Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Башҡортостан Cпорт министрлығының 100 йыллығын билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Беҙ оло быуын спортсылар менән дә, уларға алмашҡа үҫеп килгән йәштәребеҙ менән дә лайыҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Мәҫәлән, апрелдә Ижау ҡалаһында өс (17, 20 һәм 27 йәшкә тиклем) йәш төркөмөндә халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы. Турнирға илебеҙҙең 12 төбәгенән 100 шашка оҫтаһы йыйылды. Башҡортостан командаһы өс программа буйынса ла өсөнсө урын яуланы. Ә бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Айгизә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, сығарылыш синыфында уҡып, имтихандарға әҙерләнһә лә, классика һәм блиц программаһы буйынса чемпион исеменә лайыҡ булып, команда еңеүенә ҙур өлөш индерҙе. Яуаплы мәлдә уны борсомайыҡ, тип, осрашыуҙы ошо көндәргә ҡалдырғайныҡ һәм, ниһайәт, уның менән әңгәмәне гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Ғәҙәттә, ҡыҙҙар бала саҡтан ҡурсаҡ уйнарға ярата, сағыу төҫтәргә тартыла. Нимәһе менән аҡлы-ҡаралы уйын һине үҙенә нығыраҡ йәлеп итте? Шашка менән нисә йәштән ҡыҙыҡһына башланың?
- Бала саҡ, ысынлап та, тормоштоң иң сағыу мәле. Бар ҡыҙҙар кеүек, мин дә ҡурсаҡ уйнарға яраттым һәм ҡурсаҡ уйнап үҫтем, әммә ҡатмарлы леголарҙы, пазлдарҙы йыйыу буйынса башҡаларҙан айырылып торғанмын. Шуғамы икән, Әлшәй районының Иҙрис ауылында йәшәгән Сәүиә өләсәйем йәйге ял ваҡыттарында, беҙ ауылға ҡайтҡанда, яйлап ҡына мине шашка уйнарға ылыҡтырған. Уның менән күп ваҡытты шашка уйыны уйнап үткәрә инек. Шуға был уйынға ҡыҙыҡһыныу бәләкәй саҡтан ҡабынған, уны миңә өләсәйем һалған, тип әйтә алам. Баш ҡалалағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡыуым менән дә бәхетлемен, сөнки был белем усағында бик күп түңәрәктәр, шул иҫәптән шашка түңәрәге лә эшләй һәм мин беренсе класҡа уҡырға ингәс тә, һайлау турын үтеп, күнекмәләргә йөрөй башланым. Йәғни, һеҙ әйткәнсә, аҡлы-ҡаралы аҡыл уйынына ҡыҙыҡһыныуым бәләкәйҙән барлыҡҡа килгән һәм әлегә тиклем дауам итә, әммә хәҙер инде ул юғары кимәлдә бара.
Шашка, шахмат - логикаға ҡоролған уйын. Нигеҙҙә, уларҙы үҙ итеүселәр математиканы яҡшы үҙләштерә. Был ысынлап та шулаймы, әллә шахматсыларға-шашкасыларға барлыҡ фәндәр ҙә еңел биреләме? Һинең өсөн ауыр фән бармы?
- Ысынлап та, шашка-шахмат уйындары логикаға ҡоролғанлыҡтан, минең өсөн математика, башҡа теүәл фәндәр генә түгел, барлыҡ предметтар ҙа еңел бирелде. Шулай ҙа бар шашкасылар өсөн дә яуап бирә алмайым, сөнки һәр кем фәндәрҙе үҙенсә ҡабул итә. Бәлки, кемгәлер ҡайһылыр фән ауыр биреләлер. Үҙем өсөн ауыр предметҡа килгәндә, әйтһәм, көлөрһөгөҙ инде: ғәмәлдә миңә мәктәптә иң ауыры рәсем дәресе булды. Музыкаға һәләтем бар, апайым һәм ҡустым кеүек үк баш ҡаланың Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбе филиалында уҡыным, думбырала уйнайым, әммә бына һүрәт төшөрөүгә һәләтем юҡ инде...
Төрлө ярыштарҙа йөрөргә тура килә, унда атай-әсәй оҙатып йөрөймө, әллә улар өйҙә генә борсолоп, "янып-көйөп" ултырамы? Ғөмүмән, эргәлә атай-әсәй булғанда уйнауы еңелерәкме, әллә, киреһенсә, улар булмағандамы? Ярыштар барышында кем нығыраҡ тулҡынлана: Айгизәме, әллә атай-әсәйме?
- Башланғыс синыфтарҙа әсәйем йәки туғандар ярыштарға оҙатып йөрөй торғайны, һуңынан, үҫә төшә, Башҡортостандың йыйылма командаһы составында ярыштарға тренер етәкселегендә йөрөй башланыҡ. Йылына дүрт-биш тапҡыр төрлө ярыштарға йөрөргә тура килде. Әлбиттә, һәр атай-әсәй балаһы өсөн сара, уйын барышында ғына түгел, өйҙән сығып китеүең менән борсола башлай инде ул. Әсәйем һәр тур алдынан шылтыратып, өгөт-нәсихәтен уҡып, фатихаһын бирә - шул ярҙам итә. Бәләкәйерәк ваҡытта, бәлки, иғтибар итмәгәнмендер, әммә хәҙер уларҙың миңә ҡарағанда нығыраҡ тулҡынланғанын тоям. Шуға миңә ҡайһы саҡ эргәмдә яҡын кешеләрем булмағанда, үҙем генә булғанда уйнауы тынысыраҡ, ә ҡайһы бер ваҡыттарҙа әсәйемдең эргәмдә булыуы етешмәй. Төрлө мәлдәр, төрлө ваҡыттар була. Улар бер-береһенә һис оҡшамай.
Шашка уйыны таҡта шаҡмаҡтарының ҙурлығы һәм атамалары менән айырыла, мәҫәлән, рус шашкаһы, халыҡ-ара шашка һ.б., һинең өсөн уларҙың ҡайһыһында уйнау ҡыҙыҡлыраҡ?
- Бала саҡта, әлбиттә, өләсәйем шашка уйнарға өйрәткәндә уның ниндәй шашка икәнен дә белмәгәндер, бәлки. Уға баланы нимә менәндер әүрәтеү, ваҡытын файҙалы үткәреү мөһим булғандыр. Хәҙер иһә, шашка, тиһәң, күптәр уның төрҙәрен белә, айыра, йәғни хәбәрҙар. Ысынлап та, шашка уйынының төрлө төрҙәре бар. Рус шашкаһы, мәҫәлән, алтмыш дүрт шаҡмаҡлы булһа, халыҡ-ара шашка - йөҙ шаҡмаҡлы. Миңә йөҙ шаҡмаҡлы шашкала уйнау нығыраҡ оҡшай, сөнки унда төрлө комбинациялар эшләү мөмкинлеге лә күберәк. Әгәр шашканы ижади процесс тип ҡараһаҡ, халыҡ-ара шашка таҡтаһында ижад өсөн киңлек ҙурыраҡ, иркенерәк. Шул яғы менән ул үҙенә ылыҡтыра.
Хәҙер тәжрибә рәүешендә мәктәптәрҙә уҡыу системаһына яйлап шахмат дәрестәре индерелә. Был интеллектуаль уйындың уҡыу процесына ыңғай йоғонтоһо бар, тип иҫәпләй белгестәр. Шахмат дәрестәренә альтернатив рәүештә шашка дәрестәрен индереү өсөн ниндәй дәлилдәр килтерә алаһың?
- Был тәжрибә генә булып ҡалмаһын ине, сөнки интеллектуаль уйындар, ысынлап та, уҡыусыға предметтарҙы үҙләштереүгә ярҙам итә, уҡыу сифатын яҡшырта. Уйын, уйлау процесы ике төрҙә лә бер тигеҙ булһа ла, шахмат дәрестәренә алтернатив рәүештә шашка дәрестәре индереү күпкә отошлораҡ булыр ине, тип уйлайым, сөнки шашка уйынында ҡағиҙәләр еңелерәк. Әйткәндәй, мин уҡыған 158-се Башҡорт гимназияһында шашка дәрестәре индерелгән һәм уңышлы тормошҡа ашырыла, белем усағынан республика, Рәсәй кимәлендәге билдәле шашкасылар сыға. Уҡыусылар башҡа йүнәлештәр буйынса ла һынатмай. Был үҙе үк тәжрибәнең ыңғай һөҙөмтәһен раҫлап тора, минеңсә.
Бөгөнгә шашка буйынса күп ярыштарҙа булдың, төрлө кимәлдәге еңеүҙәрең менән лайыҡлы маҡтана алаһың. Шулай ҙа иң төп ҡаҙанышың тип ҡайһы еңеүеңде иҫәпләйһең?
- Һәр ярыш үҙенең үҙенсәлеге, уңышы менән айырылып тора. 2010, 2017 йылдарҙа Европа чемпионатында беренсе урындар яулауым иң әһәмиәтлеһе булһа, быйыл Ижау ҡалаһында рус шашкаһы буйынса Рәсәй беренселегендә уйындың ике төрөндә беренсе урындар яулауым иң ҙур ҡаҙанышым тиер инем, сөнки был еңеүем мине спорт мастеры дәрәжәһенә күтәрҙе. Әле танытма тапшырылыуын көтәм.
Шашкасылар араһында кумирың бармы? Булһа, кем һәм ни өсөн тап ул?
- Бәләкәй саҡта өлкән шашкасыларҙың барыһы ла кумир, өлгө ине. Йылдар үтеү менән, бәлки, тәжрибә һөҙөмтәһелер, Александр Михайлович Шварцмандан өлгө алам, уның уйынын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам, сөнки улар үҙенсәлеге, көтөлмәгән комбинациялары менән айырылып тора.
Шашка-шахмат уйнағанда бер нисә йөрөштө алдан күҙаллайһың, ул йөрөштәр өсөн варианттар әҙерләйһең. Ә бына тормошта төрлө ситуациялар була, улар өсөн дә алдан әҙерләнгән варианттарың бармы, әллә теге йәки был ситуацияла нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалаһыңмы?
- Бик ҡыҙыҡ һорау. Ул ситуацияларҙы бер нисә генә тимәҫ инем. Шашка уйнағанда, позицияһына ҡарап, ундан да күберәк йөрөштө алдан күҙаллайһың. Шулай уҡ ул иғтибарҙы тупларға өйрәтә, йыйнаҡлыҡ тәрбиәләй. Ошолар барыһы бергә шәхсән миңә тормошта ла ярҙам итә һәм төрлө, хатта көтөлмәгән хәл-ваҡиғанан сығыу варианттарын тиҙ генә уйлау мөмкинлеген бирә. Шуға, ниндәйҙер мәлдәрҙә аптырап, ҡаушап ҡалам, тип әйтә алмайым.
Спортсылар өсөн, ғөмүмән, каникул да, ял да юҡ, тигәндәй. Интеллектуаль спорт төрөн һайлаусылар ҡасан һәм нисек ял итә?
- Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, спортсылар ялдарын ярыштар бөткәс кенә планлаштыра ала, сөнки күнекмәләр һәр ваҡыт бара, хатта улар өйҙә лә туҡтамай. Ә инде ял эләкһә, уны ауылда үткәрергә яратам.
Иң ҙур хыялың?
- Хыялдарым бик күп, һәр йәш кеше кеүек үк, уларҙың, бәлки, буй етмәҫтәйе лә барҙыр, ни тиһәң дә, йәшлек максимализмы һәр осор йәштәренә лә хастыр ул. Әммә мин хыялдарым менән бүлешергә, уларҙы ҡысҡырып әйтергә яратмайым.
Тиҫтерҙәреңә ниндәй теләктәр еткерер инең?
- Әлеге ваҡытта барыбыҙ ҙа юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мәшәҡәте менән мәшғүлбеҙ. Белем алыуын артабан да дауам итеү юлын һайлаған тиҫтерҙәремә маҡсаттарына өлгәшеүен, һәр ҡайһыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашыуын теләйем. Тағы ла: һәр саҡ үҙҙәренә, үҙҙәренең көстәренә, белемдәренә ышанһындар!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА