Һәр бәләкәй балаға өс айынан уҡ яһала башлаған АКДС, АДС тип аталған прививкалар тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Коклюш, дифтерия, столбняк (һын ҡатыу) тип аталған ғәйәт хәүефле шул сирҙәргә ҡаршы яһала торған анатоксин ул.
Бөгөнгө һүҙем столбняк (латинса атамаһы - Tetanus) хаҡында. Ниндәйҙер булһа берәй тән яраһы алған кешегә ана шул сирҙән "сыворотка" яһауҙары хаҡында ла йыш ҡына ишеткеләйбеҙ. Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәрендә мотлаҡ прививка яһау ҡанундары булмау сәбәпле, ҡайһы бер статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, был сир менән ауырыу осрағы йылына миллионға ла барып еткеләй. Столбняк ауырыуы арҡаһында үлем күрһәткесе юғары - яҡынса, 40-78 процент. Беҙҙә һирәк осраған өсөндөр ҙә, был сирҙең ҡурҡыныслы, йыш осраҡта үлемесле булыуы хаҡында белмәгәндәр күп. Шуға күрә лә уға әллә ни әһәмиәт тә биреп бармайҙар. Күптәребеҙ уны бер ҡасан дә күргәнебеҙ юҡ, әммә Рәсәйҙә лә был ауырыу менән сирләп торалар. Ә бит, дөрөҫөн генә әйтеү кәрәк, был ҡурҡыныс һәммәбеҙгә яҡын ғына йөрөй. Столбнякты тыуҙырыусы микроб башлыса эре мөгөҙлө хайуандарҙың эсәгендә йәшәй (уларҙың аҙыҡ эшкәртеү трактының нормаль микрофлораһы булып һанала). Башҡа һөтимәр хайуандарҙың, хатта кеше эсендә лә уларҙың булыуы ихтимал, әммә эсәктәге был микробтар ауырыу тыуҙырмай. Оло ярау менән сығарып ташланғас, спораға әйләнә ("көпләнә") һәм ана шул хәлдә тупраҡта оҙаҡ йылдар буйы һаҡлана. Ниндәйҙер уңай шарттарға килеп инеү менән, "көпөһөнән" сығып, үҫә лә башлай. Кеше йә хайуан яраһына барып эләгеү - улар өсөн иң ҡулайлы шарт тип һанала (тән температураһы, кәрәгенсә дымлылыҡ, аҡһым мөхите һ.б.). Һуғыш мәлдәрендә һалдаттарҙың тәнен тупраҡ ҡатыш пуля, мина һәм снаряд ярсыҡтары йәрәхәтләү арҡаһында был сирҙең йышайыуы һәр саҡ күҙәтелгән.
Столбняк беҙҙең эраға тиклем үк билдәле булған. Иң тәүгеләрҙән уның клиник картинаһы Гиппократ тарафынан тасуирлап әйтеп ҡалдырылған. Табиптың улы ана шул сирҙән үлгән булған икән. Был ауырыуҙы "яланаяҡтар сире" ("болезнь босых ног") тип тә атайҙар. Бынан тыш, стериллек булмаған шарттарҙа бала тыуҙырған ҡатын-ҡыҙҙа ла осрауы мөмкин. Ябыҡ, әммә тәрән яра алыу (энә йә ҡаҙау менән йәрәхәтләнеү) айырыуса хәүефле, сөнки был сирҙе барлыҡҡа килтереүсе микрофлора - "анаэроб", йәғни яраға кислород инмәгән шарттарҙа үҫеүсән.
Столбняк тыуҙырыусы таяҡсалар (микроскоптан ҡарағанда улар оҙонса, таяҡҡа оҡшағаныраҡ формала була) яраға килеп эләгеп үрсей һәм үҙҙәренең токсиндарын бүлеп сығара ла башлай. Был нейротоксиндар ҡан һәм лимфа тамырҙары, нервы епсәләре буйлап арҡа, баш мейеһенә үтеп инә һәм нервы күҙәнәктәрен эшлектән сығара (медицинала "паралич" тип атала). Шунлыҡтан, аяҡ-ҡул, арҡа мускулатураһының, шулай уҡ тын алыуҙы тәьмин итеп тороусы "шаршау" (диафрагма) иттәрҙең "тәртипһеҙ", йәғни адекват булмаған рәүештә тартыша (ҡороша) башлауына килтерә. "Бөгөүсе" һәм "яҙыусы" (разгибательный) мускулатура бер юлы тартылып, хатта умыртҡа һөйәген һындырыуы ла мөмкин. Тын алдырыусы диафрагма ите тартышыу сәбәпле "һыны ҡатып", тын алышы туҡтап, кеше кинәт кенә үлеп китеүе лә ихтимал. Шул арҡала йөрәк мускулатураһының да эшмәкәрлеге ҡапыл ғына туҡталып ҡалыуы мөмкин.
Столбняк, ғәҙәттә, яраланғандан һуң 5-14 көндән башлана. Баш ауыртыуы һәм кешенең тынысһыҙлана башлауы иң тәүге симптомдарҙың береһе булыуы мөмкин. Яраға яҡын булған урындағы иттәрҙең (мускулатураның) унда-бында тартыша башлауы ла ошо ауырыу хаҡында уйланыуға этәрергә тейеш, айырыуса әгәр яра тупраҡта бысранған, шулай уҡ кеше столбняктан прививка яһатмаған булһа… Ғәҙәттә, кешенең тештәре шығырҙап, сәйнәй торған мускулатураһы тартыша башлай (медицинала был - "тризм" тип атала). Шулай уҡ мимика иттәре ҡорошоп, ауырыуҙың бите бер үк ваҡытта илауға һәм көлөүгә лә оҡшаш булып ҡала. Медиктар уны "сардоническая улыбка" тип атай. Йотоу, оло һәм кесе ярау процесы ла ауырлаша. Елкә, арҡа мускулатураһының тартышыуы сәбәпле кешенең ғәйәт ныҡ "аңҡайып", артҡа ҡарай бөгөлөп китеүе ауырыуҙың артабан көсәйеүенә ишара. Был сирҙең атамаһы ла "столб" (бағана) һүҙенән килеп сыҡҡан. Эс мускулатураһы ҡатыу сәбәпле, ауырыуҙың ҡорһаҡ тапҡыры таҡтаға оҡшап ҡалыуын медицинала "доскообразный живот" тип атайҙар. Бындай симптом ябыҡ кешеләрҙә айырыуса ныҡ беленеүсән.
Бына ошо хәлгә барып етмәҫ өсөн мотлаҡ медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеү кәрәк. Сөнки столбняҡ сире һәр саҡ бик етди, уның "еңел формаһы" булмай. "Үтер әле" тип өйҙә ятыу - күрәләтә һәләкәткә барыуға тиң. Әгәр кеше инде сирләй башлаған булһа, хатта дауаханаға килеп еткән осраҡтарҙа ла, был сирҙе дауалау ифрат та ҡатмарлы. Дауахана шарттарында, үҙ ваҡытында, кәрәкле сыворотка яһап, яраны тейешенсә эшкәртеү, инфузион терапия, мускулатураның тартышыуҙарын бушатыусы укол, наркоз, кислород ҡулланыу һымаҡ комплекслы дауалауҙар аша ғына кешене үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыу мөмкин.
Элегерәк, бала саҡта, аяғы йә ҡулы яраланған бәғзе берәүҙең яраһына тупраҡ һипкәнен күрә торғайным. Йәнәһе лә, тупраҡ тиҙ генә ҡанды туҡтата… Әммә ана шул ҡылығы менән кеше ниндәй ҡурҡыныс "ут менән булышҡанын" үҙе белмәй. Әлеге споралар эре һәм ваҡ малдарҙың тиҙәге ҡушылған тиреҫле тупраҡта айрыуса күп булыусан. Тормош булғас, кемдер әйтмешләй, барыһы ла булыуы ихтимал. Һәр кемебеҙ ҙә төрлө бәлә-ҡазаларға дусар булыуы бар. Бәғзе ваҡыт, аңғармаҫтан, яраланып та китәһең. Беҙҙең, ябай кешеләрҙең эше - ошо сир хаҡында белеү, уны һәр саҡ иҫтә тотоу һәм үҙ ваҡытында иҫкәртеү саралары үткәреү. Ауыл хужалығында эшләүсе, малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән шөғөл итеүселәр айырыуса ошо хаҡта белергә тейеш. Баҡсала эшләгәндә яланаяҡ йөрөү хәүефле. Яңылыш берәй тимер сым йә иһә ҡаҙауға баҫып, аяғыңды сәнсеп алһаң, быға битараф булып ҡалыу һис кенә лә ярамай. Шунда уҡ дауаханаға барып, ашығыс саралар күреү кәрәк. Поликлиникала столбнякҡа ҡаршы махсус сыворотка, донор гамма-глобулины һәр саҡ була. Шулар ярҙамында әүҙем иммунизация яһатып, әмәлен күреү ошо хәүефле сирҙән ҡотолорға ярҙам итер.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА