«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТ КЕШЕЛӘРЕ ҺАНЛАНҺЫН ҺӘМ БАҺАЛАНҺЫН!
+  - 


1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән, уларҙың һәр береһенең кәрәкле һәм алыштырғыһыҙ хеҙмәтен ҙурлау көнө. Бөгөнгө яҙмабыҙ эшсе һөнәрҙәренә эйә булып, үҙҙәренең профессиональ оҫталыҡтары менән һөнәрҙәрен ҙурлап йәшәүселәр хаҡында булыр. Улар араһында һауынсы, ашнаҡсы, штукатур-буяусы, заводта алюмин әйберҙәрҙе ағыулап ҡырыусы һәм башҡалар бар. Һүҙ - хеҙмәт кешеләренә.

Гөлсирә ЗИННӘТУЛЛИНА, һауынсы: Мин бишенсе йыл шәхси фермерҙа һыйыр һауам. Уға тиклем балалар баҡсаһында ашнаҡсы булдым, мәктәптә мейес яғыусы һәм иҙән йыуыусы булып эшләнем. Быларҙың береһе лә еңел эш түгел, ләкин мин бәләкәйҙән эште күреп, уның рәтен белеп үҫкән ауыл ҡыҙы булараҡ, әллә ни ҡыйынлығын күрмәйем.
Хәҙер фермалар һөт һауыу аппараттары менән йыһазландырылған, ҡулға әллә ни көс төшмәй. Бәләкәй сағымда әсәйемдең иртә таңдан тороп колхоз фермаһына эшкә китеүен, унда тиҫтәләгән баш һыйырҙы ҡул менән һауып ҡайтып, өй эштәрен дә эшләп өлгөрөүен, беҙҙе лә эшкә өйрәтеүен күреп-белеп үҫтем. Беҙҙе, балаларын, яңғыҙ ҡарап үҫтерҙе ул. Сикһеҙ ғорурланам уның менән.
Эш көнөм ҡәҙимге: һыйырҙарҙы иртәле-кисле барып һауам. Мал һарайын таҙартыу, бесән таратыуҙы башҡа эшселәр башҡара. Минең бурыс - һөттөң тамсыһын да әрәм итмәй һауып алырға, уны таҙа һауыттарға тултырырға, күпме литр икәнен махсус ҡағыҙға теркәргә, хужаға тапшырырға. Һөт ҡойолған һауыттарҙың, һөт һауыу аппараттарының таҙа булыуы ла минең өҫтә. Ферма йылы, эш шарттары яҡшы, ғөмүмән, зарланырлығы юҡ.
Эш хаҡын ҡулаҡса менән 20 мең һум түләйҙәр. Хеҙмәтем рәсмиләш-терелгән, тимәк, төрлө социаль түләүҙәр күсерелә, ҡартлыҡ буйынса пенсия юллау өсөн кәрәкле пенсия мәрәйҙәре йыйыла. Әлбиттә, ҡул эше яҡшыраҡ баһаланырға тейештер ҙә, ләкин ауыл ерендә эш урыны һайлау мөмкинлеге юҡ, ә балаларҙы аҫрарға кәрәк. Баҡсала үҫтерелгән аҙыҡ-түлек ашауға тотонолһа ла, аҡсаға ғына алырға мөмкин әйберҙәр ҙә күп бит. Шулай уҡ уты, сүп-сар өсөн түләү, кейем, өйгә кәрәк-яраҡ - барыһына ла аҡса кәрәк.
Студент улым бер саҡ ҡаланан ҡайтҡанында: "Әсәй, курсташтарымдың ата-әсәләре күбеһенсә офистарҙа эшләй, ручканан ауыр әйбер күтәрмәйҙәр, атайым менән һине, фермала эшләйҙәр, тиһәм, көлөмһөрәп кенә ҡуялар",- тине бошоноп ҡына. "Эй, улым, бына беҙҙең һымаҡ һауынсылар булмаһа, улар ниндәй һөт эсер ине, йогурт ашар ине, ә комбайнсылар булмаһа, ниндәй икмәк ашар ине? Беҙҙең хеҙмәтебеҙ арҡаһында ғына уларҙың донъяһы тәмле һәм йәмле", - тинем. Дөрөҫө шул.

