«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҠМАЙ ИКӘН... ЯРАТМАЙ!
+  - 


Урыҫ телмәр әйләнешендә йөрөп ятҡан "Туҡмай икән, тимәк, ярата" тигән бер әйтем, ғәҙәттә, иренән йәберләнеп йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙы йыуатыу өсөн, ә дөрөҫөрәге, ҡатынын туҡмаусы ир ҡылығын аҡлау рәүешендәрәк ҡулланылыуын беләбеҙ. Асылда иһә, бының һис кенә лә дөрөҫлөккә тап килмәгәнен дә яҡшы аңлайбыҙ.

Ә ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң был тупһыҙ әйтем? "Бьет, значит любит" тигән мәҡәлдең килеп сығышын Тәүратта әйтелгән: "Господь, кого любит, того наказывает (наказывает - "нәсихәт, өгөт" мәғәнәһендә - авт.); бьет же всякого сына, которого принимает" тигән нәсихәттең әҙәм балаһы тарафынан үҙенә "уңайлаштырып, яйлаштырып" алынған варианты тип аңлата тел белгестәре. Борон был нәсихәтте ҡайғы-хәсрәткә дусар ителгән кешене йыуатыу өсөн, уның Аллаһ тарафынан ситнәтелеүен түгел, киреһенсә, һынауҙар аша яҡын күрелеүен, яратылыуын белдерер өсөн әйткәндәр. Иллә мәгәр был нәсихәттең иренән ҡыйырһытылыусы ҡатынды йыуатыусы "Туҡмай икән, тимәк, ярата" тигән әйтем менән бер ниндәй мәғәнә уртаҡлығы ла юҡ, был бары тик изге Китаптан "йолҡоп" алынып, ғаиләлә көс ҡулланыу фактын аҡлаусы, "йомшартыусы" һәм адресаты үҙгәртелеп әйтелеүсе һүҙҙәр генә. Һәм, бәлки, улай ғына ла түгелдер, уйлап ҡарағанда, сөнки ҡатынын йәберләүсе ирҙе һәм, ғөмүмән, ирҙәрҙе аллалаштырыуға ишара ла һиҙелгәндәй түгелме? Ә бит үҙеңде Аллаһ менән сағыштырып, башҡа кеше ихтыярынан өҫтөнлөк ҡылып, уны ирекһеҙләп, буйһондороп, яза биреп йәшәү - ҙур гонаһ! Ислам динендә лә ҡатын-ҡыҙға изгелекле, гүзәл мөнәсәбәт маҡтала, уны үҙеңә кәрәккәнсә "турайтырға" ("ҡабырға" тип ҡаралғанлыҡтан) маташып, һындырып ҡуйыуҙан һаҡ булырға, һуҡмаҫҡа, ауыр, әшәке һүҙҙәр әйтмәҫкә һәм ҡатын-ҡыҙға мөғәмәләлә Аллаһтан ҡурҡыу фарызлығы ҡат-ҡат иҫкәртелә.
Үкенескә, тормошобоҙҙоң алтын нигеҙен тәшкил итер дин тәғлимәттәренән алыҫлашыу, наҙанлыҡ, тәрбиәһеҙлек бөгөнгө заманда әлеге шул ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәттәрҙә лә асыҡ күренә. Айырыуса һуңғы ваҡыт ғаиләлә көс ҡулланыу, ҡатын-ҡыҙға ҡарата агрессия көсәйеүе кешелектең рухи бөлгөнлөк алдында тороуына дәлил түгелме? Шуныһына һуш китерлек: ошо көндәрҙә генә Көс ҡулланыуҙан йәберләнеүселәрҙе яҡлау үҙәге "Яҡтылыҡ алгоритмы" махсус тикшеренеүҙәр программаһы һығымталарын баҫып сығарҙы һәм Башҡортостан көс ҡулланыуҙан һәләк булған ҡатын-ҡыҙҙар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тип иғлан ителде.
Был тикшеренеүҙәр кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән суд ҡарарҙары араһынан ил буйынса көс ҡулланыу ҡорбандарын иҫәпләп сығарыу юлы менән 2020 һәм 2021 йылдарҙа ғына ла ирҙәре йәки туғандары тарафынан үлтерелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 70 процент (йәғни төрлө сәбәптән һәләк булған 18 547 ҡатын-ҡыҙҙан - 12 209 кеше) тәшкил итеүе хаҡында хәбәр итте.
Әлеге тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, һуңғы 9 йыл эсендә генә лә Башҡортостанда 555 ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә көс ҡулланыуҙан һәләк булған, ә беренсе урында торған Мәскәүҙә - 574 үлем осрағы. Бындай һандарҙан сәстәр үрә торорлоҡ. Һуңғы осор социолог һәм психологтар "Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң хәүефле урын - уның йәшәгән йорто" тип саң ҡағырға мәжбүр булдылар хатта.
Миҫалдар артынан алыҫ йөрөү ҙә кәрәкмәй. Яңыраҡ ҡына республиканы ғына түгел, бөтөн илде шаңҡыткан Белорет фажиғәһен генә алайыҡ. Яратышып өйләнешкән йәштәрҙең тормошо тотанаҡһыҙ һәм көнсөл ир арҡаһында түҙеп торғоһоҙ язаға әүерелә бара. Туҡмалыуҙар һәм кәмһетелеүҙәргә түҙмәгән Динә айырылырға мәжбүр була, бөтөн күңеле, дәрте менән эшкә бирелә. Эшендә лә өмөтлө белгескә яуаплы бүлек менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Бөтәһе лә яҡшы булыр ине, тик айырылышҡан булыуҙарына ҡарамай, элекке ир ҡатынға тыныслыҡ бирмәй. Туҡтауһыҙ йәберләүҙәргә, хәүефле янауҙарға дусар ителгән Динә яҡлау өмөт итеп участка полицияһына 13 (!) тапҡыр ғариза яҙып ҡарай, ләкин бының файҙаһынан зыяны күберәк булып сыға: асыуынан, көнләшеүҙән аҡылын юйған ир ҡатындың шәхси биләмәһенә баҫып инеп, Динәне 14 тапҡыр бысаҡ менән сәнскеләй. Ҡатындың 13 һәм 6 йәшлек ике улы етем ҡала. Ә ир иһә полицияға барып енәйәте тураһында хәбәр итһә лә, Динәнең яҡындары, шулай уҡ йәмәғәтселек вәкилдәре ҡурҡыныс енәйәтсенең ғәҙел яза алырына шик белдерә, сөнки бынан ике йыл элек Сатҡыла бәләкәй ҡыҙ балалары алдында ҡатынын сәнсеп үлтергән шундай уҡ көнсөл һәм дыуамал ирҙең "психик ауырыу" ҡарары менән язанан ҡотолоп ҡалыуын онотмағандар әле.
"Комсомольская правда"-Өфө" сайты ошо юҫыҡта республикала билдәле блогер һәм йәмәғәтсе Азамат Ғәлиндың ғаиләлә көс ҡулланыу тураһында закон ҡабул итеүҙе һәм был законға Динә Махийәнова исемен биреүҙе тиҙләтергә тигән тәҡдимен депутаттар иғтибарына йүнәлтә. Ошо юҫыҡта тиран ир йә элекке йәре эҙәрлекләүҙәренән, янауҙарҙан йәберләнеп йәшәүсе ҡатын-ҡыҙға үҙҙәрен нисек тотоу кәрәклеге тураһында психолог кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу урынлы булыр ине, тик шунан алда психологтарҙың даими рәүештә ҡыйырһытылып, гел туҡмалыусы ҡатындарҙың, ғәҙәттә, үҙ-үҙҙәрен баһалап еткермәүсе, тауыш сығыу сәбәптәрен үҙҙәренән күреп, үҙҙәрен ғәйепләп йәшәүсе кешеләр булараҡ баһалауын хәтерҙә тотоу һәм бындай сифаттарҙан мөмкин тиклем иртәрәк арыныу кәрәк. Ә бит тап бына ошоно Динә Махийәноваға ҡарата әйтеп булмаҫ ине, сөнки ул үҙ мөмкинлектәрен һәм баһаһын яҡшы аңлаған, ике юғары белемле, аҡыллы ҡатын була һәм артабан баҫылып йәшәргә теләмәй, тик шулай ҙа ирен, балаларын йәлләп, ҡыйырһытылып йәшәүен дауам итә, айырылыу ваҡытын һуҙа, икеләнә, ҡурҡа. Әлбиттә, иренең дыуамал, үҙ-үҙенә контролде юғалта торған ҡанһыҙ кеше икәнен яҡшы белгәнлектән, Динәгә ҡырҡа ғына ҡарар ҡабул итеүе ауыр һәм хәүефле аҙым була. Шуға күрә лә айырылып, башҡа тора башлағас та ҡатын даими янауҙар аҫтында йәшәй һәм ысынлап та ғүмеренең ҡыл өҫтөндә торғанын яҡшы күҙаллай.
Шул ваҡыт уға, бәлки, балаларын алып, ҡайҙалыр ситкә сығып китеү кәрәк булғандыр? Психологтар, ғәҙәттә, бындай осраҡтарҙа асыулы ир күҙенә салынып йөрөүҙән киҫәтә һәм хәүеф сығанағынан мөмкин тиклем алыҫҡараҡ китеп, юғалып торорға ла кәңәш бирә. Ә Динәнең бындай мөмкинлеге була, ул Өфөнән ипотекаға фатир ҙа алған булған, ти әхирәттәре. Һәр хәлдә, белемле йәш белгес ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ ине, тик барыбер психикаһы тотороҡһоҙ, үс көҫәүсе бындай ирҙән алыҫ ҡасып ҡотола алыр инеме икән Динә? Шуға ла егеттәр менән танышып, дуҫлашып йөрөүсе ҡыҙҙарға хис-тойғо буранына ҡарамайынса, буласаҡ тормош юлдашын һынабыраҡ һайлап, иғтибарлыраҡ тикшереп сығыу кәрәк, ти психологтар. Ысынлап та, күңелдә һағайыу тыуҙырған бәләкәй генә шик-шөбһәне лә иғтибарға алыу ҡамасауламаҫ ине. Ә бит күңеле әллә ни таҙанан булмаған әҙәмдәрҙең тиҫкәре сифаттары өйләнешерҙән алдараҡ та хатта бер булмаһа, бер ҡалҡып сығасаҡ бит барыбер, тик бына шуны алданыраҡ, иртәрәк күрә белергә кәрәк ҡыҙҙарға.
...Донъя күләмендә көн һайын ире йә туғандары тарафынан 137 ҡатын үлтерелә, тип белдерә БМО-ның наркотиктар һәм енәйәтселек буйынса идаралығы. Рәсми статистика буйынса ғаиләлә көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә ғүмерҙәре ҡыйылған ҡатындар һаны буйынса Рәсәй донъяла беренсе урында. Ғәжәп, ләкин факт: беҙҙең илдә хәҙер депутаттар нисә йылдар инде ултырыштар үткәрә, туҡтауһыҙ бәхәс ҡора, ә шашыныуҙың сиген ашатлаған ҡанһыҙ ирҙәренең тос йоҙроҡло "еңел" ҡулынан ҡатындары яҡты донъяны, ғәзиз балаларын, туғандарын ташлап, теге донъяға китә тора... Ә 2019 йылдың ноябрендә үк Рәсәйҙә ғаилә һәм көнкүрештә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында Федерация Советы сайтында донъя күргән закон проекты әле булһа төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡабул ителмәй ҡала килә. Ҡайһы бер депутаттар фекеренсә, бындай закон, йәнәһе лә, ғаилә институтын емерәсәк икән дә! Ә бындай "институт"тарҙың байтағында иреш-талаш, һуғыш, үлтереш тынмай һәм шунлыҡтан меҫкен балалар психик йәһәттән сәләмәт булып үҫә алмай икән, был ысынлап та ғаиләме ул һәм ундай ғибрәт "ғаилә институты" кәрәкме беҙгә?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 423

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru