Ғинуар айында 55 тип аталған ғүмер арғымағына атланған шағир, драматург, прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат ӘБҮЗӘРГӘгә бирҙек өс һорауҙы:
Салауат, һин һәр жанрҙа ла уңышлы эшләгән ижадсы булараҡ, артыҡ һүҙҙән, күләм өсөн яҙыуҙан, юл араһына һыу ҡойоуҙан азатһың. Быға нисек өлгәшәһең?
- Гәзит-журнал редакцияларында, һәр саҡ тигеләй, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләргә тура килде. Ҡулъяҙма баҫтырырлыҡмы-юҡмы икәненә ҡарамай, барыбер уҡып сығаһың - авторға яуап бирергә кәрәк бит. Ситтән ҡарағанда яҡшыраҡ күренә, тиҙәр. Ҡулъяҙмаларҙағы оҙон-оҙон һүҙ сурытыу, әҫәргә, геройҙарҙың характерын асыуға ҡағылышы булмаған һүрәтләүҙәргә төшөп китеү биҙрәтеп ебәрә, уҡығы килмәй башлай. Саманан ашып биҙәнгән ҡыҙҙар һымаҡ: килолап кершән һөртөлгән, яһалма ағзалар йәбештерелгән... Белмәйем, кемгә нисектер, ләкин был миндә ытырғыныс ҡына тыуҙыра, "ғашиҡ" булыу тураһында әйтеп тә тормайым.
Ҡыҫҡаһы, тәбиғи матурлыҡҡа етәме ни! Әҫәр ҙә тәбиғи булырға тейеш. Әйтәйек, "мода" артынан ҡыуып, тегенеһен-быныһын йәбештереп, ниндәйҙер "идеал"дарға оҡшарға маташаһың икән, тәбиғәт биргән үҙ асылың юғала. Һәр кемдең ҡабатланмаҫ үҙ асылы бар, шуны һаҡларға кәрәк. Үҙенсәлек тип атала был.
Һин Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зариповтар менән бер заманда тиерлек уҡыған кеше булараҡ, уларҙың юҡлығын нисек кисерәһең? Иҫән булһалар, донъябыҙ икенсе төрлөрәк булыр ине, тип уйламайһыңмы?
- Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәр, Дамир Шәрәфетдинов, Ғилман Ишкинин - әҙәбиәтебеҙ кисергән ҙур юғалтыу. Тотош бер быуын! Улар менән рухташ булдыҡ, күрешеп-аралашып йәшәнек. Йәл, ижад сәскәләренең таждары асылған мәлдә генә был донъянан киттеләр. Улар йыш иҫкә төшә, төшкә лә керәләр. Тормош юлымда улар һымаҡ шиғри йәнле кешеләр осрағанға рәхмәтлемен!
"Иҫән булһалар, донъябыҙ икенсе төрлөрәк булыр ине, тип уйламайһыңмы?" тигәнде мин әҙәбиәт донъяһы тип аңлайым. Әлбиттә, улар әҙәбиәтебеҙҙе яңы әҫәрҙәр менән байытыр ине, уҡыусылар Рәйес Түләктең "Мең дә икенсе кис..." кеүек, бәлки, унан да шәберәк китабын уҡып ҡыуаныр, уйланыр ине... Былар - "ине" генә шул, бойомға ашмаҫ хыял ғына...
Шулай ҙа, әҙәбиәттең донъяға йоғонтоһона ҡарағанда, донъяның әҙәбиәткә йоғонтоһо ҙурыраҡ. Һәр заман үҙ яҙыусыһын, үҙ әҫәрен тыуҙыра. Хатта мөхәббәт кеүек мәңгелек темаларҙа ла заман заңы сағылыш таба. Хәйер, яҙыусының төп маҡсаты "донъяны икенсе төрлө" итеүҙә түгел, уны матурлауҙа, уның матурлығын, насар яҡтарын кешеләргә күрһәтеүҙә...
Иң төп әҫәреңде яҙҙыңмы әле? Яҙмаған булһаң, ул нимә тураһындағы поэма, повесть, драма, роман?
- Йылғаны һикермәй тороп, "һоп" тип ҡысҡырмайҙар, тигән әйтем бар. Алдымда һикереп сығырлыҡ ҡына йылға түгел, даръя йәйрәп ята. Яҙыла башлаған, ҡағыҙға һөлдәһен генә сыймаҡлап ҡуйған, башта йөрөгән "әҫәрҙәр", ябай ғына итеп әйткәндә, муйындан! Ләкин, әлеге лә баяғы, ялҡаулыҡ тәгәрмәскә таяҡ тыға.
Шулай ҙа, "төп әҫәр" тигән иллюзияға бирелмәҫ йәштәмен инде. Минең өсөн ижад төп урында тора. Күңелде һығып яҙғаныңды кемдәрҙер оҡшата икән - ҡыуаныс!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА