Ашнаҡсы теге кешегә ике баш күнәк тотторҙо ла, үҙе икенсе һауыт алырға китте. Күп тә үтмәй, теге кеше күнәктәргә һыу тултырып та бирҙе.
- Тағын кәрәкһә, килтер һауыттарыңды. Мин бында саҡта алып ҡал.
Ят кеше йәнә ике күнәк һыу күтәреп килде. Шунан:
- Ярар, мин киттем, - тип боролдо.
- Рәхмәт,- тип ҡалды ашнаҡсы.
Яугирҙар күңелдәре булғансы һыйланды, сәйҙән һуң ҡурай тартып, йырлашып ултырҙылар. Ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнгәс, һәр кем үҙ урынына ятып йоҡланы.
Иртәгәһенә иртәнсәк был йөҙлөктең өсөнсө, дүртенсе унлыҡтары күптән тороп, сәй ҡайнатып, тамаҡ ялғарға йөрөһәләр, беренсе һәм икенсе унлыҡтар тирәһендә бер хәрәкәттең дә юҡлығына иғтибар иттеләр.
- Кем-кем, әммә Ҡаһым түрә былай оҙаҡ йоҡламай торғайны ла инде, - тип былар ятҡан ергә барһа, өсөнсө ун башлығы тегеләрҙең бөтөнөһө лә ҡуҙғалмай ятҡанын күреп, хафаға төштө. Ерҙә ятҡан Ҡаһым түрә эргәһенә килһә, тегенеһе шаҡырайып ҡатып бөткән. Яҡшылабыраҡ ҡараһа, үлгән.
- Егеттәр! - тип ҡысҡырып ебәрҙе ун башлығы. - Ҡаһым түрә үлгән!
Йөҙҙөң ҡалған яугирҙары йүгерешеп килде. Беренсе һәм икенсе унлыҡтың береһе лә иҫән түгел. Ни булған? Ун алты кеше нилектән бер юлы ятып үлгән? Көнө буйы шул һорауға яуап эҙләнеләр. Ауылдың һәр өйөнә инеп, кисә һыу ташышҡан кешене айҡанылар. Әммә һорауға яуап та, теге бәндә лә юҡ. Ул кеше был тирәлә әллә ҡасандан бирле йөрөй инде. Франциянан ҡайтып килгән һыбайлыларҙы көттө, Ҡаһым Мырҙашев тигән кеше менән ҡыҙыҡһынды, тинеләр. Тимәк, башҡорт полкын махсус көтөп йөрөгән һәм ашҡа һыу килтереүҙе һылтау итеп, яугирҙарҙы ағыулаған.
Ҡаһым түрәнең йөҙлөгө илай-илай мәйеттәрҙе ауылдың бер ситенә күмде. Ҡаһымдың ҡәбере өҫтөнә ҙур ғына таш ҡуйҙылар һәм ҡурайын ташҡа беркеттеләр. Шунан һуң егеттәрҙең береһе түҙмәне, ҡысҡырып йырлап ебәрҙе.
Ҡаһым түрә уйынға сығыр ине, вай кем,
Палкауай командир ҡашында.
Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем,
Владимир губерна башында.
Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем,
Тояҡтары ҡупҡан, баҫа алмай.
Биш йөҙ кеше ҡарап, өнһөҙ ҡалған, вай кем,
Ҡайғырышып, ҡәбер ҡаҙалмай.
Мосолмандарҙа кешене ерләгәндә йырлау, сеңләү тыйылған. Ләкин күп ҡағиҙәнең иҫкәрмәһе булған кеүек, бында ла йырламай түҙә алманы егеттәр. Меңәр саҡрым ер үтеп, йөҙәр-йөҙәр дошмандың башына етеп, Ҡаһым түрә менән ҡуша тағы ла ун биш кеше үлеп ятһын әле. Йырлау ғына түгел, күкрәгеңде тырнап, ҡанатҡансы йыртып иларһың...
Үҙебеҙҙең гөбөрнәлә
Һуғыш - ниндәй генә аяуһыҙ сара булмаһын, бик күп ҡорбан, ҡыйралыш, янғын менән бармаһын, ҡайһы берҙә бик алама эҙемтәләргә килтерер хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалдыра. Кенәз Волконский Ырымбурҙың генерал-гөбөрнаторы сағында, уның яҡын ярҙамсыларының береһе подполковник Соколовтың һөскөртөүе арҡаһында полк командиры Ибраһим Аҡҡолов менән кантон башлығы Фәрит Юлбарыҫов алдаҡ менән халыҡтан аҡса йыйған өсөн гөбөрнә суды быларҙы хөкөмгә тарттырҙы. Тик хөкөм ҡарарын үтәүҙе һуғыш бөткәс тормошҡа ашырырға булғайнылар. Полк командиры Солтанморат Үтәгәнов шул уҡ судтың ҡушыуы буйынса Ырымбурға килһә, әлеге суд үҙенең яңы ҡарарын уҡып тора.
- Законһыҙ рәүештә ике башҡорт полкы төҙөгән һәм өҫтәүенә уларҙы таратып ебәрә була халыҡтан аҡса йыйған өсөн подполковник Соколов ун йылға һөргөнгә һөрөлөргә тейеш ине. Әммә ул Ватан һуғышында ҡорбан булды, шуға күрә уның менән бәйле бөтөн эш тә туҡтатыла. Ғәйепләнеүселәр Аҡҡолов менән Юлбарыҫов икешәр йылға һөргөнгә оҙатыла, ә Юлбарыҫов кеҫәһенә һалған халыҡ аҡсаһын ҡайтарып бирергә тейеш.
Ә кенәз Волконский императорыбыҙ тарафынан үҙенә тейеш язаһын алған. Ул биләгән вазифаһынан бушатылған һәм пенсияға оҙатылған.
Волконский үҙе ҡалдырған документтар араһында полк командиры Солтанморат Үтәгәнов телгә алына. Әммә Үтәгәнов судҡа килеп етмәү арҡаһында...
Тап шул мәлдә ишек асылды ла, унда Солтанмораттың башы күренде.
- Судья әфәнде, мин бит бында,- тине ул.
- Кем ул "мин"?
- Солтанморат Үтәгәнов.
- Әйҙә, ин әле, ин.
Солтанморат алға уҙып, ултырғысҡа терәлергә самалағайны, судьяның тауышы яңғыраны.
- Ултырмай тор. Судьяның әйткәнен баҫып тороп тыңлау фарыз. Кенәз Волконский үҙе ҡалдырған документтарҙа Солтанморат Үтәгәнов элекке генерал Тевкелев Алексей Ивановичты (башҡорттар уны Тәфтиләү ти) нигеҙһеҙ рәүештә башҡорт ерен тартып алыуҙа ғәйепләй. Ул ерҙе тәүҙә ҡуртымға, шунан һатып алған. Документтары бар. Шуға күрә Үтәгәновҡа Тевкелевтар файҙаһына йөҙ һум күләмендә штраф түләргә ҡушырға. Бындай нахаҡ ғәйепләү тағы ла ҡабатлана ҡалһа, аҙағы һөргөн булыуы ихтимал.
- Судья әфәнде,- тип ҡысҡырҙы Солтанморат.- Мин Ватан һуғышы ветераны, мин француздарҙы Парижғаса эҙәрлекләп барыусы.
- Бик яҡшы, Үтәгәнов әфәнде. Әммә ил алдындағы һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙ кемдеңдер алдындағы ғәйебегеҙҙе аҡлай алмай. Ошоноң менән суд ултырышы тамам! - тип судья өҫтәлгә ағас сүкеше менән һуҡты.
Шул саҡта тышта ирҙәрҙең көр тауыш менән берҙәм йырлағаны ишетелде.
- Кемдәр ул? - тип һораны Солтанморат.
- Башҡорт малайҙары кадет корпусына уҡырға йыйылған. Шулар Рәсәй яугиры булырға өйрәнә.
- Эйе... - тип кенә ҡуйҙы Солтанморат һәм Ырымбурҙа туҡтап тормайынса, кире үҙ яғына ҡуҙғалды. Әммә юлы саҡ ҡына урауыраҡ булды килгәндекенән. Көйөргәҙе тигән һыу буйында Кинйә исемле бәләкәй генә ауылға һуғылды. Урамдағы беренсе өйҙөң ишеген ҡаҡты.
- Һаумыһығыҙ. Миңә Ғәтиәт тигән кешенең йортон табырға ине.
- Йорто уның ана ултыра. Тик үҙе юҡ. Француз яуына китеп, ҡайта алманы.
- Йортонда кем йәшәй һуң?
- Ҡатыны менән улы.
Солтанморат күрһәткән йортҡа инде.
- Мин һеҙгә ике аманат тапшырырға тейешмен, - тине ул үҙе менән таныштырғас. - Беренсеһе Ғәтиәт дуҫымдың үҙе мәрхүм булғансы түшендә йөрөткән көмөш миҙалы. Быны уға Рәсәй батшаһы исеменән Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн генерал тапшырғайны. "Улыма күрһәтеп маҡтанырмын", - ти торғайны. Насип булманы. Кил, улым, һинең күкрәгеңә мин булһа ла тағайым.
Күлдәгенә ҡаҙалған миҙалды һыйпап, әллә кем булып китте малай. Шунан Солтанморат тоҡсайының төбөнән ҡат-ҡат сепрәккә төрнәлгән нәмә сығарҙы.
- Быныһы һинең ҡайныңдың,- тине ҡатынға ҡарап, - ә һинең ҡарттайың Кинйә Арыҫландың тарих китабы. Быны ул ғәрәптәр иленә хажға барған саҡта юлда яҙған. Башҡорт халҡының иң аҫыл тарихы. Минең атайҙың ағаһы һеҙҙең Кинйә Арыҫлан менән бергә хажға барған. Әммә инде ҡайтып еттек тигәндә Кинйә абыҙҙы батша шымсылары үлтергән. Ауылығыҙға ҡайтарып, мәйетен йәшереп күмгән саҡта минең бабай китапты һеҙгә ҡалдырмаған, шымсылар һеҙҙән уны тартып алыр, тип ҡурҡҡан. Бабайым уны ошо көнгәсә үҙендә йәшереп тотҡан. Минең Ырымбурға барырҙы белгәс, һеҙгә аманат итеп тапшырырға ҡушты.
- Һин уҡый беләһеңме? - тип һораны Солтанморат малайҙан.
- Беләм.
- Бик яҡшы. Әлегә уҡы. Форсаты сыҡҡас, китап итеп баҫтыртырһың. Хәҙер һеҙгә минең үтенесем бар: Кинйә Арыҫландың ҡәберен күрһәтегеҙ миңә.
Өйҙәгеләр шым булды ла ҡуйҙы. Аптыраған Солтанморат ҡатынға текләште.
- Минән шикләнәһеңме? Мине лә батша шымсыһылыр тиһеңме? Мин һинең ирең менән ике йыл буйы һуғышта йөрөнөм. Ул миңә Кинйә тураһында барыһын да һөйләп бөттө.
Ҡатын ауыр тын алды.
- Мин бисә кеше. Бисәләргә ҡәберлеккә барырға ярамай. Улым, бар, күрһәт.
- Һуң, әсәй, үҙең ҡарттайҙың ҡәберен берәүгә лә күһәтмә, өҫтөндә вәхшилек ҡыласаҡтар, тинең дә баһа.
- Был ағайға ышанырға ярай, шикелле.
Ауылдан йыраҡ ҡына бер туғайлыҡта ине ҡәбер. Белгән генә кеше күрһәтмәһә, табырлыҡ та түгел. Ер менән тигеҙләнгән, өҫтөнә үлән үҫеп бөткән, бер ҙур таш ҡына белгертеп тора. Солтанморат үҙе белгәнсә Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны ла:
- Бығаса, Кинйә батыр, һинең ҡәбереңде ҡәҙерләй алманыҡ. Әммә һинең һәм һиңә тиклем булған бөйөктәребеҙҙең васыятын үтәй киләбеҙ. Наполеон һынлы Наполеонды теҙ сүктерҙек, әммә еребеҙҙе бирмәнек. Киләсәктә лә бирмәйәсәкбеҙ!- тип битен һыпырҙы.
Бығаса шым торған малай:
- Ҡарттайымдың ҡәберен үҙем йүнәтеп ҡуям. Ололар ғына рөхсәт итһен,- тине, тауышы ҡатҡылланып китте.
...Был саҡта Наполеон Бонапарт Эльба утрауында һөргөндә көн күрә ине.
* * *
1912 йылдың эҫе июнь көнө. Яйыҡ (Урал) йылғаһының киң кисеүенә ике яҡтан биш-алты атлы төркөм килеп төштө. Бер-береһен күрмәй ҙә, береһе икенсеһенә юл бирергә уйламай ҙа инеләр, шикелле. Әммә береһе лә икенсеһенең юлын быуманы. Һыуҙы шаптырлатып, кем нығыраҡ тауыш сығара тигән һымаҡ, аттарын ҡыуа инеләр, алдағы икәүҙең аттары башҡа-баш тиңләшкәс, береһе икенсеһенә ҡысҡырҙы:
- Бәй, Ҡыуат, был һин дә баһа. Ҡайҙа ҡабаландыраһың атыңды? Кисеүҙе шым ғына сыҡ. Барыбер һуңланың бит инде.
- Ә-ә, һинме ни, Айсыуаҡ? Белеп ҡуй, башҡорт дворяны Ҡыуат бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла һуңламай.
Айсыуаҡ тигәне "пырх" итеп көлөп ебәрҙе лә атының теҙгенен тартты. Менгеһе шундуҡ яйланы һәм һыу эсергә тотондо. Ҡаршы килгән аттың кинәнеп һыу эсә башлағанын күргән Ҡыуаттың аты ла ҡапыл туҡтаны һәм ирендәрен һыуға тыҡты.
- Башҡортта беренсе дворяндың кем икәнлеген, бәлки, һин белмәйһеңдер. Белмәһәң, бел, был дәрәжәгә беренсе булып Айсыуаҡов ағайың өлгәшкән һәм ул әле Ырымбур гөбөрнаторының йыйынынан эшен бөтөрөп, ҡайтып килә. Ә ҡайһы бер дворяндар унда тик китеп кенә бара.
- Төптө яңылышаһың, беренсе дворян. Ҡыуат атлы өлгөр кеше ҡаҙаҡ далаларына барып, император Николай Икенсе ҡушҡан дәүләт йомошон үтәп килә ята.
- Ниндәй дәүләт йомошо инде ул?
- Ғали йәнәптәребеҙ ҡаҙаҡ яғында йәшәгән башҡорттарҙы Ватан һуғышының йөҙ йыллығы менән ҡотларға шәхсән ҡушты.
- Ә ҡаҙаҡтарҙы ҡотламанымы?
- Улар бит һуғышта ҡатнашманы. Шуға уларға императорҙан сәләм тапшырҙым.
- Ә улар?
- Улар ҡайтарып сәләм әйтте һәм башҡорт туғандарын йөҙ йыллыҡ менән ҡотланы. Ә һеҙ олатай-ҡартатайҙарға тейеш миҙалдарҙы тағып, ҡыуанышып ҡайтып бараһығыҙмы?
- Ҡыуанып һәм ғорурланып. Ватан һуғышына урыҫтан башҡа башҡорт ҡына шул тиклем күп яугир биргән һәм улар барыһы ла бурысын иң юғары кимәлдә үтәгән, тип әйтте бөгөн гөбөрнатор Рәсәй батшаһы исеменән.
- Ура! - Ҡыуатов һауаны яңғыратты һәм ҡапма-ҡаршы килгән һыбайлыларҙың һәр ҡайһыһы үҙ юлын дауам итте.
(Аҙағы. Башы 17-19-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА