Бөрйән районының билдәле Әбделмәмбәт ауылын халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип тә атайҙар. Ауыл хакимиәте, мәктәбе, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы булған, 800-ҙән ашыу халыҡ йәшәгән ҡәҙимге ауыл ул. Үҙән йылғаһы буйында урынлашҡан был ауыл районда ғына түгел, республика кимәлендә дә үҙ йөҙөн күптән танытҡан. Ауыл төҙөклөгө, күркәм йорттары, арт-объекттары менән генә түгел, уңған ғаиләләре, тырыш, берҙәм, татыу халҡы менән күптәргә өлгө. Әле уларҙың "Айыҡ ауыл - 2021" республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулап, республика кимәлендә бәйге тотоуҙары. Күптән түгел Әбделмәмбәт ауылында "Быймалы хоккей" район-ара ярышы үтте. Сарала Бөрйән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов һәм саҡырылған ҡунаҡтар - Белорет район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Белорет районы Тирлән ҡасабаһы хакимиәте башлығы Ирина Нагорнова ҡатнашты.
Байрам биҙәге - ағинәйҙәр
Район кимәлендә ниндәй генә сара үтмәһен, ағинәйҙәрҙең нағышы, яҡты йөҙө һәр ваҡыт алдан йөрөй. Был юлы ла шулай булды. Байрам үтәсәк майҙан ағинәйҙәрҙең ҡул эше - сергетыштар менән биҙәлгәйне. Һәр береһе үҙенсә зауыҡ менән ҡоралған кейеҙ түшәмдәр байрамға милли балҡыш бөркә. Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Хәсибә Ибәтуллина әйтеүенсә, улар ошо сара өсөн 3 көн буйы ултырып, ат биҙәргә сергетыштар, түшлектәр (аттың ал яғына ҡуйыла) эшләгәндәр. Тағы ла бауырҙыҡ, ҡойошҡан эшләйһеләре бар. Ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй улар. Кәрәк урында уларҙың аҡыллы кәңәше - терәк, ҡул эштәре - һәр саҡ биҙәк. Йәш быуынды тәрбиәләүгә лә үҙ өлөштәрен индерәләр. Улар балалар баҡсаһына барып әкиәттәр һөйләп, мәктәп уҡыусыларын боронғо уйындар, йолалар менән таныштырып тора.
Әлеге сараны ла ағинәйҙәрҙең "Үҙән" халыҡ-фольклор ансамбле йырлы сәләме менән башлап ебәрҙе. Рәсми делегация милли ризыҡтар - сәк-сәк һәм буҙанан ауыҙ иткәндән һуң, биҙәлгән ат егеүле саналарға ултырып, ауыл буйлап сәйәхәт ҡылды. Артабан Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған митинг, шунан сараның иң мауыҡтырғыс өлөшө - "быймалы хоккей" уйыны башланды. Иҫке Собханғол ауыл командаһы составында район башлығы Ғәзиз Манапов үҙе лә уйнаны.
Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы
"Быймалы хоккей" уйыны районда көтөп алынған ҡышҡы спорт ярыштарының береһе. Ауылдарҙа был уйынды уйнарға ла, тамаша ҡылырға ла ярата халыҡ. Әлеге сарала ҡатнашҡан Иҫке Собханғол, Иҫке Монасип, Әбделмәмбәт, Ҡолғана ауылдары командалары составында төрлө йәштәге ир-егеттәр ҙә тәндәрен яҙып, күңелдәрен биреп, геү килеп сәкән һуҡты, араларында хатта 60-ты уҙғандар ҙа булды. Башта әйтеп үткәнемсә, был юлы уйынға махсус ҡунаҡтар - Белорет районы Тирлән ҡасабаһы командаһы саҡырылғайны. Дуҫлыҡ күперен тап улар менән тоташтырыу юҡҡа түгел - күршеләрҙең маҡсаттары уртаҡ: икеһе лә "Айыҡ ауыл" республика этабы конкурсы ҡатнашыусылары. Әммә улар бер-береһенә дәғүәсе түгел, 5 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән тирләндәр "Эре тораҡ пункттар" номинацияһында һынау тота. Еңеүгә ынтылыш һәр бәйгесенең күңеленә һалынғанлығы ярыш мәлендә лә һиҙелде: конкурсант командалар бик көслө һәм сәмле уйын күрһәтте. Әммә майҙан хужалары етеҙлектә һәм сослоҡта һынатманы, оҫта уйынсылар икәнен тағы бер ҡат дәлилләп еңеү яуланы. Ҡунаҡтар иһә 2-се урынға сыҡты, Иҫке Собханғол 3-сө урын алды. Тирләндәр үҙ сиратында ҡыпсаҡтарҙы апрель айында үҙ ауылдарында үтәсәк сараға саҡырып ҡайтты.
Бергәләп эшләгән эш берәгәйле
Әбделмәмбәттәрҙең уңышҡа өлгәшеүҙәренең төп көсө ауылдағы учреждение, ойошмаларҙың кәңәшләшеп, берҙәм эш алып барыуҙарында. Ғәҙәттә, ошондай конкурстарҙа ҡатнашҡан саҡта бағананың ауыр яғы ауылдың алдан әйҙәп йөрөүсе йәмәғәт ойошма ағзаларына төшә. Күп осраҡта бер ниндәй ҙә сарала ҡатнашмай, ауыл өсөн сүп тә ҡалҡытмай өйҙәренән күҙәтеп ултырыусылар бындай күренештәргә негатив фекер таратыусан. Ә был ауылда шуныһы һоҡландыра: уларҙа буш һүҙ һөйләп, бәхәс ҡороп ултырыусылар юҡ. Уртаға һалып һөйләшәләр ҙә, эшләп тә ҡуялар. Иң мөһиме, хеҙмәттәре кемгәлер нимәлер иҫбат итер өсөн түгел, ә барыһы ла ауыл, халыҡ өсөн эшләнә. Бына, мәҫәлән, ауылды төҙөкләндереүгә лә ярайһы эштәр башҡарылып килә. Ауылға инер алдынан "Ҡыпсаҡ" тигән зауыҡлы итеп эшләнгән аншлаг ҡаршы алһа, ауылдың икенсе осонда ла ошондай уҡ яҙыулы стела ҡуйылған. "Мин яратам Ҡыпсаҡ" тиган арт-объект ауыл үҙәген йәмләп ултыра. Яңыраҡ ауылға етәрәк юл ситендә "Айыу өңө" күҙәтеү майҙансығы эшләп ҡуйылған. Бында һәр юлаусы туҡтап, ял итеп, фотоға төшөп китә ала. Былар барыһы ла ауыл халҡы идеяһы һәм көсө менән башҡарылған. Шулай уҡ ауыл хакимиәте саңғы трассаһына яҡтыртыу үткәргән. Был да ауыл халҡы өсөн уңайлы: хәҙер һәр кем теләгән ваҡытында саңғыла йөрөй ала. Әле әбделмәмбәттәр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Был сарала ҡатнашыуҙың етдилеген һәм мөһимлеген барыһы ла аңлап ҡабул итә. Элек урамда ҡыҙмаса булып, болғаңлап йөрөүселәр булһа, хәҙер улары ла был ҡырын эштәренән тартылған. Йәштәр ниндәй ҙә булһа эш менән мәшғүл, күпселеге үҙҙәрендә, күрше ауылдарҙа ағас эшкәртеүгә йөрөй.
Иң ҙур еңеү - үҙ-үҙеңде еңеү
Ауылда спорт шул тиклем ныҡ үҫешкән, балаларҙы бәләкәй генә сағынан ниндәй ҙә булһа спорт төрө менән шөғөлләндереп, физик һәм рухи яҡтан көслө шәхес итеп тәрбиәләйҙәр. Район эсендә генә түгел, республика, Рәсәй кимәлендә еңеү яулай Әбделмәмбәт спортсылары. Бер мәктәптән генә төрлө өлкәлә 10 спорт мастеры кандидаты булыуы һәм спорт мастеры исемен алған Башҡортостанда берҙән-бер гер күтәреүсе ҡатын-ҡыҙ Наилә Ғәлина быға дәлил.
Февралдә Советтар Союзы Геройы А.Г. Серебренников иҫтәлегенә Белорет ҡалаһында ойошторолған саңғы ярышына 19 уҡыусы барып, Өфө, Белорет, Магнитогорск, Учалы, Межгорье ҡалалары һәм Белорет районынан 450-нән ашыу саңғысы араһында юғары һөҙөмтәләр менән ҡайтһалар, 23 февралдә районда үткән "Рәсәй саңғыһы" ("Лыжня России") ярыштарында ла ҡыпсаҡтар күпләп ҡатнашып, һәр йәш категорияһында бөтә призлы урындарҙы яуланы. Шулай уҡ грэпплинг буйынса Магнитогорск ҡалаһының асыҡ чемпионатында "алтын" миҙалдарҙың күпселеген яулап, "Ҡыпсаҡ" көрәшселәр клубы тәрбиәләнеүселәре икенсе урын алып ҡайтҡан. Ә инде ҡыпсаҡтарҙың йыл һайын ауылпиада үткәреүе бөтә Башҡортостанға билдәле. "Быйыл 6-сы тапҡыр үткәрелгән ауылпиадала бер ваҡытта ла коньки кеймәгән, 50-55 йәштән юғары алты ауылдашыбыҙ боҙҙа тәүге аҙымдарын яһаған булһа, 5 йәшлек балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә, 70-кә яҡынлаған Рафаил Фәтҡуллин да саңғыға баҫып старт алды. Бөтә ярыштарҙы шартына килтереп, ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә ирештек. Һәр ярыш яңы исемдәр, яңы еңеүҙәр менән ҡыуандыра. Ә көйәрмәндәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел," - ти ойоштороусылар.
Шулай итеп...
Яҙмамды Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манаповтың сараны асыу тантанаһындағы һүҙҙәре менән тамамлайым: "Айыҡ йәшәү беҙҙең һәммәбеҙҙең үҙ теләге менән һайлап алған юлы булырға тейеш. Сәләмәт йәшәүҙе спортҡа ылығыу аша тәрбиәләү ҡыпсаҡтарҙың ғына түгел, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың башҡа ауылдарының да төп сифатына әүерелһен ине, тигән теләктә ҡалам".
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА