«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӨҘӨН ЮҒАЛТҠАН ВЛАСТЬ
+  - 

Халыҡ хәтере тере, ул яҡшыны ла, яманын да онотмай - быуындан-быуынға тапшырып килә. Хатта сәйәси шарттар ҙа, ил етәкселәренең теге йәки был ҡарашта тороуы ла тере хәтерҙе юҡ итә алмай. Хатта бөгөн бөтә кешелек донъяһын хәүеф аҫтында тотоусы атом бомбаһы ла юҡ итә, көйҙөрә һәм яндыра алмай уны.

Япон халҡы үҙенең мәңгелек ҡайғыһы, кешелек тарихындағы ҡот осҡос фажиғә булған Хиросима менән Нагасаки һәләкәтен дә ғүмерендә лә, власть башына ниндәй генә ике йөҙлө, сит сәйәси баҫымға дусар ҡурҡаҡ әҙәмдәр килеүенә ҡарамаҫтан, онотмаясаҡ. Шуға күрә лә Япония халҡы йыл да Хиросима менән Нагасаки фажиғәһендә һәләк булған, янып көлгә ҡалған ватандаштары - золомлоҡтоң гонаһһыҙ ҡорбандары иҫтәлеген шартлауҙың үҙәк урынында хәтергә алыу өсөн йыйыла. Бындай матәм церемонияһы быйыл да Хиросиманың Тыныслыҡ паркында булып үтте. Шартлауҙан һуң иҫәпһеҙ күп һәләк булыусыларҙы яндырған урында ҡалҡып сыҡҡан монументҡа: "Тыныс йоҡлағыҙ, бындай хата башҡаса ҡабатланмаҫ",- тип яҙылған. Халыҡ тыныслыҡ теләй. Бынан 78 йыл элек атом бомбаһы шартлауының шаһиттары ядро ҡоралын тыйыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуын талап итеп, Япония премьер-министры Фумио Кисидаға мөрәжәғәт итте. Кисида исеменә уларҙың талабында: "Тыныслыҡҡа фәҡәт ядро ҡоралын тыйыу хаҡында килешеү ярҙамында ғына өлгәшергә була", - тип әйтелә. Әммә ил башлығы йәмәғәтселек талабына дөйөм һүҙҙәр һөйләү һәм вәғәҙәләр биреү менән генә сикләнде, тип билдәләнә үҙәк матбуғат сығанаҡтарында.
Америка тарафынан атом бомбаһына тотолған Хиросима, Нагасаки фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алыу церемонияһында Япония хөкүмәте ағзалары, халыҡ-ара ойошмалар һәм 110-лаған дәүләттең, шул иҫәптән АҠШ менән Украинаның да, дипломатия вәкилдәре ҡатнашты, ә бына Рәсәй менән Беларусь илселектәренә саҡырыу ҡағыҙы ебәрелмәне, тип яҙа донъя күҙәтеүселәре. Һәм, ғөмүмән, матәм сараһы быйыл Рәсәйгә ҡаршы ойошторолған ниндәйҙер бысраҡ акция кеүегерәк ҡабул ителде, сөнки унда сығыш яһаусы премьер-министр Кисида, Хиросима мэры Мацуи менән губернаторы Юдзаки бөтәһе лә атом бомбаһы ташлаған АҠШ-ты түгел, ә бөгөн донъяла барған ядро янауы көсөргәнешендә нишләптер урынһыҙ һәм нигеҙһеҙ рәүештә Рәсәйҙе телгә алдылар. Хатта ки Америка тарафынан атом бомбаһына тотолған Хиросима фажиғәһе айҡанлы БМО-ның Генераль секретары Антониу Гуттериштың яҙып ебәргән сығышында ла бер генә тапҡыр ҙа агрессор АҠШ телгә алынмай. Ғәжәп! Тиҙҙән, былай булһа, яуызлыҡ һәм кеше үлтереүселәрҙең исеме онотоуға дусар ителәсәк бит! Нисек кенә булмаһын, рәсми Токио Хиросима менән Нагасакины атом бомбаһына тотоусы Вашингтондың ғәйебен йомшартып күрһәтеү генә түгел, ә енәйәтсенең ысын йөҙөн халыҡ хәтеренән бөтөнләй юйырға маташа түгелме? Халыҡ хәтере - мәңгелек, ә бына Япония властары үҙҙәренең хәтерен дә, ысын сәйәси йөҙөн дә, эйе, юғалтҡан. Бындай ике йөҙлөлөк һәм агрессор алдында туҡтауһыҙ ялағайланыу илде артабан ҡайҙа алып барыр - билдәһеҙ...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 462

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru