Бынан бер ай элек Украинала башланған махсус операцияны Рәсәй халҡының күпселеге хуплаһа ла, ҡайһы берәүҙәр ошо уңай менән хатта ысынбарлыҡты кире ҡағып булһа ла күренеп ҡалырға тырыша. Берәүҙәр пикетҡа сыға, икенселәр социаль селтәрҙәрҙәге күп һанлы фейктар буйынса фекер алышында "алыша". Күрәһең, барыһы ла бындай әүҙемлектең закон менән етди проблемалар тыуҙырыу ихтималлығын белмәй. Эш дәүләттең "ҡанһыҙлығында" түгел: ошо еңел булмаған заманда уның туранан-тура бурысы - Ватан мәнфәғәтен яҡлаған һалдат һәм офицерҙарға ышаныслы тыл булдырыу. Эксперттар "Башинформ"ға ниндәй ғәмәлдәрҙең ҡануниәтте боҙоу тип ҡаралыуы, провокацияларға бирелмәҫ һәм закон менән низағҡа инмәҫ өсөн үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында аңлата.
Дәүләткә ҡаршы барыу - һатлыҡлыҡ
Рәсәй парламенты ҡануниәткә Рәсәй армияһының хәрәкәте тураһында фейктар таратыусылар һәм Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерергә асыҡтан-асыҡ саҡырыуҙар өсөн хоҡуҡи яуаплылыҡты көсәйтеүсе үҙгәрештәр индерҙе. Барлыҡ фракциялар ҙа, идеология буйынса фекер айырмалыҡтарына ҡарамаҫтан, закон проектын бер тауыштан хупланы. Хәҙер РФ Ҡораллы Көстәре тураһында ялған хәбәр таратыусыларға 700 мең һумдан 1,5 миллион һумға тиклем штраф һалыу йәки 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Вазифа менән файҙаланып, күрә алмаусылыҡ йәки дошманлыҡ тыуҙырыусылар 10 йылға азатлығын юғалтырға мөмкин. Был ғәмәлдәр ауыр эҙемтәләргә килтергәндә, 10-15 йылға тимер рәшәткә артындағы тормош көтә.
Дәүләт Думаһы шулай уҡ Ҡораллы Көстәрҙе дискредитациялаған өсөн дә административ яуаплылыҡ индерә. Шулай уҡ уларҙы файҙаланыуға ҡаршы тороу саҡырыуҙары (әгәр улар енәйәт эшмәкәрлеге булмаһа) өсөн граждандарға 30-50 мең һум, вазифалы кешеләргә - 100-200 мең һум, ойошма-предприятиеларға 300-500 мең һум штраф менән янай. Был ғәмәлдәргә граждандарҙың ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә, йәмәғәт именлегенә зыян килтереү хәүефе менән янаған рөхсәтһеҙ акциялар үткәреүгә саҡырыу өҫтәлһә, штраф күләме 50-100 мең (граждандар өсөн), 200-300 мең (вазифалы кешеләр өсөн), 500-1 миллион һум (ойошма-предприятиелар өсөн).
Рәсәй юристарының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина фекеренсә, закон Рәсәйгә ҡаршы ойошторолған киң күләмле мәғлүмәт һуғышына яуап булды. Ул килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, был кампанияны ойоштороуға көнбайыш "заказсылары" бер нисә йөҙ миллион доллар тотонған, фейктар таратыуҙа 5 меңдән ашыу IT-белгес эшләй, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса интернетта 3 миллиондан ашыу фейк иҫәпләнә. "Илебеҙ Ҡораллы Көстәр тураһында ғына түгел, башҡа органдар: илселектәр, Росгвардия, МЧС, прокуратура тураһында ла ялған мәғлүмәт таралыу менән осрашты. Һуңғы аҙна ваҡиғалары был хәл-торошто тағы ла киҫкенләштерҙе һәм беҙ ялған мәғлүмәттең йәмғиәттә ығы-зығы тыуҙырыу һәм илебеҙҙе дискредитациялауға йүнәлтелгәнен аңлайбыҙ. Бындай ғәмәлдәргә юл ҡуйырға ярамай", - тине Ирина Панькина.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Украинаны ҡоралһыҙландырыу һәм милләтселәрҙән азат итеү буйынса хәрби операция башланыу менән Рәсәйгә яңы көс менән фейктар тулҡыны ябырылыуын, көнбайыш киң мәғлүмәт сараларының ысынбарлыҡты баштүбән әйләндереүен билдәләне. "Нацистарҙың хәрби енәйәте аңлы рәүештә йәшерелә йәки беҙҙең ҡораллы көстәргә япһарыла, илебеҙгә һәм граждандарыбыҙға ҡарата нәфрәт тыуҙырыла. Рәсәй улар аңында бар бәләләр өсөн яуаплы һәм һәр саҡ ғәйепле булып ҡала. Шул уҡ материалдарҙы улар дәлил булараҡ Рәсәй территорияһында ла таратырға тырыша. Фейктар тураһындағы закон беҙҙең мәғлүмәт ҡырын ялғандан һәм көнбайыш идеологияһы пропагандаһынан һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта ул үҙ эшен намыҫлы башҡарған, ышаныслы һәм дөрөҫ сығанаҡтарға таянып дөрөҫ мәғлүмәт таратҡан профессиональ журналистар эшендә проблема тыуҙырмай. Берәү ҙә власты тәнҡитләүҙе, рәсми фекерҙән айырылған фекер белдереүҙе тыймай", - тип иҫәпләй Толкачев.
Ғәҙел тәнҡитте оятһыҙ ялғандан айырыу зарурлығын РФ Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев та белдерҙе: "Һин властарҙың теге йәки был ҡарары менән риза булмаҫҡа мөмкинһең, уны тәнҡитләү ҙә нормаль күренеш. Ул - демократияның бер өлөшө. Әммә ошондай ауыр ваҡытта дәүләткә ҡаршы барыу ярамай, сөнки был - һатлыҡлыҡ".
Кемгә яуаплылыҡ янай?
Күп һанлы киҫәтеүҙәр Мәскәү ГУВД-һының экс-технигы Сергей Клоковты туҡтатмай, ул РФ Ҡораллы Көстәрен ҡулланыу тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған беренсе кеше була. 22 мартта суд уны 2 айға ҡулға ала.
Башҡортостанда закон боҙоусыларға бары тик административ саралар ғына күрелгән. Мәҫәлән, 24 февралдән 14 мартҡа тиклем төрлө саралар үткәргәндәге тәртипһеҙлектәре өсөн 56 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 119 граждан иҫкәртелгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы ойоштороу идаралығының административ ҡануниәтте ҡулланыу бүлексәһе хеҙмәткәре Айҙар Хаматов аңлатыуынса, административ яуаплылыҡҡа халыҡ алдындағы ғәмәлдәр (митингылар, конференциялар, фильмдар күрһәтеү, урамда листовкалар таратыу, интернетта мәғлүмәт урынлаштырыу); РФ Ҡораллы Көстәрен ҡулланыу буйынса дәүләт власы органдарының ҡарарына ышанысты дискредитациялау; законға ҡаршы килгән ғәмәлдәр эшләргә саҡырыу (телдән, яҙма, интернет аша, киң мәғлүмәт саралары аша) инә.
Нисек һаҡланырға?
Адвокат Роман Петров фекеренсә, законға ҡаршы килгән йәки ялған мәғлүмәтте баҫтырыу ғына түгел, уны мессенджерҙар аша таратыу ҙа хоҡуҡ боҙоу була ала һәм административ яуаплылыҡ тип һанала. Әгәр был ғәмәл зыянлы эҙемтәгә килтерһә, ул саҡта инде енәйәти яуаплылыҡ көтә. Мәҫәлән, халыҡ митингыға йыйылып, транспорт хәрәкәтен туҡтатһа, был зыян килтереү тип баһалана.
Роман Петров закон яңы ғына ҡабул ителгәнлектән, уны ҡулланыу тәжрибәһе саҡ булдырылыуын, шуға күрә бик һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртә. Сөнки хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренең һеҙгә һорауҙары барлыҡҡа килһен өсөн рөхсәт ителмәгән митингыға эләгеүегеҙ ҙә етә, ә инде митинг киң күләмле булһа, эҙемтәләре лә етдирәк буласаҡ. Был ялған мәғлүмәт таратыуға ла ҡағыла.
Роман ЯКИМЧУК
әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА