«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КИС УЛТЫРЫП ШӘЛДӘР БӘЙЛӘЙ САМАҘЫЛАР
+  - 

Һеҙҙең тарафтарҙа кис ултырыуҙар бармы? Ә бына минең тыуған яғым Ейәнсура районы Самаҙы ауылында әле булһа был матур йола йәшәй.

Үҙ булмыштарына тоғро ҡалып, нәҫелдән күсә килгән төп һөнәрҙәренең береһе булған шәл бәйләү шөғөлөн дауам итә ауылым уңғанбикәләре. Заманалар алышынып торһа ла, улар төп шөғөлдәренә хыянат итмәгән, сөнки шәл уларҙы туйындырған да, кейендергән дә, уҡытҡан да, туйҙар үткәрергә лә ярҙам иткән килем сығанағы булған.
Улай ғына ла түгел, дебет менән булышыу уларҙың ҡандарына һеңгән күңел талабы һәм яңғыҙың ултырғанда күңелһеҙ уйҙарҙы теткеләп ташлап, бер епкә теҙеү ысулы ла, күмәкләшеп кис ултырып, фекер алышыу өсөн бер сара ла булып тора. Тап шуға ла Ейәнсура килендәре бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай: телевизор ҡараймы, күршеһенә хәл белешергә инәме - уларҙың бәйләме ҡулдарында була. Ә дебет эшенең ни тиклем көс, таһыллыҡ, һәләт, сослоҡ, тапҡырлыҡ, зауыҡ талап иткәнен һөнәрмәндәр үҙҙәре генә белә. Кәзә дебетенең сифатын да, үлсәмен дә улар бер күҙ һалыуҙа билдәләй, ә шәлгә биҙәк һалып бәйләүҙәре уларҙың күңелендә тыуған тотош ижад балҡышы. Дебетте аялаһындармы, орсоҡто зыр килтереп еп иләһендәрме, йә энә тотоп, бәйләм бәйләһендәрме - ҡулдарына күҙ эйәрмәй, телдәрендә шаяртыу, ә йөҙҙәрендә үҙ эштәренән ҡәнәғәтлек кисереше.
Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшенән ваҡыт, көс-хәл табып кис ултырыуға килгән был гүзәл заттар арыу-талыуҙы беләме икән, әллә донъяуи мәшәҡәттән ошо шөғөлдәре арҡылы арыналармы икән? Һәр хәлдә, халҡыбыҙҙың төрлө йолалары менән бер рәттән, шәл өмәһен дауам итеүсе ауылым уңғандарына дан, тип, һоҡланам да, ғорурланам да. Ауылыбыҙҙың ҡотон арттырыусы, йәшәйешенә йән өрөүсе апайҙарым, еңгәйҙәрем, инәйҙәрем бит улар минең. Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ, һау-сәләмәт кенә булығыҙ. Белгәндәрегеҙҙе киләсәк быуынға өйрәтеп ҡалдырыу һеҙҙән бурыс - шул теләгем.

Динара ҠОТЛОБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.22 | Ҡаралған: 779

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru