Йәйәүлегә хәҙер көн бөттө. Өфө урамдарында ғына түгел, үҙе йәшәгән йорт янында ла иркенләп йөрөү тәтемәй: ҡайҙа ҡарама - машина, цивилизация бәләләренең береһе. Ҡышҡы осор айырыуса маҙаға тейә улар. Йорттарҙың тирә-яғы, тротуарҙар йүнләп таҙартылмау сәбәпле, машина юлынан йөрөргә һәм минут һайын эргәңдән выжлап үтеп торған транспорттан янтайып, тубыҡтан көрткә сумырға мәжбүрһең.
Йорт алды халыҡ, мәктәптән ҡайтыусы балалар, коляскалы әсәләр менән тулы булыуға ҡарамаҫтан, еңел автомашина хужалары ҡайҙалыр ашыға, тиҙлекте ташламай, тегендә-бында туҡтауһыҙ хәрәкәттә. Һәм, ғөмүмән, ҡаланың күп ҡатлы торлаҡ йорттары машиналар сылбыры тоҙағында тороп ҡалды бөгөн. Бер түгел, ике-өс машина тотоусылар бар һәм шуларҙың барыһы ла - йорт алдында. Элегерәк кеше эштән һуң шәхси транспортын дөйөм гаражға илтеп ҡуйып, өйөнә йәйәү ҡайтыр ине, хәҙер иһә, законлымы был, юҡмы - йорт алды ҡырағайҙарса баҫып алынды. Ә бит, уйлап ҡарағанда, күп фатирлы йорттар яны биләмәләренең сиктәре билдәләнеп, ул кадастр иҫәбенә ҡуйылмаған булһа, был ерҙәр йорттарҙа йәшәүселәрҙең түгел, ә дәүләт милке иҫәпләнә. Тимәк, дәүләт милкенә ҡараған күпме территория йылдар буйы бушлай туҡталҡа итеп файҙаланыла!
Ҡаланың төрлө ойошма, учреждениелары алдында ла бит йырып сыҡҡыһыҙ машина, бигерәк тә поликлиника һәм магазиндар янында. Ләкин туҡталҡа проблемаһы машина бәләһенең бер генә яғы әле. Бынан тыш, алтынға бәрәбәр күпме ваҡыт саҡрымдарға һуҙылған тығындарҙа сарыф ителә! Ә туҡтауһыҙ - көн, сәғәт, минут һайын булып торған автоһәләкәттәр? Статистика буйынса илдә көн һайын 400-ҙән ашыу авария булып, унда 40-50 кеше һәләк була. 2020 йылда, мәҫәлән, 145 мең автоһәләкәттең һәр туғыҙынсыһы унда ҡатнашыусыларҙың үлеме менән тамамланған. Һөҙөмтәлә шул йылда юлдарҙа барлығы 16 мең кеше һәләк булған. Һәр 7-се авария эсеп руль артына ултырған водитель ғәйебе менән яһала.
Машина бәләләренең тағы бер һәм берәгәйлеһе - автотранспорт бүлеп сығарған ағыулы матдәләр һәм газдарҙан атмосфераның бысраныуы. Һулаған һауабыҙ бысраныуының 62 проценты автомашиналар өлөшөнә тура килә, ә Мәскәүҙә был һан хатта ки 90 процент тәшкил итә икән. Ошо йәһәттән киләсәктә электромобилдәр һәм газ яғыулығы ҡулланыусы транспортты арттырыу бурысы күҙаллана. Ләкин был экология мәсьәләһен өлөшләтә хәл итеү генә буласаҡ, тип иҫәпләй эксперттар, сөнки машиналар хәрәкәтенән бүленеп сыҡҡан ағыулы матдәләрҙең 82 проценты асфальт-бетон юл ҡатламы һәм автомобиль частәре ышҡылыуҙан хасил була икән. Был һәм автотранспорт проблемаларына ҡағылышлы башҡа глобаль проблемалар хаҡында яңыраҡ ҡына РФ Хөкүмәтендә раҫланған 2030-2035 йылдарға тиклемге Транспорт стратегияһы тексында ентекле һүҙ алып барыла. Унда бөтә төр: автомобиль, тимер юлы, һыу һәм һауа юлдары транспорттарының үҫеш перспективаларын билдәләү менән менән бергә ҡала пассажирҙар транспорты проблемаларын хәл итеү юлдары ла күҙаллана һәм киләсәктә экологик йәһәттән зарарлы төр автомашиналар хәрәкәтен сикләү мәсьәләһе лә ҡуҙғатыла. Был бигерәк тә шәхси автотранспорт төрҙәренә ҡағылмаҡсы. Стратегияның был положениеһы тәүҙәрәк эксперттар һәм айырыуса "За рулем", "5Колесо", "Коммерсант" кеүек һәм башҡа электрон сығанаҡтар журналистары тарафынан "шәхси еңел автомобилдәргә көн бөтәсәк; шәхси автотранспорттың киләсәге юҡ; машинаң менән хушлаш" тигәнерәк йөкмәткелә ығы-зығы тыуҙырып алынғайны. Эйе, яҡшы булыр ине лә бит...
Асылда иһә, ысынлап та, Стратегияла әйтелеүенсә, халыҡты шәхси машиналарынан йәмәғәт транспортын файҙаланыуға әүҙемерәк йәлеп итеү, бының өсөн иһә ҡала пассажирҙар транспорты инфраструктураһын заманса үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу, артабан үҫтереү мәсьәләләре ҡарала, ләкин шәхси автотранспортты тыйыу хаҡында һүҙ бармаһа ла, нигеҙҙә, экологик таҙа электромобилдәр һәм газ яғыулығы ҡулланған машиналарға өҫтөнлөк биреләсәге күҙаллана. Шуныһы үкенес: был бөгөн-иртәгә генә башланасаҡ реформа түгел, ул кәмендә 10-15 йыл эсендә бойомға ашырыласаҡ, тип ҡаралһа ла, беҙҙә бындай үҫеш перспективаларының тарихы ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалыу миҫалдары бик күп.
Ә әлегә тормошобоҙ автомашиналар хакимлығының яҙылмаған законы буйынса йәшәй, йыш ҡына хатта ҡала халҡы мәнфәғәттәре иҫәбенә шәхси автотранспорт өсөн уңайлы шарттар булдырыу беренсе урынға килеп сыға. Ошо араларҙа Өфө тормошонда шау-шыу тыуҙырған бер ваҡиға тураһында әйтеүем. Бәй, ишетмәнегеҙме ни әле? Һәр хәлдә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын яңыртып төҙөү эштәре башланасағы тураһында, моғайын, беләһегеҙҙер. Театр бинаһы ғына түгел, уның тирә-яҡ биләмәләре лә төҙөкләндереләсәк, тип әйтелә был хаҡтағы документта. Ләкин яңыраҡ шул да мәғлүм булды: әлеге "төҙөкләндереү" әләме аҫтында Ҡурсаҡ театры янындағы бына тигән матур сквер менән балалар майҙансығы алып ташланып, уның урынына ... нимә төҙөлә тип уйлайһығыҙ? Юҡ шул, яңы майҙансыҡ та, ял итеү скверы ла түгел, ә әлеге лә баяғы ҡайҙа морон төртөр урын тапмаған шәхси автотранспорт өсөн подрядчик туҡталҡа төҙөргә йыйына икән! Был, әлбиттә, ҡала халҡының асыуын ҡабартты. Ә инде мәсьәлә ҡала мэрияһы ултырышына ҡуйылғас, Баш архитектура начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова балалар театры янында транспорт туҡталҡаһы төҙөү идеяһына ҡырҡа ҡаршы сығыуын белдерҙе. "Сквер ҙа, ҡалалағы 12 тематик балалар майҙансығының береһе булған был театр яны балалар майҙансығы ла бик әһәмиәтле урындар иҫәпләнә, юҡ итергә түгел, киреһенсә, тәүге тарихи күренештәрен тергеҙеп, уларҙы яңыртып төҙөү кәрәк", - тине ул. Баш ҡала мэры ла уның фекерен яҡлап сыҡты һәм был мәсьәлә буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәреп, халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыу кәрәклеге билдәләнде.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА