Намаҙ уҡымаған, башҡа дини бурыстарҙы үтәмәгән кешенең ураҙаһы ҡабул буламы? Рамаҙан айында, ғәҙәттә, ураҙаға ҡағылышлы бына ошондай һорауҙар күбәйеп китә.
Мәҫәлән, Ислам дине бурыстарын теүәл үтәмәһә лә, ул ҡушҡандарҙан ситкә лә тайпылмай йәшәүсе ҡайһы бер кешеләр "Ураҙа тоторғамы, юҡмы?" тигән икеләнеүҙәргә бирелеүсән. Бигерәк тә намаҙ уҡымаған кешеләр ошондай һорау, икеләнеү алдында ҡала. Етмәһә, дин ғәмәлдәрен теүәл үтәп тә, үҙҙәре был өлкәлә әллә ни белемле булмаған ҡайһы бер мосолмандар уларға: "Әгәр һин намаҙға баҫмағанһың, хиджабта ла түгелһең икән, һинең ураҙаң ҡабул булмаясаҡ", - тип кәңәш бирә башлай.
Бындай хәлдә шуны аңлау кәрәк: Исламдың бурыстары һәр кемгә ҡарата айырым төбәлгән һәм улар бер -береһенә бәйле түгел. Әгәр кеше намаҙҙа булмайынса тороп та ураҙа тота икән, ул ҡабул ителмәйәсәк, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Йәғни ураҙаның ғәмәлдә булыуы намаҙ ғәмәленә һис бәйле түгел. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡлы булмаһа, уның ураҙаһы ла ҡабул ителә. Шуға күрә лә икеләнеүҙәргә бирелгән кешеләргә бындай шиктәрҙән ҡотолорға һәм ниәт итеп, ураҙа тота башларға кәрәк, сөнки тап ошо ураҙаһы был кешенең "яңынан тыуыуына", яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә сәбәпсе булыуы бик ихтимал. Был турала Ҡөрьәндә лә асыҡ әйтелә: "Әй, кешеләр! Һеҙҙе барлыҡҡа килтергән, һеҙҙән элек булғандарҙы барлыҡҡа килтергән Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ - моғайын, һеҙ тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ!" Йәғни, намаҙҙа булмаһағыҙ ҙа ураҙа һеҙҙе рухи йәһәттән үҙгәртер.
Әлбиттә, ураҙа ғәмәленә ата-бабаларҙан ҡалған ниндәйҙер серле йола рәүеше итеп ҡарарға ярамай, уның мәғәнәһенә төшөнөргә тырышыу фарыз. Был ғәмәл һеҙҙең йөрәгегеҙҙе үҙгәртәсәк: асыҡҡан һәм һыуһаған саҡтарыбыҙҙа ғына беҙ ашарға ризығы булмаған кешеләрҙең хәлен аңларға өйрәнербеҙ, улар өсөн эсәр һыуҙың да хатта ризыҡ икәнен күрербеҙ. Был тойғолар беҙҙең тормошҡа мөнәсәбәтебеҙҙе үҙгәртеп, уға икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтер. Рамаҙан айының ҡиммәте ғәйәт ҙур. Тап ошо айҙа ғына бирелеүсе бәрәкәт һәм Аллаһтың мәрхәмәтен тойорбоҙ; был рәхмәтте башҡа ваҡытта тотҡан ураҙала алып булмай икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Рамаҙан йәнә лә ҡылған гонаһтарың өсөн үкенеү, тәүбәгә килеү һәм яҡшылыҡ яғына үҙгәреү өсөн дә һәйбәт ваҡыт.
Илшат ХАФИЗОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|