Улар оло эш бөтөргән ҡиәфәттә тышҡа сығып киттеләр. Бөгөн артыҡ ҙур эш булмаҫтыр, митингыға килеүселәр таралышҡан, бола бөткән.
...Мәснәүи камераға бикләүҙәре менән тимер ишекте типкеләргә тотондо:
- Ах, мин сезне!.. Чыгыйм гына әле, жиде буын аналарыгызның җиде йөз җитмеш җиде ел яткан кабер такталарын... Бөтен токым-затларыгыз белән! Башым Себер китсә китәр, чукындырмый калмам! Сволочь, мөртәт, үзе татар бит әле! Чукынган татар! Җүнле адәм милициядә эшлиме! Ә мин шушыларга азатлык алып бирәм дип йөргән булам! Ничего, чыгыйм гына әле, төсеңне таныдым мин синең! - Ул һүгенде-һүгенде лә тағы типкеләргә, дөбөрләтергә тотондо. Тыштан кемдер: "Эй, ты там, еще надо что ли!" - тип екергәс, стена буйындағы тар һәндерәгә барып ятты. Үҙе эстән генә: "Ныу, теге башкортка нык эләкте! Анысы шәп булды да ул!" - тип бер аҙ үсен ҡандырып, ҡәнәғәтлек кисерҙе.
Мәснәүи татар шулай дыуланы, ә Ишмырҙа башҡорт бая ауған килеш бетон иҙәндә ята бирҙе. Камера һалҡын, кейемдәр еүеш - тышта октябрь, ямғыр ине. Әммә унда ҡайғы юҡ, бетон һалҡынлығы ла беленмәй. Утыҙға ла етмәгән урҙалай егет үҙенең ҡасан илағанын да онотоп бөткәйне, бына күҙҙән йәш аға шикелле, танау мыш-мыш килә, тамаҡ төбөнә ҡаты төйөр ултырған.
Ишмырҙа туҡмалыуҙан да, тәндәре һыҙланыуҙан да түгел, ә ғәрлегенән илай ине. Илауын иламай, тештәрен генә ҡыҫа. Ошо кәүҙәң, ошо ғәйрәтең менән шул маңҡаларҙан туҡмалып торсо! Иректә тура килһә, бер ниндәй ҡоралһыҙ-ниһеҙ уларҙың унауһын әйләндереп һала ла инде! Юҡҡа ғына өйрәттеләрме ни армияла! Атайың туҡмаһа йә армияла "дед"тар бәргеләһә, әллә ни ғәрлеге юҡ. Атайың инде тейеше өсөн бирә, "дед"тар үҙ-үҙеңде яҡлай алмағанға мыҫҡыллай. Ә былар? Маңҡа мильтондар! Аңғармағандараҡ эләктереп алдылар шул. Баймаҡта бәйләнһендәр ине үҙенә!
Их, кисә генә бөтөнләй икенсе донъя ине! Ишмырҙа бит үҙен ауылда ғына түгел, донъяла хужа итеп тоя. Ни теләй, шуны эшләй, ҡайҙа кәрәк, шунда сыға ла китә! Ана, килеп әйттеләр, Өфөгә барырға, тип, ултырҙы ла китте. Гел уның кеүек көслө, ғәйрәтле егеттәр йыйылған. Өр-яңы матур автобус бирҙеләр - баймаҡтар ҙа инде улар! Автобус алдына Зәки Вәлидиҙең йәшелле-күкле әләмен ҡаҙанылар. Ирәндеккә етеү менән йырлап та ебәрҙеләр:
Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал. Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал.
Күңелле барҙылар, күмәк булғас, ҡыҙып та алғас, оҙон юл да бик ҡыҫҡа күренде. Өфөгә иртән һигеҙҙә үк килеп еттеләр. Депутаттар йыйылып һөйләшә торған ҙур һарайҙың алдына халыҡ тулған. Төрлө-төрлө флагтар, лозунгылар яҙылған таяҡтар тотҡандар. Күпселеге Ишмырҙа кеүек йәштәр. Депутаттар үткән һайын ҡысҡырып ҡалалар: "Суверенитет!", "Башҡортостан!", "Азатлыҡ!" Башҡорто - башҡортса, русы - русса, татары татарса ҡысҡыра. Мәрәкә инде, бындайҙы күреү түгел, ишеткән дә юҡ. Халыҡ дыу килә, береһен дә тотоп алып китмәйҙәр, шуғалыр, тағы ла нығыраҡ һөрәнләйҙәр. Әйтерһең, ҡараңғыла бикләп тотҡандар ҙа ҡапыл яҡтыға сығарғандар, шунан былар нишләргә белмәй ҡаңғырыша.
Бында ҡыҙыҡ бөткәс, майҙанға барып, митинг яһанылар. Һөйләнеләр, ҡысҡырҙылар, һыҙғырҙылар. Береһе һөйләгәнде икенсеһе ишетмәне, тыңларға ирек бирмәне. Ишмырҙа ла ҡысҡырҙы: "Азатлыҡ!", "До-лой!", "Отставка!" Уның тауышы шәп, әллә ҡайҙарға китә. Әйҙә, ҡысҡырып ҡалһын, ҡасан тура килә әле бындай эш. Ҡайтҡас, ҡыҙыҡ итеп һөйләр. Төнгә тиклем йөрөрҙәр ине лә, ямғыр яуа бит. Автобустарына инеп, "йылынғылап" алдылар. Уныһын да күреүсе, тыйыусы булманы. Хәйер, хәҙер хөрриәт, демократия, тиҙәр.
Эш һәйбәт кенә бара ине шулай, әллә ҡайҙан бынау Мәснәүи тигән бәндәһе килеп сыҡты. Янына килде лә һөйләнә башланы: "Башкортлар килгән, фәлән-төгән..." Эсеп тә алған. Ишмырҙаның йәне көйҙө лә китте. Ул да ҡыҙмаса бит инде. "Килһә, нимә булған!" - тине. Шунан әрепләшеп киттеләр, әллә ни арала яғаларынан эләктерештеләр. Кем башлағанын да белерлек түгел. Ярай һуғыша башламанылар. Ишмырҙалағы көс - бер һуғыуҙа аҫау айғырҙы үлтерә лә инде! Ул арала арттан килеп ҡайырып алдылар ҙа машинаға илтте лә тыҡтылар. Былар хатта аңғармай ҙа ҡалды. Милиция-фәлән күренгән кеүек тә түгел ине, шуға үҙҙәре лә иркен ҡыланды. Әллә былай кейем кейеп йөрөгәндәр, әллә Ишмырҙа кеүектәрҙе һағалап торғандар. Илтеп тыҡтылар ҙа милицияға алып та киттеләр. Бына һиңә демократия! Ишмырҙа һөйләнеп маташҡайны ла, екереп кенә ҡуйҙылар.
Машинанан төшкәс, икеһе бер булып, милиция менән айҡашыуын айҡаштылар инде. Ниңә көпә-көндөҙ ерле юҡҡа шуларҙан мыҫҡыл ителеп торорға! Шунан инде ҡулдарына бығау һалдылар ҙа кинәнгәнсе бирҙеләр. Бына хәҙер ята иҙәндә...
Иптәштәре ҡайтып киттеме икән инде? Әллә һаман йөрөйҙәрме икән? Ташлап китмәҫтәр, баймаҡтар ҙа инде улар! Ишмырҙаны нисек сығарырға тип юллап йөрөйҙәрҙер әле. МВД-ла үҙҙәренең районынан бер башҡорт майоры эшләй, тиҙәр ине, шуны эҙләйҙәрҙер. Бөгөн табыуын таба алмаҫтарҙыр, хәҙер һуң инде, моғайын, иртәгә килерҙәр. Майор булғас, әйттениһә, сығаралар ҙа ебәрәләр инде. Әрләүен әҙерәк әрләрҙәр, ныу штраф һалһындар, ти! Ерунда!..
Ҡатыны Нәзифә, барма, йөрөмә шунда, тип күпме ялынғайны. "Горбачев яһай алмаған перестройканы һин яһармын тиһеңме! Әллә ниндәй бәләләргә ҡалып ҡуйырһың!" - тине. "Ҡалмабыҙ! - тине Ишмырҙа. - Хәҙер застой заманы түгел, хөкүмәт үҙе беҙҙең кәүектәрҙән ҡурҡып тора!" Балаларға кейем, күстәнәс апҡайтырмын тип, аҡса ла алғайны. Алдың! Кеҫәләре буп-буш. Әй, аҡсаһы суҡынып китһен дә, нисек тә тиҙерәк сығып ысҡынырға ине.
Ғүмерҙә лә бик эсендә ултырғаны юҡ уның. Нәҫел-нәсәбендә булған эш түгел. Хәтәр икән дә! Әле һаман ышанып етмәй, бөтәһе лә яңылыштыр, бәлки, төш кенәлер, ул ауылында, өйөндә яталыр һымаҡ. Шуға ышанып ҡыбырлап ала. Ҡыбырланымы, ҡулы һалҡын бетонға тейә, күҙен астымы, бейектә янған тоноҡ ҡына шәм күренә. Тәҙрә лә, ишек тә юҡ. Ишеге бар ҙа, асылмай. Күңел жыулай ҙа китә. Нисек төндө үткәрергә? Тиҙерәк яҡтырһын ине. Яҡтырһын да теге майор килеп алып китһен үҙен. Ай, оҙаҡ үтә ваҡыт!..
* * *
Ә эш Ишмырҙа уйлағанса ғына түгел ине. Теге ерән капитан Кальметов менән Буранбаевтан тағы бер тапҡыр һорау алды ла, шунан Гоголь урамы төбөндәге төрмәгә илттеләр ҙә яптылар. Төрмә тигәс тә, ысын төрмә түгел икән был, халыҡ белмәйенсә генә шулай әйтә, имеш. Бында уны "изолятор" тип йөрөтәләр. Судҡа тиклем ултырғандарҙы шунда тоталар икән. Ишмырҙаның тыштан ғына ҡарап үткәне бар ине, бына эсен дә күрергә тура килде. Тимәк, эш ҙурға китте.
Бында эштәр хәтәр: сығармайҙар ҙа, эш тә эшләтмәйҙәр, бикле тик тоталар. Камераның эсе тулы гел бер төҫлө халыҡ, хәс тә йөнө туналған һарыҡтар. Саҡыртһалар, һорау алыу өсөн генә килеп алалар. Унда ла ҡулдарын артҡа ҡуйҙырып, һаҡ аҫтында ғына килтерәләр. Шул ҡиәфәттә алып китәләр. Ошоноһо бигерәк ғәрлек. Тиҙерәк хөкөм итеп ҡуйһындар ҙа инде... Нимәһенә кешенең башын ҡаңғыртырға!
Ишмырҙа суд көнөнә тиклем өмөттә торҙо. Моғайын, был килеш ҡалдырмаҫтар уны, колхоз председателе менән райком секретары килеп йолоп алыр. Бик өлгөлө кеше, колхозға кәрәк кеше, тиерҙәр, унһыҙ эш бармай, тиерҙәр. Райком секретары уны белергә тейеш, Ишмырҙаны бит бер түгел, ике тапҡыр район газетаһында маҡтап яҙҙылар. Председатель дә, райком секретары ла төрмә начальнигы менән генә түгел, хатта министрҙың үҙе менән дә һөйләшә ала.
Ишмырҙа шулай коридорҙа аяҡ тауышы ишетелгән, шалтырап ишек асылған һайын тилмереп көттө. Һорау алырға тиҙерәк саҡырғандарын көттө. Барып инеү менән следователь: "Буранбаев, һинең эшең туҡтала, бар, ҡайтып кит тә эшеңә тотон", - тип әйтер һымаҡ ине. Юҡ, булманы, хыянат иттеләр. Айҙан ашыу ултыра, председатель түгел, иптәштәре лә килеп күренмәне, хатта күстәнәс тә ебәрмәнеләр. Ишмырҙа үҙе булһамы, төрмә нигеҙен ҡаҙып булһа ла килеп инер ине. Бөтә кеше лә уның кеүек түгел икән шул! Һай, "ашап-эскәндә дуҫтар күп, башыңа бәлә төшһә, береһе лә юҡ", тип юҡҡа йырламағандарҙыр борон-борондан. Ә ул ана шулар өсөн ғазап сигеп ултыра, ахмаҡ!
Аптырағас, Ишмырҙа үҙен үҙе йыуатып ала. Урлашып йә кеше талап ултырмаған да инде, башҡортомдоң ирекле тормошо өсөн, тип йөрөгән. Ана, Ленин менән Сталин, Дзержинскийҙар ҙа ултырған. Бер генә тапҡыр түгел, әллә нисәмә рәт ултырып сыҡҡандар. Барыбер сыҡҡандар. Ниндәй ҙә кеше булып киткәндәр. Бәлки, берәй заман Ишмырҙа Буранбаев тураһында ла шулай һөйләп йөрөрҙәр, хатта китапҡа ла яҙырҙар. Хәҙер түгел инде, берәй заман, үҙе үлгәс. Башҡорттоң азатлығы өсөн ултырған төрмәлә, үҙе теге Буранбай нәҫеленән булған, тиерҙәр. Килештерерҙәр, өҫтәп-өҫтәп яҙырҙар...
Ә теге татар бирешмәйҙер әле, Өфө кешеһе бит. Әллә кемдәре барҙыр, милицияла бит, ҡайҙа ҡарама, татарҙар ултыра. Иллә шәп иттеләр үҙен, ныҡ бирҙеләр тегегә! Юғиһә, әллә кем булып йөрөй ине! Айырманылар инде, икеһенә лә бер сама эләктерҙеләр.
Нишләп шул милиция тигән ерендә башҡорттар эшләмәй икән? Бына ошондай ваҡытта кәрәк бит улар. Ят - ярлыҡамай, үҙеңдеке - үлтермәй, тигәндәр. Ишмырҙа үҙе шул тирәлә йөрөһәме, бөтә башҡорттарға ярҙам итеп ултырыр ине...
Ишмырҙа Буранбаев ниндәй генә хыялдарға бирелмәһен, береһе лә ысынға сыҡманы: ике ай изоляторҙа тоттолар ҙа шартлатып хөкөм иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Судта суверенитет-фәлән тураһында һүҙ булманы, уголовный енәйәт тип таптылар. Баштараҡ Ишмырҙа, бәлки, үҙҙәрен политик тотҡон итерҙәр, тип өмөтләнгәйне, унда шарттар һәйбәтерәк була, арыуыраҡ ашаталар ҙа, имеш, тиҙәр ине, улай яһаманылар, йәмәғәт тәртибен боҙған, милицияға ҡул күтәргән өсөн, тип сығарҙылар хөкөмдө. Ярай, бәлки, хәйерлегә булғандыр, политика өсөн дә оҙаҡҡа ябырҙар, йә каторгаға уҡ ебәреп ҡуйырҙар ине. Ә былай ике йыл бирҙеләр ҙә холоҡ төҙәтеү һәм хеҙмәт лагерына яптылар.
Теге Мәснәүи татар менән башҡаса күрешмәнеләр, күрәһең, икеһен ике яҡҡа олаҡтырҙылар.
2
Колония тигәндәре изоляторҙан алдыныраҡ икән дә: арыуыраҡ ашаталар, эшләтәләр, һарайҙан ялан кәртәгә сыҡҡан мал шикелле, шул ихата алдына сығып йөрөп тә була. Хат яҙырға ла рөхсәт бар, хатта кино ла күрһәтәләр икән.
Иң ҡотҡарғаны эш инде. Юғиһә, изоляторҙа саҡта аҫылынып ҡына үлерҙәй булды ла баһа! Бер ни генә лә ҡылыр әмәл юҡ: ятаһың һаҫыҡ камерала һуҡыр сысҡанға оҡшап. Бында, исмаһам, кеше итеп тояһың үҙеңде.
Ишмырҙалар мясорубка яһай. Цехы ла ошонда кәртә эсендә икән, көн дә һанап, ҡарап үткәрәләр. Бер завод һымаҡ үҙенсә. Ишмырҙа ни, тимер-томор араһында йөрөгән кеше, формовкаһына ла, станогына ла тиҙ өйрәнде. Аҙна-ун көн тигәндә, ҡуйылған нормаларын тултыра, тағы бер аҙҙан арттырып та ебәрә башланы. Эшләгәнде ни бында ла яраталар.
Шуныһы ғына яман: мясорубкаһы әҙер булдымы, билмән ашағы килә лә китә. Өйҙә саҡтар, ит әйләндергән, күмәкләп ултырып билмән яһаған, шунан ошо билмәнде алҡынғансы ашаған ваҡыттар күҙ алдына килә. Аш аллығы ла була торғайны. Ашап туйғас, күмәкләп ултырып телевизор ҡарайҙар, шунан балалары йоҡлап киткәс, кәләшенең эҫе тәненә һырығып, юрған аҫтына сума...
Булған бит замандар! Хәҙер хатта ышанғы ла килмәй. Ныу, сығып алһа, белер ине ҡәҙерен. Бындағы ашты бит улар эттәренә лә бирмәй торғайны. Ысын! Ундай ашты күргәне юҡ ғүмерҙә лә.
Ни хәл итәһең, килеп эләккәс, түҙергә генә ҡала, башҡа әмәле юҡ.
Ярар, бына шулай әйткәндәрен тыңлап, ҡушҡандарын эшләп, шым ғына көн күреп ята әле. Өҫтәүенә, бер шөғөл дә табып алды. Бер көн ҡулына "Ағиҙел" журналы килеп эләкте. Күрәһең, уға тиклем дә бер башҡорт ултырған. Сыҡҡанда ҡалдырып киткәндер. Хатта ҡыуанды ул журналға. Башҡортса бит! Туғаның, ауылдашың менән осрашҡан кеүек булып китте. Тауышы сыҡмаһа ла, теле бар.
(Дауамы. Башы 38-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА