Ошо көндәрҙә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең сираттағы республика конкурсында еңеү яулаусы уҡыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы уҙғарылды. Егерме дүртенсе тапҡыр үткәрелгән ярыш дистанция тәртибендә ойошторолған, унда 25 райондан һәм 5 ҡаланан барлығы 136 уҡыусы ҡатнашҡан. Шулар араһынан баһалама ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булған еңеүселәр баш ҡалаға саҡырылғайны.
Күптән килгән йолаға ярашлы, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр өс йәш арауығына бүлеп баһаланды һәм 1-5 синыф уҡыусылары 600-ҙән ашыу юл, 5-7 синыфтар - 1100-ҙән ашыу, 8-11 синыфтар 3000-дән ашыу юл ятларға тейеш булды. Был йәһәттән яңғыҙ сығыш яһаған 42 ҡатнашыусы юғары сәсәнлек һәм артислыҡ оҫталығы күрһәтеп, көс һынашты. Эпосты яңғыҙ һөйләүселәр араһында призлы урындарға Баймаҡ, Мәсетле, Бөрйән, Белорет, Йылайыр райондары, Өфө һәм Сибай ҡалалары уҡыусылары лайыҡ булды, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр ҙә билдәләнде. Шулай ҙа улар араһынан Ишембай районындағы Ә.З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 11 синыф уҡыусыһы Ғәлиә Шәриповаға етеүсе булманы. Ҡыҙ ҡобайырҙы тулыһынса ятҡа белеүе менән генә түгел, шартына килтереп оҫта бәйән итеүе, кәрәк урында думбыра сиртеп, дөңгөр ҡағып та ебәреүе менән алдырҙы. Уға Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломы, аҡсалата бүләк тапшырылды.
- Эпосты мин 5-се синыфта уҡығанда ятлай башлағайным, 6-сының аҙағына тулыһынса ятлап бөттөм. Был республика кимәлендәге конкурста дүртенсе тапҡыр сығыш яһауым, 2018 йылдан беренсе урын яулап килдем. Ниһайәт, быйыл еңеүсе дәрәжәһен алыуға өлгәштем. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ "Урал батыр" эпосын ятлау теләге бар ине, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Фаягөл Әмирханова тәҡдим иткәс тә ризалаштым. Башлап ҡына китеүе ауырыраҡ, сөнки барыһын да тиҙерәк отоп алғы, хәтерҙә ҡалдырғы килә. Ә һуңынан инде онотолоп китмәһен өсөн ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатлап ҡына торорға кәрәк, - ти Ғәлиә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән дәүерҙә бик күп балаларға халҡыбыҙҙың тәрән фәлсәфәһе йәшеренгән донъя ишектәрен асыусы, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләргә өйрәтеүсе педагог Фаягөл Әмирханова иһә, уҡыусыһы менән ғорурланыуын һис йәшермәй: "Ғәлиә 6-сы синыфта район кимәлендәге ярышҡа 1500 юл белеп барғайны, июндә уҙғарыла торған республика кимәлендәгеһенә ай ярым эсендә тулыһынса ятлап ҡуйҙы. Йыл да тиерлек ҡатнашып, гел беренсе урын яулап килде. Ғәлиә - белемле, тәртипле, әҙәпле, маҡсатлы һәм тырыш ҡыҙ. Үткән уҡыу йылында ул шулай уҡ башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала ла еңеүсе булды. Хәҙер "Урал батыр" эпосын башҡарыусылар конкурсында Гран-при яулаған уҡыусыларым дүртәү булды: 2013 йылда Ислам Төхвәтуллин, 2016 йылда Гөлфрүз Хисмәтуллина, 2018 йылда Гөлсәсәк Шәрипова юғары баһаға өлгәшкәйнеләр. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: еңеүселәр әҙерләһәм дә, үҙем был эпос юлдарын тулыһынса яттан белмәйем. Быға өлгәшә алырҙай һәләтле балаларҙы ынйы бөртөгөләй күрәм. Әле өлкән ағай-апайҙарына алмашҡа Яҙгөл Хәйруллина исемле бик шәп ҡыҙ үҫеп килә, ул эпостың 500 юлын яттан белә лә инде. Тағы ла Зәлиә исемле бер уҡыусым үткән аҙнала ғына бик теләп китапты ҡулына алды. Ҡыҙғанысҡа күрә, егеттәр араһынан диҡҡәт биреп, үҙенә бындай маҡсат ҡуйыусылар әлегә юҡ", - тине Фаягөл Тимербай ҡыҙы.
Конкурста уҡыусылар "Урал батыр"ҙан тыш, башҡорт халҡының башҡа эпостарын сәхнәләштереү буйынса ла ярышты. Фольклор коллективтары араһында Бөрйән районы Яңы Мөсәт филиалының Нәфисә Әхмәтова һәм Эльвира Ҡаһарманова етәкселегендәге уҡыусылар беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урынды Учалының Башҡорт гимназияһы (етәксеһе Гөлдәр Хәкимова) менән Белорет районы Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы (етәксеһе Сәриә Ҡаһарманова) коллективтары яуланы. Ә бына өсөнсө урын Борай районы Яңы Таҙлар ауылы мәктәбенең Раушания Әхәтова етәкселегендәге, Т. Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатының Гүзәлиә Баева һәм Әлфирә Нуриева етәкселегендәге һәм Сибай гимназия-интернатының Әлнисә Кәримова етәкселегендәге фольклор коллективтарына бирелде. Әйткәндәй, сәхнәләштереүселәр араһында "Иң яҡшы ир-егет образы" номинацияһында Белорет районы Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының 9-сы синыф уҡыусыһы Ильяс Шаһиязданов, ә "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы" номинацияһында Борай районы Яңы Таҙлар ауылы мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Эльза Шәймәрҙәнова билдәләнде.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Йәш быуындың күңелендә башҡорт халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныу, хатта мауығып өйрәнеү теләге уятҡан был конкурс киләһе йыл 25 йыллыҡ тарихи һыҙатына аяҡ баҫасаҡ. Әйтеүе генә еңел, әммә 25 йыл - кеше өсөн дә әҙ ғүмер түгел, был бишектәге бала бишкә төрләнеп үҫеп буй еткереп, хатта үҙ ғаиләһенә нигеҙ һалырлыҡ арауыҡ. Тимәк, "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы бер быуын балаларға кешелек, яҡшылыҡ, илһөйәрлек төшөнсәләрен туплаған орлоҡтарҙан йөрәктәренә ғәм һалып өлгөргән. Киләсәктә лә был күркәм һәм кәрәкле ярыш матур йола булып дауам итһен генә.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА