Рамаҙан айы - ураҙа айылыр
Ураҙа - Ислам диненең биш бағанаһының береһе. Ураҙа тәнебеҙгә һаулыҡ, күңелебеҙгә тыныслыҡ, рухыбыҙға иҫәнлек килтерә. Динебеҙҙә ураҙа ҙур урынды алып тора. Аллаһы Тәғәлә уны тоторға бойорған үә: "Ураҙа минең өсөн, сауабын да Үҙем бирермен", - тип әйткән. Ни өсөн башҡа ғәмәлдәр улай уҡ сауаплы түгел? Шикһеҙ сәбәптәрҙең береһе - нәфсене тыйыу. Ураҙалы кеше үҙенең нәфсеһен, шәһәүәтен тыйырға өйрәнә. Ә был - ҙур ҡаҙаныш. Был ҡаҙаныштың баһаһын кеше аңлап та бөтөрмәй. Әгәр кеше нәфсеһен йүгәнләй алмаһа, тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмай. Миҫал өсөн: күп ашаһа, артыҡ һимерәсәк үә ауырыясаҡ, һәр теләгән кешеһе менән яҡынлыҡ ҡылып йөрөһә - зинасы буласаҡ һ.б. Нәфсеңде йүгәнләһәң - уңышта, тота алмаһаң - хәсрәттә булаһың. Был Аллаһының ҡануны, уны береһе лә урап үтә алмаҫ. Шулай булғас, ураҙа уңышҡа илтә.
Ураҙа - Аллаһыға табыныу маҡсаты менән ашау-эсеүҙән һәм башҡа төрлө эштәрҙән билдәле бер ваҡытҡа тыйылып тороу. Ул Ислам диненең биш шартының дүртенсеһе булып тора. Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу фарыз, был таң атҡандан алып ҡояш батҡансыға ҡәҙәр ашау-эсеүҙән тыйылып тороу тигәнде аңлата. Шулай итеп, кеше аслыҡ, һыуһауҙың нимә икәнен аңлай башлай. Туҡ кеше ас кешенең хәлен бер ҡасан да аңлай, уға ҡарата мәрхәмәтле була алмаҫ. Ураҙа туҡ кешеләргә аслыҡтан интеккәндәрҙең ниҙәр кисергәндәрен төшөнөргә ярҙам итә, шуның менән бер рәттән, кеше үҙ нәфсеһенә хужа булырға өйрәнә.
Рамаҙан айы - бер-береңә ярҙамлашыу айылыр
Был айҙа эшләнгән изгелектәребеҙ өсөн башҡа айҙарға ҡарағанда күберәк сауап бирелер. Был айҙа зәкәттәр түләү хәйерле, ай аҙағында айырым фитыр саҙаҡаһы бирелә. Меҫкендәргә һәм фәҡирҙәргә ошо айҙа саҙаҡа өләшеү - бик сауаплы эш, ярҙамлашыу арҡаһында кешеләр араһында бер-береһенә ҡарата ихтирам хистәре лә артып китер.
Әҙәм балаһы үҙ тормошон алып бара алһын өсөн уға, әлбиттә, кейем-һалым, ризыҡ кәрәк, уларҙы алыр өсөн аҡса кәрәк. Эшһеҙ, аҡсаға мохтаж кешеләр социологик һәм психологик яҡтан ауырлыҡтар кисерә. Ундай кешеләр үҙенең эске донъяһы менән килешә алмаған кеүек, әйләнә-тирәһендәге кешеләр менән дә килешә алмай. Икенсе яҡтан, бындай кешене йәмғиәт хөрмәт итмәһә, уның күңелендә төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуырға мөмкин. Ураҙа тотҡан кешеләр, ураҙа еткәс, үҙҙәренә күп төрлө ризыҡтар һатып ала, был айҙа Аллаһы Тәғәлә ураҙа тотҡандарҙың табындарына күп бәрәкәттәр бирә. Өҫтәлдәребеҙ ризыҡтан һығылып торған саҡта ашарға ризығы булмаған ҡәрҙәштәребеҙҙе лә онотмаһаҡ ине. Ислам динебеҙҙең төп принцибы Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙисендә сағыла: "Ҡәрҙәше ас булып, үҙе туҡ килеш ятҡан бәндә беҙҙән түгел". Рамаҙан айында күрһәтелгән матди ярҙамдар барса күңелдәрҙең тыныслыҡ һәм бәхет хисе менән тулыуына сәбәптер.
Рамаҙан - гонаһтан йыраҡлашыу айы
Был айҙа сауап ике өлөшкә күберәк яҙыла. Йыл буйы изге ғәмәл ҡылыу күркәм, был айҙа изгелек эшләү тағы ла күркәмерәк. Гонаһ эшләү ни ҡәҙәр әшәке булһа, был айҙа гонаһ ҡылыу тағы ла әшәкерәк ғәмәл булып һанала. Шуға ла харамдарҙан, айырыуса бөйөк гонаһтан йыраҡ булайыҡ. Аҡылыбыҙҙы юйҙырыусы, беҙҙе һәләкәткә илтеүсе хәмерҙән, тормошобоҙҙо ҡайғы менән тултырыусы, ғаилә ояһын емереүсе зинанан, үлемгә сәбәп булыусы талашыуҙарҙан йыраҡ булайыҡ. Тормошобоҙҙо тәртипкә һалайыҡ. Сәхәргә ҡәҙәр булған ваҡытты телевизор йәки интернетҡа бағышлап, ғүмеребеҙҙе бушҡа үткәрмәйек. Бөйөк Аллаһы Тәғәлә Китабында әйтелә: "Хәмер эсеүегеҙ һәм отош уйындары уйнауығыҙ менән, әлбиттә, шайтан арағыҙҙа дошманлыҡты һәм бер-берегеҙгә һөжүм иттерә торған асыуҙы булдырырға теләй үә Ҡөрьән вәғәзенән, намаҙ уҡыуҙан һеҙҙе тыйырға теләй, шулай булғас, ул шайтан эше булған нәжестәрҙән тыйылаһығыҙмы? Әллә тыйылмайһығыҙмы? Әлбиттә, тыйылығыҙ!" (Мәидә 91).
Рамаҙан айы тәмәке һымаҡ зыянлы нәмәне ташлауға ла бер форсат булып тора. Был айҙа ураҙа тотҡан кеше иртәнән алып кискә хәтле тәмәке тартмайынса түҙә ала икән, кис еткәс тә тәмәкене ауыҙына ҡапмайынса түҙеп, ай буйына уны ҡулланыуҙан баш тартһа, Рамаҙан айының аҙағына иһә, ин шәә Аллаһ, был хәтәр ҡылыҡтан бөтөнләй ҡотола алыр.
Шулай итеп...
Ислам динендә ауырлыҡ юҡ, ул еңеллек дине. Сәләмәтлекте бөтөрөп, сирләп ғибәҙәт ҡылыу зарури түгел, ул беҙҙән һоралмай. Аллаһы Тәғәлә бик йомарт, рәхимле һәм мәрхәмәтле. Тәүбә ҡылыусыларҙы ғәфү итеүсе һәм рәхимле. Шуның өсөн, халыҡҡа, йәмғиәткә, динебеҙгә файҙалы булырға кәрәк. Эгоист булыу, үҙем генә тип йәшәү - динебеҙҙән түгел. Рамаҙанда ла динебеҙ өсөн файҙалы ғәмәлдәр ҡылырға онотмайыҡ. Рамаҙанда ғына түгел, һәр ваҡыт йәмғиәткә файҙалы булыу лазым - был динебеҙҙең төп принциптарының береһе.
Илшат ХАФИЗОВ,
Ишембай районы имам-мөхтәсибе.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА