Ҡарағат - А, В1, В2, В6, Р, РР, Д, Е, К, С витаминдарына, калий, кальций, натрий, магний, баҡыр, тимер, фосфор, бор, кобальт, молибден, цинк, фтор кеүек макро-микроэлементтарға бик бай.
Ҡоро исемлек рәүешендәге был мәғлүмәт ҡарағаттың төрлө ауырыуҙарҙан дауа булыуын дәлилләй. Мәҫәлән, С, К, Р витаминдарының күп булыуы уны атеросклероздарҙы, айырыуса аорта атеросклерозын, иҫкәртеү һәм дауалауҙа алыштырғыһыҙ итә. Был исемлектән беҙ ҡарағат Аддисон ауырыуы арҡаһында бөйөр өҫтө биҙҙәренең эшмәкәрлеге боҙолғанда уның ҡабыҡ матдәһенә стимул бирә алыуын аңлайбыҙ, ә бит бындай осраҡта хатта иң көслө гормональ саралар ҙа ярҙам итеп бармай. Ҡарағат япраҡтары төнәтмәһен дөрөҫ миҡдарҙа ҡулланғанда, артыҡ бәүел һәм ҡуҙғалаҡ кислоталарын сығарырға ярҙам итә, ә был үҙ сиратында подагра һәм ревматизмды һөҙөмтәле дауалай. Яңы емештәре һәм япраҡтарынан төнәтмә баҫымды түбәнәйтә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына тонус өҫтәй, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарын дауалай. Ҡарағат аҙҡанлылыҡты дауалауҙа иң файҙалы сараларҙың береһе, ул ҡан яһалышын һәм әйләнешен яҡшырта. Түбән әселекле гастритты дауалай. Был витаминдар һәм микроэлементтарҙың барыһы ла депрессияны дауалауҙа үтә файҙалы. Япраҡтарынан эшләнгән сәйҙе тире ауырыуҙары, диатез, лимфа биҙҙәре туберкулезы булғанда эсәләр. Халыҡ дауаһында ҡарағаттың япрағы һәм емештәре генә түгел, бөрөләре лә ҡулланыла: улар бактериялар һәм үңәҙ бәшмәктәре үрсеүен тотҡарлай.
Дауалағанда ҡыр ҡарағатын ҡулланыуға өҫтөнлөк бирәм, шуға урманда үҫкәнен йыям.
Йөрәк ритмы боҙолғанда. Көнөнә 3 тапҡыр стакандың өстән бер өлөшө ҡарағат емеше һутын эсергә. Бер нисә аҙнанан ритм тейешле хәлгә ҡайта.
Тауыш ҡарлыҡҡанда. Ярты стакан һутҡа 2 балғалаҡ шәкәр ҡушып, көнөнә 3 тапҡыр 2-шәр ҡалаҡ эсергә. Йүтәлдән дә яҡшы ярҙам итә.
Ревматизм, подагра. 10-12 бөртөк япраҡҡа ярты литр ҡайнар һыу ҡойорға, һыуынғансы төнәтергә. Көнөнә 4-6 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Әселеге түбән гастрит. Көнөнә 5 тапҡыр ашарҙан 20-25 минут алда стакандың өстән бер өлөшө ҡарағат һуты эсергә. Был эсте лә йомшарта.
Аддисон ауырыуы, бөйөр өҫтө биҙҙәренең ҡабыҡ матдәһенә стимул биреү. Нәҙек һабаҡтарын һәм япраҡтарын ваҡларға. 2 ҡалағына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғансы төнәтергә. Көнөнә 5-6 тапҡыр ашағандың аҙағынан 30-40 минут үткәс стакандың өстән бер өлөшө төнәтмә эсергә.
Бәүел тотҡарланыуы (хатта простатитҡа бәйле булһа ла), бөйөргә бәйле шешенеүҙәр (отек), бәүел ҡыуығында таштар. 20 бөртөк емешен һанап алып (яңы йәки киптерелгән), термосҡа һалырға һәм 2/3 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, 8 сәғәт төнәтергә. Ашау ваҡытына ҡарамай йылы көйөнсә көнөнә 5-6 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Лимфа төйөнө туберкулезы. 3 ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, 2 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 4 тапҡыр стакандың өстән бер өлөшө йәки яртыһынан ҡойоп эсергә. Был рәүешле оҙайлы дауаланырға кәрәк.
Ҡарағат бик файҙалы булыуға ҡарамаҫтан, уны ҡулланыу бөтәһенә лә килешеп етмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, уны бауыр ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланырға кәңәш ителһә лә, гепатит булғанда яңы емештәрен һәм һутын ашап-эсеү ярамай.
Ҡарағат менән дауаланыу шулай уҡ гиперацид гастриттар (ашҡаҙан һутында хлорид кислотаһы күп булыуға бәйле), ашҡаҙан һутының юғары әселегенә бәйле бөйән эсәге һәм ашҡаҙан сейле яраһы булғанда ла тыйыла.
Уны ҡан тиҙ ойошҡанда, тромбофлебит булғанда ҡулланмайҙар. Был К витаминына һәм фенол берләшмәләренә бәйле. Шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡарағатты дауаланыу маҡсатында ҡулланырға ярамай, тигән күрһәтмәләр бар.
Рим ӘХМӘДОВ дауаһынан.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА