"Киске Өфө"нө атай-әсәйем алдыра, мин дә ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Айырыуса баш ҡала тураһындағы фекерҙәр баҫылған гәзитте ҡулыма эләктерә һалып алам, сөнки мин Өфөлә тыуып, ошонда буй еткереп килгән үҫмер егет. Ололар менән бер рәттән, баш ҡала тураһында үҙ фекерҙәремде лә еткергем килгәйне.
Беҙ Дим биҫтәһендә йәшәйбеҙ. Эйе, ҡайһы берәүҙәргә Өфөлә тормош тик үҙәк райондарҙа ғына гөрләй кеүек тойола, буғай. Ләкин ҡаланан ситтә ятҡан райондарҙа ла шулай уҡ кешеләр йәшәй, эшкә һәм уҡырға йөрөй, түңәрәктәр эшләй, спорт мәктәптәре, парктар һәм башҡалар бар. Йәштәр дуҫтары менән осраша, ғөмүмән, йәнле тормош бара. Шуға күрә мин нәҡ үҙемдең Дим биҫтәһе тураһында яҙып үткем килә.
Дим биҫтәһен тимер юлсыларҙың бәләкәй генә ҡаласығы, тип әйтергә лә мөмкиндер, моғайын, сөнки бында бөтә Рәсәй тимер юлындағы иң ҙур станцияларҙың береһе урынлашҡан. Шулай уҡ бөгөн айырым ҙур районға әүерелгән Дим биҫтәһе ваҡытында Ағиҙел йылғаһының һул ярында барлыҡҡа килгән бәләкәй генә тимер юлы разъезынан башланған. Разъезға исемде эргәһендә ағып ятҡан йылғанан - Димдән - алғандар. Биҫтәлә шулай уҡ башҡа күп төрлө тимер юлы ойошмалары бар. Хатта Дим биҫтәһенең айырылып торған үҙенсәлеге булған Ухтомский урамы ла паровоз арт-объекты менән башлана һәм тимер юлы аша үткән күпер менән тамамлана. Әйткәндәй, был күпер Дим биҫтәһенең тағы ла бер билдәһе, сөнки уның һымаҡ оҙонлоҡтағы тимер юлы аша үткән йәйәүлеләр өсөн күпер тотош республикала башҡа юҡ.
Биҫтәлә матур урындар күп, ләкин ипкә килтереүҙе талап иткәндәре лә етерлек. Миңә, мәҫәлән, беҙҙең райондағы буш территорияларҙың күп булыуы оҡшамай. Улар бер нәмә менән дә тултырылмаған, ә унда мәктәп уҡыусылары, йәштәр өсөн ылыҡтырғыс урындар эшләргә мөмкин. Өфөнөң Ленин урамында "Арт-квадрат" майҙансығы миңә ныҡ оҡшай, шундай уҡ өлгөләрҙе ҡаланың бөтә урындарында ла эшләп булалыр бит, тигән һорау менән мөрәжәғәт иткем килә етәксе ағай-апайҙарға. Әгәр ошондай ҡыҙыҡлы урындар булһа, подъезд эсендә һәм тышында, балалар майҙансығында йыйылышып һөйләшеп торған йәштәр шунда бармаҫ ине тиһегеҙме? Әлбиттә, барырҙар ине.
Беҙҙең Дим биҫтәһендә берҙән-бер парк бар. Унда ҙур саралар уҙа, концерттар була, ата-әсәләр бәләкәй балалары менән йөрөп ята, йәштәрҙең дә йыйылған урындарының береһе ул. Инфраструктура йәһәтенән дә замандан артта ҡалмайҙар. Ләкин миңә һәм күпселек дуҫтарыма унда яңғыраған музыка оҡшамай. Төрлө йүнәлештәге һәм заманса музыкаль әҫәрҙәр ҡуйылһа, барыһының да күңеленә хуш килер ине. Шулай ҙа был беҙҙең парк, беҙ унда бәләкәйҙән уйнап үҫкәнбеҙ һәм беҙ уны яратабыҙ.
Парктың, ғөмүмән, тотош райондың үҙ атмосфераһы: унан йылылыҡ бөркөлә, ул минең күңелемә яҡын, минең тыуған һәм торған ерем. Беҙҙә кешеләр һәйбәт, яғымлылар. Дөйөм алғанда, Дим биҫтәһендә йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Транспорт эше яҡшы ойошторолған, күренекле музейыбыҙҙан кеше өҙөлмәй, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ла етерлек. Бында үҙенә генә хас тормош һәм ул башҡа райондарҙыҡына оҡшамауы менән дә минең күңелемә яҡын. Дим биҫтәһе минең өсөн бәләкәй генә баш ҡалам һәм унда йәшәүем менән бәхетлемен.
Айрат ӘБСӘЛӘМОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА