«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТУҠЛАНЫУҘЫҢ ҮҘ РӘТЕ БАР
+  - 

Ураҙа тотҡанда тәү сиратта күбебеҙҙең ҡанына һеңгән зарарлы ғәҙәттәрҙән арыныу кәрәк. Бөтөн тәмле-баллы, ыҫланған, ҡыҙҙырылған, майлы, тоҙло ризыҡтар хаҡында онотоп торорға тура килер. Ураҙа ваҡытында организмға былай ҙа ауыр, уға туҡланыуҙың яңы режимына күнегеү мөһим.

Иң тәүҙә кухняғыҙҙағы табаларҙы күҙ алдынан ситкәрәк алып ҡуйығыҙ. Бер ризыҡты ла ҡыҙҙырырға кәрәкмәй. Үҫемлек майы менән бигерәк тә. Был май бары тик йылытмаған хәлдә генә файҙалы. Йылытҡанда ул зарарлы матдәләргә тарҡала башлай. Ураҙа ваҡытында нимә һәм нисек ашарға һуң?
Сәхәр ашын һыу йәки башҡа шыйыҡлыҡ эсеүҙән башларға. Уның күләме тәүлеклек норманың яртыһы, йәғни 2-3 стакан булырға тейеш.
Итте кискелеккә ҡалдырырға, ә бына һөт ризыҡтары һәм бутҡалар - иң һәйбәте. Ураҙа - төрлө бутҡаларҙың файҙаһы һәм тәмен татып ҡарау өсөн бик ҡулай ваҡыт. Мәҫәлән, бойҙай ярмаларының борай (полба) тигәне туҡлыҡлылығы һәм организм өсөн кәрәкле матдәләре яғынан бик файҙалы. Икенсе урында - ҡарабойҙай. Ул - калория сығанағы. Шулай уҡ яман шешкә ҡаршы тора торған үҙенсәлектәре лә бар. Ҡарабойҙайҙы, сәләмәтлегең ниндәй хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, теләһә ҡайһы йәштә лә ашарға була. Һоло һәм тары ярмалары ла файҙалы. Ә бына дөгө, борсаҡ һәм фасолде һирәгерәк ашаһаң да була.
Әсетелгән һөт ризыҡтарын күҙәнәклек һәм үҫемлек аҡһымы менән тулыландырып, мәҫәлән, ҡыяр һәм йәшел тәмләткестәр ҡушып, ашағыҙ. Сәтләүекле-емешле әҙер ҡатнашмаларға ла ҡатыҡ, ряженка йәки кефир болғап ашарға мөмкин.
Ашауҙың төп ваҡыты - ифтар. Уны ике өлөшкә бүлергә кәрәк. Беренсеһендә 1-2 стакан һыу эсеп, бер аҙ ҡапҡылап алырға. Унан сәғәт-сәғәт ярым тәнәфес яһарға. Шунан һуң инде ит һәм ит ризыҡтарынан, балыҡ, ярмалы аштар, шулай ук бутҡаларҙан торған икенсе өлөшөн дә иркенләп ашарға мөмкин.
Ит мәсьәләһенә килгәндә иһә, һарыҡ итенә ҡарағанда һыйыр итенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Әҙ генә тоҙ һибеп, һыуҙа, быуҙа бешереп, фольгаға төрөп әҙерләп, балыҡты күберәк ашарға тырышырға. Әммә ул ҡыҙҙырылған да, ыҫланған да булмаҫка тейеш.
Грек сәтләүеге, кешью һәм башҡа төрлөләре - бик һәйбәт калория сығанағы. Тик арахис ҡына булмаһын.

Интернеттан.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.04.22 | Ҡаралған: 597

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru