«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (5-се бүлек)
+  - 


Идеал Исчуринға айырым кешеләр, үҙе аралашҡан даирәлә дөйөм кәйеф тураһында тиҫтәгә яҡын отчет яҙҙы. Таныш-белештәренең яҙмышы менән уйнауы күңеленә таш булып ултырһа ла бер ни ҡыла алманы. Исчурин өрәйен алып, үҙенә тулыһынса буйһондорғайны уны. Ғәрләнде, үҙен күрә алманы һәр яҙған доносынан һуң. Тик ҡайһылатһын, түҙҙе. Уға ла йәшәргә кәрәк бит. Бәлки, кемдер уның тураһында ла органдарға яҙалыр, тип үҙен йыуатты.
Сәғитовтың тормошон емереп ташлауын бигерәк ауыр кисерҙе. Идеал уның иҫерек баш менән һөйләгән һүҙҙәрен Исчуринға еткерҙе лә, күңел ғазаптарын саҡ онота башлағайны, Сәғитовты эштән ҡыуҙылар. Идеал шаҡ ҡатты уның сәбәптәрен уҡытыусыларҙың дөйөм йыйылышында ишеткәс. Имештер, Сәғитов өлкән синыф уҡыусыһына әшәке ниәттәр менән ҡағылған. Был турала ҡыҙ бала әсәһенә әйткән, ә уныһы милицияға ғариза яҙған. Ултыртыуын ултыртманылар ғәйепләнеүсене, сөнки ул ҡыҙға бер ниндәй ҙә зыян килтермәгән. Әммә ләкин амораль холҡо өсөн мәктәптән ҡыуҙылыр.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Идеал Сәғитовты урамда осратты. Күрештеләр, хәл-әхүәл һораштылар.
- Ғаиләне аҫрарға кәрәк бит, төҙөлөшкә ташсы булып эшкә төштөм, - тине элекке коллегаһы. - Әлдә ҡатын миңә ышанды, ташлап китмәне. Бинахаҡҡа ғәйеп ташланылар ҙа баһа. Үҙем дә аптырайым, Үлмәҫбаева мине нишләп бысраҡҡа батырырға булғандыр, аңламайым. Яҡшы уҡыны инглиз теленән, филолог булырға ла хыяллана ине. Минән үс алырға бер ниндәй ҙә сәбәпте күрмәйем. Аңлай алмайым...
Идеал күҙҙәрен йәшереп:
- Әллә инде, мин дә хайран ҡалдым. Үлмәҫбаева хәҙер беҙҙә уҡымай, икенсе мәктәпкә күсте, - тип тиҙерәк китеү яғын ҡараны.
Сәғитовтың башына бәләне үҙе төшөрөүен аңлағайны ул. Исчуриндан да яуап алырға маташты.
- Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Колхозсы иккән аҡ икмәкте ашап, ул етештергән һөттө эсеп, эшсе төҙөп биргән йылы йортта йәшәп, газын яғып, һыуын крандан ғына ағыҙып тотоноп, баҙрап йәшәп ят та эшсе-крәҫтиән ҡоролошона - социализмға - яла яҡ. Интеллигенцияның саңын ҡағып тормаһаң, ул еҫләнә, бурһый башлай. Әйҙә, хәҙер икмәкте үҙ тирен түгеп тапһын. Совет власының ҡәҙерен белер шунда. Ә һеҙ, Идеал Салютович, юҡҡа ҡайғырмағыҙ. Халыҡ дошманын фашлаған өсөн ғорурланырға кәрәк. Артабан да шулай ғәҙел, ныҡ булығыҙ. Оҙаҡламай республика наградаһы тейер үҙегеҙгә эштәге уңыштарығыҙ өсөн. Алға ҡарағыҙ! Алға! - тине яуап итеп хәүефһеҙлек органы капитаны.
"Ғәҙел, ныҡ булығыҙ… Күрә-баға кешене ҡараға буя ла, шуны ғәҙеллек тигенсәле… Тфү", - тип төкөрҙө Идеал был һөйләшеүҙе иҫләгән һайын. БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе ҡул ҡуйған маҡтау ҡағыҙын оло байрамда бөтөн ғәм алдында тантаналы рәүештә үҙенә тапшырғастары, барлыҡ кисерештәренән, ауыр уйҙарынан арынды ла ҡуйҙы. Гүйә, ҡул менән һыпырып ташланылар. Ҡыуаныс, ғорурланыу ялмап алды йөрәген. Үҙен үтә лә шәп, һәр яҡтан бөткән кеше итеп тойҙо. Сәғитов уйына инеп тә сыҡманы.

3

Алдан һиҙемләүе юш килдеме, әллә Исчурин хеҙмәт иткән ҡеүәтле орган булышлығы булдымы, йәшерен агент сифатында дәүләткә үҙ ярҙамын күрһәтә башлауға ике йыл үтеүгә Идеал мәктәп директоры итеп тәғәйенләнде. Етәксе вазифаһында ла ул Исчуриндың байтаҡ йомошон үтәп өлгөрҙө. Һуңғыһын бигерәк илһамланып яҙҙы - биш табаҡ биткә мәктәп директорҙары араһында йөрөгән хәбәрҙәрҙе, ишеткән-күргәндәрен тасуирлап теҙҙе.
Өс йыл бауҙа тотто Идеалды капитан. Тәүҙә бигерәк йыш бимазалаһа, Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте башланғас, һирәгерәк борсоно. Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә һикһән етенсе йылда гласность - асыҡлыҡ - тигән нәмә тураһында һәр мөйөштә ләүкелдәй башланылар. Әллә органдар ҙа үҙ эшен үҙгәртеп ҡорҙомо, фашланыуҙан, яманат исем күтәреүҙән ҡурҡып, бысраҡ эш алымдарынан баш тарттымы, нисек кенә булған хәлдә лә, Исчурин, һыуға батҡандай, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Тора-бара Хөбөтдинов үҙ биографияһының ғәрлекле был осорон да, яман төш күргәндәй, онотто. Уны стукач тип бер кем дә белмәй, тимәк, бындай хәл булмаған! Йоҡо аралаш яман һаташҡан ғына. Һыҙлап йөҙәткән сиҡаны һытылып, үҙәк өҙгөс ғазаптарҙан арынған әҙәм балаһылай, тормоштоң бәләкәй һәм ҙур ҡыуаныстарына солғанып, һәүетемсә артабан йәшәп китте Идеал Салют улы. Яралары уңалды.
Уның ҡарауы, дан-ҡөҙрәттәре йыйылмаһын арттырыу, уны яңы трофейҙар менән байытыу ҡомары яңынан уянды. Сөскөргән һайын "Әлхәм" тип торғандағы кеүек, һәр һүҙенә, ваҡ һәм эре эштәренә баһаһын шунда уҡ алып барғыһы килде йәш директорҙың. Нишләптер, бынан ары гел шулай тейеш һымаҡ ине уға. Гоголдең Плюшкины күҙенә ташланған барлыҡ әйберҙе өйөнә ташығандай, Идеал маҡтау һүҙе яҙылған бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәген дә ҡәҙерләп ҡабул итте, оҙаҡлап ундай хәл булмай китһә, теләнселәп, һоранып йөрөп алды.
- Тәскирә Вәлеевна, уҡытыусылар көнөндә бүләкләү өсөн беҙҙән ике кеше һорайҙар. Өҫтән квота төшөрҙөләр. Тәҡдимегеҙҙе көтәм, - Идеал Салют улы уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫарына ҡушҡан көндәлек йомоштарына быныһын да өҫтәне. Тәскирә Вәли ҡыҙы ике сәғәттән дәғүәселәрҙең исемлеген индерҙе. Унда биш исем-шәриф теркәлгәйне.
- Юҡ, риза түгелмен, - тип директор барыһын да һыҙып ташланы.
- Иң лайыҡлылар... - урынбаҫары аптырап, яурындарын йыйырҙы.
- Нығыраҡ уйлағыҙ, - Хөбөтдинов башын күтәрмәй, ҡағыҙҙы кире ҡайтарҙы.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Тәскирә Вәли ҡыҙы яңы исемлек менән тағы инде. Был юлы ла фекерҙәре директорҙыҡы менән берекмәне.
- Бер ни ҙә аңламайым, кандидатураларҙы һыҙып тик ултыра, - тип урынбаҫар өлкән коллегаһына үҙенең хәлен һөйләне.
- Һеҙгә, йәштәргә, аҡыл, тәжрибә етеңкерәмәй шул. Һин баяғы уҡытыусыларҙы вис киренән күсереп яҙ ҙа, директорҙың үҙен дә өҫтә, - тине тормош күргән оло уҡытыусы.
Ысынлап та, был юлы Тәскирә Вәли ҡыҙы директор кабинетынан уңып сыҡты. Идеал исемлектә үҙен һәм тағы бер кешене ҡалдырҙы ла башҡаларын һыҙып ташланы. Бынан ары, маҡталыуға тәҡдимдәр индергәндә, директорҙың исем-шәрифе исемлеккә гел беренсе ҡуйылды.

* * *

Идеал Салют улы директор вазифаһында маҡталып эшләне. Хужалар ҙа, коллектив та ҡәнәғәт булды унан. Тәүгеләргә күндәмлеге, йомошҡа сослоғо оҡшаһа, уҡытыусыларға кәңәш ҡороп эш итеүе, ипле тыныс холҡо менән яҡын булды. Ҡайһы саҡ көнөнә ике-өс тапҡыр кәңәшмә йыйып алыр ине. Мәктәптә бер генә сара ла үҙ ыңғайына, "тейһә тейенгә, теймәһә - ботаҡҡа" тип үткәрелмәне. Директор тәүҙә сараның планын тикшерергә йыйып ала. Икенсе кәңәшмәлә һәр кемгә бурыстар бүлеп бирә. Әйтәйек, башланғыс синыфтар спартакиадаһы икән, һәр класс етәксеһе, балаларҙы әҙерләүҙән тыш, плакаттар эшләй, ата-әсәләрҙән ярҙамсылар төркөмө туплай. Физкультура уҡытыусыһы ярыш урындарын, судьяларҙы хәстәрләй, ҡайҙа, ниндәй флаг ҡаҙарға аныҡ күрһәтмә ала. Төп ойоштороусы, кем ҡайҙа тора, ҡулына нимә тота, сараны асҡанда ниндәй һүҙҙәр әйтә - баштан алып аҙаҡҡа тиклем һәр кемдең һәр аҙымын контролдә тоторға тейеш була.
Өсөнсө кәңәшмәлә һәр кем директорға әҙерлек тураһында доклад яһай. Идеал Салют улы иғтибарлы тыңлай. Бер нисә аныҡлыҡ, төҙәтмә индерә:
- Флагты уҡыусылар уң ҡулдарында түгел, ә һул ҡулдарында тотоп торһон, - ти, мәҫәлән.
Бының менән бөтәһе лә ризалаша.
- Башҡа һорауҙар булмаһа - эшкә! - Кәңәшмәне Идеал Салют улы фәҡәт ошо фраза менән тамамлай. Гел дә, бөтә кәңәшмәләргә лә, шулай нөктә ҡуя.
Идеал Салют улының кеше менән юғары тонда мөғәмәлә иткәне юҡ. Бер ҡасан да! Бәлки, ҡысҡырырға тауышы булмағандыр. Ҡысҡыра белмәүе лә ихтимал. Була бит ҡайһы кешегә йәбешмәгән шундай сифаттар. Кемдер алдай белмәй, тормошта һүгенмәгәндәр, ҡатын-ҡыҙға һәр саҡ ихтирамлы булғандар осрай…Тауыш күтәрмәгән Идеал юғары мәҙәниәтле кеше һәм етәксе һаналды. Ул ҡысҡырмағас, бүтәндәр уның менән үҙен ипле тотто, директорҙы мөмкин тиклем борсолдормаҫҡа тырыштылар.
Шулай тағы биш йыл үтте.

* * *

Был биш йылдың һөҙөмтәләре директор кабинетының тотошлай бер стенаһын биләгәйне. Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, дипломдар… - фәҡәт мәктәп директоры Идеал Салют улы Хөбөтдиновтың шәхсән ҡаҙаныштары өсөн бирелгән баһаламанамәләр. Мәктәптең уңыштар таҡтаһы иһә оҙон коридор буйлап һуҙылған һәм уның бай коллекцияһы ла ҙур һоҡланыу тойғоһо уята. Балыҡсы, балыҡтың ҙурырағын тота була, йылға ятыуының сөмбәй урынын мул итеп емләй, ғәҙәттә. Бер мәл, уйламағанда, Хөбөтдиновтың кабинетындағы ҡаҙаныштар күргәҙмәһе шул ролде үтәй башланы.Төрлө комиссиялар, тикшереүҙәр йыш булып тора мәктәптә. Ҡаланыҡылар ҙа, республиканыҡылар ҙа килгеләй. Төрлө кимәлдәге саралар ҙа ойошторола. Ғәҙәттә, директор кабинетынан башлана тикшереү ҙә, юғары ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү ҙә. Әлбиттә, килгән кешеләрҙең күҙе иң элек стеналағы бай шөһрәтнамә йыйылмаһына төшә. Тикшереүселәр үҙ алдарына мәғәнәле йылмайып ҡына ҡуя. Ә ҡунаҡтар һоҡланыуҙарын, таң ҡалыуҙарын шунда уҡ белдерә:
- Ха-а-ай! Дан, бик дан! Ҡулығыҙҙы ҡыҫып китергә рөхсәт итегеҙ, Идеал Салютович. Хуплайбыҙ. Афарин! - тип бер килке һуштарын йыя алмай торалар.
Ҡайһылар, ҡултамға ҡуйыу хоҡуғына эйә булғандар, мотлаҡ рәүештә:
- Беҙҙең министрлыҡтыҡын күрмәйем. Етешһеҙлек! Һораунамә көтәм, мотлаҡ ҡул ҡуясаҡмын! - тип өҫтәп ҡуя
Урындағы хужа - Хөбөтдиновҡа, Хөбөтдинов уға баға, ҡараштары осраша, белер-беленмәҫ баштарын ҡағалар. Мәсьәлә ошо рәүешле хәл ителә.
Тикшереүселәргә башҡасараҡ тәьҫир итә баһаламанамәләр. Әгәр артыҡ етешһеҙлектәр асыҡланмаһа, тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғандан һуң, төп тикшереүсе ҡабаттан ҡаҙаныштар күргәҙмәһе ҡаршыһына килеп баҫа. Һоҡланыуын йәшермәй, экспонаттарға ҡарап тора ла:
- Ысынлап та, лайыҡлыһығыҙ, Идеал Салютович, беҙҙең маҡтау ҡағыҙына ла урын әҙерләй башлағыҙ. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса билдәләйәсәкбеҙ, - ти.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә ниндәйҙер кәмселектәр асыҡланһа, һүҙ былайыраҡ алып барыла:
- Ҡаҙаныштарығыҙҙы иҫәпкә алып, етешһеҙлектең осраҡлы булыуына һәм ул тиҙ арала бөтөрөлөүенә ышанып, актты бысратып тормайбыҙ. Етешһеҙлеккә күҙ йомабыҙ, - тип игелек ҡылалар. Ошо рәүешле Хөбөтдиновтың коллекцияһы байып ҡына ҡалмай, ә уны бәлә-ҡазаларҙан, ел-ямғырҙан ҡотҡара бара.
Юғарыраҡ вазифаға күсеп ултырыуына ла булышлыҡ итте мөғжизәле стена. Ҡалала хакимиәт башлығы алмашынғайны. Өҫкә үрләттеләр элеккеһен. Яңы хужа эш башлауының тәүге айында үҙ биләмәһе менән танышып йөрөнө. Хөбөтдинов эшләгән мәктәпкә лә инеп сыҡты. Дөйөм алғанда, күргәндәре менән бик ҡәнәғәт ҡалды. Ә инде директор кабинетында маҡтау ҡағыҙҙары теҙмәһенә күҙҙәре төшкәс, оҙатып йөрөгән мәғариф бүлеге начальнигына өндәште: - Уйлайһы, аптырайһы түгел, мына урыныңа кандидатуры, - тип Идеал Салют улының ҡулын ҡыҫты. Элекке хужа үҙе менән төрлө вазифаларҙағы байтаҡ кешене алып киткәйне Өфөгә, бушаған вакансияларҙы тулыландырыу зарураты тора ине шуға.

(Дауамы. Башы 3-6-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 336

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru