Бөгөн Башҡортостанда 550 меңдән ашыу баҡсасы 1489 коммерция булмаған ойошмаға берләшкән. Уларҙың 80 проценттан ашыуы Өфө, Стәрлетамаҡ агломерацияһына тура килә. Күптәр участкаларында йәшелсә-емеш үҫтерә һәм артып ҡалғанын һатыуға сығара.
БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктәге йәшелсә культураларының 86 процентын халыҡ үҙе үҫтерә. Әммә барыһы ла, бигерәк тә оло йәштәгеләр, баҡсалағы фиҙаҡәрлегенән файҙа алырға мөмкин икәнен белмәй. Башҡортостанда урамдарҙа рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу иткән өсөн штраф түләүҙәренең бөтөрөлөүен пенсияла булған баҡсасыларға ярҙам, тип билдәләргә мөмкин. Быға тиклем урам сауҙаһы өсөн 500-3000 һум, ә инде ҡабат эләккәндә 4000-5000 һум штраф һалына ине. "Үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп үҫтергән йәшелсә-емешен һатыусы өләсәйҙәрҙе ҡыуырға түгел, ә уларға шарттар булдырырға, урындар эшләргә кәрәк. Шулай уҡ еңел булмаған заманда уларҙың йәшелсә-емешен, тәмләткес үләндәрен һатып алыуығыҙҙы һорар инем. Улар өсөн бөгөн һәр һум мөһим әһәмиәткә эйә", - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ ҡала-райондарҙа бушлай сауҙа урындары булдырырға ҡушты. Әле Өфөлә 677 нөктәне үҙ эсенә алған 35 майҙансыҡ бар, исемлек ҡала хакимиәте сайтына эленгән. Магазиндар һәм супермаркеттар, даими ауыл хужалығы йәрминкәләре үткән майҙандарҙа ла баҡсала үҫтерелгән продукция менән һатыу итеү урындары булдырылған. Участкаһы 5 сутыйҙан кәмерәк булған милекселәргә сауҙанан килгән килемгә һалым һалынмай. Төп шарт - урындағы хакимиәттән һәм баҡсасылар берләшмәһенән продукцияның шәхси ерҙә үҫтерелеүен раҫлаған белешмә булыуы. Ҡайһы берҙә, әлбиттә, оло йәштәге баҡсасылар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы икенсе һатыусылар йәки такси машиналары биләй, ә ололарҙан ҡуртым өсөн 200-150 һум аҡса алына. Бындай аңлашмаусылыҡты бөтөрөү өсөн властар төрлө варианттар эҙләй.
Баҡсаларҙан сауҙа урынына "Башавтотранс"тың апрелдән октябргә тиклем йөрөгән 59 маршруты алып барып еткерә. Был маршруттарҙа барлыҡ льготалар, шулай уҡ "Алға" картаһының "Бәхетле сәғәт" акцияһы ла ғәмәлдә. Киләсәктә был акцияны Ҡариҙел аръяғына паромда сығыусылар өсөн дә ҡулланыу күҙаллана.
Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡалаға сығып булмай икән, үҫтерелгән емеш-еләкте ауыл хужалығы ҡулланыуы кооперативтарының береһендә ҡабул итәсәктәр. Былтыр улар халыҡтан 1 мең тонна картуф, 1,1 мең тонна йәшелсә, 400 тонна тәмләткес үләндәр һ.б. һатып алған. Кооперативта ҡатнашыусылар үҙ эшмәкәрлеге өсөн өҫтәмә килем дә ала.
Йорт хужалығы бюджеты өсөн йорт эргәһендәге участкала үҫтерелгән йәшелсә һәм картуфҡа дәүләт биргән субсидия ла ярап ҡалыр. Киләһе йылдан башлап үҙмәшғүл баҡсасыларға элиталы орлоҡ һатҡан өсөн аҡса түләй башлаясаҡтар, түләү гектарынан сығып иҫәпләнә.
Тиҙҙән баҡсасыларҙы республика вуздарының береһендә уҡыта ла башлаясаҡтар. Башҡортостан Башлығы улар өсөн махсус белем биреү программаһы эшләргә ҡушҡан. Ул баҡсаны заманса тәрбиәләү һәм төрлө культураларҙы үҫтереү серҙәре буйынса онлайн-курстар һәм практик дәрестәрҙән торасаҡ.
Иван ВАВИЛОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|