Рәйлә ҒӘЛИМОВА, завод эшсеһе: Сит төбәктә йәшәһәм дә, сығышым менән Әбйәлил районынан. Кейәүгә сыҡҡас, ошо ҡалаға килеп төпләндек. 2012 йылдың 1 декабрендә "Уралвагонзавод"ының 113-сө цехына ванналар корректировщигы булып эшкә урынлаштым, ике йылдан шунда уҡ алюмин деталдәрҙе ағыулап ҡырыусы (травильщик алюминиевых изделий) булып күстем. Беҙҙең цехта 250 кеше эшләй. Механик йыйыу цехы тип атала һәм эшмәкәрлегебеҙ заводта етештерелгән техника өсөн бәләкәй деталдәрҙе химикаттар менән эшкәртеп биреүгә ҡайтып ҡала. Махсус костюмдарҙа, бирсәткәләрҙә һәм битлектәрҙә раҫланған технология буйынса эшләйбеҙ. Беҙҙән һуң ул деталдәр буяу цехына китә. Ҙур, ғәйрәтле техникалар етештереүгә мин дә бәләкәй генә булһа ла өлөш индерә алыуыма шатмын. Шулай итеп, ул техниканың булыуында, илебеҙгә хеҙмәт итеүендә әллә күпме һөнәр эйәһенең хеҙмәте ята. Эш ауыр, көнө буйы аяҡ өҫтө тороп эшләйбеҙ. Бер урында 7 йылдан артыҡ эшләһәң, хаҡлы ялға 45 йәштән сығаһың. Мин был пунктты үтәнем, хәҙер йәш буйынса ғына етергә ҡалды. Эшемә өйрәнгәнмен, ҡайҙалыр икенсе урынға күсеү тураһында әлегә уйламайым. Отпускыбыҙ айҙан ашыу беҙҙең, ыңғай яҡтарынан шулай уҡ ташламалы ипотека юллау мөмкинлеге барлығын билдәләп үтер инем, эш хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек. Хеҙмәттәштәремдән уңдым, был да эшкә яҡшы кәйеф менән барыу өсөн мөһим.
Эшләһәң, эш ҡарышмай, үҙ яйына китеп бара. Иң мөһиме, һаулыҡ булһын. Шулай ҙа балаларымдың бындай ауыр эшкә килеүҙәрен теләмәйем. Беҙ уларға мотлаҡ юғары белем алыу, ҙур урындар биләү талабы ҡуймайбыҙ, барыһы ла үҙҙәренең теләктәренә ҡайтып ҡала. Тәү сиратта, һайлаған һөнәрҙәре күңелдәренә ятып, көндәлек тормошта ҡәнәғәтләнеү килтерерҙәй булһын. Һәр хеҙмәт кешеһе лә һанланһын, ваҡытында баһаланһын һәм ситкә тибелмәһен, тип теләйем.

Альбина ШАҺЫБАЛОВА, штукатур-буяусы: Тәү ҡарашҡа, штукатур-буяусы эше еңел һәм һәр кем башҡара алырҙай кеүек тойола торғандыр. Ләкин был төптө хата фекер. Ҡулға шпатель алып, диуарға махсус иҙелмәне һылап сығыр өсөн дә оҫталыҡ, таҫыллыҡ кәрәк. Эшебеҙ заказ ҡабул ителгән объектты анализлауҙан, ҡарап сығыуҙан башлана. Бина ниндәй хәлдә һәм торошта, иҫкеме ул, әллә яңы ғына төҙөлгәнме, ниндәй материалдан эшләнгән, быға тиклем нисек эшләнгән булған һәм башҡалар. Үлсәү эштәре башҡарыла, ниндәй материалдар һәм күпме күләмдә алырға кәрәклеге билдәләнә.
Был өлкәне белмәгән кеше штукатур-буяусы тик шпатель һәм бумала менән генә эшләй, тип уйлай торғандыр. Беҙҙең эш ҡоралдары һәм кәрәк-яраҡтар күп. Улар форма, үлсәм, эшләнгән материалдары менән айырыла. Шулай уҡ штукатурка һәм буяу үҙе бер нисә процестан тора һәм уларҙың һәр береһенә айырым ҡорамал, шулай уҡ бейектә эшләү өсөн баҫҡыстар һәм башҡалар кәрәк. Беҙҙең һөнәрҙә бейеклектән ҡурҡҡан кешеләр эшләй алмай. Төрлө еҫкә үтә һиҙгер булғандарға шулай уҡ был эштәрҙе башҡарыуы ҡыйын. Саңға аллергия булһа ла, штукатур-малярлыҡҡа юл ябыҡ. Ауыр тоҡтар һәм биҙрәләр күтәрергә тура килә, көнө буйы аяҡ өҫтө эшләйбеҙ, кискелеккә бил ауыртып, ҡулдар ҡыбырламаҫ хәлгә етеп ҡайтып ҡолайбыҙ. Үҙ эшемде йәмғиәт өсөн кәрәкле һәм файҙалы тип һанайым. Ташсылар, беҙҙең кеүек штукатур-буяусылар, электриктар, сантехник һәм башҡа эшсе һөнәрҙәренә эйә кешеләр булмаһа, йорттар ҙа төҙөлмәҫ ине, ҡалалар ҙа үҫмәҫ ине. Шуға күрә, үҙ эшен оҫта башҡарған, башҡалар өсөн уңайлы йорттар һәм биналар төҙөгән, башҡа өлкәлә эшләгән һөнәрмәндәрҙең байрамы тип билдәләйем 1 майҙы - Яҙ һәм хеҙмәт байрамын.

Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 327

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru