Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән брифингта COVID-19 билдәләре оҙаҡҡа һуҙылғанда сәләмәт тормошҡа тулыһынса ҡайтыу өсөн ҡайҙа һәм нисек реабилитация үтергә мөмкин булыуы хаҡында мәғлүмәт бирелде.
Тажлы зәхмәт ауыр билдәләр менән үтеү осоронан тыш, уның оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылған һәм тулы тормош алып барыуға ҡамасаулаған эҙемтәләренән ҡотолоу өсөн республикала реабилитация үтеү мөмкинлеге ҡаралған. Унда был сирҙе үткәргән һәр кем ҡатнаша ала, ауырыуҙың ни тиклем ауыр булыуынан сығып, реабилитация амбулатор йәки стационар шарттарҙа уҙғарыла. Реабилитация уҙғарыуҙы бер-нисә төркөмгә бүлеп башҡаралар. Беренсе төркөмдә ковидты үткәреүсе ике һәм унан да күберәк хроник сирҙәре булғандар. Икенсе төркөмгә ковид менән сирләгән, ләкин хроник сирҙәре булмағандар индерелгән. Табипҡа ике йылдан ашыу мөрәжәғәт итмәгән һәм ковид менән сирләгәндәр өсөнсө төркөмдө тәшкил итә. Реабилитация үтеү өсөн урындағы дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Республикала реабилитация үтеү өсөн бер нисә стационар дауахана бар, тип белдерҙеләр брифингта.
Һуңғы арала барлыҡҡа килгән long COVID-тың билдәләре ковидтан һуңғы йәки ҡайһы бер хроник сирҙәрҙең симптомдарына оҡшауы һыҙыҡ өҫтөнә алына табиптар белдереүендә. Шулай ҙа иң киң таралған билдәләре рәтендә тын алыуының ауырлашыуы (одышка), тиҙ арыусанлыҡ, быуындар ауыртыуы, паник һөжүм (панические атаки), сәстәрҙең ҡойолоуы һәм хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе тора.
Әгәр ҙә ковид менән сирләүсенең бер айҙан һуң IgM антиматдәһе күтәрелһә, ә IgG күрһәткесе бер үк кимәлдә ҡала килһә, был "оҙайлы COVID" хаҡында һөйләй, ти белгестәр.
Пандемия айырыуса йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы өсөн ауыр күренештәргә килтергән. Онлайн форматта үткән брифингта белдереүҙәренсә, ковид менән сирләүсе ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар араһында алдан бала табыу осрағы 6,7 тапҡырға, сабыйҙың үле тыуыу осрағы 8,4 тапҡырға һәм әсәнең үлеменә килтереү осрағы 6 тапҡырға артҡан. Ковид менән бәйле хәлде тотороҡландырыу өсөн республикала төрлө саралар тормошҡа ашырыла. Перинаталь үҙәк нигеҙендә, мәҫәлән, COVID-19 менән сирләүсе ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙәтеү өсөн Амбулатор күҙәтеү үҙәге, Өфөнөң Дим дауаханаһында буласаҡ әсәләр өсөн өсөнсө кимәлдәге күп профилле стационар табиптары дежурлыҡ иткән махсуслаштырылған госпиталь эшләй. Айырыуса ауыр хәлдәге йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Мәскәү һәм Санкт-Петербург табиптарын йәлеп итеү юлы менән консилиумдар уҙғарыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, әсә һәм сабыйҙың һаулығын һаҡлап ҡалыуҙың төп ысулы - вакцина эшләтеү.
"Бала табыуҙы планлаштырған ҡатын-ҡыҙҙарға привиканы ауырға ҡалғанға тиклем эшләтеү ҡулай. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында ковид тураһында аңлатыуҙар алып барыла. Бөгөнгө көндә республикала иҫәптә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 14 проценты прививка эшләткән. Был Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткестәрҙең береһе", - ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|