскән янғын һүндереү техникаһы өсөн дә бушатыу кәрәк ине. Тиҙ арала юлда транспорт колоннаһы йыйылып китте. Улар араһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән һүҙгә килешеп, Сибай яғына үтеп китергә маташҡандар булыуы аптыратты. Күпме тереклекте юҡ итеп, ауылға етеп барған көслө янғын ваҡытында үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан ирҙәрҙе кем тип атарға? Янғынлы юлдан үтеп, уларға бер-бер хәл булһа, һуңынан бит шул уҡ ЮХХДИ, хөкүмәт, етәкселек һ.б. ғәйепле булыр ине, тик уларҙың яуапһыҙлығы түгел.
Шулай ҙа тыуған ере өсөн бар күңелдән борсолған кешеләр күпселекте тәшкил итә. Баймаҡтар тиҙ арала ватсапта "Ирәндегебеҙ янмаһын" тигән чат булдырып, янғын һүндереүселәргә ярҙамға ашыҡты. Уның аша ҡайҙа өҫтәмә көс кәрәклеге, ут ниндәй кимәлгә барып етеүе кеүек хәбәрҙәр ебәрелеп, ир-егеттәр тейешле урынға йүнәлде. Ярҙамға килә алмаған эшҡыуарҙар бензин, аҙыҡ-түлек һәм башҡалар менән ярҙам итте. Ҡатын-ҡыҙҙар өйҙәрендә йыйылып, ашарға бешереп, ут эргәһенән китә алмаған янғын һүндереүселәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте. Агросәнәғәт колледжында ла ут менән көрәшеүселәр өсөн аш-һыу әҙерләнде.
Көслө дауылдың ут өйөрмәһен һанаулы секундтар эсендә бер урындан икенсе урынға еңел генә күсереүен күреп, күңелгә: "Быны бит һүндерерлек түгел!" - тигән шомло уй килде. Янғын техникаһын тейешле урынға йүнәлткән, ике тәүлек ут эргәһенән китмәгән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм район Советы секретары Рөстәм Сәйетов миңә был урындан йәһәтерәк китергә бойорғас, эштәр хөртәйеп барыуын аңланым. Етәкселәрҙең төтөндән бер туҡтауһыҙ аҡҡан йәштәренән шешенгән йөҙҙәре үтә борсоулы ине. Был аңлашыла ла: күҙ асып йомған арала ут һөрөлгән ер аша һикереп сығып, юлдың икенсе яғына күсте. Сөнки дауыл кипкән үләндәрҙе тирә-яҡҡа ырғыта башланы. Уныһы ҡоролоҡтан шытырҙап кипкән ер-үләнгә барып төшөп, шунда уҡ гөлт итеп янып китә. Хәҙер инде Ғәле ауылына оло ҡурҡыныс килеп тыуҙы. Тиҙ арала уның халҡы эвакуацияланды. Етеп килгән утты ауылға индермәү өсөн янғын менән көрәшеүселәр уны тирәләп һаҡҡа баҫты. Ҡурҡыныс дауыл ярҙамында яңынан-яңы ерҙәрҙе баҫып килгән утты туҡтатырлыҡ көс юҡ һымаҡ тойолһа ла, ут ауылға индерелмәне. Ғәле халҡының йорттары ла, малы һаҡлап ҡалынды. Икенсе көнөнә улар йорттарына ҡайтты...
Эйе, был ҡаза тураһында күп яҙырға мөмкин. Һәр ут һүндереүсенең һәм уларға ярҙам иткән кешеләрҙең исем-шәрифтәрен яҙа башлаһаң, гәзитебеҙҙең бер нисә һаны ла етмәҫ. Ашауҙы, ял итеүҙе, йоҡоно онотоп, Ғәле ауылы янында, телевышка, Ирәндек тауҙары буйлап дежурға баҫҡан ут менән көрәшеүселәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен, иң изге теләктәрҙе еткерге килә. Беҙҙең берҙәмлек һәм тыуған еребеҙгә булған һөйөүебеҙҙе эш менән күрһәтеү афәтте туҡтата алды. Әлеге ваҡытта Ишмөхәмәт ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта ут быҫҡып ятыуын дауам итә. Уның ауыл өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмауы һөйөндөрә һәм ипләп кенә булһа ла яуа башлаған ямғыр уны баҫыр, тип ышанғы килә. 2 сентябрҙә башланып киткән янғын мең гектар ерҙе яндырҙы. Йәкшәмбе көндө ут тулыһынса туҡтатылды, тип, еңел һулап ҡуйғайныҡ, шул уҡ көндә Төркмән ауылы янында ҡоро үлән янып китте. Ул артабан таралмаһын өсөн уратып алынды, янғынды һүндереүгә 53 кеше һәм 16 берәмек техника йәлеп ителде, уттың артабан таралыу ҡурҡынысы юҡ.
Ут афәттәрен киләсәктә кисермәү өсөн бар янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү мөһимлеген һәр кем аңлайҙыр. "Ниндәй ҡоролоҡ йылдарында ла бындай янғындар булманы, кемдеңдер хаслыҡ ҡылыуы был", - тигән уй-фекер ҙә бар. Шуға күрә тыуған еребеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡлау, урман-ҡырҙарҙы контролгә алыу мөмкинлеген табыу мөһим. Республика Башлығының оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районында утты һүндереүгә бар көс һалыныуына Фәнис Ғәбдрәшит улын маҡтап телгә алыуы ла һөйөндөрҙө. Шул уҡ ваҡытта өйөндә диванда ятып, "ут һүндереүгә ҡаршы бер ни эшләнмәй" тип социаль селтәрҙәр аша ялған хәбәр таратыусыларға, исмаһам, бер мәртәбә янғын урынына сығып, бер ағасты йә бер терпене (ҡошсоҡто, йәнлекте) ҡотҡарып ҡарарға кәңәш итер инем. Янғын менән көрәшеп, йөҙҙәре уттан да, оло ҡазанан да көйгән ут һүндереүселәрҙең ҡаһарманлығын күреп, бәлки, бик күпте аңлар инегеҙ...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
Баймаҡ районының "Һаҡмар" гәзите баш мөхәррире.
КИРЕ СЫҒЫРҒА