«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫ ҺАҒЫНАМ...
+  - 


"Өҙөлгән үгеҙ ҡойроғо төҙәләме, Оло инәйем?" "Төҙәлә. Бөтәһе лә төҙәлә. Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй..." - бала сағын һуғыш урлаған быуын вәкиле Флүрә Сәғитова менән әңгәмәләшә башлағас та, Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендәге ошо хикмәтле һүҙҙәр иҫкә төштө. Флүрә Нурфәиз ҡыҙы - Бөйөк Ватан һуғышына атаһын оҙатып ҡалып, көтөп ала алмаған миллионлаған балаларҙың береһе. Ул 1935 йылдың 6 декабрендә Мәләүез районы Бәләкәй Моҡас ауылында донъяға килгән. Үҙе әйтмешләй, ошо ауылда тыуған, ошонда үҫкән, намыҫлы хеҙмәт иткән һәм ошо йәшкә еткән. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, хәрәкәтсән, зирәк аҡыллы, зиһенле, яҡшы хәтерле инәй менән һөйләшеү үҙе бер тарих дәресе булды.

Иҫтәлектәр - изге аманат

- Бәләкәй булһам да, атайыма бәйле бала саҡ иҫтәлектәрем яңы ғына булған кеүек, - тип башланы ул үҙенең күңел түренән урын алған хәтирәләрен. - Дүрт йәш кенә булһа ла, уның мәжбүри хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанын да хәтерләйем. Ул Украина тарафтарында, Житомир ҡалаһында хеҙмәт иткән. Һалдат хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтам ғына тигәндә фин һуғышына ингәндәр. 1940 йылдың көҙөндә генә ауылға ҡайтты. Был көн әлегеләй күҙ алдында: командир һынлы атайым барыһы менән дә иҫәнләшеп сыҡты ла, иҙәнгә ҡуйған сумаҙанын асып, өләсәйемә (үҙенең әсәһенә) ваҡ ҡына ҡыҙыл сәскәле күлдәклек, миңә мәрйен, ботинка һәм көрән төҫтәге ойоҡтар алып бирҙе. Ҡәҙерле кешемдең бүләктәрен кейеп, әхирәтем Рәйсәгә күрһәтергә йүгергәнем әле генә булған һымаҡ.
Армияға тиклем тракторсыға, хеҙмәт осоронда водителгә уҡыған булған. Әммә эш һайлап торманы ул, ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләне. Ул ваҡытта ҙур ғаилә булып өләсәйемдәрҙә йәшәнек. 1941 йылда яҙғы сәсеүҙән мазут, май еҫе аңҡытып арыһа ла ҡәнәғәт йылмайып ҡайтҡаны, мине күтәреп күккә сөйгәне ныҡ иҫтә ҡалған. Тик атайлы булып оҙаҡ йәшәргә насип булманы. Бөйөк Ватан һуғышына повестка ауылда беренселәрҙән булып уға килде. Ул ваҡытта алты йәшем тулмағайны әле. Уны бөтә ауыл халҡы оҙатты. Өйҙән сығыр алдынан хәрбиҙәрсә ыҫпай, мыҡты кәүҙәле атайым мине күтәреп алды. Юлға сығыр алдынан өләсәйем йола буйынса уға сөсө икмәк бирҙе, атайым унан бер ҡабым тешләне лә, ҡалғанын ҡайтҡас ашармын, көтөп ятһын, тип, сарҙаҡҡа һалды...
Атай тигән кешенең ҡәҙере шул тиклем ҙур һәм көслө ине минең өсөн. Әле булһа көтөү һағышы күңелемде тетрәндерә. Уны күреүгә, осрашыуға өмөт менән йәшәлде.

Әсәй - алтын ҡанат

Фронтта сапер булып, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә атайым. Ауылдашыбыҙ Иван Горячкин менән бергә һуғыша. 1942 йылдың ғинуарында һәләк булған атайымды тап уға ерләргә тура килә. "Был йома көн ине..." - тип һөйләйәсәк ул ҡайтҡас. Ҡара ҡағыҙ ҙа повестка кеүек беренселәрҙән булып беҙҙең ғаиләгә килде. 1942 йылдың 12 ғинуарында уның ғүмерен дошман бомбаһы ҡыйыуы хаҡында хәбәр ителгәйне унда. Бөтә ауыл йыйылып илағаны хәтерҙә. Атайым һәләк булғас, өләсәй беҙҙе айырып сығарҙы. "Килен, һин егәрлеһең, юғалып ҡалмаҫһың, иргә барһаң - ир булыр, бала тапһаң - ул булыр. Башҡа сыҡ, һыйырҙы һиңә бирәбеҙ, өй беҙгә ҡала", - тине. Беҙ һыйыр етәкләп, Моҡас урамы буйлап күп йөрөнөк. Сығышы менән әсәйем Ҡотош ауылынан. Ике йәштә генә етем ҡалған, революция ваҡытында атаһын аҡтар атҡан. Баш төбәп кенә барыр кешебеҙ юҡ. Шуға күрә кем өйҙәш итеп индерә, шунда йоҡлап, фермала ла, мал өйөндә лә йәшәргә тура килде. Ысынлап та, бик уңған ине әсәйем. Бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла юғалып ҡалманы. Көндөҙөн колхоз эшендә булһа, төнөн бәйләм бәйләп, үҙебеҙгә ғаилә кәрәк-ярағы йүнәтте.

Өйлө булыу - көйлө булыу

Һыйыр етәкләп, гел кешелә йөрөп арытылды. Әйткәндәй, тап ошо һәүкәшебеҙ арҡаһында ла беҙҙе үҙҙәренә йәшәргә индергәндер ауылдаштарыбыҙ. Яҡты киләсәккә ышанып йәшәлһә лә, бик ауыр осор ине һуғыштан һуңғы йылдар: аслыҡ, яланғаслыҡ, тиф ауырыуы. Ҡырҡынсы йылдар башында дизентерия бик күп кешене алып китте. 1941 йылда ошо сир Моҡаста 12 баланың ғүмерен ҡыйҙы. Шулай итеп, йорт һатып алырға булдыҡ. Бәләкәй генә ситән өйгә 1 мең һум һоранылар. Уны "өй" тип әйтеп тә булмай ине. Мейесенән төбө генә ҡалған, иҙәне - ер. Быға тиклем йәшәгән йорттан алып килгән ларҙы боҙоп, әсәйем урындыҡ эшләне, еткәненсә иҙән түшәне, мейесен сығарып, стенаһын тал менән үрҙе, балсыҡ менән һылап ҡуйҙы. Ҡыйыҡлы булыу кеше тупһаһында йөрөү түгел инде. Үҙебеҙҙең өйөбөҙ-көйөбөҙ барлыҡҡа килде.

Кеше эше менән матур

Быға тиклем ауылдан ситтә фермала йәшәү, көҙгө һынауға ҡалыу һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында урыҡ-һурыҡ ҡына уҡырға тура килгәйне. Белем алыу теләге шул тиклем ҙур булһа ла, дүрт кластан ары китә алманым. 1950 йылда беренсе сирек тамамланғайны ғына, тиф менән ауырыным, өс ай тора алманым. Шәбәйеп, аяҡҡа баҫҡас, 1951 йылдың апрель айында Мәжит Ғафури исемендәге дөйөм хужалыҡҡа эшкә сыҡтым да киттем. Был ваҡытта миңә 16 йәш тулмағайны әле. Оҙайлы йылдарға һуҙылған хеҙмәт юлым шулай башланып китте. Кем генә булып эшләргә тура килмәне. Хаҡлы ялға һауынсы булып сыҡтым. Һәр эшкә яуаплы, кеше менән ипле булғанғамы, йәмәғәт эштәренә лә йәлеп итәләр ине. Бер ҡасан да әрләшеп, низағлашып йөрөгәнемде хәтерләмәйем. Әйткәнен урынында әйттем, әйтмәгәнен үҙемдә ҡалдырҙым. Ауыл, район советтарына депутат итеп тә һайланылар. "Почет билдәһе" орденым, "Хеҙмәт ветераны" тигән маҡтаулы исемем бар. Беҙҙең быуындың барыһы ла тиерлек ҡайғыһын да, һағышын да эш менән баҫты бит. Эшләгән кешене кем яратмаһын?...

Шулай итеп...
Туҡһанды артмаҡлаған ошо Флүрә инәйҙе мин дә яраттым да ҡуйҙым. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, намаҙын, ураҙаһын ҡалдырмағанына һоҡландым. Үҙенең 87 йәшкә тиклемге ғүмере эсендә булған ваҡиғаларҙы датаһы, бергә эшләгән, уҡыған, яҡты хыялдар ҡорған кешеләренең барыһының да исем-шәрифе менән һөйләүе, ер-һыу атамаларын яҡшы белеүе менән иғтибарымды яулап алды ул. Эшендә генә уңыш яуламаған ул, ғаилә бәхетен дә кисергән. Бәләкәй генә саҡтан иңенә төшкән ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үткәне өсөн Аллаһы Тәғәлә уға оҙон ғүмеренә ҡушып, ырыҫ, ҡот һәм бәрәкәт бирә. Колхозда электрик булып эшләгән гармунсы егет Сөнғәтулла Сәғитов менән татыу ғаилә ҡоралар. Биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Әлеге ваҡытта инәй ҡыҙҙарының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. "Үкенестәрем юҡ, шуға ла үҙемде бәхетле тип һанайым", - ти Флүрә инәй.

Лена АБДРАХМАНОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 342

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru