«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЕҘҘЕ ТЕАТРҘА КӨТӘЛӘР
+  - 

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ла яңы ижад миҙгелен асты. Театрҙың тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡтары, киләсәккә пландары тураһында баш режиссер Рөстәм ХӘкимов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Яңы ижад миҙгелендә театр тамашасыларын ниндәй яңылыҡтар көтә?

- Быйылғы миҙгелдә театрҙың ике труппаһы ла тамашасыға яңы спектаклдәр тәҡдим итте. Рус труппаһы Александр Пушкин әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән "Капитанская дочка", ә башҡорт труппаһы Нил Саймондың пьесаһы буйынса "Яҙмышымдың икенсе бүлеге" тип аталған спектаклдәрҙе ҡуйҙы. Тәүгеһе "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды, режиссеры Искәндәр Саҡаев.
Шуны әйтеп үтергә кәрәктер: рус труппаһының репертуарын байытҡан спектаклдә башҡорт труппаһы артистары ла ҡатнаша. Мәктәп программаһындағы повесть нигеҙендә әҙерләнгән тамашаны 12 йәше тулған һәм унан өлкәнерәктәр килеп ҡарай ала. Был спектакль барыһына ла оҡшар, фәһемле булыр, моғайын. Ә бына "Яҙмышымдың икенсе бүлеге" билдәле Америка драматургының ярым автобиографик пьесаһы һәм уны башҡорт тамашасыларына БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов тәржемә итте. Шулай уҡ артисыбыҙ был спектаклдә төп ролдәрҙең береһен башҡара. Тағы ла ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары Рушанна Бабич һәм Гөлшат Ғайсина, актерыбыҙ Салауат Юлдашбаев уйнай. 16 йәштән өлкәнерәктәр өсөн тәғәйенләнгән трагикомедияның ҡуйыусы режиссеры БР-ҙың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссамы Рөстәм Баймөхәмәтов, балетмейстер һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе - Рената Крицкая. Әҫәр үткән быуаттың 70-се йылдары аҙағында ижад ителгән һәм сәхнәләштерелгән, уның буйынса заманында фильм да төшөрөлгән. Әммә замандаш тамашасыбыҙ өсөн дә уның әһәмиәте, фәһеме һис кәмемәгән: кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, мәңгелек төшөнсәләр, кисерештәр уртаҡ. Ҡауышыуҙар, айырылышыуҙар һәр заманда ла була, ә яҙмыш һынауҙарын үтеү һәм бәхетле йәшәүгә үҙ юлыңды табыу мәсьәләһе барыһын да борсой. Бына ошолар хаҡында был спектакль һәм театр белгестәре лә, ябай тамашасылар ҙа уны бик йылы ҡабул итте. Трагикомедияны тапшырыу мәлендә геройҙар менән бергә йәшәгәндәй, уларҙың тойғоларын кисергәндәй булдыҡ.
Ә киләсәккә пландарға килгәндә, тиҙҙән йәш тамашасыларыбыҙ өсөн әкиәт сәхнәләштерергә уйлайбыҙ. Әлегә бер нисә исем тәҡдим ителгән, һайлап алырға кәрәк. Бынан тыш, был ижад миҙгелендә репертуарыбыҙға алдан ингән бер спектаклде лә сәхнәнән төшөрмәҫкә ҡарар иттек. Быға тиклем берәй яңы әйбер ҡуйылһа, алдан уйналған тамаша төшөп ҡала торғайны. Тамашасыларҙың театрға йышыраҡ килергә теләге һәм мөмкинлеге булһын өсөн афишаны ошо рәүешле төрлөләндерергә булдыҡ. Тағы ла яңы йылдан һуң йәштәр өсөн романтик әҫәр сәхнәләштереп ҡыуандырырбыҙ, тип ниәт ҡороп торабыҙ. Был тамашаларҙа быйыл эшкә килгән йәш артистарыбыҙ - Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап ҡайтҡан Әбйәлил Үтәбаев, театр өсөн махсус уҡып сыҡҡан студенттар араһынан Зәриә Моратова һәм Салауат дәүләт башҡорт драма театрында ике миҙгел уңышлы ғына эшләп килгән йәш актриса Гөлсәсәк Зарипова ла ҡатнашасаҡ. Уларҙан тыш, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында яҡшы ғына өлгәшеп, белем алып йөрөгән егеттәр ҙә оҫталығын арттырыу, тәжрибә туплау маҡсатында театр эшенә йәлеп ителә.

Сентябрҙә Өфө тамашасыһы һеҙҙең сәхнәлә республиканың һәм Рәсәйҙең башҡа театр коллективтары ижады менән дә таныша алды, шулай бит?

- Эйе, 15 сентябрҙән 18-нә тиклем А. Брянцев исемендәге Санкт-Петербург йәш тамашасылар театры гастролдәре үтте. Улар "Бедная Лиза", "Сказка о потерянном времени", "Маленькие трагедии", "Зимняя сказка" тигән спектаклдәр менән сығыш яһаны. Ә бына 30 сентябрҙә "Самарт" Һамар йәш тамашасы театры коллективы "Маугли", "Храбрый заяц" әкиәттәре, "Ханума" спектаклен алып килә. Әйткәндәй, "Ханума"ны беҙҙең башҡорт труппаһы ла сәхнәләштергәйне, шуға ул тамашасыларға айырыуса ҡыҙыҡ булыр һымаҡ. Шулай уҡ 25 сентябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе "Киҫәкбикә. Риүәйәт" тигән премьера спектакле менән баш ҡала тамашасыларын ҡыуандырҙы. Ә беҙ, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, үҙ сиратыбыҙҙа 11 сентябрҙә "Мәҙәни шәмбе" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Дәүләкәнгә барҙыҡ. Шулай уҡ был көндә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында коллегалар менән бергә актерҙар онлайн шиғыр һөйләнеләр, кискеһен тамашасылар "Диләфрүзгә дүрт кейәү" һәм "Планета" спектаклдәрен бушлай билеттар буйынса инеп ҡарай алды. Был миҙгелдә театраль акциялар сиктәренән тыш та республика буйлап гастролдәргә йышыраҡ сығырға теләгебеҙ ҙур, тик тажзәхмәт кенә пландарҙы боҙмаһын. Сөнки был айҙа Ҡалмыҡ Республикаһында уҙғарылырға тейеш "Кееда" Халыҡ-ара балалар өсөн фестивалде киләһе йылға күсерергә, унда ҡатнашыуҙы кисектереп торорға тура килде инде...

ШУЛАЙ ИТЕП...
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарында һәр йәш категорияһы өсөн фәһемле, тәрбиәүи, кәрәкле, төрлө жанрҙағы спектаклдәр күп. Ә иң мөһиме, унда үҙ һөнәрен яратҡан һәм тоғро ҡалған хеҙмәткәрҙәр ең һыҙғанып эшләй һәм баш ҡала тамашасылары, ҡунаҡтары менән осрашыуҙар көтә.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.21 | Ҡаралған: 326

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru