«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН ХӘТЕРЕ ХАТАЛАНМАЙ
+  - 

Борон-борон заманда, тип башлана әкиәттәр ҙә, батырҙар, шәхестәр тураһындағы ҡайһы бер заманса хәтирәләр ҙә. 82 йәшлек инәй булараҡ, ул борон-борон заманды беләм мин. Хәтирәләрҙәге шәхестәр, батырҙар был донъянан үтеп бөтөп бара, шулай ҙа минең хәтеремдә һаҡланалар әле.

Яҡташым Сәйҙә: "Элек Бөрйәндә лә йөрөгәндәр бәһ-леүәндәр..." тип һөйләй торғайны. 1-се Балалар йортонда үҫһәм дә, шәжәрәмде беләм. Олатайым Шәмсетдиндең 3 улы, 2 ҡыҙы булған. Улдары - Ахунйән (атайым), Рәхимйән, Зәкирйән. Рәхимйән ағайым ысын бәһлеүән булған, уның күтәргән ташын үлсәп ҡарағандар, центнерға 2 кг ғына етмәгән. Ул аҡ ташты 3 кеше тубыҡ бейеклегенә генә күтәрә алған. Был таш Бөрйән районы Килдеғол ауылы музейында һаҡлана. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ирҙәр бәһлеүәндәр кеүек оҙон буйлы, киң яурынлы булғандар. Булғандар ҙа, яу яландарында ятып ҡалғандар...
Иҫән ҡалғандарын иһә, Өфө урамдарында үҙемә күрергә яҙҙы, шөкөр. Бына Ғата ағай Сөләймәнов трамвайҙа башҡорт балаларына ҡурай моңоноң серҙәрен аңлатырға, уҡытырға китеп бара. Киләсәктә уның ошо ҡурайсы малайҙарынан дипломлы ҡурайсылар сығасаҡ. Бына Хөсәйен ағай Әхмәтов филармонияға ашыға. Уның хәстәре иһә, башҡорт моңон түкмәй-сәсмәй, киләһе быуынға еткереү. Ә мин, үҫмер ҡыҙ, шул Бәһлеүәндәр менән һоҡланып йөрөп ятам. Улар оҙон буйлы, киң яурынлы, өҫтәүенә, сал сәслеләр. Шағирҙарыбыҙ ҙа бәһлеүән кәүҙәле - Муса Ғәли, Мостай Кәрим, Назар Нәжми... Улар, Бәһлеүәндәр, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә тотош төркөм булып килә торғайны ул заманда...
Хәҙер таланттар һирәкләп тыуамы икән - тотош тулҡын булып, яңылыҡ булып килеүселәр күренмәй. Был ысын Уҡытыусылар, Остаздар булмауынанмы икән?
Беҙҙе һуғыш балалары тип атанылар. Шағир Дамир Шәрәфетдинов:
"Зәғифләнгән заман балалары,
Ҡайҙан икән һеҙгә көс кергән?.." - тип яҙғайны. Ә мин беләм: ҡан хәтеренән, шәжәрәләребеҙҙе, тарихыбыҙҙы белеүҙән, йәнәшәбеҙҙә Бәһлеүәндәр, ысын Остаздар булыуынан килә ине ул көс. Ҡан хәтере хаталанмай...

Фәүзиә ЯХИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.23 | Ҡаралған: 295

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru