Ҙур ҡалала уңайлыҡтар тыуҙырыу еңелдән түгел. Был бигерәк тә юлдарға ҡағыла, сөнки күп кеше йәшәгән ерҙә автомобилдәр һаны ла бик күп була. Был, үҙ сиратында, ҙур тығындарға килтерә. Миллионлы ҡала булараҡ, Өфө лә тығындар "тотҡонона" йыш эләгә. Ләкин республика һәм баш ҡала етәкселеге тарафынан өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына был йәһәттән уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса алып барылған эштәрҙе күрмәйенсә лә мөмкин түгел.
Мәҫәлән, шул уҡ велосипедта йөрөргә яратыусылар өсөн махсус юлдар эшләйҙәр һәм артабан был эш тағы ла киңәйтелер, тип уйлайым. Шулай уҡ ҡала парктарында һәм скверҙарында ла был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыла: тротуарҙар төҙөкләндерелә, эскәмйәләр ҡуйыла, сүп-сар һауыттары урынлаштырыла. Әле бына күптән түгел Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫешкән урындағы айырманың ҡулланыуға тапшырылыуы транспорттың үтеү кимәлен 27 процентҡа арттырған, тип белдерә ҡала хакимиәте. Был айырма аша тәүлегенә генә меңәрләп машина үтеүен иҫәпкә алғанда, уның ни тиклем мөһим икәнлеген һәр кем аңлай.
Ҡала ситендә йәшәгәс, был айырманан көн дә Өфөгә эшкә килергә һәм кисен ҡайтырға тура килә. Реконструкция барышында юл үткәргесен алты һыҙатҡа еткерҙеләр. Бигерәк тә һулға боролоу өсөн махсус айырма эшләүҙәре хуплауға лайыҡ. Шулай уҡ юл үткәргестең 9 метрға оҙайыуы ла үҙенең ыңғай яҡтарын әле үк күрһәтә. Тағы ла был юл айырмаһы эргәһендәге биләмәләрҙең тәртипкә килтерелеп, матур төҫ алыуы ла ҡалаға инеүселәр өсөн мөһим, сөнки эстетик матурлыҡ ҡала тураһындағы тәүге тәьҫораттарҙы ҡалдыра ла инде. Миңә бигерәк тә күкһел төҫтәге һәм тулҡын рәүешендә эшләнгән архитектура яҡтыртҡысы оҡшай. Әйткәндәй, баш ҡалаға төрлө яҡлап ингән ерҙәрҙә урынлашҡан күперҙәрҙең төрлө төҫтәге уттар менән балҡыуы шулай уҡ Өфөгә бер үҙенсәлек өҫтәй.
Баш ҡаланан көнсығыш тарафҡа сығыу юлының әүҙем эшләнеүен дә күреп-белеп торабыҙ. Бөтә пландар үтәлеп, был юл эшләнеп бөтһә, әллә күпме кешенең юл михнәттәре бермә-бер кәмейәсәк.
Әлеге мәлдә шулай уҡ Пугачев урамында эштәр ҡайнай. Әлбиттә, тура юлдың ваҡытлыса ябылыуы, шулай уҡ М5 трассаһынан килеп, Бородино урамына боролған ерҙә бәләкәй генә урын ҡалдырылыуы водителдәрҙең үҙәгенә үтә. Ләкин әҙ генә сабырлыҡ булғанда, бөтә был ҡыйынлыҡтар артта ҡаласаҡ һәм барыһы өсөн дә уңайлы, киң, яңы юл барлыҡҡа киләсәге тураһында онотмайыҡ.
Зәкир АҪЫЛБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|