«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺУПАЙЛЫ БИҪТӘҺЕ ИҢ ЯРАТҠАН РАЙОННЫМ
+  - 

Ун йылдар самаһы элек фатир һатып алыу тураһындағы иғландарҙа "Һупайлы биҫтәһен тәҡдим итмәҫкә", тигән һүҙҙәрҙе йыш осратырға була ине. Ләкин бөгөнгө көндә был район йәшәү өсөн уңайлы, заманса, яйлы биҫтә һанала, фатирҙар ҙа ҡыйбатлана, кеше һаны ла артҡандан-арта бара. Был яҙмамда үҙем тыуып үҫкән район хаҡындағы фекерҙәрем менән уртаҡлашҡым килде.

Бөгөн Һупайлы - Өфөнөң башҡа райондары менән сағыштырғанда йәш район. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында ғына әле ул яҙғы ташҡындарҙа һыу аҫтында ҡалған, баҫыуҙары йәйрәп ятҡан бәләкәй генә ауыл булған. Ә бөгөн иһә бында күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сығып, төрлө социаль объекттар төҙөлөп, күп кеше йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған заманса биҫтә. Ял итергә матур парк һәм скверҙарыбыҙ бар. Ағиҙел яры буйында уңайлыҡтар тыуҙырылған, ләкин бына Ҡариҙел йылғаһына яҡын барырлыҡ түгел. Йылдан-йыл халыҡ иҫәбе арта, фатир хаҡтары ла бөгөнгө көндә баш ҡаланың үҙәгенән айырылмай тиерлек.
Һәр ҡаланың, уның составындағы һәр райондың үҙенә генә хас проблемалары, хәл ителәһе мәсьәләләре була. Беҙҙең Һупайлы ла был ҡағиҙәнән ситләшмәй. Минең өсөн иң актуаль мәсьәлә - машина ҡуйыу өсөн урындарҙың булмауы. Күп ҡатлы йорт ихаталары күп автомобиль ҡуйыу өсөн ҡулайлаштырылмаған, ихаталар тар һәм бәләкәй. Ә хәҙер һәр фатирҙа, кәмендә, икешәр еңел автомобиль булыуын иҫәпкә алғанда, проблеманың ниндәй киҫкен тороуын күҙ алдына баҫтырырға була. Ошо сәбәпле тығындар барлыҡҡа килә. Ә Һупайлы аша Өфөнөң төньяғы менән Салауат Юлаев проспектын бәйләгәс, тығындар тағы ла артты. Мәсьәлә хәл итеүҙе көтә. Юл темаһын тамамлап, Һупайлынан үҙәккә сыҡҡан тауға ҡышҡы миҙгелдә айырыуса иғтибар бүленһә ине, тигән теләгемде еткерәм. Машина, автобустарҙың күтәрелә алмай ултырыуҙары ғәҙәти күренеш.
Биҫтәлә балалар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған - балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр етерлек, шулай уҡ балалар майҙансыҡтары ла күп. Ләкин яҙлы-көҙлө ямғырҙан һуң барлыҡҡа килгән ҙур күләүектәр балаларға ла, ололарға ла ҡамасаулауы Һупайлының бер үҙенсәлеге. Һыу ағыҙыусы системалар (ливневка) булмағас, ҡойма ямғырҙан һуң Жуков менән Бикбай урамдары кәмә менән йөҙөп йөрөрлөк йылғаға әйләнә.
Бындағы күп йорттар төҙөлөүгә күп ваҡыт үткән һәм улар капиталь ремонт талап итә. Бындай йорттарҙы эстән дә, тыштан да ремонтлағанда, улар матурайып, районға йәм өҫтәп ултырыр ине.
Яҙғандарымды дөйөмләштергәндә, Һупайлының сағыштырмаса тыныс район, социаль объекттарҙың һәм күңел асыу урындарының етерлек булыуы, йылғаның яҡынлығы оҡшай. Ә биҫтәлә һәр ваҡыт тиерлек ел һәм туҙан уйнауы, йәшеллектең әҙ булыуы күңелгә ятмай. Шулай ҙа Һупайлы биҫтәһе минең иң яратҡан районым.

Гөлсәскә ӘМИНЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 806

Киске Өфө
 
Үҙ һүҙендә тора белгән, һәр ваҡыт аныҡ эш менән мәшғүл һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған ир - ысын ир. Эшләү, ижад итеү, эҙләнеү, барлыҡҡа килтереү, булғанды ишәйтеү - көслө заттың төп тәғәйенләнеше. Ир-егеттәребеҙгә - уңыштар!

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru